Баҡсала йәшелсә-емештәрҙең өлгөргән мәле. Уңған хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә: ҡайната, тоҙлай, салаттар әҙерләй. Ҡыш көнө хуш еҫле ҡайнатмалар, кетерләп торған тоҙло ҡыярҙар, телде йоторлоҡ тәмле салаттар, ысынлап та, өҫтәлебеҙгә йәм өҫтәй. Бөгөн беҙ ҙә һеҙгә бер нисә рецепт тәҡдим итергә булдыҡ.
Баклажан салаты
1 кг баклажан, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 1 кг помидор, 1 кг татлы борос.
Һәр береһен майҙа айырым быҡтырып алғандан һуң барыһын бергә ҡушып, тоҙ һалып 5 минут ҡайнатырға һәм стерилләнгән банкаларға һалырға.
Кетчуп
2 кг помидор, 0,5 кг һуған, 0,5 кг татлы борос, 1 стакан шәкәр, 2 ҡалаҡ гәрсис, 1 балғалаҡ ҡара йә ҡыҙыл борос.
Йәшелсәләрҙең барыһын да ит турағыс аша үткәреп, 1,5 сәғәт ҡайнатырға. Килеп сыҡҡан массаға тоҙ, борос, шәкәр, гәрсис өҫтәп, тағы 10 минут ҡайнатырға һәм стерилләнгән банкаларға тултырып ябырға.
Кубань салаты
2 кг эре помидор, 1,5 кг баклажан, 1,2 кг кишер, 250 г һарымһаҡ, 1 әсе ҡыҙыл борос, петрушка, 0,5 л көнбағыш майы, 120 мл 9 процентлы һеркә, 2 ҡалаҡ тоҙ һәм 200 г шәкәр.
Кишерҙе таҙартып, ҡырғыста ҡырырға. Помидорҙы эҫе һыу менән бешекләп алғандан һуң тышын һыҙырып алырға һәм ит турағыс аша үткәрергә. Әсе боросто һәм баклажанды йыуып, шаҡмаҡлап турарға. Һарымһаҡты иҙергә, петрушканы ваҡларға.
Бөтә компоненттарҙы бергә ҡушып, көнбағыш майы, тоҙ, шәкәр һәм һеркәнән әҙерләнгән маринад ҡойоп, утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡандан һуң ҡапҡасын ябып, талғын утта 45 минут самаһы быҡтырырға. Ваҡыты-ваҡыты менән ағас ҡалаҡ менән болғатып алырға кәрәк. Салат әҙер булғас, стерилләнгән банкаларға тултырырға һәм ҡапҡасын нығытып, һыуынғанға тиклем, өҫтөн ҡалын әйбер менән ҡаплап ҡуйырға.