Һәр йорттоң үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ энергетикаһы була, ә торлаҡтағы ыңғай йәки кире мөхитте кеше үҙе тыуҙыра. Ул «яҡшы» йәки «насар» зонаны билдәләүе ауыр түгел. Ыңғай энергетика булған бүлмәлә түгелгән һыу яй кибә, өҙөлгән сәскә оҙаҡ һулымай ултыра, шәм ялҡыны һәр ваҡыт тигеҙ һәм юғары яна.
Йортоңа негатив энергетика алып ҡайтыу кәңәш ителмәй. Бының өсөн бер ваҡытта ла насар кәйефтә ҡайтма. Алама уйҙарыңды урамда ҡалдыр, сөнки өйҙәге бөтөн әйберҙәр ҙә уларҙы тиҙ генә үҙенә һеңдереп алыусан. Көҙгөнө аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла һалҡын һыу менән йыуып торорға кәрәк. Көҙгөнән һуң мендәрҙәр ҙә үҙенә «яманлыҡты» йыйыусы булып тора. Яҫтыҡҡа ҡапланып иламағыҙ! Күҙ йәштәрегеҙҙе ҡулъяулыҡҡа һөртөп, уны аҙаҡтан йыуып, үтекләп ҡуйыу яҡшыраҡ булыр. Ағас негатив энергетиканы тотоп ҡына ҡалмай, шулай уҡ әйбергә ыңғайын һеңдерә.
Өйҙәге энергетиканы үҙгәртергә була. Мәҫәлән, геопатоген зоналарҙың зарарлы тәьҫирен гәрәбә яҡшы нейтралләштерә. Өйөңдәге яманлыҡты теләһә ниндәй яҡшы металл, ҡумталағы алтын балдаҡ булһынмы, йә өҫтәлдәге көмөш һауыт, үҙенә ала. Бүлмә гөлдәре лә өйҙәге мөхиткә тәьҫир итә. Гөлдәрҙән тыш, өйҙәге энергетиканы һыу яҡшы сафландыра. Төнгөлөккә стакан менән һыу ултырт та, иртәнсәк тышҡа сығарып түк.