Бәләкәй инем әле. Яҙ айында беҙҙең ауылға килен төштө. Ул йылдарҙа ауылда туйҙар һирәк була ине. Егеттәр өйләнмәй, ҡыҙҙар кейәүгә сыҡмай торған, әсәйҙәр бәпес алып ҡайтмай торған заманалар ине ул ваҡытта. Шуғамы, был туй иҫтә ҡалған. Арҡыры урамда йәшәгән Зиннәт бабайҙың өлкән улы Ғиззәт ағай кәләш алды. Беҙҙең ауылдан да түгел, хатта беҙҙең район түгел, ҡайһылыр тау-урман яҡтарынан, алыҫтан икән еңгә тейеш кеше. Күрше Ғәтифә инәй был турала ишеткәс тә: “Бөржән” тип ҡуйҙы. Шулай тип беҙҙә урман яҡ кешеләрен әйтәләр, йәнәһе – бөрйән. Бергә уйнаған әхирәтем менән шунда уҡ һығымта яһап ҡуйҙыҡ, моғайын, йәмһеҙҙер әле. Бөрйән менән Ҡыпсаҡ ырыуының борондан килгән үҙ-ара һыйышмауы шулай ҡан хәтере менән беҙгә лә күскән. Уңды-һулды айырмаһаҡ та, үҙебеҙҙең ҡыпсаҡ ҡыҙҙары булыуыбыҙ әле ике ятып бер төшөбөҙгә инмәгән булһа ла, әхирәтем менән алдан уҡ бөрйәндәргә шулай ҡыйыш ҡарай инек. Әле лә еңгәнең үҙен күрмәҫ элек, “бөржән” тип, беҙҙең өсөн иң йәмһеҙҙәр һәм иң булдыҡһыҙҙар рәтенә индереп тә ҡуйҙыҡ. Һыу юлына барған саҡта күрҙек, ысынлап та, йәмһеҙ икән шул. Беҙҙең Ғиззәт ағай яман матур бит ул. Ул ҡойоп ҡуйғандай буй-һын, ҡара тулҡын сәстәр, һыҙылып киткән ҡаштар, ҡырлас тура танау, ас яңаҡлы оҙонса йөҙ. Ә һуң ул бөгөлөп торған оҙон керпектәрҙе ниңә егет кешегә бирелгәндер. Моғайын да, ҡыҙҙар көнләшһен, тигәндер. Көйәнтә күтәргән еңгә иһә уртаса ғына буйлы, түп-түңәрәк ҡарағусҡыл йөҙлө һәм... Башҡа айырып ҡына әйтер бер нимәһе лә юҡ. Ҡарашын ерҙән күтәрмәй атлағас, ҡыҫығыраҡ күҙ ҡабаҡтарының аҫтында нимә йәшерелгәне күренмәй. Күлдәге лә әллә ни түгел. Әкиәттәге батша ҡыҙы күлдәгенә оҡшамаған. Ҡыҫҡаһы, еңгәне оҡшатманыҡ. Ә бына еңгә бүләге шәп ине. Ап-аҡ ҡына ерлеккә беҙ белмәгән алым менән сәскә сигелгән, ситтәре ептән селтәрләп бәйләнгән, усҡа ғына йәйеп һалып ҡарарлыҡ хуш китмәле матурлыҡ инде. Әсәйем бүләкте күргәс, “Ғиззәт өлөшөнә бер уңған үҫкән” тине. Исеме лә матур еңгәнең – Ләйсән, икән. Тик беҙ әхирәтем менән уны “Бөржән еңгә” тип әйтергә килештек. Әммә үҙебеҙгә һығымта яһап ҡуйҙыҡ, уңған еңгәләр бүләкте үҙҙәре сигеп әҙерләй икән, магазиндан һатып алғанын таратмай.
Йәй етеүгә Ғиззәт ағайҙар беҙҙең урамға өләсәһе Маһира әбейҙән ҡалған өйгә күсеп килде. Шулай итеп, Ләйсән еңгә менән күрше булып киттек. Әсәйем менән яңы күршеләребеҙгә хәл белергә тип ингәйнек, хайран ҡалдыҡ. Ошоғаса йорт янына килеп-китеп йөрөгәндәре күренмәне, ҡай арала өлгөргәндер, еңгә ергә һеңеп бөткән өйҙө эсле-тышлы һылап, аҡлап ултыртҡан, иҙәндәре ҡырып йыуылған, әбейҙәрсә ҡыйшайып бөткән бәләкәй тәҙрә лә хатта яҙылып тигеҙләнеп киткәндәй. Быға тиклем кеше йәшәмәгән киң ишек алды ғына сабылмаған. Уныһына өлгөрмәгәндәрҙер.
Көн дә кис “бөржән” еңгә көтөү ҡаршыларға сыҡҡан була. Туйға төшкән ике һарыҡ та ике бәрәс инде мал тигәндәре. Туғандарында тәрбиәләнеп үҫкән бер етем бала булған икән еңгә. Шуға артынан эйәреп килгән малы юҡ. Ғиззәт ағай ҙа ярты етем. Зиннәт бабайҙың әбейе Мәүсилә инәй уға үгәй әсә була.
- Күркүл Мәүсилә, ике һыйыр аҫрап, бер быҙауын йәлләгән. Үгәй үгәй инде, - тип һөйләнде бер көн беҙгә ингән күрше Ғәтифә инәй.
- Юҡ, ошоларҙы ҡыш сығарһағыҙ, тананы быҙаулатып итеп бирәм тип әйткән, тигән була ул был килен, - ти әсәйем.
- Бирер, бирмәй, ни. Ул тана быҙаулағансы булғансы, килене үҙе... Килгәненә ай ҙа түгел, ҡорһағы бар түгелме, әстәғәфирулла! Быныһы ни, әйтер инде, ауыҙы тулы ҡан булһа ла төкөрмәй торғанға оҡшаған, бигерәк тешеккән.
Ә “бөржән” еңгә ике ҡулын ике ҡанат һымаҡ итеп йәйеп көн дә кис һарыҡ ҡаршылай. Тегендә, Бөржәндә мал көтөүгә үҙе китеп, үҙе ҡайтып йөрөй, ти бит, шуға мал ҡаршылай белмәйҙер инде. Ике һарыҡты индерәм тип бөтөн көтөүҙе туҙҙырып бөтә. Ахырҙа, үҙем ярҙам итә башланым. Көтөү ҡаршыларға сыҡҡанда икмәк ҡайырын күберәк тотоп сығам да, еңгәгә лә тотторам. Бер-ике рәт икмәк ҡаптырып өйрәткәйнем, һарыҡтар үҙҙәре лә ылыға башланы. Еңгә менән минең дә аралар яҡынайҙы. Тора-бара йүгереп кенә көндөҙ ҙә инеп сыға башланым, әсәйем йә һөт биреп ебәрә, йә йомортҡа.
Был ергә һеңеп бөткән иҫке йортҡа мин элек тә инә торғайным. Маһира әбей иҫән саҡта әсәйемә эйәреп хәл белергә йөрөгәнем иҫтә. Ул саҡта өй нисектер әбейҙең үҙенән яман бөкөрәйгән, ҡартайған кеүек ине. Ә был “бөржән” уға нисектер йөн өргән кеүек. Тәү ҡарамаҡҡа барыһы ла элеккесә кеүек. Өйҙөң яртыһын алып торған урындыҡтың буйынан буйына ҡорамалы һуҙма менән балаҫ түшәлгән. Ишектең уң яғынан мөйөштә мейес ултыра. Һул яҡлап бәләкәй генә өҫтәл дә, кейем элгесе. Ике ҡаты ла йыуылған, яңаҡтары аҡ буяуға буялған тар ғына тәҙрә төбөндә уттай янып яран гөл сәскә атып ултыра. Бысаҡ менән ҡырып йыуылған иҙәндә ҡояш нурҙары уйнай. Өй нисектер бөкөрө һынын турайтып тороп баҫҡан кеүек тойолоп китте миңә.
- Эй, бикәс, рәхмәт! Ғиззәт ҡыуаныр инде, мин үҙем һөтһөҙ эсәм ул. Ғиззәт һөтләп ярата шул. Рәхмәт, рәхмәт! – тип ҡабатлай-ҡабатлай еңгәм һөттө соландың ер иҙәненә һалҡынға сығарып ултырта.
- Еңгәү, сәсемде үр әле тағы! – тип солан эргәһендәге эскәмйәгә ултырам. Мин хәҙер әсәйемдән бөтөнләй үрҙертмәйем, шикелле ул, гел еңгәмә инәм.
- Еңгәү, ә һин Ғиззәт ағайҙы ҡайҙан белдең? – минең был балаларса бер ҡатлы һорауыма еңгәм ихлас көлөп ебәрә.
- Нисек таныштығыҙ тимәксеһеңме? Мин мәктәптән һуң инәйемдең кәңәше менән педучилещеға уҡырға ингәйнем. Бер көндө беҙҙең дөйөм ятаҡҡа бер төркөм егеттәр килде. Вахталағы Маша әбей әрләй, егеттәрҙе ҡыуып сығармаҡ була, ҡыҙҙарҙы сығармай. Ташҡынға ҡаршы тороп буламы инде, беҙ, ҡыҙҙар, шырҡ-шырҡ көлә-көлә сығып ҡастыҡ. Шунда таныштыҡ та инде. Ғиззәт ныҡ матур бит. Мин уны шунда уҡ яраттым, ул миңә нисек иғтибар иткәндер, белмәйем. Әммә иртәгәһен килде лә баяғы Маша әбей аша мине саҡыртты. Их, белһәң! Бәхеттең етенсе ҡатында инем! Шундай егет миңә ҡараны! – хистәренә быуылып туҡтап ҡала, шунан сыңғырҙатып көлә лә дауам итә: - Бер нисә тапҡыр дөйөм ятаҡҡа килеп йөрөнө лә, үҙенә саҡырҙы. Барҙым. Ярамай, йөрөмә тиһә лә әхирәттәрем, барҙым. Бигерәк матур бит Ғиззәт, ҡаршы тороп буламы... Ә шунан... Ә шунан бына һеҙҙең ауылға килен булып килдем.
Матур итеп сәстәремде сикәләп үреп бөтә лә, түбәмә күтәреп таҫма менән нығытып бәйләп, күбәләк һымаҡ итеп суҡлап ҡуя.
- Ғиззәт ағайың эшкә урынлашты бит әле, бикәс. Лесхозда ат ҡараусы булып тора. Эй, көләм инде, мәйтәм эшкә барған саҡта матайыңды ҡалдырып тор, исмаһам. Аттар яҡын ебәрмәҫ, кәзә еҫе сыға, тип. Юҡ, тигән була. Мин бит ваҡытлыса ғына ат ҡараусы булам. Бына тиҙҙән, лесничий булам, ти. Урман алам да өй һалырбыҙ, ти. Бикәс, тиҙҙән өйөбөҙ була беҙҙең.
Ысын, Ғиззәт ағай шул “кәзә” мотоциклынан төшмәй шул ул. Нисә ҡараһаң да шуныһына атланып тыз-быз килеп урамдан үтеп китә. Алыҫ ергә лә, яҡын ергә лә шул матайына атланып йөрөй ҙә ята. Хатта Эйек буйына һыу инергә лә шуның менән килә. Артына еңгәмде ултыртып ала ла, килеп туҡтай. Еңгәмде беҙҙең тирәлә ҡалдырып, үҙе тәрән ергә, малайҙар һыу ингән тәңгәлгә китә. Беҙ, бала-саға, был ваҡытҡа инде бер ҡат өшөгәнсе һыу инеп, ҡырсын ярға ҡыҙынырға сығып ятҡан булабыҙ. Бөтөн ауылға берәү генә булған йәш еңгә башҡалар менән һыу инергә төшмәй. Һай ялтыр калушын сисә лә яр башына ултырып ялан аяҡтарын ғына Эйеккә һалындыра. Әллә яр һөҙәк булған ул саҡтарҙа, әллә Эйек мул һыулы булған, әллә йылға һыуы үҙе күтәрелеп еңгәмдең аяҡтарын иркәләгән. Һәр хәлдә, аяҡтарын тубыҡтан һыуға тығып яр башында ултырған йәш ҡатын күренеше хәтергә һеңеп ҡалған. Еңгәмдең сәскәле күлдәгенең итәктәре лә сыланмай нисектер, өр-яңы ғына ап-аҡ яулығы ла башына килешле генә итеп ябылған. Үҙе лә йылмайып ҡына башҡаларҙың суп та суп сумып һыу ингәнен күҙәтеп тик ултыра. Ғиззәт ағай һыу инеп килгәс, тороп итәктәрен ҡағып, калушын кейә лә, мотоцикл артына менеп аяҡтарын бер яҡтан ғына төшөрөп ултырып ҡайтып китә.
- Йөҙә белмәйҙер ул, бөржән, - ти әхирәтем ҡырсынташта ятып еңгәмде күҙәтә торғас. Шунан үҙе өҫтәп ҡуя: - Мин дә, еңгә булһам, һыу инмәйем.
Өндәшмәйем. Еңгәмдең ауылы ниндәйҙер мул һыулы күл буйында икәнен беләм, теленән төшөрмәй һөйләй шуны. Йөҙә лә белә. Тик ул әле башҡалар менән бергә һыу инергә ҡыйынһына. Һөтһөҙ сәй эсеүе сәбәпсе быға. Тағы еңгәм, кеше күрмәй тип уйлаған сағында, ипләп кенә йомролана башлаған ҡорһағын һыйпап ҡуя. Шуға һыуға төшкөһө килмәй, серен башҡаларға белдергеһе килмәй. Әммә иң яҡын әхирәтемә лә быларҙы әйтмәйем, сөнки ул минең серем түгел, еңгәмдеке. Шулай ҙа, әхирәтем ыңғайына үҙем дә яр буйында ултырып аяҡтарын тубыҡтан һыуға сумырып йылмайып ултырған аҡ яулыҡлы, сәскәле күлдәкле йәш еңгә һүрәтен күңел дәфтәренә һаҡларға һалып ҡуям.
Мин инде хәҙер еңгәмдән айырылмайым. Ул минең генә еңгәм кеүек. Ҡарағусҡыл түңәрәк йөҙө балҡып ҡына тора, ап-аҡ тигеҙ тештәрен күрһәтеп ирендәре гел йылмая, көлөп кенә торған ҡыҫығыраҡ күҙҙәренең ҡыҫҡа керпек остарына ҡояш үҙе ҡунған кеүек. Матурҙың да матуры. Һөйкөмлө генә һөйәк, ти әсәйем. Ул да еңгәмде яратты, яңы күршеһен үҙ итте. Әммә еңгәмдең серҙәше мин генәлер кеүек. Һәр хәлдә, минән башҡа берәүгә лә яҡын итеп матур ғына “бикәс” тигән һүҙ менән өндәшкәнен ишетмәнем.
Бер көндө еңгәм менән Ҡыҙҙар тауына еләккә мендек. Был тау беҙҙең ауылда иң бейеге. Уның иң түбәһенә йәштәр йыл да флаг ҡаҙап ҡуя. Элек гел генә Ғиззәт ағай күтәрә ине, хәҙер ул өйләнгәс, йәштәрҙән кем эләктереп алғандыр был бурысты, мин әлегә белмәйем. Ә һөҙәгерәк битләүенә эре таштарҙан ауыл исемен яҙып ҡуйғандар. Быныһы өлкәндәр эше. Йыл да иҫкесә беренсе майҙа ауыл инәйҙәре ошонда май байрамына сыға һәм таштарҙы аҡлап ҡуя. Йырлайҙар, күңелле таҡмаҡ әйтешәләр, әллә ниндәй ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләшеп, көлөшөп-шаярып, сәй эсеп ҡайталар. Бәләкәйерәк саҡта мин дә әсәйемә эйәреп май байрамына барғаным булды. Һәр яҙ һайын тауға күтәрелергә кәрәк, ҡыш буйы ойоп ултырған тән яҙыла, ти күрше Ғәтифә инәй. Әлләсе, беҙ ҡыш буйы ошо тау итәгенән ҡайтып инмәйбеҙ ул, көн тау шыуабыҙ, тип еңгәмдең бер алдына, бер артына сығып хәбәремде теҙәм. Шунан һорап ҡуям:
- Еңгәү, ә һеҙҙә, тегендә, Бөржәндә, Ҡыҙҙар тауы бармы?
Минең хәбәрҙәремде шым ғына йылмайып тыңлап килгән еңгәм ҡапыл шып туҡтай ҙа миңә әйләнеп ҡарай:
- Ҡайҙа? Бөржәндә? – Миңә әҙерәк аптырап ҡарап тора ла, шунан башын артҡа ташлап тороп рәхәтләнеп көлә башлай. Күҙҙәренән йәш сыҡҡансы туҡтай алмаған еңгәмдең көлкөһөн мин бик алмайым аңламауын, шулай ҙа ҡушылған булам.
Тауҙа быйыл еләк ишелеп уңған. Турғай башындай тип сағыштырыуҙарын саҡ аңланым, ысынлап та, арттырмайҙар икән бер ҙә. Эре-эре еләктәрҙе ауыҙыма, бәләкәйерәктәрен күнәгемә оҙата торғас, туйҙым да, арыным да. Ҡайынлыҡтың күләгәле еренә барып ултырҙым да үҙемдең яратҡан хыялыма әйләнеп ҡайттым. Мин дә еңгә булғас, һыу юлына барған биҙәкле күнәгемде еләккә генә йөрөтәсәкмен. Ана ҡалай матур еңгәм, аҡ яулығы аҡ сәскәле күлдәгенә төҫ кенә, ә биҙәкле күнәгенә еләктәр туп та туп килеп үҙҙәре барып төшә кеүек.
- Бикәс, яулыҡты ошолай дүртмөйөшләп яҙып ябынһаң, бер ҙә эҫе түгел икән. Хатта еләҫ кенә, әбейҙәр белмәй ябынмайҙыр инде, - тип көлә-көлә еңгәм аҡ яулығын сисеп яҙып бәйләп ала. Мин дә яҙып ябыныр инем дә ул, косынка ғына бәйләгәнмен шул. Әммә күңелемә һалып ҡуям, еңгә булһам, мотлаҡ аҡ яулыҡ ябынып йөрөйөм. Еңгәмдең сырт-сырт итеп еләк сүпләгән талғын ғына көйөнә иҙерәп тә киткәнмен шикелле, юҡһа, ямғыр килгәнен әллә ҡайҙан күрер инем. Ә ул, ҡулъяулыҡтай ғына бер болот, тау артынан ҡапыл ғына килеп сыҡты ла шарт та шорт йәшен ҡамсыһын уйнатып ҡойоп яуып алды ла китте. Ниңәлер беҙ бәләкәй саҡта йәйге ямғыр гел шулай яуа торғайны. Еңгәм менән тиҙ генә ҡайынлыҡ араһына инеп йәшендек. Ҡурҡыта, әммә йәшен салтлаған һайын тертләп, дер-дер ҡалтырап торған еңгәм эргәһендә үҙемде батыр тоторға тырышам:
- Ҡәрсәйем өйрәтә торғайны, йәшен йәшнәгән һайын Бисмиллаһи-рахман-ир-рахим тип әйтергән кәрәк, ти. Әйҙә, еңгә, бисмилла әйтәйек. Тиҙ генә үтеп китер. Тик әле генә көлә-шаяра еләк йыйып йөрөгән еңгәм мине ишетмәй ҙә шикелле. Күҙҙәре шар асыҡ, йөҙө ап-аҡ. Кеше йәшендән шул хәҙәрем дә ҡурҡыр икән. Доға урынына бер туҡтауһыҙ бөтөнләй икенсе һүҙҙәрҙе ҡабатлай ҙа ҡабатлай:
- Ғиззәт килеп алыр ул хәҙер матайы менән, минең йәшендән ҡурҡҡанды белә бит ул, килә ул хәҙер Ғиззәт, хәҙер килеп етер...
Ямғыр нисек ҡапыл ғына ҡоя башлаһа, шулай тиҙ генә туҡтаны. Һыуланып, өшөп кәртә артынан ғына кисләтеп өйгә ҡайтып индек. Мин еңгәмдең күнәген күтәрешеп шунда уҡ уларға үттем. Кәртә ҡапҡаһы шар асыҡ, ишек алдында теге ике һарыҡ бәрәсе менән сабылмаған үләнде семтеп йөрөй. Шул саҡ тәпәш өйҙөң бәләкәй генә солан ишегенән эйелеп Ғиззәт ағай килеп сыҡты. Тәндәрен шығырлатып кирелеп-һуҙылды ла, беҙ күтәреп килә ятҡан күнәктән ынтылып бер ус еләк алды. Шунан һуҙып атлап һөйләнә-һөйләнә кәртә яғына китте:
- Был һарыҡтың береһен салырға ла ҡуйырға инде әллә. Асыҡтырҙы әле. Көн дә вермишель дә картуф, ит ашағы килә.
- Хәҙер Ғиззәт, саҡ ҡына көтөп тор, еләктән тиҙ гена табала ғына ҡыҙҙырып бәлеш бешерәм, йәме. Ныҡ асыҡҡайныңмы? – тип еңгәм күнәген күтәреп йәһәтләп өйгә инеп киттте.
Ысын әйтәм, шунда мин беренсе тапҡыр ныҡ итеп матур Ғиззәт ағайға асыуым килде. Арып, асығып ҡайтып ингән еңгәмдең ҡулынан күнәкте алмағанға ла түгел, ә ике бөртөк малдың береһен тотонам тигәненә. Дүрт баш малды нисек ҡышлатайым да, нисек итеп үгәй ҡәйнә вәғәҙә иткән тананы алайым, тип көн дә ауыр балсыҡ ташып кәртә һылаған еңгәмде йәлләнем.
Ул һарыҡтарҙы Ғиззәт ағай барыбер ҡышлатманы. Яңы йылдан һуң үҙенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған, ҡалаҡҡа ғына һалып йоторҙай матур ҡыҙы тыуыуға ике оло һарыҡты ла тотоноп өлгөргәйне инде. Күгүләнгә аяҡ баҫыуға теге ике бәрәс тә, өлгөрөп етмәҫ элек үк, ҡаҙан ҡалаһына китте.
Ә ауылдағы урман хужалығы етәксеһе һүҙендә торҙо – Ғиззәт ағайға өйлөк ағас бирҙе. Ҡыш буйына Зиннәт бабай шул урманды ташып, өйөп ҡуйҙы, бураһын күтәрергә генә ҡалды.
Йәй уртаһында күршеләребеҙ өмәгә әйтте. Ул йылдарҙа ауылда яңы йорт һалып сығыу тигән нәмә бөтөнләй онотолоғайны, хатта кешеләр өсөн әллә ниндәй танһыҡ бер күренешкә әйләнгәйне. Ғиззәт ағайҙың саҡырыуын шуға берәү ҙә кире ҡаҡманы, хатта саҡырылмағаны ла, урамдан үтеп барған булып, төҙөлөш майҙанына һуғылып китте. Кемдер кәңәш бирер өсөн туҡтаны, кемдер ярҙам итте, ә кемдер ишек алдындағы табында мул ғына ултырған ялтырбаштарҙы тәмләр өсөн генә боролоп инде. Өмәселәргә ашарға әҙерләп булышҡан еңгәм атлап түгел, осоп йөрөй инде. Яңы ғына өлгөргән картуфты иҙеп майлы табала ҡыҙҙырып бәлеш бешерә, ә үҙе буласаҡ өйөнән күҙен алмай:
- Беҙҙең өйөбөҙ була бит, бикәс, күрәһеңме? Был бәләкәс өйҙө лә яраттым, әммә быныһы бит өр-яңы! Үҙемдеке! Үҙебеҙҙеке! Минең үҙ ғүмеремдәге беренсе өйөм буласаҡ. Беҙҙең өйөбөҙ! Ана теге яҡҡа беҙ тәҙрә ҡуясаҡбыҙ. Был яғына ла. Мейес эргәһендә лә тәҙрә булыр. Һәй, өс яғында ла тәҙрә булһын, ивет? Өй яҡты булыр. Бөгөн үк кискә ярангөлдәрҙе күбәйтеп күсереп ултыртып ҡуяйым әле. Тәҙрә төбөм һайын гөл булыр...
Йорт күтәреү эшен һағынған ир-ат бер-береһен ҡеүәтләп, һай-һайтлап геүләшеп бәләкәй генә бураны “һә” тигәнсе күтәреп тә ҡуйҙы. Кискә күршеләрҙең йорт алды ҙур һабантуй һымаҡ геүләп тора ине инде. Ул йылдарҙа кешеләр эшләгән эш хаҡын ялтырбаштар менән иҫәпләшергә өйрәнә башлаған саҡ ине. Шуға, алданып ҡуймайым, түккән көсөмдөң хаҡын етерлек ҡайтарып алайым тигәндәй, тулы рүмкәләрҙе тиҙ һәм йыш бушатырға ла күнегә башлағайнылар.
Иҫерешеп бөткән өмәселәр кисләтеп кенә таралғанда, мин бәләкәс Зәлиәне сәңгелдәктә йоҡлатып, еңгәмә һауыт-һаба йыуышырға тип кире тышҡа сыҡтым. Шул көндө мин Ғиззәт ағайҙың беренсе тапҡыр ныҡ итеп иҫергәнен күрҙем. Элек тә ҡыҙмаса сағын күргәнем бар ине, әммә ул көндө ағай бигерәк ҡурҡыныс ине. Ике йоҙроғо ла йомарланған, көмөрәйеп башын эйгән дә нимәлер һөйләнә-һөйләнә өҫтәлгә табан килә башланы. Еңгәм ҡапыл ашыға-ашыға һауыттарҙы табаҡҡа теҙә башланы.
- Бикәс, һуң инде бар ҡайт, йәме. Әсәйең асыуланыр.
-Эй, бөржән! Нимә бөгөн бөтәһенә лә ыржайып йөрөйөң. Мин күрмәй тиһеңме әллә...
- Бикәс, ҡайт инде, - тип еңгәм миңә тағы берҙе ялыныслы ҡараш ташланы ла, йыуып та бөтмәгән һауыт-һабаһын күтәреп өйгә инеп китте. Болғана-болғана Ғиззәт ағай уның артынан эйәрҙе.
Бәләкәй инем шул әле. Ҡулдарымды ятып ҡалған таҫтамалға һөрттөм дә, яйлап өйгә ҡайтып киттем. Ә унда беҙҙекеләр сәй артына ултырған ине. Атайым нисектер ял алғайны, шуға әсәйем, ағайҙарым менән бергә үңәстәре өҙөлә яҙып бесән сабып саҡ ҡайтып торған саҡтары ине. Күмәк ғаиләлә кистәрен табынға йыйылғанда ваҡыт туҡтай бит ул. Мин дә онотолдом.
- Күршеләр ни хәлдә? Өмәгә инеп булманы инде, совхоз ял биргәндә бесәнде саба һалыр кәрәк, - тип атайым һорағас ҡына, иҫемә төштө.
- Бурап бөттөләр ҙә ул. Ғиззәт ағай ғына нишәптер еңгәмә асыуланды, - тип әйтеүем булды сәй яһарға ынтылған ғына әсәйемдең ҡулынан һөт ҡалағы төшөп китте.
- Атаҡ! Нишәп байуҡ әйтмәй ултыраһың! Әйҙә, тиҙ бул! Бара һалайыҡ! Йә, нимә һаман яйлайһың! – тип атайымды йәһәтләп эйәртеп сығып та йүгерҙе.
Икенсе юлы еңгәмдең аҡ яулығын күҙенә тиклем төшөрөп бәйләп йөрөгәнен күрҙем. Өсөнсөгә, иҫерек ағайҙың еңгәмде өйгә елтерәтеп алып инеп киткәнен күреп, әсәйемә үҙем йүгерҙем. Унан тағы, тағы, тағы... Ә бер көндө йәш ярымлыҡ Зәлиәнең ойоҡсан тышта илап торғанын күреп Ғәтифә инәй барып ингән...
Болницала ҡыбырлай ҙа алмай ятҡан еңгәмде күреү ҡурҡыныс ине. Тын алған һайын ыңғыраша, йөҙө ап-аҡ үҙенең, бинт менән уралған башы урыны-урыны менән алһыуланып тора. Әле кисә генә бәләкәй йомроҡайлы ҡорһағы ҡапыл ғына төпкә батып киткән, ҡан тамырҙары бүлтәйешеп торған ҡулдары менән шул бушлыҡты ҡосаҡлаған. Әсәйем район үҙәгенә барып ҡайтам, тигәс, һағыҙ кеүек йәбештем. Бындай күренеш шаһиты булырымды белһәм... Барыбер килер инем, еңгәме күрмәй, хәлен белмәй түҙмәҫ инем.
- Зәлиәне Ғиззәт килеп алыр, тигән була һаман, - әсәйем шыбырлап ҡына шул һүҙҙәрҙе әйткән еңгәмә ысынлап тороп асыуланды, хатта әрләп ташланы. – Аҡыллым, Ләйсән килен, етәр. Үҙеңде, тыуырға тейеш булған балаңды ла йәлләмәгәнһең икән, исмаһам, Зәлиәңде уйла! Әсәй бит һин! Нимә күреп үҫә, тип әйтеп тә тормайым. Әгәр үткәнендә Ғәтифә еңгә күреп өлгөрмәһә? Барып инмәһә? Нимә булыр ине? Уйлайһыңмы әҙерәк?
Еңгәмдең ап-аҡ бите буйлап йәштәр йүгергәнен күреп әсәйем әҙерәк тауышын баҫты. Аяҡ осондағы юрғанын рәтләгән булды. Шунан шымыраҡ, ипләберәк тауыш менән дауам итте:
- Йә. Шунда ҡышҡы һыуыҡ булһа. Үҙең туҡмалып иҙелеп иҫһеҙ ятаһың, балаң әллә ҡайҙа сығып китһә. Ғүмерлек үкенес булыр ине. Һинең генә түгел, килен, минең дә, Ғәтифә еңгәнең дә, бынау һине йәлләп буҙлап ултырған баланың да, бөтөн ауылдың да. Тик Ғиззәттең түгел. Шул бер кәнтәйе тип ҡапланған, шунан башҡа берәү ҙә күҙенә күренмәй. Күреп йөрөйөм, килен, шул бисураһы иренән айырылып ҡайтҡаны бирле Ғиззәт һиңә ҡаныҡты бит. Беләһеңдер инде хәҙер, йәштән бергә йөрөнөләр. Йөрөнөләр, килен, ныҡ йөрөнөләр. Бөтөн ауыл күреп-белеп торҙо. Ә был бисура, Ғиззәт ярлы, уға бармайым тип байҙы эҙләп кейәүгә сыҡты ла китте. Хәҙер ҡайтты ана, бөтөн ауылды аҙҙырып самагон һатып ята. Бура күтәртергә тигән самагонды ла шунан алдығыҙ бит.
Әсәйемдең үткер балта менән ит сапҡан һымаҡ ҡырҡа-ҡырҡа әйтелгән был һүҙҙәренән хәҙер еңгәм генә түгел, мин дә һыңҡылдап илай инем. Әйтерһең, еңгәмдең ап-аҡ яулығы ергә төшөп бысранмаған, ә минеке саңға, ҡанға батып ята кеүек. Әйтерһең тын да ала алмай һыҙланып ятҡан берәү еңгәм түгел, ә мин ыңғырашам кеүек.
Эскә батып киткән эсен ҡосаҡлап ятҡан еңгәмдең ҡулдарын һаҡ ҡына тотоп һыйпай башланы әсәйем.
- Ҡаты әйттем инде, килен, асыуланма. Име-томо шул булһын. Зәлиә өсөн әлегә борсолма, ул беҙҙә, Ғәтифә еңгә ҡарап ҡалды. Зиннәт ағай килеп күреп киткән булды, уңайһыҙланып ҡына. Эй, бер быҙау инде уныһы ла, асыуым да килмәһә. Әбейенән үтеп шул баланы алып ҡайтам, тип тә әйтә алмай. Йөҙөнә ҡара яҡты инде, теге ҡанһыҙы ла. Ә һин, килен, бошонма. Барыр ерем, яҡлар кешем юҡ, тип кире ҡайтып йөрөйһө булма ауылға. Сығыуыңа Зәлиәне алып килербеҙ. Бына ошо кеше һине килеп алыр. Ҡурҡма. Ятһынма. Мин уны белмәйем, әммә яҡшы кеше тинеләр. Яңғыҙ ҡалған, уға ла ярҙам кәрәк. Килен, бер үк һүҙемде йыҡма, һауыҡҡансы ошо турала уйлай тор.
Еңгәмдең ҡулдарын шаҡарып тиерлек асып ҡулына бер ҡағыҙ менән бер фото тотторҙо. Осмотон ғына күреп ҡалдым, ниндәйҙер бер ир кешенең һүрәте ине ул...
Еңгәм ҡайтманы. Күрше өй элеккегә ҡарағанда ла нығыраҡ ергә һеңеп төшкәндәй булды. Уны бер көндө Ғиззәт саҡ үртәп ебәрмәне. Лаяҡыл эскән ирҙең ҡурҡыныс итеп “бөржән” тип аҡырып, еңгәмдең барлы-юҡлы монаятын ишек алдына сығарып яҡҡан сағында ярай ҙа өлкәндәр өйҙә ине. Был янғынға күп тә үтмәне, ауылға ирҙән айырылып ҡайтҡан бер бисәгә барып инде Ғиззәт. Күптән шуның менән йөрөгән, имеш. Йәнәһе, электән бер-береһен ныҡ яратҡан булғандар, ә теге “бөржән” араларында торған. Самагонын килеп алған һәр бер кешегә шулай тип һөйләп сығарған Ғиззәттең яңы ҡатыны. Беҙҙең күрше йорт тағы етемһерәп ҡалды. Нигеҙ лә, ҡыйығы ла булмаған тәҙрәһеҙ-ниһеҙ бура еңгәмдең һуҡыр өмөттәре кеүек ҡарайып ултырып ҡалды. Еңгәм картуф бәлеше бешереп өмә менән күтәрткән бураны ялғау Ғиззәт хатта күсереп алып өй итергә лә эшкинмәне.
...Оҙаҡ йылдар үткәс, уҡып сығып эшләп йөрөгән сағымда мин “бөржән” еңгәмде күрәсәкмен. Ағас эшенә маһир бер оҫта ҡуллы коляскалы инвалидты төшөрөргә республиканың бөтөнләй икенсе тарафындағы бер районға юл төшөр. Беҙҙең ижади төркөмдө оҙата барыусы урындағы хакимиәт вәкиле ауылдың бынамын тигән бер өйө алдында туҡтарға ҡушыр. Бейек йорттоң һырлап биҙәлгән тәҙрә ҡапҡастары, тәҙрәләрҙә балҡып ултырған ҡып-ҡыҙыл ярангөлдәре шунда уҡ күңелемә ятыр. Шул саҡ семәрләп биҙәлгән ҡапҡаны асып хужабикә килеп сығыр һәм мин уға ҡарап һүҙһеҙ ҡалырмын. Шунан хеҙмәттәштәремде аптыратып ҡысҡырып ебәрермен:
- Еңгәү! Бөржән еңгәү!
- Бикәс!
Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәҫ, таңға тиклем серләшербеҙ. Ғиззәттең уның әйберҙәрен үртәүен һөйләрмен. Еңгәм бер мәлгә генә тын ҡалыр ҙа, беләм, тиер. Шунан теҙеп һөйләп ҡуйыр:
- Теге ваҡыт больницанан Рәжәп килеп алды. Һыу һөлөгөләй һылыу Ғиззәтттән һуң тыумыштан ғәрип кешегә өйрәнеп китеүе ныҡ ауыр булды. Хатта элекке матур иремдән туҡмалған саҡта ла ул тиклем ауыр түгел ине. Рәжәп өндәшмәне, бер һүҙ әйтмәне, Зәлиәне ҡаҡманы, үҙ итте. Хатта балам уға эҫенде, мин – юҡ. Ә Рәжәп сабыр ғына эргәмдә коляскаһын шығырлатып йөрөп тик ятты. Бер көндө яҡшы кешеләр еткерҙе, ауылда Ғиззәт минең унан-бына ямау эҙләп йөрөп теккән ҡорамаларымды, Зәлиәмдең бәпес йүргәктәрен сығарып яҡҡан да теге ҡатынға сығып киткән икән. Ә мин көткәйнем бит. Эҙләп килер, тигәйнем. Ишеткәс, ныҡ иланым, хатта туҡмалғанда ла улай иламай инем. Ышанаһыңмы-юҡмы, бикәс, бер ярты һатып алып үҙ ғүмеремдә беренсе һәм һуңғы тапҡыр ултырып илай-илай араҡы эстем дә... Сығып ҡоҫтом. Сығарҙым бәрҙем мин Ғиззәтте күңелемдән дә, йөрәгемдән дә. Хәҙер минең өсөн Рәжәптән дә матур кеше юҡ, беләһеңме. Күңеле ғәрип Ғиззәт түгел, ғәҙәте күркәм Рәжәп ҡәҙерле минең өсөн.
Бөржән еңгәм менән был осрашыуға ла инде байтаҡ булды. Хәҙер үҙем еңгә булдым. Әсәйем бүләк итеп биргән аҡ яулыҡты хыял иткәнсә ябынам. Һыу юлына барған биҙәкле күнәктәрем мин төшкән йорттоң ишек алдын йәмләп ҡоймаға түңкәрелеп эленгән. Килен итеп ҡабул иткән йылғамда кинәнеп йөҙәм, тубыҡҡа тиклем һыу кисеп кенә йөрөмәйем. Ә шулай ҙа ҡайһы берҙә, кистәрен балаларҙы йоҡлатып, ирем менән икәүҙән-икәү ҡалып сәй эскән саҡта, гел бер күренеш күҙ алдыма баҫа. Оператор менән режиссер минең “бөржән” еңгәм менән Рәжәп ағайҙы сәй табынына ултырта. Күнегелгән һүрәт, ғаиләләрҙе телевидениеға төшөргән саҡта ялҡау ғына был алымды файҙаланмай. Тик мин башҡаса бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла иренә шул тиклем яратып һәм наҙлап ҡарап сәй яһаған ҡатынды күргәнем булманы.