Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгендә “Балаҫ һуғыу” түңәрәге эшләй. Унда 50 бала шөғөлләнә. Уларҙы Әлиә Йәмғүрова башҡорт орнаменты элементтары менән балаҫ һуғырға өйрәтә. Балалар шул тиклем ихлас шөғөлләнә, хатта ҡыйыуҙары үҙҙәренә муйынсаҡ, еңһеҙ кофта, костюмдар, ултырғыс япмалары, сумкалар һәм күңелдәренә хуш килгән әйберҙәр һуға. Шулай уҡ, район, республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.