"Карап батып бара. Ирле-ҡатынлы икәү ҡотҡарғыс шлюпкаға тиклем йөҙөп барып етә алды, тик оло ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бер генә урынлыҡ ине. Ир, ҡатынын океан уртаһында батып һәләк булырға ҡалдырып, кәмәгә үҙе кереп ултырҙы. Һыу төбөнә китер алдынан, ҡатын иренә үҙ ғүмерендәге һуңғы һүҙҙәрен ҡысҡырып өлгөрҙө..." - тип башланы дәресте әҙәбиәт уҡытыусыһы.
Шул урында уның хикәйәһе өҙөлдө...
- Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? - тип һораны ул үҙенә төбәлгән балаларҙан, - был ниндәй һүҙҙәр булды икән?
Уҡыусыларҙың күпселеге шунда уҡ үҙ фекерҙәрен әйтергә ашыҡты:
- Һатлыҡ йән һин!..
- Мин һине күрә алмайым!..
- Мин ниндәй һуҡыр булғанмын!.. - бөтә һүҙҙәр ҙә шундайыраҡ ине.
Бөтә класс кемуҙарҙан үҙ яуабын килтерҙе, тик бер малай ғына бер нимә лә әйтмәй шым ғына ултырыуын дауам итте.
- Ә һин нисек уйлайһың? - тип һораны уҡытыусы, уның янына килеп.
- "Беҙҙең балабыҙҙы һаҡларға тырыш, яҡшы кеше итеп ҡарап үҫтер!" - тип ҡысҡырғандыр, тип уйлайым, - тип үҙ фекерен әйтте малай.
- Һин был тарихты беләһеңме ни? - тип аптыраны уҡытыусы.
- Юҡ, тик тап шундай һүҙҙәрҙе минең әсәйем дә үҙенең үлеме алдынан атайыма әйтеп ҡалдырған, - тип яуапланы малай.
Уҡытыусы күҙ йәштәрен балаларға күрһәтмәҫ өсөн, артына боролдо.
- Дөрөҫ әйтәһең, ҡәҙерлем, - тине ул малайға.
"Шулай итеп, судно һыу төбөнә киткән. Ир кеше өйөнә әйләнеп ҡайтып еткән, ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән. Күп йылдарҙан һуң, атаһы был донъянан киткәс, уның әйберҙәрен ҡарап ултырғанда, ҡыҙы көндәлек табып алған һәм унда шундай юлдарҙы уҡыған:
"Беҙ сәйәхәт итергә сыҡҡан саҡта уның ҡурҡыныс диагнозы билдәле ине. Уға йәшәргә күп ҡалмағайны инде. Йә Аллаһым, мин уның урынына үҙем генә батып үлергә риза булыр инем, тик ҡыҙыбыҙ хаҡына улай эшләргә минең хаҡым юҡ ине шул. Минең уны океан уртаһында ҡалдырып китеүҙән башҡа сарам булманы..."
Класта тәрән тынлыҡ урынлашты.
Балаларҙың күҙҙәренә ҡарап, был тарих уларҙы шундай ныҡ тетрәндергәнен аңларға була ине. Улар бөгөн беренсе тапҡыр шуны аңланылар: тәүге тәьҫораттар (первые впечатления) алдаҡсы булырға ла мөмкин икән...
Бына шуның өсөн дә, тәүге алған тәьҫораттар буйынса өҫтән-мөҫтән генә фекер йөрөтөп, кешеләрҙе ғәйепләргә ярамай, беҙҙең улар хаҡында күп нәмәне белмәүебеҙ мөмкин бит...