Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
9 Декабрь 2020, 19:05

Мең дә бер кәңәш

Канифоль таба алмаһағыҙ, уны алмаштыра алаһығыҙ. Бының өсөн 20 миллилитр одеколон һәм бер төймә аспириндан торған ҡатнашманы ҡулланырға мөмкин.Сәсегеҙ ҡойолһа, боронғонан ҡалған рецепт буйынса эш итеп ҡарағыҙ: 8 аш ҡалағы йүкә сәскәһенә ярты литр һыу ҡойоп, 20 минут самаһы ҡайнатырға ла сәсте йыуғандан һуң ошо төнәтмә менән сайҡатырға. Иҫке булһа ла ныҡлы һәм ташларға йәл булған шкафығыҙҙың полировкаһын түбәндәгесә яңыртырға була: шкафтың өҫтөн йылы һыу менән яҡшылап йыуырға ла шунда уҡ ҡоротҡансы һөртөргә. Шунан бер тигеҙ өлөштә һыра һәм үҫемлек майы алырға, ҡатнашма әҙерләргә. Уны мамыҡҡа һеңдереп, мебелде ышҡырға. Тик тотош шкафты бер юлы түгел, ә бәләкәс өлөштәр менән.

  • Канифоль таба алмаһағыҙ, уны алмаштыра алаһығыҙ. Бының өсөн 20 миллилитр одеколон һәм бер төймә аспириндан торған ҡатнашманы ҡулланырға мөмкин.
  • Сәсегеҙ ҡойолһа, боронғонан ҡалған рецепт буйынса эш итеп ҡарағыҙ: 8 аш ҡалағы йүкә сәскәһенә ярты литр һыу ҡойоп, 20 минут самаһы ҡайнатырға ла сәсте йыуғандан һуң ошо төнәтмә менән сайҡатырға.
  • Иҫке булһа ла ныҡлы һәм ташларға йәл булған шкафығыҙҙың полировкаһын түбәндәгесә яңыртырға була: шкафтың өҫтөн йылы һыу менән яҡшылап йыуырға ла шунда уҡ ҡоротҡансы һөртөргә. Шунан бер тигеҙ өлөштә һыра һәм үҫемлек майы алырға, ҡатнашма әҙерләргә. Уны мамыҡҡа һеңдереп, мебелде ышҡырға. Тик тотош шкафты бер юлы түгел, ә бәләкәс өлөштәр менән.
    Читайте нас: