Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
12 Август 2020, 00:00

Ҡаҙ бәпкәһе (Хикәйә)

Ҡаҙҙар ҡаңғылдауына тертләп уянды Гөлназ. «Ҡарасы! Ҡалай ҡаты йоҡлап киткәнмен. Аҙ ғына ятып торайым, тип ятҡайным. Көн уртаһында һуйҙаңлап йоҡлап ят инде», - тип һөйләнә-һөйләнә тышҡа сыҡты ҡатын.

Ҡаҙҙар ҡаңғылдауына тертләп уянды Гөлназ. «Ҡарасы! Ҡалай ҡаты йоҡлап киткәнмен. Аҙ ғына ятып торайым, тип ятҡайным. Көн уртаһында һуйҙаңлап йоҡлап ят инде», - тип һөйләнә-һөйләнә тышҡа сыҡты ҡатын.
Ауыл ерендә эш тә күп шул, тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Таң һарыһынан тороп һыйыр һауаһың, малдарҙы ауыл осона алып сығып көтөүгә ҡушаһың, кәртәлә мөңрәп быҙауҙарың көтә, уларға һөт эсерәһе бар, тауыҡ-ҡаҙҙарыңды ашатаһың, һөт үткәрәһең, уның һауыт-һабаһын йыуаһың. Инде саҡ-саҡ тын алып, сәғәткә күҙ һалһаң, иртәнгелекте әҙерләр ваҡыт еткән, ашатып иреңде эшкә оҙатыр кәрәк.
Унан инде, йоҡолары туйған балаларың сыр-сыу килеп, болдорға сығып баҫа...
Юҡ, зарланмай Гөлназ тормошона. Аллаға шөкөр, донъяһы етеш, үҙҙәре иҫән-һау, балалары тупырлап үҫеп килә, күҙ теймәһен. Ире лә яҡшы кеше булып сыҡты. Хужалыҡта ярҙам итеп тора, ир эше, ҡатын эше тип тормай. Ҡулы ла алтын, бына тигән өй һалып инделәр. Ауыл ерендә бар кешенең күҙ терәп торғаны мал бит инде, уныһын да ишәйттеләр. Ҡатын менән ир булараҡ та бәхетлеләр, бер-бе-реһен күҙ ҡарашынан аңлайҙар, бик үк һүҙгә килешкәндәре лә юҡ. Әле Әхмәте урманға ағас ҡыр-ҡырға китте, ашнаҡ эшләргә уйҙары. Балалары уйнарға сығып киткәндәр, өйҙәре ауыл осонда булғас рәхәт, артта ғына йылға аға. Аҙ ғына арыраҡ тау бите. Ауылды уратып тау теҙмәһе ята. Ул тауҙар шундай булып урынлашҡан, әйтерһең дә поезд вагондары. Гүйә, тауҙарҙы уратып поезд килеп сыҡҡан да - туҡтап ҡалған. Шуға уларҙы ауылда «поезд таш» тип йөрөтәләр. Балалары ана шунда уйнайҙар тиңдәштәре менән. Аллаға шөкөр, ергә ерегеп үҫәләр, һәр ташы, һәр үләне, һәр сәскәһе бәләкәстәренең күңел кәрәҙҙәренә һеңә, тыуған еренә бәйләй. Атыу бит, анау ҡала балаларына ҡарай ҙа, йәлләп ҡуя шуларҙы, ҡайҙа ҡарама - таш та асфальт, бер үлән дә күрмәҫһең, уйнарлыҡ урындары ла юҡ. Балалар ҡаласығын эшләп ҡуйғандар ҡуйыуын, унда ла компьютер ҙа автоматтар. Өйгә ҡайтһалар, телевизорҙа шул уҡ роботтар ҙа, фантастик ҡот осҡос нәмәләр. Ярай ҙа, ата-әсәһе балалары менән булырға ваҡыт тапһа, һөйләшеп эс серҙәрен бүлешһә, уларҙың тормошо, күңел торошо менән йәшәһә. Әгәр ҙә өйҙәгеләргә битараф булһалар, ҡайҙан изге күңелле, алсаҡ, бөтә яҡтан камил балалар үҫһен?!
Бына баҡса ултыртабыҙ, ерҙең ошо бәләкәс кенә өлөшөндә аллы-гөллө сәскәләр, шаулап емеш-еләк, йәшелсә үҫһен өсөн күпме көс сарыф итәһең, күпме һыу һибәһең, сүбен утайһың, төптәрен йомшартаһың, йомортҡа баҫҡан тауыҡ кеүек, йәй буйы шул баҡса өҫтөндә булаһың. Шунда ла әле, ҡыйы ла етерлек, уңышы ла ҡайсаҡ ҡыуанырлыҡ булмай. Ә бит кеше үлән түгел, уға һәр саҡ йылы, йомшаҡ һүҙ, яғымлы ҡараш, йән йылыһы кәрәк.
Ҡаҡ-ҡаҡ-ҡаҡ! Уйың бармы баҡмаҡ, тип ҡаҙҙар ҡаңғылдашыуы, болдорҙа ултырған Гөлназдың уйын бүлде. Былтыр Әхмәте сынъяһау итеп эшләп ултыртҡан келәттән алып сығып ем бирҙе себештәргә Гөлназ.
- Асыҡтығыҙмы, ә?! Ҡарасы, ҙурайып киткән кеүек булғанһығыҙ, йомшаҡтарым минең, - тип йәшел хәтфә үлән өҫтөндә йөрөгән себештәрҙе күҙәтте. Ә инә ҡаҙ, ошондай матур, тирә-йүнгә үҙенә күрә йәм биреп йөрөүсе йән эйәләренең әсәһе булыу менән ғорурланғандай ҡаҡылдап ҡуйҙы ла, бәпкәләрен уратып йөрөп сыҡты. Аңшайып артта ҡалған бер себешен суҡышы менән этеп ем янына яҡынайтты.
Гөлназ һап-һары бәпкәләрҙе, уларҙы ҡурсалап торған ғорур инә ҡаҙҙы күҙәтте, ә уйҙары, күңел йомғағының ебен һүтеп, бынан бер нисә йыл элек булған ваҡиғаны барланы.
... Әхмәтенең ике туған ҡустыһы туйға саҡырғайны күрше районға. Туй-туй бит инде ул, ике һыйырыңдың береһен һуй, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Кейәүҙең ата-әсәһе лә ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләгәндәр. Йолаһына тура килтереп һыйлайҙар. Өҫтәлдәр һыйҙан һығыла, ҡунаҡтар йәштәргә иң изге, иң матур теләктәр теләйҙәр. Бик оҡшаны туй Гөлназға, иҫерешеп йөрөгән кешеләр ҙә юҡ. Барыһы ла ысын күңелдән күңел аса.
Йәштәр йылға буйына төшөп әйләнергә булдылар. Сыр-сыу килеп егеттәр, ҡыҙҙар машиналарға ултырыша башланылар. Ап-аҡ ебәк күлдәкле ҡурсаҡ бәйләнгән, төрлө ептәрҙән биҙәлгән, бөгөнгө тантананың сәбәпселәре ултырған машина урынынан ҡуҙғалғайны инде. Әллә ҡайҙа килеп сыҡҡан ҡаҙ бәпкәләре машина алдында хасил булдылар. Үҙҙәренә яҡынлашыусы ҡотосҡос ҙур нәмәнән ҡурҡып, сипылдашып ҡайҙа барырға белмәй, абына-һөрөнә, төрлө яҡҡа һибелделәр. Тик береһе генә, албырғап ҡалды ла, машина алдынан йүгере-үен белде.
Гөлназ, бәпкәһен һаҡларға ынтылған инә ҡаҙ кеүек, өҫтәл артынан ырғып торҙо ла, машина алдына йомолдо. Шул саҡ артта ултырған машиналарҙың береһенән урта буйлы, һөйкөмлө генә бер егет һикереп төштө лә, йүгереп килеп бәпкәне ҡулына алды. Дерелдәп торған себеште ҡурҡыуҙарынан ни эшләргә белмәй өйөгөшөп сипылдашҡан бәпкәләр янына алып барып ебәрҙе. Унан, көтөп торған иптәштәренә бара торорға ҡушып, себештәрҙе күҙәткән Гөлназ янына килде.
- Бына рәхмәт яуғыры! Ярай ҡотҡарып өлгөрҙөгөҙ,
юғиһә тапалып әрәм булыр ине, иҫәркәй. Инәләре күренмәй, был себештәр үҙҙәре генә микән... Нисек күреп өлгөрҙөгөҙ, ҡустым, рәхмәт, - тине Гөлназ, түшәлеп ятҡан үләнде суҡыштары менән йолҡҡолаған ҡаҙ себештәренә ҡарап уйға ҡалған егеткә.
- Әсәйҙәре юҡ уларҙың, апай! Баҫып сығарғандың икенсе көнөнә бер иҫерек матайы менән тапап китте, ярай әле, себештәрен тапамаған. Күрше егете мин, туйға ингәйнем... Ошо себештәрҙе күргән һайын йөрәгем әрней. Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙем дә ошо бәпкәләр кеүекмен, ата-әсәйем юҡ...
Атайым оҫта мейес сығарыусы булған, әсәйем фермала һыйыр һауған. Һуңынан эшен ташлаған, атайым менән эшкә бергә йөрөй башлаған. Атайыма кирбес алып бирешеп торған, мейес һылаған. Тәүге осорҙа эшләгән эштәре өсөн аҡса алдылар. Мин аҙ ғына иҫләйем, миңә ул ваҡытта алты йәштәр тирәһе булған, ә һылыуыма йәш тә тулмаған ине, ата-әсәйҙең беҙгә матур күлдәктәр, тәмле ризыҡтар алып ҡайтҡанын. Бер тапҡыр әсәйем үҙенә күлдәк алып ҡайтҡайны. Аҡ борсаҡ төшкән зәңгәр күлдәк кейеп көҙгө алдында әйләнгәне һаман да күҙ алдымда. Тулҡынланып торған ҡуйы ҡара сәстәрен баш
осона ураған, матур һоро күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, йыл-мая-йылмая атайымдан: «Килешәме? Мин матурмы?» - тип һорай. Ә атайым ҡатынының матурлығына маһая төшөп, шул уҡ ваҡытта үҙ дәрәжәһен төшөрмәй генә, йылы ҡараш ташлап: «Йә инде, ҡыланма», - тигән була.
Һуңынан улар мейес сығарған өсөн ниңәлер гел араҡы алып ҡайта башланылар. Йырлашып эсәләр, ә унан һуң ыҙғышыр булып китәләр. Һәм бер көндө күрше ауылға мейес сығарырға киттеләр ҙә бүтәнсә ҡайтманылар. Икәүләшеп ултырып урманда эскәндәр ҙә туранан ҡайтырға булғандар. Ҡараңғыла күрмәй килеп, ярҙан осҡандар. Икенсе көндө генә таптылар уларҙы. Бына шулай етем ҡалдыҡ беҙ, апай! Етем ҡалдыҡ тигәс тә, өләсәйем етем итмәне беҙҙе. Беҙ күңелһеҙләнмәһен тип ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне, кешенән кәм кейендермәне, аш-һыуы ла тәрбиәле булды. Ә шулай ҙа, ата-әсәһе менән етәкләшеп йөрөүсе балаларҙы күрһәк, үҙ-ара ыҙғышып киткәндә: «Мин атайыма, әсәйемә әйтәм», - тип илаған тиңдәштәремә ҡарап, көнләшә инек. Хәҙер инде ҙурайҙыҡ. Һылыуым инде ауыл мәктәбен тамамлап, юғары уҡыу йортонда белем ала. Тик бына мин хеҙмәттә саҡта өләсәйем үлеп киткән. Төбәп ҡайтырға өй ҙә юҡ ине. Рәхмәт, ауылдаштарға, күршеләргә, әллә ни итеп ҡаршыланылар. Өләсәйемдең өйөн рәтләп шунда ҡайттым. Күптән түгел военкоматҡа саҡыртып, уҡырға барырға өндәнеләр. Белем алырға булдым, апай, военкоматта, уҡырға инергә ярҙам итәбеҙ, тиҙәр. Мин бит Чечняла хеҙмәт иттем, кем әйтмешләй, утты-һыуҙы, тимер торбаларҙы үткән кеше. Үлем менән дә бик йыш осрашырға тура килде. Янған БТР эсенән иптәштәрем иҫһеҙ килеш алып сыҡҡандар мине. Икенсе юлы контузия алып, машина аҫтында ҡала яҙҙым, Борай егете ҡотҡарҙы. Йәшәү тәмен беләм мин, апай, тормошҡа ҡарашым да ҡайһы бер тиңдәштәремдән ныҡ айырыла. Ундағы мәхшәрҙе күреп йәнем ҡатманы минең, киреһенсә үҙебеҙҙең йәшәйешкә айыҡ ҡараш менән ҡарарға, аҡты ҡаранан айырырға өйрәнеп ҡайттым. Уҡып сығып, ныҡлап аяҡҡа баҫҡас ҡына ғаилә ҡорасаҡмын.
Балаларыма минең менән ғорурланырлыҡ булһын, минән, ҡатынымдан өлгө алып үҫерлек булһын.
Апай! Иғтибар иткәнһегеҙҙер, эйе бит, бигерәк матур бит беҙҙең яҡтар, иҫ китерлек! Балаларым мин һулаған һауаны һулап, мин аунаған хәтфә үләндә аунап, ошо матурлыҡты күреп үҫһен өсөн, мотлаҡ ауылыма ҡайтасаҡмын. Ҡара әле, мин һеҙҙе арытып бөткәнмендер инде үҙемдең әңгәмәм менән. Бәлки, һеҙ аптырайһығыҙҙыр, ниндәйҙер таныш түгел бер егет килде лә үҙе тураһында һөйләй башланы тип. Һеҙҙең шул ярҙамға мохтаж, көсһөҙ себештәрҙе күреп ҡотҡарырға ынтылыуығыҙ әллә ни эшләтте күңелемде, эсемде бушатаһым килде. Ғәфү итегеҙ, йәме, һеҙҙең ваҡытығыҙҙы алдым шикелле. Рәхмәт һеҙгә себеш өсөн! Тимәк, изге күңелле кешеләр бар әле донъяла. Уйлап ҡараһаң, бер себеш нимә инде, ә шулай ҙа ... Ул да бит йән эйәһе, уның да йәшәргә хаҡы бар. Ярай, апай, мин йүгерҙем, юғалтҡандарҙыр. Ҡасан да булһа бер осрашырбыҙ әле! Һау булығыҙ! Миңә бәхет теләгеҙ! - тине лә йүгереп китеп тә барҙы.
Оҙаҡ текләп торҙо Гөлназ уның артынан. Күңеленән бәхет теләне егеткә, ә күҙ алдында - етемһерәгән яңғыҙ себеш.
«Хыялдарың саф, изге, бер үк тормошҡа ашһын! Бәхетеңдән изге күңелле, тәүфиҡле бәндәләр юлдаш булһын! Иншалла!» - тип шыбырҙай ине ирендәре Гөлназдың.
Үҙенең шул уҡ теләкте ҡабатлауына, ҡысҡырып әйтеүенә тертләп китте Гөлназ. Инә ҡаҙ бәпкәләрен эйәртеп ҡапҡанан сығып бара. Тамаҡтары туйған бәпкәләр, үлән араһынан саҡ-саҡ күренеп, туйтаң-туйтаң әсәләре артынан ҡабаланалар. Уларҙы ҡарап торҙо ла, өйөнә ашыҡты Гөлназ, оҙаҡламай үҙенең себештәре ҡайтасаҡ.
Нурия ҠУНЫСБАЕВА.
Фото: ЯндексКартинки
Читайте нас: