1 литр һыуыҡ һыуға ярты стакан шәкәр, ярты стакан аш һеркәһе (быяла шешәләген ҡулланырға), 2 аш ҡалағы тоҙ, ярты стакан көнбағыш майы һалып болғап кәбеҫтә өҫтөнә ҡояһың. Маринад артып ҡалһа, һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ, икенсе көнөнә банкаға өҫтәп ҡойорға. Кәбеҫтә берәй көн бүлмә температураһында ултыра, аҙаҡ һыуытҡысҡа алып ҡуяһың. Шунда уҡ ашай башламағыҙ, тәме һеңгәнсә ике-өс көн ултырһын.