... Ҡайтабыҙ ҙа китәбеҙ шул,
Машина эсенән ағылған йөрәкте әрнеткес был йыр мәңгелеккә минең күңелемдә уйылып ҡалды. Яҙыуымдың сәбәбе ярҙамға мохтаж әллә ни таныш булмаған инәй хаҡында.
...Район поликлиникаһына тәүгә генә бармайым мин. Ҡан баҫымымды үлсәтергә, анализдар тапшырырға аҙна һайын тиерлек йөрөйөм. Бер көн шулай барғанымда тәбәнәк кенә буйлы, 80-де үткән бер инәй менән танышырға тура килде. Алыҫ ҡына ауылдарҙың береһенән был инәй ҡырҙан күҙ табибы килеүен ишетеп килгәйне. Төшкө аш мәлендә, өйөм алыҫ ҡына булғас, ҡайтып тормай, бар эштәремде бер юлы бөтөрөргә тырышып, ҡалырға булдым. Буфеттан тамак ялғарлыҡ кәрәк-яраҡ алдым да буш урын ҡараштырҙым. Барыһында ла кеше тулы ине. Мөйөштәге эскәмйәлә ултырған бер инәй янында ғына әҙерәк урын бар. Оҙаҡ уйлап тормай, мин шунда урынлаштым. Танышып киттек. Өлкән генә был инәй хәбәрҙе бик етди, аҡыллы, уйлап һөйләүе менән албырғатты. Үҙенең элекке тормошон да йәшермәй һөйләп бирҙе. Туғыҙ балаға ғүмер биргән әсә. Ләкин тормош аяуһыҙ шул, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған тормош иптәше фани донъянан киткән, ике балаһы ауырып, ә ҡыҙы фажиғәле һәләк булған.
– Ҡайғы игеҙ йөрөй шул, шул ук йылды ҡыҙымдың кейәүе лә яҡты донъянан китеп барҙы, – тип инәйем күҙ йәштәрен һөртөп алды. Хәҙер төпсөк улы, килене менән бергә йәшәүен, балаларын бәләкәйҙән ҡарашыуын әйтте. Үҙе, һүҙгә әүрәп тороп ҡалмайым, тигәндәй, ҡабат-ҡабат сәғәт һораша. Минең уйымды һиҙгәндәй, әйтеп ҡуйҙы:
– Тороп ҡалмайым тағы, тим. Хәҙерге йәштәрҙе белеп булмай, алдан инәләр ҙә китәләр, өлкәндәрҙе уйлап та бирмәйҙәр...
Ҡыҫка ғына төшкө тәнәфес һиҙелмәй ҙә үтеп тә китте, шул арала әңгәмәсем әллә күпме нәмәләр хаҡында һөйләргә өлгөрҙө. Үҙе лә үткен, бик шәп кенә күренә, анализдарын биреп бөткән, кәрәкле кабинеттарҙы ла йөрөп сыҡҡан, хәҙер күҙ табибына ғына күренәһе ҡалған. Кеше бик күп булғанлыҡтан, беҙгә күҙ табибына икебеҙгә бер юлы инергә рөхсәт бирҙеләр. Инәйҙән уныһын-быныһын ҡабат-ҡабат һораштылар, өлкән булғас, ул күп нәмәне аңлап та бөтмәйҙер.
– Ниңә үҙегеҙ генә йөрөйһөгөҙ? Алыҫтан да килгәнһегеҙ, йәшегеҙ ҙә байтаҡ. Һеҙҙе ҡараусы юҡмы әллә? – тип тә ҡыҙыҡһындылар.
– Ҡараусыларым бар, Аллаға шөкөр. Эштәре булғас, аптыратып йөрөмәнем, – тип яуапланы инәй.
Эше беҙҙе бер юлы теүәлләп, ҡайтырға йыйындыҡ. Инәй минән әҙерәк үҙе менән ултырып тороуҙы һораны. Әллә ни ҡыйралып ятҡан эшем булмағанлыҡтан, ризалаштым. Тышта һыуыҡ көҙгө көн, әсе ел. Беҙ эстә, ишек төбөндәге эскәмйәнән урын алдыҡ. Һөйкөмлө, бөхтә инәйем ауылдан үҙе ултырып килгән машинаны көтә-көтә хәбәрен теҙҙе.
– Туғандарым күп минең, балаларымдың балалары бар, минән дә бәхетле кеше юҡ, – тип ҡыуанып һүҙ башланы ул. – Бында ла ҡыҙымдың улы йәшәй, ғаиләле, йәш балалары бар, барып күреп китермен тигәйнем, өлгөрмәнем. Ауылға ҡайтырға ваҡыт та етте. Етмәһә, ошо осорҙа аяҡтарым да һыҙлап тора.
Күп тә үтмәне, ул көткән машина килде.
– Тағы күрешербеҙ әле, Хоҙай насип итһә, – тип ҡул биреп хушлашты ул минең менән.
Ысынлап та, күптә үтмәне, инәй менән тағы осраштыҡ. Был юлы дауаханала. Дарыу артынан йөрөй инем. Поликлиникала булмағас, мине дауаханаға ебәрҙеләр. Барҙым, алдым. Килгәс-килгәс, таныштарымды – электән бергә ҡатнашып йәшәгән тиңдәшемде күреп сығайым, тип эскә үтергә рөхсәт һораным. Шунда осраштыҡ та теге инәй менән. Был юлы ул хәлһеҙ генә күреште. Янында ултырған ҡатын һүҙгә ихлас булып сыҡты. Күрше палатанан ингән икән. Ә мин уны инәйҙең берәй ҡыҙылыр, тип уйлағайным. Әллә йәлләү тойғоһонанмы, мин дә:
– Нишләп, инәй, улай хәлең ауыр булғас, яныңда ҡараусың юҡ, был юлы ла яңғыҙыңды ебәрҙеләрме әллә? – тип һорамай булдыра алманым.
Үҙемде һәйбәт тойғас, ҡалманылар. Киленемдең эше бар, улым да өй тирәһенән, малдан айырыла алмай. Аллаға шөкөр, балаларым барыһы ла ишле, хәҙер үҙҙәре өләсәй-ҡартай булды. Мин инде йәшәремде йәшәгәнмен, үлеп китһәм, барыһы ла килерҙәр әле... – күҙендәге йәштәрен һөртә- һөртә, инәй шымып калды. Нимә хаҡында уйланғандыр – билдәһеҙ. Бәлки, әйтә торған һүҙҙәре лә булғандыр, кемеһендер күргеһе лә килеп һағынғандыр. Ҡалай ҡыйын яныңда яҡындарыңдың булмауы. Йәлләү тойғоһо әсе төйөр булып тамағыма төйөлдө...
Иртәгәһенә иртә менән торҙом да, ваҡ бәлештәр бешереп, бер аҙ күстәнәстәр алып, тағы дауаханаға юл тоттом. Ғинуарҙың ҡаты һыуығы ла мине туҡтатманы. Янында бер аҙ ултырырмын, инәйҙең күңеле булыр, тим. Әммә барыуым бушҡа булды, инәй таң алдынан мәңгелеккә күҙҙәрен йомғайны. Ишетһәм дә ышанманым. Нисек инде, кисә генә бына ошонда һөйләшеп ултырҙыҡ... Ә бөгөн ул – юҡ! Хәлдең айышын танышым һөйләп бирҙе, күҙ алдарым ҡараңғыланып китте. Күстәнәстәрҙе берәйһенә бирерһегеҙ, тип ҡалдырҙым да яйлап ҡайтырға сыҡтым.
...Дауахана ҡапҡаһы тәңгәлендәге машинанан йөрәкте өҙөрлөк йыр ағыла, ә йәш кенә ир ҡыҙыл сәскәләр тотоп, яңы донъяға килгән сабыйын алырға инеп бара. Донъя тигәнең бына ниндәй, берәүҙәр яҡты донъянан мәңгелеккә китеп бара, икенселәр тыуа...
Шуныһы үкенесле, балаларым, тип өҙөлөп торған, уныһын-быныһын етештергән, утта ла, һыуҙа ла бирешмәгән инәйҙең ғүмеренең һуңғы минутында ла янында ғәзиз балаларының береһе лә булмаған. Ошо хаҡта уйлайым, уйҙарымдан уйыла яҙам. Әленән-әле ҡулыма «Ҡөрьән» китабын алам. Инәй йыш төшөмә инә, һаман да йылмайған килеш, аҡ яулыҡлы... Күҙ төптәрем дымлана, үҙемде тота алмайым, йәштәрем яндырып, битем буйлап ағып төшә...
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: дуҫтар, туғандар, ҡәрҙәштәр, беҙ был фани донъяла ҡунаҡ ҡынабыҙ, яҡындарыбыҙҙы хөрмәт итәйек, һәр ваҡыт изгелек кенә ҡылырға өйрәнәйек. Беҙ ҙә ҡасан да булһа ҡартайырбыҙ, ярҙамға мохтаж булып ҡалырбыҙ. Үҙе ярҙам иткәнгә генә ярҙам итерҙәр, ти халыҡ әйтеме. Һау саҡта яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерен белмәһәк, ҡартлығыбыҙ ҡәҙерһеҙ булмаҫмы?!
Сәриә КИЛМӨХӘМӘТОВА. Иҫәнғол ауылы.