Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
18 Декабрь 2020, 17:00

Бер минутлыҡ зарядка...

Һәр кемебеҙҙең дә ошо хәлдә ҡалыуы бар. Шуға ла кешелеклерәк, бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ булайыҡ тип әйткебеҙ килә! “Кеше булһын затығыҙ...” (“Урал батыр” эпосынан) Бер хәл тынғы бирмәй. Йәй айҙарында булһа ла йөрәгемде өйкәп торған быйылғы төйөндө быйыл яҙайым тип уйланым. Ибрайҙа йәшәгәс, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем алмаш-тилмәш килеп тора. Ышаныслы таксистар ҙа бар. Рәхмәт уларға. Сирғол ауылы егеттәре. Был юлы ла уларға мөрәжәғәт иттем.МӘРЙӘМ БУРАҠАЕВАның тулы статьяһы менән сайтта танышырһығыҙ.

“Кеше булһын затығыҙ...”
(“Урал батыр” эпосынан)
Бер хәл тынғы бирмәй. Йәй айҙарында булһа ла йөрәгемде өйкәп торған быйылғы төйөндө быйыл яҙайым тип уйланым.
Ибрайҙа йәшәгәс, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем алмаш-тилмәш килеп тора. Ышаныслы таксистар ҙа бар. Рәхмәт уларға. Сирғол ауылы егеттәре. Был юлы ла уларға мөрәжәғәт иттем. "Ун дүрт йәшлек ейәнсәрем яңғыҙы ғына килә, Өфөнән ултыртып алып ҡайтығыҙ, йәме. Тик Ибрайға тиклем алып килегеҙ”, - тинем."Ярай, хәл итербеҙ", - тинеләр. Хәл дә иттеләр. Иртәгеһен ейәнсәрем: "Өләсәй, мин юлда" – тип шылтыратып та ҡуйҙы.
Көтәм. Такси килер ваҡыт үтте. Бала юҡ. Өфөнән әсәһе шылтырата. Ни тип әйтергә лә белмәйем. Сирғол таксистарына шылтыратам. Иҫәнғолдоҡо ине ул, тиҙәр.
-Ай әттәгенәһе, ни эшләп таныш булмаған кешегә әйттегеҙ инде!..
-Шәп егет ул. Ибрайға тиклем алып барам, тине, тиҙәр. Телефон номерын алып уға шылтыратам. Яуап юҡ. Аңлайым, юлдан һуң ял итәлер. Ейәнсәремдең телефонынан яуап юҡ.
Билдәһеҙлектең биш минуты ла бихисап уйҙарға һала. Өс сәғәт ваҡыт үтте. Алабарманыраҡ холҡло булһа, шылтыратырға онотҡандыр, тип уйлар инем. Балаларым ул яҡтан бик бөтмөрҙәр. Һәр саҡ хәбәрһеҙ йөрөмәйҙәр. Аптырайым. Аптырау ғынамы ни!!! Улым менән килен Иҫәнғолда. Уларға шылтыратам. “Һеҙгә килмәнеме Айсулпан?”. Юҡ. тиҙәр. “Хәҙер автовокзалға барып ҡарайбыҙ. Бәлки такси шунда ҡалдырғандыр? Борсолма, әсәй, бәлки телефонының эарядкаһы бөткәндер...” Бер аҙҙан шылтыратыу... “Әсәй, шулай булып сыҡты. Иҫәнғолда ҡалдырған таксист. Әйберҙәре күп булғас, беҙгә килә алмаған. Ибрайға алып барыу өсөн дүрт кешелек барыу-ҡайтыуға түләү һораған. Шуға автобус менән ҡайтам тип тороп ҡалған. Шылтыратырға зарядкаһы бөткән”.
Такси алып килгәндән һуң, өс сәғәт буйы ни эшләргә, ни уйларға белмәй йөрөгәндән һуң, ниһайәт, тынысландым.
- Кассир апайҙан, бер генә минутҡа зарядкаға ҡуйып алайым әле. Өләсәйем борсолалыр. Шылтыратып ҡына алам. Рөхсәт итегеҙ инде, - тип һорағайным: “Минең эшем билет һатыу. Бөтмәҫ бында,..” - тине лә тәҙрәһен ябып ҡуйҙы, – ти ейәнсәрем.
Ике сумка тултырып китап алған, думбыраһы ҡулында. Әлбиттә, йәйәүләп бер ҡайҙа ла бара алырлыҡ түгел.
Бер минутлыҡ зарядка...
”Урал батыр” эпосының һәр юлында фәлсәфә. Һәр юлы фәһем. Әле мин ошо эпос юлдарынан алынған һүҙҙәр менән тамамлайым:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ!
Мәрйәм Бураҡаева.
Читайте нас: