“Ҡөрьән Кәрим”дәге тәүге аят “Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” тигән һөйләмдән башланған. Бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылымда оло мәғәнә ята, белемдең ҡиммәте, һиммәте сағылдырыла. "Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрәнегеҙ", тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә.
Белемгә бәйле бер хикмәтте иҫкә төшөрөп үтәйек. Атай кеше улын баҫыуға алып сыға. Арыш башаҡтарының берәүҙәре эйелгән, икенселәре күккә туп-тура ҡарап, ғорур үҫеп ултыра икән. “Атай, ниңә улар бер төрлө түгел? – тип аптыраған бала. – Был ни хикмәт? Эйелгәндәре матур түгел, кәрәктәре лә юҡтыр инде...” Атаһының яуабы иһә шулай булған: “Туп-тура үҫкән арышҡа һоҡланма, улым. Башағы бушлыҡтан шулай улар. Ә инде эйгәндәрҙең – эсе тулы ем”.
Хикмәттән аңлашылыуынса, “емле”, йәғни ғилемле кеше үҙен һис ҡасан әллә кемгә ҡуйып, юғарыға ҡарап тәкәбберләнеп йөрөмәй, ә ябай булып ҡала. Аллаһ Тәғәлә иһә тап шундайҙарҙы – белемлеләрҙе, уға яҡын торғандарҙы, аҡыллының һүҙен тыңлағандарҙы, фекер-кәңәшен ҡабул иткәндәрҙе – һөйә.
“Мосолмандың наҙан булыуы ярай торған эш түгел, – тигән Ғүмәр бин Хаттаб. – Белгәндәр – өйрәтергә, белмәгәндәр өйрәнергә тейеш”.