Көндөҙ ни арыу, ҡояшлы торғайны, кис булғайны, тамсылап торҙо ла, ямғырын һибәләй башланы. Күк көмбәҙен ҡуйы ҡара болоттар ҡаплап алды. Төн батшаһы Ай ҙа уларҙы үҙ янынан ҡыуып ҡараны, тик улары тиҙ генә бирешергә теләмәне, көслө ямғырын күнәкләп ҡойҙо.
Өйгә инергә ҡыймай, аласыҡ янындағы берҙән-бер алмағас төбөндә ышыҡланып ултырған Миңсара күшекһә лә, сүгеп, шым ғына ултырыуын дауам итте. Әсәһе мәрхүмә ошо нигеҙгә килен булып төшкәс ултырта алмағасты. Үҙҙәре яғында гел емеш-еләк үҫкәс, бында ла ҡарағат, алмағас үҫентеләренең төрлөһөн үҫтерә. Әле ҡыҙҙы яума ямғырҙан ышыҡлап үҙ ҡуйынына алған ағас сатлама һыуыҡтарҙа ла бирешмәй төбө-тамыры менән сат йәбешеп ерегеп киткән. Үҙенең алмаһы эре, ҡып-ҡыҙыл, тәме инде әйтәһе лә түгел, ауыҙҙа ирей. Сараның ҡустыһы Әнүәр: «Апай, нәҡ баҙарҙағы алмалар шикелле, ибет?» – тип ҡыуана-ҡыуана кәртә араһынан бер-береһе менән ярышып, ҡулдарын һуҙып тороусы малай-шалайҙарға рәхәтләнеп өләшә. Әсәһе иҫән сакта алмаларҙың ергә ҡойолғандарын тураҡлап киптерә, ҡаҡ ҡоя торғайны. Йомош һорап килгән һәр апайға, инәйгә ауыҙ итергә биреп ебәрә ине. Эйе, йәне йәннәттә булғыры, бигерәк сумарт булды шул.
...Ҡыҙ оҙаҡ уйланып киткән икән, тирә-яҡ тағы ла илаһи хуш еҫкә күмелгән. Аяҡ аҫтында бәләкәй генә күләүектәр хасил булған... Ҡапыл Сара өйҙәренең тәҙрәләренә караны, атайым йоҡлап китмәнеме икән, тип уйланды. Ямғырҙа өшөгәнгәме, дер-дер килеп ҡалтыранып күтәрмәгә менде, солансаның ишеген асып, ипләп кенә өй эсенә ҡолаҡ һалды. Тауыш-тын ишетелмәй. Тағы ла «тамуҡ күпере» аша үтергә кәрәк... Өй ишеген тартыуға, уныһы яман, ауыр тауыш сығарып, «шығыр» итеп ҡалды. Ул арала мейескә артын терәп ятҡан үгәй әсәһе башын ҡалҡытып ҡына «Албаҫты, төн мәсекәйе, йөрөй кешенең йоҡоһон бүлдереп», – тип йыландай ыҫылдап әйтте лә ҡабат йылы, йомшаҡ урынына йомарланып ятты. Атаһы һәр ваҡыттағыса иҙәндә тас салҡан ята, әйтерһең, бер ауыр эштән ҡайтып тәгәрәгән. Ҡустылары төп яҡта, алам-һөләм түшәлгән буй урындыҡта икәүләшеп мыш-мыш килеп йоҡлайҙар. Әнүәргә алты, Ихсанға дүрт кенә йәш әле. Ҡыҙ ҡустыларын һағынып та өлгөргән икән, иркәләп алғыһы килде. Малайҙарҙың йылы юрғаны аҫтына инеп ятҡас, тәне яҙылып киткәндәй булды.
Тышта тағы ҡара болот ҡуйырып, ялт-йолт итеп йәшен уйнарға кереште. Сара ҡурҡышынан башын бөркәне, бәләкәстәр бер ни һиҙмәй йоҡлауҙарын беләләр. Ихсаны төшөндә йылмайып-йылмайып алған була. Ҡыҙҙың йоҡоһо ҡасҡайны, йәшендең яҡтыһы бөтә өй эсен байҡай, ундай ваҡытта нисек инде йоҡо килһен. Әсәһе иҫән булһа, өс балаһын да үҙ ҡуйынына алып ятыр ине. Йәшләй генә үпкәһендәге яман шештән китеп барҙы, дауаханаға алып барғайнылар, һуңлағанһығыҙ, сире аҙып киткән, тип кире ҡайтарҙылар. Механизатор булып эшләгән аталары әсәләрен ерләп ҡайтҡас, ҡайғыһынан эсеп, дуҫтары менән таңға тиклем мөңгөр-мөңгөр һөйләшеп ултырҙылар. Ҡайһы берәүҙәре үҙҙәренсә кәңәш биргән булды. Икенселәре йөрәккә дауа тип аҡбаш шешәләрен ҡултыҡ аҫтарына йәшереп алып килделәр. Атай кеше еңел дауаны һайланы. Эсһәң, донъя түңәрәк, дуҫтар күп, балаларҙы ҡарарға ла кәрәкмәй, ҙурайғандар, әйҙә, үҙ тамаҡтарын үҙҙәре туйҙырһын. Шулай итеп ир эскелек һаҙлығына төшөп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Донъяның барлыҡ ауырлығы, таяҡтың йыуан башы Сараның башына төштө. Ярай ҙа әле үҫеп, аңды-тоңдо айырырлык йәштә. Юғиһә ҡустыларын кем ҡарар ине. Алай ҙа күршеләре һөт-каймағын алып инеп торҙо. Малайҙар асыҡһалар алма ашанылар, аталары оятһыҙлыҡтың сигенә етеп, улдары йыйған ҡып-ҡыҙыл алмаларҙы араҡыға алыштырып алды. Балаларға бөтөнләй көн бөттө, иҫерек ир аҡырҙы ла баҡырҙы. Шундай хәлдә ике-өс ай йәшәнеләр. Биш өй аша йәшәгән бер апай уларҙы йәлләп, аталарын Хәспей исемле әхирәтенә димләне. Уныһы ике-өс иргә барып айырылған тыу бисә булып сыҡты. Ҡатынды оҙатып алып килгәс, ҡоҙалар шартына килтереп өс көн, өс төн ҡунаҡ булды. Сара ошонан башлап атаһы менән үгәй әсәһенә ялсы булып йәшәй башланы. Ҡустылары бынан ары яҡшы йәшәрбеҙ тип ҡыуанып, сар-сор килеп шаярып йөрөнөләр, тик Хәспей әсәләре һуңынан «ҡыҙыҡ» күрһәтә башланы... Тәүҙә ҡатын төйөнсөккә төйнәп килгән әйберҙәрен урынлаштырҙы ла, айнығып алғас балаларҙың әсәһенән ҡалған нәмәләрҙе тышҡа сығарып быраҡтырҙы. Сара илай-илай ҡәҙерлеһенең ваҡ-төйәген йыйып алып, алмағас төбөнә, үҙе өй уйнаған булып ултыртҡан ағас йәшниккә матур итеп һалып ҡуйҙы. Был йәшник ямғырлы рашҡыларҙан, үҙәккә үтерлек һыуыҡтарҙан һаҡлаусы икенсе өйҙәренә әүерелә барҙы.
Икенсе әсәй килгәс өйҙә ҡунаҡтар йышайғандан-йышайҙы. Өйҙә балалар ҡамасаулай, шул саҡ теге ағас ҡыуыш уларға ышыҡ була ине. Ирле-бисәле өс баланың пенсия аҡсаһына рәхәтләнеп типтерҙеләр. Сираттағы ҡунаҡтан һуң, үгәй әсәй йоҡлап ятҡан Сараны төрткөләп уятты, ҡыҙ тертләп һикереп килеп торҙо. «Бар, атаң башын ҡарап ятаһыңмы, Хәкимә апаңдың һыйырын һау, көтөү китә бит», – тине лә, ауыҙ эсенән кемделер һүгә-һүгә урынына барып ятты яһил ҡатын. Сараның тәмле йоҡонан айырылғыһы килмәй ине лә бит, тағы ла туҡмалғыһы, арҡаһына таяҡ алғыһы килмәне.
Тышта яңы таң тыуа, саф һауа, тәмле үлән, ер еҫе танауға килеп бәрелә. Ҡоштар һайрай, ҡайҙалыр алыҫта ҡорҡолдаған тауыштар ишетелә, ҡыр өйрәктәре тиһәң бысҡылдарҙар ине, күрәһең, ҡорҙарҙың тауыштары, тип, тып-тын ғына тыңлап торҙо ҡыҙ. Томан яйлап ҡына өйҙәрҙең ҡыйыҡтарынан айырылып, өҫкә, һауаға күтәрелә. Һыйыр, кәзә малдарының тауышы ишетелә башланы. Сара ла күнәген алып апаһының ала һыйыры аҫтына инеп ултырҙы. Селбер генә бармаҡтары менән йыуан еленде тарта-тарта саҡ һауып бөтөрҙө.
Күңеленән Хәспей әсәһенә һуҡранып алды, шуны үҙе генә эшләһә лә була бит, тип. Һыйырҙы һарайҙан урамға ҡарай сығарғайны, түбән ос Мәхмүт ағай һәш тә һәш тип көтөүгә ҡушып ҡыуып алып китте.
Ауылдағы ололар балаларҙы йәлләп, ҡыҙҙың ата-әсәһен, аҡсаһын яраталар, исмаһам, өҫ-баштарын бөтәйтмәйҙәр, тип әрләп алалар. Кемдер берәү үрҙә ултырған ағайҙарға ошо ризаһыҙлыҡты еткергән дә шикелле, оҙаҡламай «Уазик» менән ҡулдарына папка тотоп тикшереүселәр килеп төштө. Атаһы менән Хәспей алдан һиҙгәндәрме, ап-айыҡтар, балаларҙы ла матур ғына кейендергәндәр, шкафта тәм-том, быға тиклем күрмәгән-белмәгән ризыҡтар. Өй эсе таҙартылған, әйберҙәр бөхтә ята. Теге ҡорһаҡлы ағай-апайҙар балаларға бер нисә һорау бирҙеләр ҙә, килгән машиналарына ултырып, ҡайтып киттеләр. Райондыҡылар артынан юл туҙаны баҫылғас, үгәй әсә ауылдыҡыларҙы әрләй башланы. «Улар беҙҙең йәшәп, аҡса алғанды күрә алмайҙар, нишләп, мин был йәтимдәрҙе ҡараған өсөн закон аҡсаны дөрөҫ бирә», – тип, тағы әллә нимәләр ҡысҡырҙы. Был ҡазаның башы ғына булған икән.
Бер көндө Сара ҡустылары менән һыу инергә киткәйне, аһылдап быларҙың артынан Хәспей әсәләре килеп еткән, «Сара, балаҡайым, атайың «һалып» ҡайтҡан да, аҡса таптыра минән, мин почта был юлы аҡсаны ҡыҙыңа ҡалдырып киткән, тинем, атаң, бисураны алып ҡайт хәҙер үк, тип ҡуймай», – тине. «Һин әйтерһең инде, аҡса миндә ине, тик ҡайҙа һалғанымды иҫләмәйем», – тип, ике йөҙлө төлкөләй ҡыланды. Ҡыҙ нишләһен, эйәрҙе үгәй әсәй артынан. Өйҙөң ишеген асып ингәйне генә, атаһы йәшенеп артта торған икән, шалт итеп келәне эстән элә һалды. Атаһын былай килеш тәүгә күргән ҡыҙ, ҡурҡышынан артҡа сигенде, ҡапыл килеп ишеккә һырылды, бөтә тәне ҡойолоп төштө. Нишләмәксе икән? «Йә, аҡса ҡайҙа молокосос, нишләй, үҙеңсә хужа булмаҡсыһыңмы, бир тием», – тип ҡысҡырып, көрәктәй усы менән Сараның сикәһенә һуҡты. «Атай, миндә бер ниҙә...» – тип әйтергә лә өлгөрмәне, теге ҡорбанына ташланған йыртҡыс шикелле урындыҡ аҫтынан ваҡ-төйәк ҡырҡырға тип тотонған балтаһын һөйрәп сығарҙы. «Йә, бирәһеңме, ҡайҙа йәшерҙең, көсөк?!» – тип иҙәнгә ласҡылдатып төкөрөп, балтаһын уйнатып ҡыҙҙың өҫтөнә килә башланы. Ап-аҡ булып ҡобараһы осҡан Сара келәне ысҡындырып, ишекте этмәксе булғайны, ғазраилға әйләнгән ир әжәл көҫәп ҡыҙҙың баш осонда һелтәнде, кәүҙәһе елберҙәп торған ябыҡ ҡыҙ бала гөрҫ итеп иҙәнгә ауҙы...
Ҡыҙ уянып китеп күҙен асҡанда ап-аҡ кейемдәге табип апайҙары ҡулында ине. Янында ултырған берәүһе: «Йә, һылыу уяндыңмы, оҙаҡ иҫеңә килә алмай аптырандың», – тине йомшаҡ ҡулдары менән башынан һыйпап. Сара атаһын, алдаҡсы, йылан үгәй әсәһен башҡа күрмәне. Уны документтарын теүәлләп балалар йортона тапшырҙылар. Ҡустылары төп йортта ҡалды. Бында тәрбиәселәр ҡыҙҙың туғандарын алып килеп осраштырып торҙолар. Ә үҙенең шул хәлдән һуң тыуған йортона ҡайтҡыһы килмәне, һыуынды. Тик әсәһе иҫтәлеген –- берҙән-бер генә, ҡып-ҡыҙыл алмаларына көсө етмәй ултырған алмағасын һағынды.
Сара ла олоғайыр, уның ҡасандыр сабый ғына йөрәгенә төҙәлә алмаҫлыҡ ҡара төйөн һалған атаһы ла, берәй көн килеп ҡыҙы алдында баш эйер, ғәфү үтенер, уның тәрбиәһенә мохтаж булыр... Тик хыянатҡа ғәфү булырмы?!
Зифа ИШМЫРҘИНА. Иҙәш ауылы.