Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
14 Ноябрь 2020, 16:00

Мал һуйыуҙың үҙ ҡанун-ҡағиҙәләре бар

Ҡыш яҡынлашыу менән ауылдарыбыҙҙа ҡышҡылыҡҡа ит булһын, тип аҫралған ҡош-ҡорто, эре малдарҙы һуйыу осоро ла етте. Ислам динендә һәр нәмәнең үҙ тәртибе бар, был мал салыуға ла ҡағыла.

Ҡыш яҡынлашыу менән ауылдарыбыҙҙа ҡышҡылыҡҡа ит булһын, тип аҫралған ҡош-ҡорто, эре малдарҙы һуйыу осоро ла етте. Ислам динендә һәр нәмәнең үҙ тәртибе бар, был мал салыуға ла ҡағыла. Әлбиттә, уларҙы беҙҙең халыҡ яҡшы белә. Әммә ҡабатлағандан доға иҫкермәй, тиҙәр. Нурмөхәмәт хәҙрәт мәрхүм был хаҡта аңлатмалар биргәйне.
Ризыҡланыу өсөн тәғәйенләнгән малды, ҡош-ҡортто иһә әҙәм балаһы үҙ хужалығында аҫрай. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уларға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға өндәгән. “Малды һәйбәтләп ризыҡландырығыҙ, уны рәнйетмәгеҙ, гелән күркәм мөнәсәбәт күрһәтегеҙ, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Әгәр инде һуйырға ниәтләнегеҙ икән, алдан яҡшы итеп ашатығыҙ, һимертегеҙ”.
Мал һуйыуҙың үҙ ҡанун-ҡағиҙәләре бар. Тәү сиратта бысаҡтың үткер булыуы мөһим. Малды “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Аллаһу Әкбәр!” тип салырға кәрәк. Ҡөрьәндә билдәләнгәнсә, ошо һүҙҙәр әйтелмәһә, ризыҡ хәләл булмай. Салғанда малдың муйын һөйәгенә тиклемге барлыҡ тамырҙары ҡырҡылырға һәм ҡан ағып сығырға тейеш. Ә ҡайһы бер ир-ат ошо талаптарҙы үтәмәй, әйтәйек, тауыҡтың муйынын балта менән сапҡандар барлығы билдәле. Был, әлбиттә, ҡағиҙәнән ситләшеүҙе генә түгел, ә үҙең тәрбиәләгән йән эйәһенә ҡарата ихтирамһыҙлыҡты, бәлки ҡанһыҙлыҡты ла күрһәтә.
Әйтеп үткәнемсә, һуйырға әҙерләнгән мал алдан яҡшы итеп туҡландырылырға тейеш. Уртаса һимеҙлектә икән, ите лә татлыраҡ. Орғасы малдың быуаҙ булмауы зарур. Быны аңғармай салып ебәреү – бер хәл, ә инде белә тороп эшләү әҙәм балаһының аҡылына ла, выжданына ла тап килмәй.
Мал һуйыу – айырым бер һөнәр, үҙенсәлекле сәнғәт. Был эште һәр кем булдыра алмай. Мәғлүм булыуынса, борон-борондан да ауылдарҙа әлеге бурысты айырым кешеләр атҡарған. “Уның салған ризығы тәмле була” тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнегеҙ барҙыр. Бының нигеҙендә Аллаһ Тәғәләнең беҙ аңлап еткермәгән хикмәттәре яталыр.
Нисек кенә булмаһын, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тибеҙ икән, ир балаларҙы мал салырға өйрәтергә бурыслыбыҙ. Бының өсөн малайҙарҙың йәше еткән булырға тейеш. Был осор Исламда “ихтилам” (төшләнә башлау мәле) тип атала, 13 – 14 йәш тирәһенә тура килә. Малайҙарҙы малды, ҡош-ҡортто салырға ғына түгел, ә уны тунарға, өлөшләп бүлергә һәм башҡа ҡағиҙәләрҙе өйрәтергә тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, йәш быуынға Аллаһ Тәғәлә рөхсәт иткән ризыҡ менән генә туҡланыу мөһимлеген аңлатырға кәрәк. “Хәләлдә – бәрәкәт, хәрәмдә – һәләкәт” тигән һүҙҙәрҙе онотмайыҡ. Шул сағында, иншаллаһ, тәнебеҙ ҙә, йәнебеҙ ҙә, рухыбыҙ ҙа таҙа булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.
Читайте нас: