"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
19 Июль 2020, 00:00

ТУЙ МӘШӘҠӘТЕ Венер Исхаҡов хикәйәһе

Әсә кеше секунд араһында улы таныштырған ҡыҙҙы, рентген кеүек, күҙҙән үткәрҙе. Ялбыр тигәс тә, толомо бөгәренә төшөп тормай инде. Малайҙарҙыҡы кеүек ҡыҫҡа ғына итеп киҫелгән сәсенең бер тирәһе ҡыҙғылт, икенсе яғы көрәнһыу, сикә тирәһе тағы әллә ниндәй төҫтә. Ҡара-ҡара, ҡолағына ғына түгел, танауына, хатта аҫҡы ирененә лә алҡа тағып алған. Ҡыҫҡа ғына майкаһынан кендеге күренеп тора, унда ла алҡаһы йымылдай. Бәсәк-бәсәк, теле осонда ла әллә нимә күренгән һымаҡ. Ысынлап та, шулай шул! Алҡа ла инде. Килен тейешле кеше боролған ыңғайға арҡаһына төшөрөлгән аждаһа һүрәте лә күҙенә салынды.

Яңы йыл байрамы Гөлбикә ханымға мәшә­ҡәтле башланды. Моҡасы кәләш алды. Ҡапылғара булды шул. Әрменән ике аҙна элек ҡайтты ла, эшкә урынлашам тип Эстәр­легә киткәйне, кем әйтмешләй, бер ялбыр башты эйәртте лә килтерҙе.
– Һеҙгә килен алып ҡайттым. Исеме – Марисабель.
Әсә кеше секунд араһында улы таныштырған ҡыҙҙы, рентген кеүек, күҙҙән үткәрҙе. Ялбыр тигәс тә, толомо бөгәренә төшөп тормай инде. Малайҙарҙыҡы кеүек ҡыҫҡа ғына итеп киҫелгән сәсенең бер тирәһе ҡыҙғылт, икенсе яғы көрәнһыу, сикә тирәһе тағы әллә ниндәй төҫтә. Ҡара-ҡара, ҡолағына ғына түгел, танауына, хатта аҫҡы ирененә лә алҡа тағып алған. Ҡыҫҡа ғына майкаһынан кендеге күренеп тора, унда ла алҡаһы йымылдай. Бәсәк-бәсәк, теле осонда ла әллә нимә күренгән һымаҡ. Ысынлап та, шулай шул! Алҡа ла инде. Килен тейешле кеше боролған ыңғайға арҡаһына төшөрөлгән аждаһа һүрәте лә күҙенә салынды.
Шулай ҙа уҡлау йотҡандай үрә ҡатманы әсә кеше. Замандан артта ҡалған бөтөнләй томана түгел дә. Киноларҙа күргәне барсы. “Бик мудный, зауыҡ­лы балаҡай күренә. Был тиклем алҡа таҡҡас, моғайын, хәлле кеше балаһылыр. Уныһы бик һәйбәт, бик һәй­бәт. Ишшеү ҙур урында уҡығандыр әле. Ҡара әле, исеме ниндәй матур, ҡо­лаҡҡа ятышлы. Күршелә йәшә­гән ҡайнағаһының килене кеүек Сәлимә исемле түгел инде”, – шулай һы­ғымта яһап, үҙенең уйҙа­рынан үҙе ҡыуанып ҡуйҙы буласаҡ ҡәйнә.
Әлхәмдүлилләһ, шөкөр. Кеше­һенә ҡа­рап күҙ менән ҡаш араһында төрлө фи­ғелгә инә торған ҡатын ауыҙын йырҙы:
– Әйҙүк, балаҡай, төклө аяғың менән, түргә уҙ.
Табын әҙерләгән арала ҡәйнә тейешле кеше килендән аяҡ өҫтө генә имтихан алып та өлгөрҙө:
– Ҡайҙа эшләйһең? Атай-әсәйең кем?
Сәй эскәндә лә ауыҙы ябылманы:
– Эш хаҡың нисек? Ғаилә­геҙҙә нисә бала?
Һәр һорауына төплө яуап алған һайын башын һелкте, йә “улай икән” тип йөпләне.
– Хәҙер туйға әҙерләнә башларға кә­рәк. Ярай, уныһын уҙғарыу беҙгә ике тин бер аҡса, – тип үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы Гөлбикә ханым. Тик бына башҡа мәшә­ҡәте бар бит әле – кемдәрҙе саҡырырға? Ауылда ней йүнле генә туғандары юҡ…
Шулай ҙа улының башлы-күҙле булыуына эй шатланды, эй ҡыуанды әсә. Былай ҙа һүҙгә аптырамаған кешегә тағы бер талай теле тал­ғансы һөйләр һүҙ булды. Урамға сыҡһа ла, магазинға барһа ла, яҙатайым берәйһе ос­раһа ла, туҡтатып тороп, шаштырып-бүрттереп тытылдығын сыҡты.
– Моҡасым кәләш алып ҡайтты лаһа. Ки­ленкәйем харап егәрлегә оҡшаған, йүгереп йөрөй бына. Ҡәйнә тип тә әйтмәй бит әле, “мам” тип кенә өҙөлөп тора. Мин дә уға “дучка” тим.
Бер күршеһе:
– Китсәле, килешмәгәнде, килен тип әйтер инең, – тигәйне лә, Гөлбикә бирешеп торамы:
– Аҡыл һатырға булһа, һине ҡуш инде. Килен алғас, үҙең шулай тиерһең, йәме, – тип күҙен сығарғансы әйтте лә ҡуйҙы. – Шундай ҡурсаҡ кеүек кенә баланы килен тип тормам инде. Бигерәк әллә ниндәй һүҙ. Килен, имеш! Мин боронғо кешелер шул. Үҙемдең балам кеүек кенә. Нимәгә тотонһам да, мам, үҙем, үҙем, бар һин утдыхай, тип кенә тора. Упсым ҡулымдан эш төшөп, тын алып ҡалдым бына.
Кешегә ҡыуана-ҡыуана хәбәрен һөйләгәндә, ҡайһы берәүҙәр әҙәп өсөн булһа ла ҡыҙыҡһына:
– Һәйбәт булған! Кем балаһы? Ҡайһы ауылдан?
– Китсәле, ауылдан тиһеңме? Ауыл ҡыҙ­ҙарын алып ҡуйма тип ҡырҡ ҡат тылҡы­ғанымды тыңланы. Уларҙың йүнлеһе бармы хәҙер. Анау үҙебеҙҙең үрге ос Мәрйәмдең ҡыҙы һуң! Тәмәкене борхолдата ғына, тиҙәр. Ауыҙынан да, танауынан да сығара, имеш. Ҡалала йәшенеп кенә тәмәке тартып торғанын күреп ҡалғандар. Киленкәйем – гурыт ҡыҙы, гурыт ҡыҙы. – Телсәр ҡатынға шул ғына етә ҡалды. Ҡулдарын һелтәй-һелтәй тытылдығын сыҡты.
Күрше-тирәһе менән бик тынышмағас, был шатлығын улар ҙа белһен, улар ҙа ишетһен тип, ҡысҡырып-ҡысҡырып һөйләне.
– Арыу кеше балаһы. Атаһы менән әсәһе яман ҙур ерҙә эшләй, ти. Эшкә өйҙәренән килеп алалар, килтереп ҡуялар. Һөкәмәттең дүрт мөйөшөндә йәшәмәйҙәр икән. Үҙҙәренең кәтти­же әллә өс, әллә дүрт ҡатлы, тиме. Ул унлаған бүлмә ти. Аҙашып бөтмәле ти. Улымды харап оҡшатҡандар. Өрмәгән ергә ултыртмайҙар, ти. Бер генә бөртөк ҡыҙҙары икән. Шуға ла кейә­үебеҙ үҙебеҙҙә генә йәшәр тип кенә торалар, ти.

Уныһы ишшеү ҙә яҡшы. Хатта өйҙө улыбыҙ исеменә яҙҙырабыҙ, тигәндәрме шул.
Гөлсирә тигән әхирәте:
– Улыңа егерме йәш тә юҡ түгелме ни? Бынау йәштән муйынына ҡамыт кейеп бармаһа. Әҙерәк уҡыпмы шунда, һөнәр алып, эшләп өйләнһә, һәйбәтерәк булыр ине, – тигәйне лә, уның да ауыҙын тиҙ йомдорҙо.
– Иртә тип ни, самый ваҡыты инде. Кеше малайҙары һымаҡ һаҡалы биленә еткәнен көтөп йөрөһөнмө ни!? – Быныһын Гөлсирәнең өйөндә бер түгел ике улының да һаман бисәһеҙ йәшәүенә төрттөрөп, эстән генә “хатта йәтеш әйттем әле” тип ҡыуанып ҡуйҙы.
Ваҡыт үтә торҙо. Гөлбикә ханым туйға әҙер­ләнә башланы. Хәйер, быныһы ла уның өсөн бүстәк нәмә инде. Ҡайһы берәүҙәр кеүек ауылда эш юҡ, аҡса юҡ тип илап, бәлә һалып йөрөмәй ул. Уй, ҡалайтайым, бер тин дә аҡса юҡ, аҙаҡ бармаҡ имеп ултырырбыҙмы икән, тип ыуаланмай. Аҡса заводы үҙендә уның – гөжөлдәтеп көмөшкә ҡыуа. Бер уйлаһаң, әлдә шул нәмә бар әле, ғәләмәт үтемле тауар. Бер ингән кеше көнөнә әллә нисә тапҡыр килә торған. Иң тәүҙә килгәненә первашын тоттора – бер аҙҙан тағы ла киләсәк, унан – икенсеһен. Ә инде дөм иҫерек килгәненә яртылаш һыу ҡуш­ҡанын сығарып бирә.
Тәүҙә, туйҙы асып ебәргәндә, магазин араҡы­һын ултыртһа, бер ҡыҙып алһалар, аптырап тормаҫтар. Иң аҙаҡтан теге, кеше-фәлән ишетеп ҡуймаһын, дихлофос ҡушып ебәргәнен ултыртыр. Теге ваҡыт күрше ауылға барғанда шулайтҡан кешеләр бар икән тип тә ишетеп ҡайтты. Яман иканумлы була, ти. Эсәләр ҙә шунда уҡ дөп итеп йығылалар, ти.
Бына Гөлбикә ханым туй түрендә ултырасаҡ ҡунаҡтарын барлай-барлай магазиндан ҡайтып килә.
“Быныһы бигерәк мәшәҡәтле эш булып сыҡты бит. Ҡара әле, ауылда йүнле генә туғандары ла юҡ икән, – тип уйлап ҡуйҙы. – Ҡаршыла ғына торған йортта ҡайнағаһы менән килендәше йәшәй ҙә һуң! Юҡ, уларҙы үлһә лә саҡырмаясаҡ. Хәҙер бында илле йыл ғүмер итә, ишектәренең ҡайһы яҡҡа асылғанын да белмәй. Ирен дә йөрөтмәне. Кәрәкмәй ҙә. Килен булып төшөүенең тәүге көнөнән үк, йә – мин, йә улар, тип ҡаты ҡуйҙы. Иҫәнлек ҡушһалар, уныһын да алмай. Үҙҙәре ҡыҙҙарының туйына саҡырып килгәйне, барманы. Ас ултырмай әле! Теге урам­да иренең апаһы йәшәй. Уларын да ғүмере туп­һаһына баҫтырманы, хәҙер ҙә яҡын юлат­маясаҡ! Бер туған апаһы менән дә бына күптән ауыҙ асып һүҙ һөйләшкәне юҡ”. Унан Гөлбикә ханым күңеленә үрге остағы Кәрим менән Хәнифәне теркәп ҡуйҙы. Кәрим менән әллә ни аралашҡаны юҡ та, шулай ҙа туғанлығы бар. Уның ҡарт олатаһының олатаһы менән иренең ҡарт олатаһының олатаһы өс туған, тиме шул. Ишшеү яңы ғына шәп машина алғандар, ти. Унан тағы теге Ҡәмәрә менән Айытбайҙы ла яҙып ҡуйҙы. Икеһе лә нәҫел түгел-түгеллеген дә, әммә берәү ҙә туйға туғандарҙы ғына саҡырырға кәрәк тигән закон уйлап тапмаған әле. Уларҙың да машиналары бар. Тағы кемгә әйтергә икән?
– Һаумыһығыҙ, апай! – Гөлбикә ханымдың уйын әле генә туйға саҡырам тип уйлап килгән Кәрим үҙе бүлде.
– Һаубыҙ әле, һаубыҙ. Оҙаҡ йәшәрһең, туған­ҡайым! Һине генә уйлап килә инем. – Гөлбикә ханым, айҙай йылмайып, Кәримдең ҡулын ысҡындырмай байтаҡ ҡына ҡыҫып торҙо.
– Улым кәләш алды бит, ту­ғанҡайым, килен менән һеҙҙе лә саҡырырға торам. Яҡын ғына ту­ғанһығыҙ бит. Нисек инде оял­май һеҙҙе ҡал­дырмаҡ кәрәк! Юҡ, юҡ, һеҙ – өҫтәлемдең тү­рендә генә ултыраһы ке­шеләр. – Унан Гөлбикә ханым әлеге лә баяғы киле­ненең, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙа­ры­ның шәплеген сурытты.
– Туй ҡайһы ваҡыттараҡ һуң?
– Фәлән-фәлән көндә.
Кәрим уйлап торҙо-торҙо ла:
– Апай, саҡырыуығыҙ өсөн рәхмәт, әммә килеп булмаҫ. Ул көндә үҙебеҙ ҡалаға ҡыҙыбыҙ янына барырға тип торабыҙ, йыйылышҡа килергә ҡушҡандар, – тине.
Кәримдең был һүҙен ишетеүгә әле генә ауыҙ йырып торған Гөлбикә ханымдың йөҙө ҡасты, ирендәре әллә ни эшләне. Унан ҡулын һелтәне:
– Кит, кешегә һанап һеҙгә әйткән мин иҫәр. Харап, берәүҙәрҙең ҡыҙҙары иныститутта уҡый, имеш, килә алмайҙар, ҡалаға баралар, ҡуй инде. – Гөлбикә ханым хушлашып та тормай юлын дауам итте. Уның ярһый-ярһый әрләгәне Кәримгә генә түгел, күрше-тирәгә лә ап-асыҡ ишетелде.
– Кеше булғандар, тауыҡ кетәгендәй генә өйҙә йәшәгәндәрен онотҡандар. Йәй етер әле мына. Бесән килтерергә тип трактор һорап килерһегеҙ әле! Шиш һеҙгә!
Йортонда Гөлбикә ханымды өҫтәлдә тегеләй-былай туҙышып ятҡан буш һыра шешә­ләре, кипкән балыҡ ҡалдыҡтары ҡар­шы алды. Өйгә тын алғыһыҙ әсе еҫ таралған. Ә улы менән килене, диванда аяҡ-ҡулдарын сатай-ботай ташлап, иҙрәп йоҡ­­лайҙар.
…Иртәгәһенә лә Гөлбикә ханым туйға са­ҡырасаҡ кешеләрен барлай ине. Бигерәк мә­шәҡәтле эш булып сыҡты шул.
Читайте нас: