Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
4 Ноябрь 2020, 15:00

Байрам табынына. Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!

Тултырылған эшләпәләр500 грамм эре аҡ көләпә (шампиньон) бәшмәге, 2-3 картуф, 1 баш һуған, 150-170 миллилитр һөт, 50 грамм сыр, 2 ҡалаҡ аҡ май, үҫемлек майы, тәменсә тоҙ, борос, шәфәри үләне кәрәк.

500 грамм эре аҡ көләпә (шампиньон) бәшмәге, 2-3 картуф, 1 баш һуған, 150-170 миллилитр һөт, 50 грамм сыр, 2 ҡалаҡ аҡ май, үҫемлек майы, тәменсә тоҙ, борос, шәфәри үләне кәрәк.
Бәшмәктәрҙе йыуып таҙартабыҙ ҙа эшләпәләрен ипләп кенә айырып алабыҙ. “Аяҡ”тарын ваҡлап турайбыҙ, үҫемлек майында ваҡ ҡына туралған һуған менән ҡыҙҙырып алабыҙ. Картуфты бешереп иҙәбеҙ, аҡ май, һөт һалабыҙ. Ҡыҙҙырылған бәшмәк “аяҡ”тарын, картуф иҙелмәһен, ваҡлап туралған шәфәри, тоҙ һалып яҡшылап болғатабыҙ.
Эшләпәләренең эсен-тышын саҡ ҡына тоҙ, борос менән ыуабыҙ, шунан үҫемлек майы ҡыҙҙырылған табаға теҙеп һалабыҙ. Ярты стакан һөт ҡойоп, 15-20 минут быҡтырабыҙ.
Эшләпәләрҙең артыҡ шыйыҡлығын һарҡытабыҙ. Бының өсөн уларҙы бер нисә минутҡа ҡаплап ҡуйып тороу ҙа етә. Эшләпәләрҙе иҙелмә менән тултырабыҙ, өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибәбеҙ. Табаға урынлаштырабыҙ һәм 10 минутҡа эҫе мейескә ҡуябыҙ.
Читайте нас: