Үтеп барған йыл бик ауыр булһа ла, һөйөнөргә сәбәптәре лә табылып тора. Әле бына “Байыҡ” республика телевизион конкурсында райондашыбыҙ, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Регина Шәрипованың Гран-при яуланы. Афарин! Еңеү, әлбиттә, еңел бирелмәгәндер. Ул юлды үткәндәр үҙҙәре генә белә.
Бөтөнләй уйламағайным еңермен тип. 1-се тур мартта уҙҙы, унда “Бер бейеп алам әле!” бейеүен башҡарҙым һәм тейеш булған 100 балды йыйып 2-се турға үттем. Был турҙа “Еңгәй” бейеүе менән сығыш яһаным һәм унда ла 100 балл йыйыуға өлгәштем. Был ике бейеү ҙә хореограф Азамат ағай Кәримов тарафынан һалынды, уға бик рәхмәтлемен. Еңеүселәрҙе асыҡлау тура эфирҙа барҙы, жюри ағзаларының минең сығышымды төп призға лайыҡ тип табыуҙары –бик юғары баһа! Әлбиттә, был еңеү бер минеке генә түгел, сығыш яһағанда бейеүҙе музыкант егеттәр: Илһам Хәсәнов (ҡурай), Морат Оморҙаҡов (ҡумыҙ), Тимур Йәнсурин (баян) һәм Венер Килдейәров (думбыра) уйнаған көй аҫтында башҡарыуым – миңә сәхнәлә үҙемде ышаныслыраҡ, ҡыйыуыраҡ тоторға ярҙам итте. Был да жюри тарафынан юғары баһаланды, – тип һөйөнөстәре менән уртаҡлашты Регина Вәкил ҡыҙы.
Регинаның “Байыҡ”та беренсе еңеүе түгел. 2013 йылда ул етәкләгән “Оло Эйек” бейеүҙәр ансамбле “Үҫәргән Байығы”н бейеп (ҡуйыусы – Йәмил Йәнбәков) Гран-при яулауға өлгәшә. Хәҙер инде, үҙе әйтмешләй: “Бог любит троицу!” тигәндәй, тағы ла еңеүҙәр көтөп ҡалабыҙ!
Регина Шәрипованан ни өсөн бейеүсе булырға ҡарар итеүе тураһында һорашам.
Сәнғәт мәктәбендә апайым Гүзәл Тоҡомбәтова һәм Фәниә Дәминева ҡулы аҫтында шөғөлләнһәм дә, бейеү юлынан китергә уйымда ла юҡ ине. Шул ваҡытта уҡ нигеҙ һалынғандыр инде. Былай табип булырға хыяллана торғайным. 11-се класта ни эшләптер ауыл хужалығы университетына барырға булып киттем. Тәүге имтиханды биреп, атайым менән Өфөнән ҡайтып барабыҙ. “Эй, Өфө оҡшаманы! Кеше лә, машина ла күп. Унда барғым килмәй”, – тием атайыма. Шунан боролоп Стәрлегә индек тә киттек. Ундағы мәҙәниәт-ағартыу техникумына документтарын тапшыра, имтихандар бирә һәм студент булып китә. Бына шулай, тормош үҙ юлына төшөрөп тә ебәрә. Тәүҙә – техникум, унан 2011 йылда ситтән тороп Силәбеләге мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлай.
Әлеге ваҡытта бергә эшләгән класташы Гөлнара Түләбаева менән гел бер юлдан йөрөй улар. “Аграрныйға барһам, Гөлнара йөрөп ята. Аптырап киттем! Стәрлегә килһәм – тағы Гөлнара. Бергә уҡыныҡ, шөкөр, хәҙер бергә эшләп, бейеп йөрөйбөҙ”.
Бейеү юлынан китергә теләге әллә ни булмаһа ла, уға бейеүгә булған һәләт быуындан тапшырылғандыр, моғайын. Әсәһенең ҡәрсәһе бейергә яратҡан булған. Уның хатта Фәйзи Ғәскәров үҙенең ансамбленә бейергә алғандар, тик машинанан һикереп төшөп ҡалдым, тип һөйләгән ҡәрсәһе.
Әлеге ваҡытта Регина Вәкил ҡыҙы “Сәсән” эстрада-фольклор ансамбле етәксеһе, шулай уҡ “Милашки” 4 йәштән 8 йәшкәсә балалар ансамблен дә етәкләй. Хәҙерге пандемия осоронда кескәйҙәр менән тейешенсә шөғөлләнеү өҙөлөп тора, шулай ҙа видеолар ебәреп, онлайн эш алып барырға тырыша.
Тормош иптәше Тимур – Ғәббәс ауылы егете, күпселек ир-егеттәр кеүек Себер тарафтарында эшләй. Ялдарында улдары алты йәшлек Данияр һәм өс йәшлек ҡыҙы Сәфинәне тәрбиәләргә ярҙам итә. “Улыбыҙ сәнғәт мәктәбенә бейеүгә йөрөй, ҡыҙымды ла бирербеҙ тип уйлайым. Сәфинәлә бейеүгә һәләт ярылып ята: өйҙә үҙ алдына төрлө хәрәкәттәр уйлап сығара, үҙенсә бейеүҙәр һала, импровизациялай. Ҡыҙымды “Байыҡ” бейеү бәйгеһенә алып барырмын, тигән ҙур теләгем бар”. – Бына шундай пландар менән йәшәй Регина. Хыялдарҙы беҙ үҙебеҙ тормошҡа ашырабыҙ, таланттар ятып ҡалмаһын тигән теләктәбеҙ.
Был бәйгелә шулай уҡ Резеда Әбделғужина ла ҡатнашты. Ул лауреат исеменә лайыҡ булды. Алдағы көндәрҙә лә уңыштар насип булһын! Һеҙ районыбыҙҙың данын йәнә бер баҫҡысҡа күтәрҙегеҙ!