Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
20 Август 2020, 00:00

Көлкө лә фәһем бирер (Тормош күренештәре)

Ауылда тормош иртән тороп һыйыр һауып, көтөү ҡыуыуҙан башлана, тиһәм, бер ҙә яңылыш булмаҫ. Унан һуң ҡош-ҡорттарға ем биреп, безәүкәйҙәрҙе сығарғас, «балалар йоҡоһонда» һөт айыртырға ваҡыт етә.

Көлкө лә фәһем бирер
(Тормош күренештәре)
Ауылда тормош иртән тороп һыйыр һауып, көтөү ҡыуыуҙан башлана, тиһәм, бер ҙә яңылыш булмаҫ. Унан һуң ҡош-ҡорттарға ем биреп, безәүкәйҙәрҙе сығарғас, «балалар йоҡоһонда» һөт айыртырға ваҡыт етә.
Ишектәр, ҡапҡалар, күңелдәр – шар асыҡ ваҡыт. Ул саҡта бер-береңә сепаратҡа йөрөү ғәҙәти күренеш ине. Сөнки яңы сыға башлаған электр сепараттары әле ауыл магазиндарына килеп етмәгән, ә «Николай заманы»нан ҡалғандары, запчасть булмағанлыҡтан, күптәрҙә боҙоҡ ултыра. Шулай йыйналышып, сиратлап һөт айыртҡан саҡта байтаҡ хәбәрҙәр уртаға һалып һөйләнелә. Тәүлек эсендә булған яңылыҡтар асыҡлана. Мал-тыуар ҙа, балалар ҙа, йәш-елкенсәктә ҡалмай улар иғтибарынан.
Ул арала ҡаҙан аҫтына яғылған уттан төшкән күмер һалынған самауыр ҙа боҫрап ҡайнап сыға. Урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп, хужабикә ҡатын көндәгесә сәй табыны әҙерләй. Ул яңы ҡапты асып, сәйгүнгә услап сәй һалғанда, уйын-көлкөһөн ҡушып:
– Ҡана, бабайҙың сәйен эсеп ҡарайыҡ әле, тәмле микән? Рәхмәт инде бабайыма, тием, иҫерек булһа ла әбейен онотмаған, бер әсмүхә сәй апҡайтҡан! Белә инде әбейенең сәй яратҡанын... – тип үҙ хәбәрен теҙә. Ҡаймаҡ һалып, ҡуйы итеп, тәмләп сәй эскәндә һүҙҙең дауамын көтөп, һағайып ҡалған әхирәттәренә хужабикә:
– Кисә ағайығыҙ ҡулына аҡса тотоп, тирмән белешергә сығып киткәйне. Кискә табан иҫере-е-еп ҡайтып инде. «Мә, әбей, һиңә сәй!» -тип ҡулыма ошо сәйҙе килтереп тотторҙо. Үҙе «әбей, мине әрләмә, мин аҡсаны эсеп бөттөм!» тине лә шап итеп йығылып китте, – тип хәлде асыҡлап һөйләп бирә. Тегеләре бер-береһенә мәғәнәле ҡарашып:
– Ә-ә-ә, шулай икән дә, ярай инде улай булғас! – тип көлөшәләр. Хәбәрҙәр һөйләнеп, сәйҙәр эселеп бөткәс, ҡатын-ҡыҙ таралыша. Тик күпкә түгел.
Һөт-ҡаймаҡтарын йәһәтләп, урынлаштырғас, еңгәйҙәр тағы бер-береһенә йүгерешә. Шулай булмай, эскә һыйырлыҡ хәбәрме ни?!
– Үәт диуана-а-а! Үәт ахма-а-аҡ! Ире аҡсаһын эсеп бөтөрөп ҡайтҡан, ә ул уға рәхмәт уҡып ултыра!.. – тип бот сабып көләләр.
– Иҫәүәндер ул! Шулай булмай тағы! Кеше бер әсмүхә сәйгә ҡыуанып ултырһынсы?! – тип аптырайҙар.
– Эй бахыр! Эй меҫкен! Ҡуйсы-ҡуйсы! – тип теге ҡатындың тетмә-кәйен тетәләр.
Еңгәйҙәрҙең әсе теленән сыҡҡан һүҙ ауылға тиҙ таралды. Һәм бер аҙҙан лаҡап урынына ҡабатланыр булып китте. Ниндәйҙер бер ҡыйынлыҡҡа төшөргән, йәиһә «убытка»ға һалған сетерекле хәл килеп сыҡҡан һайын, мәғәнәле итеп:
– Рәхмәт инде Бабайға! Аҡсаһын эсеп бөткән – миңә бер әсмүхә сәй апҡайтҡан! – тиерҙәр ине.
... Эйе, был кемгәлер көлкө тойолор, бәлки. Тик бәләкәй генә ауылда кемдең кемлеге, нисек көн итеүе көҙгөләге кеүек күренеп тора. Туғыҙ бала тәрбиәләгән был хужабикә ҡатын ирҙе – баш, үҙен муйын итеп, сабыр донъя көттө. Янъял ҡуптарып, ғауға сығарманы. Хәйер, илап-һыҡтап ултырырға уның ваҡыты ла булмағандыр. Итәк тулы балалар, мал-тыуар, ауыл тормошоноң бөтмәҫ мәшәҡәттәре – барыһы ла уның иңендә. Ул ҡатындың баҫалҡылығына, зарланыр урында ла мәрәкәләп һүҙ һөйләргә көс табыуына һоҡланырға ғына ҡала. Аңлы кеше – аңлар, тигәндәй, көлкөнән дә фәһем алайыҡ.
Зөһрә ИШДӘҮЛӘТОВА.
Читайте нас: