Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
27 Август 2020, 18:00

Фәрит ағай йыры менән белдерҙе...

27 август - Рәсәйҙә Кино көнөОшо дата уңайынан ГӨЛЗИФА БИРҘЕҒОЛОВАНЫҢ (йәне йәннәттә булһын!) редакция архивында һаҡланған мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.Бала саҡтың онотолмаҫ сағыу мәлдәре һәр кемдең йөрәк түрендә һаҡланалыр. Вайымһыҙ, күктәр бейек, зәңгәр һауа, сағыу ҡояшлы, донъябыҙ бөтөн, атай йорто аҡ йәйләүҙәй булған ваҡыт, ҡартайғансы, йәйғор нуры булып оҙата баралыр.

Бала саҡтың онотолмаҫ сағыу мәлдәре һәр кемдең йөрәк түрендә һаҡланалыр. Вайымһыҙ, күктәр бейек, зәңгәр һауа, сағыу ҡояшлы, донъябыҙ бөтөн, атай йорто аҡ йәйләүҙәй булған ваҡыт, ҡартайғансы, йәйғор нуры булып оҙата баралыр.
Атайым Ишморат Гүләев менән беренсе тапҡыр киноға барған ваҡыт гел иҫемдә…
Иҙәш йылғаһының теште ҡамаштырыр, тәнде ҡорошторор һалҡын һыуында ҡыҙҙар менән һыу инәбеҙ. Өшөп һөйләшә алмаҫлыҡ булғас, ҡырсында ҡыҙынабыҙ. Унан һуң Ҙур тау битендәге бешкән еләкте тәмләргә ашығабыҙ.
Йәйге иң оҙон көн, атай-әсәйҙәр эштә. Тауға менеүебеҙгә бик матур моңло көй ишетелеп ҡалды. Беҙ, ыбыр-сыбыр бала-саға, шып туҡтап, ҡолаҡтарҙы ҡарпайтабыҙ. Кем йырлай икән? Беҙгә ҡыҙыҡ. Ул осор, 1957-59 йылдар тирәһе, радио, телевизор, электр уты, телефон тигәнде ишеткән дә юҡ. Моң ағылған яҡҡа сабабыҙ.
Клуб алдына килеп өймәкләшеп туҡтаныҡ.
Егеүле ат арбаһында, йәшел бесән өҫтөндә, тимер түңәрәк һауыттар тейәлгән. Тупһала ҙур ғына ҡара ҡумта тора, шунан моң ағыла. Оло йәштәге ике-өс инәй яулыҡ остары менән күҙҙәрен һөртә-һөртә, йыр тыңлай ине.
Йыр туҡтаны. Клуб эсенән күҙҙәре һағышлы моң менән тулы, сәсен ҡыя тараған мөләйем ағай тупһаға сыҡты.
– Һаумыһығыҙ, балалар! Мин кино ҡуйыусы ағайығыҙ булам. Эштән һуң атай-әсәйҙәрегеҙҙе клубҡа алып килегеҙ, һәйбәт кино була, – тине. – Ололарға – 20 тин, уҡыусыларға – 5 тин. Уҡыуға төшмәгәндәр бушлай ҡарай.
Атайҙың эштән ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп саҡ көтөп алдым. Икәүләп киттек клубҡа. Ишек төбөндә теге ағай аҡса ала ла бәләкәй генә ҡағыҙ йыртып биреп, эскә үткәрә. Стенаға ҙур аҡ шаршау эленгән. Кеше күп, малайҙар алда иҙәнгә ултырғандар.
Ут көлтәһе бер һүнеп, бер янып торҙо ла, стенала яҙыуҙар башланды. Көслө тауыштар аҫтында аттар сабышып өҫкә менеп килә, ҡылыс болғап ҡысҡырышалар. Мин ырғып тороп, илай-илай ишеккә ташландым. Көслө ҡулдар мине тотоп алды. Атайым икән. Алдына ултыртып, ҡурҡма, ул һүрәт кенә бит, күҙеңде йомоп ултырып торһаң, хәҙер бөтә, тип тынысландырырға тырыша…
Өләсәй иртәнсәк сәй эскәндә, кәмит ҡарай барып, әүен баҙарын күреп ҡайттың инде, тип мәрәкәләне. Шул ваҡиғанан һуң бер аҙ ваҡыт киноға йөрөмәнем.
Кино ҡуйыусы Байыш ауылынан Ҡыуандыҡов Фәрит ағай булған. Ул һәр саҡ ауылға кино алып килһә, үҙенең йыры менән халыҡҡа белдерә торғайны. Уның йыры ишетелһә, әһә, Фәрит йырлап уҙҙы, тимәк, кискә кино ҡарайбыҙ, тип кешеләр белеп торор ине.
Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа, рашҡыла, буранда ат санаһына тимер һауыттарын тейәп, Аҡдәүләт менән Байыш араһы – 12 саҡрым, тау-урмандар аша килеп, ете төн уртаһында кире ҡайтыуҙарға түҙемлек кәрәк булғандыр инде.
Мин килен булып төшкән осорҙа Үтәғолда Дәүләтбәков Зөфәр киномеханик булып эшләне. Эшенә шул тиклем яуаплы ҡараны. Халыҡтың һорауы буйынса күрше Ырымбур өлкәһе Сабатар ауылынан танһыҡ фильмдарҙы алып ҡайтып күрһәтә ине. Кеше менән гел көлөп һөйләшә, ихтирамлы булды, ул осорҙа киноға халыҡ эркелеп йөрөй торғайны.
Гөлзифа Бирҙеғолова.
Читайте нас: