Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
30 Декабрь 2020, 00:00

Ҡарағош (хикәйә)

Күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғы көҙгө төн. Ер ҙә, күк тә, һәм уларҙы тоташтырып торған шыңшыу ямғыр ҙа бер буяуға болғанған. Был ҡаралыҡта бер йондоҙ, бер ут әҫәре юҡ. Әйтерһең дә, тереклек үҙе лә юҡ.Ҡала өҫтөн тотош баҫып алып, шул ҡаралыҡтың дауа­мы булып һалбыратып торған болоттарҙы әсе ел һыҙғы­рып йөрөп ҡыумаҡсы ла, тегеләре ҡуҙғалырҙан түгел, быуаҙ кәүҙәләрендәген бушатып бөтмәйенсә китмәҫтән, күрәһең, уйҙары.

Күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғы көҙгө төн. Ер ҙә, күк тә, һәм уларҙы тоташтырып торған шыңшыу ямғыр ҙа бер буяуға болғанған. Был ҡаралыҡта бер йондоҙ, бер ут әҫәре юҡ. Әйтерһең дә, тереклек үҙе лә юҡ.
Ҡала өҫтөн тотош баҫып алып, шул ҡаралыҡтың дауа­мы булып һалбыратып торған болоттарҙы әсе ел һыҙғы­рып йөрөп ҡыумаҡсы ла, тегеләре ҡуҙғалырҙан түгел, быуаҙ кәүҙәләрендәген бушатып бөтмәйенсә китмәҫтән, күрәһең, уйҙары.
Кинәт, үрҙә, бейектә, болоттар араһынанмы, әллә ҡара­лыҡты йыртыпмы, бер ҡош килеп сыҡты ла, киң ҡолас­тарын килбәтһеҙ йәйеп тап ҡала өҫгөнә шыҡыйҙы һәм күҙ асып йомғансы бер бейек ҡатлы йорттоң быяла балконына килеп тә ҡунды. Ҡунманы ул, ә ҡанаттары менән балкон тәҙрәләрен ҡаплап, уның кәрнизенә баҫты. Ҡош та түгел ине был, ә... ярғанат һәм кеше араһындағы ниндәйҙер хайран зат ине.
Бына ул һыуланып ялтыраған шәрә яурынбаштарын­да, аяҡ-ҡулдарында көрәшселәрҙекеләй тау-тау мускул­дары уйнап торған әзмәүер кәүҙәһен еңел һәм етеҙ генә бөкләп балкон тәҙрәһенә тығылды ла, ни хикмәт менәндер бер өлгөнән генә һыйып эскә инеп тә баҫты. Күкһел ҡара тиреһе лә, ҡолаҡтары ла, мороно ла ярғанаттыҡы ине уның, тик һығылмалы көслө кәүҙәһе һәм төптәрәк ике ҡуҙ ише баҙлап торған күҙҙәре – кешенеке.
Хайран зат торған урынында муйынын һуҙғылап, башын борғолап бер-ике тартышып-тартышып алғайны, күҙ менән ҡаш араһында иҙәнгә һәлберәп торған ярылы ҡанаттары йыйылып, тәне ағарып, төҫ-фиғеле күркәм генә йәш иргә әйләнде лә ҡуйҙы. Унан һыңар ҡулы менән шунда – бал­конда эленеп торған йомшаҡ таҫтамалды эләктереп алып һөртөнә-һөртөнә фатирға үтте, телевизор ҡабыҙҙы, аш бүлмәһенә етеп электр сәйнүгенең кнопкаһына баҫып китте лә, шкафтан халат алып кейҙе. Әйтерһең дә бер нин­дәй ҙә сәйер күренеш булмаған, барыһы ла ябай, ғәҙәти. Әйтерһең дә яңғыҙаҡ ир-егег яҡтырыр-яҡтырмаҫтан тороп душ ҡабул иткән дә, үҙ-үҙен тәрбиәләп йөрөй. Ә бит ябай кешеләр өсөн, уның күршеләре, таныштары, коллегалары өсөн ул ысынлап та яп-ябай күрше, таныш, коллега, аралашҡан ҡатын-ҡыҙы күҙлегенән бына тигән буйҙаҡ ир.
...Автобус тәҙрәһенән тыуған яҡтарының хозурлығына һоҡланып килә Ләйлә. Оҙайлы көҙгө ямғырҙар тирә-йүнде ҡара-һороға манып алһа ла, иге-сиге күренмәгән ҡарағай урмандарының да, мөһабәт тау-ҡаяларҙың да күркәмлеге һис кенә лә кәмемәгән. Киреһенсә, йәй һалған саң-туҙан­дары йыуылып, таҙарып, хуш еҫләнеп ҡалған кеүектәр.
Ана шул күккә үрләр тауҙар аръяғындағы ауылдан эргәләге ҡалаға эшкә китеп бара ҡыҙ. Быйыл ғына ошо уҡ ҡалала медицина колледжын тамамлап шәфҡәт туташы һәнәрен алып сыҡҡайны. Эшен дә оҙаҡ эҙләмәне. Стамо- тология клиникаһынан бер медсестра декретҡа сығыуға килергә ҡуштылар. Әле бына шул көндөң етеүенә сама­лап, бер аҙна алдараҡ юлланыуы. Ваҡытлыса туҡталыр урыны булһа ла, оҙайлы йәшәүгә фатир табаһы ла бар әле.
Колледжда уҡығанда барып йөрөгән алыҫ ҡына туған­дарына инә һалын сумкаларын ҡалдырҙы ла, йәһәтләп поликлиникаға йүгерҙе Ләйлә. Унда иһә, ғариза яҙҙырып алдылар ҙа, бер ҡосаҡ ҡағыҙ тоттороп сығарҙылар. Әллә нисә тор документ тултырып, медицина тикшереүе үтеп килергә кәрәк икән. һис кенә лә ауырһынманы быға ҡыҙ, өр-яңы тормош, үҙ аллы тормош башланырға торғанда был мәшәҡәттәр генә сүп кеүек булып тойолдо. Нимәләр эшләргә кәрәклекте теләкһеҙ генә шиғыр уҡыған кеше шикелле бер тонда көйләп, һөйләп-аңлатып, ҡулына ҡағыҙ­ҙар тотторған клиника мөдире урынбаҫарына ҡат-ҡат рәхмәттәр әйтеп, эсендә тулаған ҡыуанысын йәшерә алмай балҡып килеп сыҡты ул кабинеттан. Сыҡты ла коридор буйлап теҙелешкән эскәмйәләрҙә ултырышҡан, йөрөгән, торған кешеләргә ихлас йылмайыуын өләшә-өләшә алға атланы. Танымаған, белмәгән, тәүгә күргән һәр кемгә таратты ул эскерһеҙ шатлығын. Ә ҡыҙ менән ҡараштары осрашҡандар был нәҙекәй генә һомғол һылыуҙың сибәр йөҙөнән бөркөлгән илаһи йәшлек нурына ҡойонон, арты­нан һоҡланып та, һынап та, көнләшеп тә ҡарап ҡалдылар.
Бәхет ҡанаттарында талпынып килгән ҡыҙ инде аҫҡы ҡатҡа төшкән баҫҡысҡа боролғайны ғына, әле генә тәңгә­ленән үғкән бер кабинет ишеге сыйылдай асылды ла, нин­дәйҙер аңлайышһыҙ тойғо, юҡ, хатта көс, уны ҡайыры­лып ҡарарға мәжбүр итте. Башын борҙо ла, кабинеттан гәпләшеп килеп сыҡҡан өс дантистың иң бейегенә туп- тура төбәлде. Күкһел төҫтәге табип костюмы, шапка, маска кейгән кешенең махсус күҙлек артына йәшенгән аңлайыш­һыҙ ҡараштары арбаны, кинәт кенә фалиж һуҡҡандай ҡатырып, торған урынына ҡаҙаҡлан ҡуйғандай итге Ләй- ләне. Йөрәге кәртәһен емереп сығырға теләгән тай шикел­ле үрәпсеп тулап китте лә, ҡолаҡ төбөнә үк күсеп һуға башлағандай булды. Тәне буйлап ниндәйҙер ут осҡоно йүгерҙе. Аяҡтарынан да, ҡулдарынан да, мейеһенән дә үтте ул ут. Коридор буйлап ҡаршыға килгән әлеге табиптар төркөмө бөтәһе бер дөйөм күкһел массаға әйләнеп, шул яй ғына яҡынлашып килгән ҙур тапта уны һеңгәҙәтеп ҡуйған ҡуҙ шикелле ике күҙ генә тороп ҡалды. Ҡыҙ, йыландан арбалған ҡуян үҙ ахырын көткәндәй, шул ике ҡуҙға текә­леп тилмерҙе. Күпме торғандыр был хәлдә, бер нисә генә секундмы әллә мәңгелекме – белмәй, бары ҡапыл терт­ләп «уянып» китеүенә теге өс табип һаман шулай тыныс ҡына әңгәмәләшеп үтеп китеп, икенсе бер ишеккә инеп тә юғалды. Албырғап ҡалған ҡыҙ аҙашҡан ҡараштарын ян-яҡҡа йүгертте лә: «Ни булды был?.. Ыста-ыста...» тип усы менән күкрәк өҫтөн баҫып баҫҡыстан аҫҡа йомолдо.
һәр бер күргән реклама гәзитен алып ҡарап та, урамдағы иғландарҙы уҡып та, урамда теҙелешеп тороп ваҡ-төйәк һатыусы әбей-һәбейгә ҡат-ҡат мөрәжәғәт итеп тә фатир таба алмай әле Ләйлә. Барған һәр ерендә: «Тапшыр­ҙыҡ инде. Был ваҡытта әллә инде урын табыуы, кәрәк кеше йәйҙән һөйләшеп ҡуя», – тип торалар. Иртәгә эшкә сығырға тейеш. Ә үҙе һаман мөйөшһөҙ. Туғандары: «Йәшә лә йәшә», – тигән була ла ул, тик нисек итеп бер бүл­мәле фатирға, етмәһә ғаилә өҫтөнә, инеп ултырмаҡ кәрәк?
Тамам өмөтөн өҙгән ҡыҙ: «Ярар инде, хәл юҡ. Пока шунда йөрөп торормон да, ҡат-ҡат иғлан бирһәм, моғайын берәй яйы сығыр», – тип төшөнкө уйҙарына сырмалып ҡайтыуға ыңғайлағанда, кемдер берәү арттан терһәгенә тейгәндәй булды. Ҡапыл тертләп боролоп ҡараһа, бер эбей гора. Тәбәнәк, ҡураныс ҡына, үҙе баштан-аяҡ уранып алған. Ә-әй, мәсеткә йөрөгән абейҙер, хәҙер бит шундай- ҙар күп.
Ләйләсә уйлап алырға ваҡыт биргәндәй әбей ҙә уға һынсыл текәлеп тора бирҙе лә шым ғына:
– Йәшәргә урын эҙләйһеңме? – тине.
Ҡыҙ был һорауға аптырап ҡаштарын өҫкә сөйҙө. Юҡмы ни? – тегеһе ныҡышты.
– Э... эй-йе...
Ҡарсыҡҡа шул һүҙ еттеме, әллә башҡаһын тыңлап торорға теләге булманымы, ҡулы менән иҙән:
– Әйҙә, әләйһә, – тине лә, алдан төшөн йүрмәләне. Ләйләгә инәһенә тағылған бәрәс шикелле уның артынан эйәрергә ғенә ҡалды.
Бәләкәс әбей ҡаланың ағас өйҙәр урынлашҡан райо­нына алын барын сығарҙы ла, ике-өс тыҡрыҡ боролоп ингәс, сумкаһынан асҡыс бәйләмен соҡон алып, бер иха­таның ҡапҡаһын асты.
Йортҡа үттеләр. Элеккесә ике яҡлап эшләнгән ҙур булмаған ой яҡты, йылы ине. Ингән ерҙән башлап иҙәнгә лә, карауаттарға ла ҡулдан һуғылған балаҫтар, әрмәктәр ябылған, ашъяулыҡ, ҡорған ситтәре нағышлы селтәрҙәр менән биҙәлгән, яҫтыҡ тыштары әллә ни төрлө сағыу сәс­кәләр төшөрөлөп сигелгән. Боронғо кейем, посуда шкаф­тары, түңәрәк өҫтәл, ҡат-ҡат түшәктәр өйөлгән һандыҡ, үҙе бер станоктай булып ултырған тегеү машинкаһына күҙ йүгерткәс, ҡыҙ үҙен күргәҙмә музейға килен юлыҡҡандай хис итеп китте хатта. Әммә хужабикә йәһәт кенә үтеп сәйнүге аҫтына газын тоҡандырып ебәргәс, ул да бында ниңә килгәнлеген иҫләп, аяҡ кейемдәрен һалып үтте лә, матур япмалы иҫке ултырғысҡа ултырҙы.
– Йә? – Әбей ҡаршыға терәлде. – Исемең кем?
– Ләйлә. Ә... һеҙ... һеҙгә минең фатир эҙләгәнде кем әйткәйне?
– Һайыҫҡан.
– Ә?..
Әбей күҙҙәрен генә көлдөрөп дауам итте:
– Һайыҫҡан осоп килде лә: «Бар әле, Ғәбиҙә, анау урамда бер йәш кенә ҡыҙ бала ҡаңғырын йөрөй, барын ал», – тине. Шунан ней, мин барҙым да алдым һине.
Ләйлә ирекһеҙҙән башынан үткән «Был шаяртамы әллә... алйыған бер нәмәме», тигән уйына яуап табырға тырышып, ҡаушаған ҡараштарын ҡарсыҡтың шау йыйыр­сыҡлы йөҙөнән тире лә һөйәктән ғенә ҡалған ҡулдарына күсерҙе лә, көсәнеп кенә йылмайған булды:
– Һе...
Ә әбей һаман шул хәйләкәр төҫ менән хәбәрен ялғаны:
– Ә һин, йәп-йәш кенә саф ҡыз, эңер төшөп килгән ят шәһәрҙә, бер ҡортҡаның «әйҙә»һенә эйәреп киттең дә барҙың. Мына ҡайза уйһыҙлыҡ, бер ҡатлылыҡ. Йәшлек инде, әлеге, балалыҡ.
Ләйлә әсе ҡорот ҡабып йылмайырға маташҡан төҫтә ултыра бирҙе.
– Ҡайһы яҡтанһың һуң үзең? Ата-әсәң бармы?
Ниһайәт, был ҡарсыҡ аңлайышлыраҡ хәбәр һөйләй шикелле.
– Б-бар, эйе, атайым да, әсәйем дә бар. Үҙәнленән мин, бынау тирәнән, – ҡыз Үҙәнлеһе күренеп торғандай тәҙрә яғына ҡулы менән һелтәп үк күрһәтте.
– Фатирҙы нимитәң?
– Й-йәшәйем... Медсестра булып эшкә төштөм, зуб- нойға. Йәшәргә урын кәрәк.
Ҡарсыҡ ҡыҙҙан нимәнеңдер ысынын белергә, ишетергә теләгәндәй, һөйләгәнендә уның ауыҙына уҡ текәлеп китә.
– Йәшә һуң миндә. Мин – бер үҙем. Бабайым күптән үлде, балаларым юҡ.
Ҡыз, ниһайәт, ошоно ишетеүҙән, еңел һулап ебәрә.
– Ой, инәй, рәхмәт һеҙгә! Ниндәй хаҡ ҡуйһағыҙ за ризамын. Итен-майын вис ауылдан әпкилеп торормон.
Әбей һаман һынсыл күзәгә:
– Түләүең кәрәкмәҫ, пенсиям - Аллаға шөкөр. Изән-маҙарзы йыуып-тазалап торһаң... Мине тыңлаһаң...
– Әлбиттә!
– Һүҙемдән сыҡмаҫ булһаң – йәшә. Тамағың үзең ҡарарһың, минең ашҡа талым юҡ хәҙер, йән аҫрала инде...
– Рәхмәт инәй! – Ләйлә һикереп тороп сәпәкәйләп үк ебәрҙе. – Атыу мин бөгөн үк күсәйемме?!
– Күс әйҙә, – Ғәбиҙә, бөгөндән ҡанатым аҫтына ин, – тип әйтергә уҡталғайны ла, тыйылды һәм бары, ҡыҙым булырһың, – тип ҡуйҙы.
Килешеүҙәренә бер сәғәттәй ваҡыт та үтмәне, ҡыз такси яллап тейәнеп тә килде. Бынан кискә, түрбаш һәм оло яҡтан айырмалы булған берзән-бер бүлмәне Ләйлә йәшәү­гә ҡулайлаштырып биҙәп булаштылар за, яйлап ултырып һөйләшә-һөйләшә сәй эстеләр.
Ҡыҙы йоҡларға ятҡас, Ғәбиҙә, бик ентекле тәһәрәтлә­неп алып, эшкә кереште. Ул хәзер белә. Кемде һаҡларға, ҡурсаларға тейешлеген аңланы инде. Писә йылдар ул үзенә ниндәйҙер бурыс һалынғанлығын, нимәгәлер тәғә­йенләнеше булғанлығын тойоп йәшәне, тик тап нимәгә һәм нимә өсөн икәнлеген генә төшөнә алмай ине. Бөгөн, әле бөгөн асыҡланды барыһы ла. Әле күптән түгел генә икенде намаҙын тамамлай торайым ғына тигәндә, ҡолағы төбөндә кемдер ан-асыҡ итеп: «Һин һаҡларға тейеш йәнгә ҡурҡыныс янай, ҡурсала», – тине. Ғәбиҙә кейенде лә сыҡты һәм эңер төшә башлаған ҡала урамдарын бер маҡ­сатһыҙ ҡыҙырған кешеләй йөрөнө лә йөрөнө. Берәүгә лә текәлеп баҡманы ла, алан-йолан ҡаранып эҙләмәне лә үҙе. Бары башын эйә биреп, эске тойомлауы менән тыңлап барзы. Ниһайәт, халыҡ араһынан үзенә тартҡанға ҡара­шын күтәрҙе һәм талсыбыҡтай ғына йәш ҡыззың нәфис йөҙөнә төбәлде. Ҡыҙ бала нимәгәлер бик борсолған, күрәһең, әленән-әле аҫҡы иренен тешләп бармаҡтарын һындыра. Бына ул көнбағыш һатыусы әбейҙәр менән һөй­ләшеп тора бирҙе лә, күңелһеҙ генә баш ҡағып китеп барзы. Ғәбиҙә уның артынан эйәрҙе.
Тамам оҫтарҙы инде хәзер Ләйлә. Ҡулдарына күз эйәрмәй. Табиптың ҡарашынан һәр ымын тотоп алып, аңлап тора. Ауырыуҙарҙы талондары буйынса теркәп, ҡағыҙҙарын тултыра ла, махсус креслоға урынлаштыра, врачҡа дауалауға тотоноу өсөн әҙерлек эштәрен башҡара. Кәрәк булһа укол ҡазай, рецепт язып бирә. Етеҙ йөрөй, бары­һына ла өлгөрә, хатта атаһы кеүек күреп киткән Хәсән Усмановичты сәй йәки кофе менән һыйлап та ҡыуандыра. Тегенеһе маҡтап бөтә алмай. «Ай, шәпһең, Ләйлә һылы­уым, һине эшкә алып уңдым бит» йәки «Ауыл ҡыҙҙары сос инде улар, йылдам. Анау Наташа менән теңкә ҡорой ине бит, килеп һуҙылыр, асыуланһаң телләшер ине», тип һөйләп-һөйләп ала. Ләйлә сылтыратып көлгән була ла ҮЗ биләмәһендә орсоҡ кеүек өйөрөлөүен белә. Оҡшай уға бында. Эше лә, табиптар ҙа, коллективтағы мөғәләмә лә. Ә барыһынан да бигерәк ҡыҙға күрше кабинет табибы Марат Мансурович оҡшай. Шул кеше килеп инһә, хәле бөтә лә ҡуя. Йөрәге туҡылдап алып китә лә, бармаҡтары ҡалтыранып, быуындары тотмағандай була башлай. Кли­никаға эшкә төшөргә килгәнендә үк албырғатып ҡоршаған ҡарашы бөгөн дә үҙ көсөнә эйә уның. Ҡыҙ шул өтөп алып барған күҙҙәрҙең хакимлығына тулыһынса буйһона ла ҡуя. Аяҡ-ҡулдарына еп тағып йөрөткән сепрәк ҡурсаҡ һымаҡ инде. Ә инде Марат Мансурович үҙенә һүҙ ҡушһа, бөтөнләй теле көрмәлә. Әле лә ҡапыл ғына килеп инеп, коллегаһы менән бер-ике ауыҙ ғына һүҙ һөйләште лә, атлеттарҙыҡылай көслө, һығылмалы кәүҙәһе менән еңел генә боролоп, Ләйләгә төбәлде һәм ҡыҙҙы баштан-аяҡ һынап ҡарап тора башланы. Быныһы нисек кенә үҙен ҡулға алырга тырышһа ла, ҡолаҡ остарына хәтлем ҡыҙар­ҙы ла, күҙен ҡайҙа йәшерергә белмәй ыуаланды.
– Оялтма минең ҡыҙыҡайҙы, Мансурыч, ана бит сөгөл­дөр иттең, – Хәсән Усманович эшенән туҡтамай ғына шаян йылмайып медсестраһына ярҙамға килә.
– Просто һоҡланыуымды йәшерә алмайым, Усманыч. Ошондай гүзәллекте үҙеңдә генә тотаһың, слушай, обид­но, – Марат Мансурович ярты битен ҡаплап торған маскаһын сисә лә көньяҡ ҡояшында янған ҡарағусҡыл сибәр йөҙөндә үтә лә аҡ булып күренгән тигеҙ тештәрен йылтыратып йылмая.
– А то, һин нисек уйлағайның? – Хәсән Усманович та бирешергә теләмәй. – Был бабайға кем дә ярай тигән­һегеҙҙер инде, но мин гоже не прост, ҡыҙҙың иң һылыуын да, иң егәрлеһен һайлап алдым.
– Был хатаны төҙәтеп була ул. Бына хәҙер тотам да һылыуҡайҙы үҙемә эшкә саҡырам. Эш хаҡын икеләтә, юҡ, өсләтә арттырам, тиһәм, күсәһеңме миңә, ә, Ләйлә?
– Әһә-һә! Ағаң был осраҡты ла ҡарап ҡуйған инде, Хәсән Усманович ҡалпағы һәм маскаһы араһынан хәйләкәр ҡарап, бармағын янай. – Беҙ Ләйлә һылыу менән мин пенсияға сыҡҡансы бергә эшләргә тигән киле­шеү төҙөнөк – вәт!
Һөжүм итеүсе бирелгән булып ике ҡулын күтәрә:
– Ну, Усманыч, везет һиңә, везет. Мин бахырға бары­на риза булып ҡына йөрөргә ҡала инде. – Унан сығып барышлай тағы ла бер әйләнеп күҙ ҡыҫа. – Эштән һуң да уны хәстәрләп йөрөргә тейеш, тигән килешеүегеҙ юҡ­тыр ул?
Ләйлә, оялышынан, тышта ниндәйҙер бик мөһим нәмә күрен ҡалғандай булып тәҙрәгә текәлеп тора бирә. Хәсән Усманович ҡул ғына һелтәй:
– Кәрәк булһа ундайы ла булыр. Миндәге ҡыҙҙы тиҙ генә ҡулға төшөрә алмаҫһығыҙ һеҙ. Я вам не позволю...
Марат Мансурович артынан ишек ябылғас, үҙе боролоп ҡарамай ғына Ләйләгә өндәшә:
– Шәп егет ул, был Мансурычты әйтәм. Әле ҡатын-ҡыҙға иғтибары тойолмай ине, һин килгәндән ҡырҡ инә бит. Сирттең, тимәк, йөрәген егеттең, сиртте-ең.
Ләйләнең үҙенең дә йөрәге сиртелгән. Шул сиртелеүҙән тыныслана алмай ҙа, теләмәй ҙә. Күкрәгенең төбөндә йылы ғына булып барлыҡҡа килгән ниндәйҙер бер рәхәт кенә тойғо үҙен бер туҡтауһыҙ йылмайырға, сәбәпһеҙ ҡыуанырға мәжбүр итә.
Ғәбиҙә инәй ҙә һиҙә ҡыҙҙағы был үҙгәреште, һиҙмәй ҡуя буламы. Ул бит уның һәр уйын, һәр теләген белеп, тойоп торғандай. Хатга берәй нәмәгә эстән ғенә борсолһа ла, инәй һүҙ араһында уйламаҫтан: «Үгә ул, үтә торған хәл» йә булмаһа «Аллаға тапшыр, яйы булыр», – тигәнерәк хәбәрҙәре менән аптырата Ләйләне.
Әле лә, ҡыҙҙың сәй ултыртҡанда ишетелер-ишетелмәҫ көйләгән «Там-тарам-там-там»ын тыңлап ултырҙы ла:
– Йә, кем инде ул? – тип һорап ҡуйҙы.
Ләйлә аңламағанға һалышты:
– Кемде һорайһың, инәй?
– Шуны инде, һине осондорған әҙәмде.
– Ниндәй әҙәмде?.. – Ҡыҙ, әбейҙең ҡараштары менән осрашҡас, инде лә ҡылана алмай сылтыратып көлөп ебә­рә. – Ну разведчик һин, инәй. Ер аҫтында йылан көйшәгәнде лә белерһең ул.
Ғәбиҙә лә ҡыҙына ҡушылып кеткелдәй. Уға был бала янында, дөрөҫөрәге, был бала үҙе янында булғанда рәхәт, тыныс. Үҙен матурлыҡтың, сафлыҡтың һәм яҡлауға мох­таж булған ниндәйҙер әйтеп аңлатҡыһыҙ яҡшылыҡтың, изгелектең ҡурсалаусыһы игеп тоя ул.
– Ул беҙҙә табип, инәй. Марат Мансуровичты әйтәм, – Ләйлә һоро күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, нәфис танауын килешле сирылтып шыбырлай биреп серен сисә, әйтерһең дә өйҙә уларҙан башҡа тағы ла кемдер бар. – Ну вот... шул оҡшай миңә... ныҡ оҡшай инде...
– Йә ярай, хәйерлегә юрайыҡ. Ҡыҙ-ҡырҡынға егет-елән оҡшай булыр инде ул. Йәше еткән ҡыҙ баланың мәлендә урынлашыуы кәрәк.
– Туҡтале һин, инәй, урынлаштырмай тор. Был тура­ла берәүгә лә әйтергә ярамай! Марат Мансурович белеп ҡалһа Аллам һаҡлаһын!
– Аһ-аһ, хан балаһымы әллә ул? һинең ише ҡыҙ күҙенә салынғас һикереп-һикереп төшөргә тейеш.
– Һикергән тей, ул бит табип!
– Враш бумағайы әллә кем буһын, шул ир затынан­дыр инде.
– Әһә һиңә, беләһеңме ул нисек сибәр, нисек аҡыл­лы, белмәгән нәмәһе юҡ, бөтә поликлиника уның ауыҙына ҡарап тора, хатта главврач та. Ә ундағы ҡатын-ҡыҙҙар бер һүҙенән ҡояш аҫтындағы пластилин кеүек иреп төшә. Хатта беҙҙә, Марат Мансурович ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарына наркоз яһамай тешен һура, сөнки тегеләре уның янында ауыртыуҙы ла тоймаҫлыҡ хәлгә инә, тип шаярталар. Вот шундай ул! Ә мин бер медсестра ғына...
– Туҡта әле, туҡта, ярһыма. Ә мин бына ул һине һайлар, тим.
– Шулайтҡан, ти...
– Шулай булыр бына, күр ҙә тор. Шулай булыр кеүек һиҙәм.
Ләйлә әбейенә иҙәп ҡул ғына һелтәгән булһа ла, уның әйткәндәренән күңеленә өмөт орлоғо инеп ятты. Был орлоҡ ҡыҙҙың хыялдары менән туҡланып көндән-көн бүртте, тулышты һәм хатта нескә генә үҫенте ебәрергә лә өлгөрҙө.
Ә был ваҡытта Ғәбиҙә үҙендәге бар һиҙеү, тойоу һәм башҡа төрлө ябай әҙәмдәргә билдәле булмағандай көстә­рен эшкә ҡушып Ләйләгә янаған ҡурҡыныстың инешен табырға тырышты. Ҡурҡыныс янауын һиҙә ул, хәҙер инде аныҡ ҡына һиҙә, тик ҡайҙан, кемдән һәм ҡай тарафтан икәнлеген генә асыҡлай алмай әлегә. Әммә ул быны белергә тейеш. Был уның бурысы. Ләйләгә һәм ошо ҡыҙ бала аша тотош кешелеккә ҡарай шылышҡан оло бәләне тойорон тойҙо, ә хәҙер аңларға һәм сараһын күрергә бурыс­лы Ғәбиҙә. Тик нисек итен?
...Ғәбиҙә атаһы һуғышҡа алынып, туғыҙ ай үткәс донъяға килә. Яңғыҙ әсә ҡулына ҡалған алты балаға етен­се булып өҫтәлгән тере йәнгә берәү ҙә артыҡ ҡыуанмай. Көн оҙоно үҙенән саҡ ҡына өлкәнерәк туғандарын йон­сотоп, унан эштән арманһыҙ булып ҡайтҡан әсәһенең буш түштәрен төнө буйы тылҡып-талап сығып, һөйләшә белгән­дәрҙән әрләнеп-ҡарғалып бөтә хатта. Тик ул йәшәргә, йәшәгәс ашарға ла теләй. Шунлыҡтан яшыҡ ҡына кескәй кәүҙәһен апайҙары йәлпелдәтеп ҡайҙа алып йөрөтһә лә, түҙә, илай һалып бармай. Эҫе ҡом өҫтөндә әлһерәп китеп апайҙарының балыҡ тотҡанын ҡарап ултырғанда ла, тау аҫтында тегеләрҙең үлән-маҙар йыйғанын көткәндә лә мыжымай. Өндәшмәй. Өндәшергә ике йәш булып барған­да ла һөйләшмәй бит ул. Нимә булғанда ла ҡысҡыра ла, тауыш бирә лә белмәй. Шул телһеҙлеге арҡаһында юғала ла яҙҙы әле. Бер көн апайҙары тауҙан төшкәс, баланы ҡуйып киткән ерҙәрен юғалтып арманһыҙ булды. Эҙләп- эҙләп тә таба алмағас, ике бәләкәй ҡыҙсыҡ, йылға ярына төшөп, әсе йыуаларын ашай-ашай ултырып илашты, әсә­ләренә нимә тип ҡайтып яуап бирергә икән тип апты­рашты. Ыҙанан башҡаға эшкинмәгән шул һөлөк кеүек нәмәне әсәләре әллә нишләп яратҡан була шул. Үҙҙәренә лә йәл килеп. Инде шуны ҡарап, ҡайғыртып өйрәнгәндәр. Тауҙан тауға үрмәләп йөрөп тә, илашып та арыған бала­лар сараһыҙҙан шунда яр буйында ятып йоҡлап та ала. Унан бер аҙ тынысланып тороп, ҡайтыр алдынан тағы бер быуа эҙләргә булып үҙәктәрҙе ҡыҙырғанда табып алалар бисараны. Үргә менгән саҡта бөтөнләй икенсе үҙәк башын­да ултыртып ҡалдырғандар икән, төшкән саҡта буталып киткәндәр. Ике апай ҡыуаныстарынан сарылдатып килеп, себен-серәкәйгә ем булып әллә йоҡлап, әллә хәлһеҙләнеп ятҡан сабыйҙы албырғатып уята...
Шул ҡышты мең бәлә менән сығып, яҙға аяҡ баҫтыҡ тигәндә, ауылда әллә нисә ғаилә өй эҫтәре менән туңған башаҡ ашап ағыуланып ҡырылды. Үлеүселәр араһында Ғәбиҙәнең ғаиләһе лә бар ине. Райондан килгәндәр йорттар буйлап байҡап йөрөгәндә, урындыҡта теҙелешен ятҡан һигеҙ кәүҙә араһында иң бәләкәсенең тере икәнлеген абайламай­ҙар ҙа башта. Барлы-юҡлы сепрәк-сапраҡҡа урап үлектәр­ҙе сығара башлағас, кемдер берәү бәләкәстә йән барлығын аңғарып ҡала. Сабый дәһшәтле ҡурмасты ашай алмағанмы әллә әсә һөтө ағыуланып өлгөрмәй ҡалғанмы, ни булһа ла әсәһе һәм алты туғаны араһынан бер үҙе тере ҡалған булып сыға Ғәбиҙә.
Ваҡытлыса бер өйҙә аҫралып торғас, яҙ ныҡлап урын­лашыуға, башҡа етем ҡалғандар менән бергә уны ла Сәрмән балалар йортона алып барып тапшыралар. Үҙе кеүек үк етә ашамауҙан йүнләп үҫә алмай ҡатып ҡалған, ас күҙле, аҙ һүҙле кескәйҙәр төркөмөндә көн итә башлай Ғәбиҙә лә. Тәрбиәселәре был ололарса моңло ҡарашлы ҡыҙсыҡты нисек кенә һөйләштереп ҡарарға самаламаһын, өйрәтмәһен, ҡурҡытмаһын, бала өн-һүҙ сығармай. Бар телә­ген күҙ-ҡарашы, ымы менән аңлата. Ололарҙы бигерәк тә баланың оҙон-оҙаҡ уйланып, онотолоп йөрөүҙәре, сәғәттәр буйы һыуға йәки офоҡҡа текәлеп тороуҙары аптырата. Быға әллә етешмәй микән, тип тә уйлайҙар.
Ул арала һуғыш бөтә. Бәхетлеләрҙе яу эсенән әйләнеп ҡайтҡан атайҙары, ағайҙары йәки башҡа яҡындары алып китә башлай, һәм үҙе аңламаһа ла, был бәхетлеләр ара­һында Ғәбиҙә лә булып сыға. һуғыштан һуң ҡалып, тағы ла бер йыл хеҙмәт үткән атаһы, ҡыҙын юллап килеп таба. Тәрбиәсе апай тәҙрә алдына менеп баҫып, ҡайҙалыр тексә­йеп ҡатҡан баланы, елтерәтеп һөйрәп төшөрә лә, ҡабала­нып ауыҙ-моронон йыуып һөртә, сәсен ипләй: «Атайың ҡайтҡан, балам, атайың килгән... Атайың гере ҡалған бына... «Атай» тип әйт йәме, «атай» тиген, муйынына йәбеш, атыу ҡалдырып китер...» – тип шыбырлай- шыбырлай директор бүлмәһенә алып инә. Уны күргәс, һалдат кейемендәге дәү кәүҙәле, сал сәсле кеше, ултырған ултырғысынан иҙәнгә шыуып төшөп тубыҡлана ла, һың­ҡылдап тороп илап ебәрә, һалдатҡа ҡушылып директор, тәрбиәсе, ишеккә килеп күҙәтеүсе башҡалар илай. Ҡар­шыһындағы ҡояшта ҡарайып, ел-туҙанда ярғыланып бөткән йөҙгә текәлеп торған биш йәшлек кенә Ғәбиҙәгә, шул ваҡыт тәүге тапҡыр эске көсө үҙенең барлығын һиҙҙерә. Ул был кешенең үҙенә яҡын, ғәзиз йән икәнлеген тоя. Тоя ла, һаман тыныслана алмай йәштәренә ҡойоноп ултырған атаһына килеп: «Атай, илама», – тип өндәшә.
Атаһы өсөн йәм дә, ғәм дә булып торҙо Ғәбиҙә. Биш йәшенәсә һөйләшмәй йөрөгән тимәҫһең хәҙер үҙен, туҡта­май бытылдап ҡына тора. Әле унан нимәләрҙелер төпсөшә, әле үҙе һөйләй. Хәбәрҙәре менән атаһын көлдөрөп тә, илатып та бөтөрә. Тегеһе иһә атай ҙә, әсәй ҙә ролен тейешле башҡарырға тырыша. Дүрт-биш көнгә бер булһа ла ҡыҙының сәстәрен гарап сыбыртҡы ишеүе менән үреп ҡуя, күлдәктәр тектереп кейҙерә, ойоҡбаштар бәйләтә, быйма баҫтыра. Уҡыуға төшөүенә лә уҡытыусынан кәрәкле нәмәләр теҙмәһен яҙҙырып алып, үҙен Оло ауыл баҙарына алып барып, әллә күпме әйбер алды. Ҡайтҡас яңы кейем­дәре менән атаһына ярты төнгәсә уйын ҡуйҙы әле ҡыҙы.
Ғәбиҙә уҡыуға барған йылы, атаһы бер бала ла табып өлгөрмәйсә тол ҡалған йәш ҡатынға өйләнде лә, ғаиләгә әсә тәрбиәһе йоғоп, йәшәү тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, яҡшыраҡ булып китте. Үгәй әсә Ғәбиҙәгә ҡаты булманы, киреһенсә, ир холҡона өйрәнеп етмәгән ҡатынды ул үҙе йыш ҡына атаһының улай-былай йәберләп чашлауҙарынан яҡлашып, ҡурсалап торҙо әле. Тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыған һәм йылылыҡҡа, бөтөнлөккә сарсаған кешеләр, ҡоршалған бәхепәренә ҡәнәғәт булып, шуны ҡәҙерләп ғүмер итте. Бер-бер артлы тағы ла дүрт бала донъяға килде. Ғаилә тулды, түңәрәкләнде.
Урта мәктәпте тамамлағас, ата-әсәһенә кесе туғанда­рын ҡарашын, йәйҙәрен баҫыуҙа, ҡырҙа, ҡыштарын һарыҡ фермаһында эшләй башланы Ғәбиҙә. Йөҙ-һыҙаттары нәфис­ләнеп, кәүҙәләре төйөрөмләнеп киткән һ ылыуға егет-елән дә күҙ ата башланы. Эшкә егәрлелеген дә, егәрле кешеләр­гә хас булғанса ҡатылығын да юғары баһалап, яусыларға ым-ишара яһаусылар йышайҙы. Тик ҡыҙ кемделер һайлар­ға ашыҡманы. Был ваҡытта инде ул үҙенең эске донъя­һын аңлап һәм уны тыңлап йәшәргә өйрәнгәйне. Әлеге ваҡытта ул күңеленең кемделер, бер бик мөһим, бик ҡәҙер­ле кешене табаһын белә һәм шул йәндең килеп осрарын сабырлыҡ менән көтә ине.
Бер көн баҫыуҙан ҡайтыуға ул урам ҡапҡаһына бәй­ләнгән дүрт эйәрле атты күреп барыһын да аңланы. Был ат хужалары уның артынан килгән. Аттары аҡ күбеккә батып, тирләүгә ҡарағанда бик алыҫтан булып, оҙон юл үткәндәрҙер. Ҡурҡманы ла, тулҡынланманы ла ҡыҙ, бары тик йөрәген ниндәйҙер күндәмлек, тыныслыҡ тойғоһо сорнап алды.
Өйгә ингәс, урындыҡ ситендә генә терәлеп, аптыра­ныуҙан нишләргә белмәй ыуаланған атаһын, усаҡ артына йәшенә биреп шаҡ ҡатын торған үгәй әсәһен һәм стена буйлап аяҡ салын ук ултырышып алған ике ҡартты һәм йәш егетте күрҙе. Ҡарттар ҡыҙҙы баш эйә биреп, егет иһә тороп уҡ: «Әссәләмәғәләйкүм», – тип сәләмләне. Бын- дайҙы уҡ көтмәгән Ғәбиҙә лә һиҙелер-һиҙелмәҫ баш ҡағып телһеҙ ҡалды.
Ул арала үгәй әсәһе йәшенгән еренән сыға һалып, ҡыҙын етәкләп соланға әйҙәне. Ҡатын ысынлап ҡурҡҡайны.
Уй, Алла, Ғәбиҙә, кемдәр ул былар? һиңә килдек тейҙәр бит, үгәй әсәнең тауышы шыбырлауҙан сыйыл­дауға күсеп китте. – Анау егеттәре һине әллә Оло ауыл баҙарында, әллә һабантуйҙа күргән тейме... Яусы булып килгәндәр ҡорогорҙар...
Ҡараштарын үгәй әсәһе аша алыҫҡа төбәп уйға ҡалған ҡыҙ бер генә һүҙ әйтте:
– Шан?..
– Шан ней... шу... Атаң менән беҙ ней аптыраҡта. Үҙ­ҙәре килеп ҡыҙыҡ ҡыналар... Әллә ҡайҙан килгәндәрҙер инде?..
Ғәбиҙә өндәшмәй генә өйгә кире инде лә, үҙенә дүрт күҙ менән төбәлгән агаһы янына ултырҙы. Тегенеһе һүҙҙе нисек башларға белмәне:
– Ҡыҙым, бына... ней бит әле... ҡунаҡтар килеп төштө тийәйемме...
– Беләм.
Ҡыҙының үтә лә тыныс, хатга нисектер һалҡыныраҡ тауышынан атай кеше тамам албырғаны.
– Б-беләһеңме ни?., һы.
Ул арала ҡыҙҙы бик ентекле күҙәтеп ултырған иҙән­дәге ҡарттарҙың береһе телгә килде:
– Әйтәбеҙ бит, ҡыҙ белә егет килерен, тип. Беҙ көтөл­мәгән ҡунаҡтар түгел ул, хөрмәтлем. Хәжмөхәмәт күптән килмәксе лә, беҙ изге ай тыуғанын көттөрҙөк.
«Исеме Хәжмөхәмәт икән... Ә минең исемде белә микән?..» Ғәбиҙә йылмая биреп торған егеттең яғымлы йөҙөнә күптән белгән яҡын кешеһенә ҡараған кеүек баҡ­ты. «Ул бит белә был егетте, ошо егетте көттө, һағынды, хатта... хатта... ярата ла әллә...»
– Шулай икә-ән... Йәштәрҙе белеп бөтөп буламы инде... – атаһы һаман һүҙен ялғай алмай аҙапланды,
– Беҙ белмәгән кешеләрҙе балалар беләлер тип кем уйла­ған...
– Йә, ярай, кемдең кемгә осрап насип булыры бер Хоҙайға ғына мәғлүмдер, – ҡарттарҙың икенсеһе һаҡа­лын һыйпап төп һүҙгә күсте. – Беҙ йомошобоҙҙо әйттек инде, ҡыҙ ризалығы булып, ата-әсә ҡаршы сыҡмаһа, иртән иртәнсәк никах уҡытып, тантанаһын башҡарып ҡуйырға ине...
– Аһ-аһ, нисек инде?! – Ишек төбөндәге ҡорған артында торған үгәй әсә онотолоп ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
Ата ла аптыранды:
– Был ниткән эш?!
Ҡараштарҙың барыһы ла Ғәбиҙәгә төбәлде.
– Мин риза, – ғына булды ҡыҙҙың яуабы. Шулай тине лә, сығып та китте. Ойҙән ғенә түгел, урамдан да, ауылдан да ситкә атланы ул. Артынан өндәшмәй генә Хажмөхәмәт эйәрҙе. Ауыл ҡырына еткәс, баҫыу ситәне буйындағы бүрәнәгә ултырҙы. Егет тә янына килеп оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ булды. Унан ипләп кенә:
– Беҙ бөгөн тәүгә генә күрешһәк тә, бер-беребеҙҙе бик күптән беләбеҙ бит, Ғәбиҙә, – тип һүҙ башланы. Тауышы ниндәйҙер көй көйләгән кеүек моңло, йомшаҡ ине. Мин, мәҫәлән, ун дүрт-ун биш йәштәремдән һинең бар­лығыңды белдем, һуңғы көндәрҙә бигерәк тә тапҡым, күргем килгәйне, тик ҡай тарафҡа юл алырға икәнлекте генә төшөнә алманым. Бынан аҙна самаһы элек миңә ошо ике ҡарт килде, килделәр ҙә һиңә алып барырға тейеш кешеләр икәнлектәрен әйттеләр. Артыҡ һорау бирмәнем, эшемдән ял алып эйәрҙем дә киттем. Сөнки беләм, шулай тейеш. Беҙ йөрәгебеҙ теләгәнде... шулай тейеш булғанды башҡарабыҙ, Ғәбиҙә... һин борсолма... мин һине рәнйет­мәм.
Йәштәр офоҡ һыҙығына яҡынлашып барған ал ҡояш­тың тау-урман остарын ҡанһыу төҫкә мансып баҙырауын күҙәтепме, әллә һәр береһе үҙ уйына сорналыпмы, әллә тик икеһенә ғенә билдәле юлдар менән аралашыпмы, баҫыу ситәне төбөндә оҙаҡ ҡына ултырҙы. Улар кире өйгә ҡайтҡанда, теге ике ҡарт ни хикмәт менәндер ата-әсәһен күндергән, әсәһе ике еңгәһен саҡыртып һалма баҫа, атаһы ашығып йөрөп һарыҡ һуя ине...
Өсөнсө көн таң һарыһынан ҡарттар йәштәрҙе уятып алып юлға сыҡтылар. Ғәбиҙә был ике аҡһаҡалдың бөтә ауылды таң ҡалдырған оҙон сапандарына, сәлләләренә, үҙ-ара аңлайышһыҙ ят телдә һөйләшкәндәренә иғтибар итеп, былар әллә берәй төрөк иленән килделәрме икән, тип фаразлап барҙы.
Илле саҡрымдай араны һыбай үткәс, кейәү менән кәләште үткенсе поезға ултыртып, фатихаларын биреп ҡалды ҡарттар. Шунда айырылышҡандан һуң икеһе лә был юлдаштарын башҡаса ғүмерҙә лә күрмәне.
Хәжмөхәмәт Себер тарафтарының иң алыҫ, иң төпкөл ерҙәрендә, Магадандан да арыраҡ урынлашҡан Сакалы ҡасабаһында йәшәй һәм ошонда уҡ шахтала эшләй икән. Был урынға борон-борондан мосолман тотҡондарҙы, бигерәк тә революциянан һуң репрессияланған байҙарҙы, муллаларҙы туплағандар һәм уларҙың сәстәрен ҡырҙырып та һаҡал үҫтереүҙәренән көлөп, үҙҙәренең үк һүҙе менән «һаҡаллы», руссалап «сакалы» тип атар булғандар. Яйлап мосолмандар урынлашҡан төйәк тә Сакалы ҡасабаһы булын киткән.
Уйлап ҡараһаң Магадан үҙе лә «мәғдән» тигән төрки һүҙҙән бит. Был ерҙәрҙә бик электән тау-таш аҡтарып аҫыл таштар, мәғдән эҙләй торғанда}). Был хәтлем хаяһыҙ тәбиғәтле ерҙәрҙә кем үҙ теләге менән ер ҡуйынына инһен, әлбиттә, тыуған ерҙәренән айырып ҡыуып алып киленгән, ирекһеҙләнгән, сараһыҙландырылған тотҡондар ғына.
Хажмөхәмәттең атаһы Солтанморат заманында үҙ төбәгендә тирә-яҡҡа даны таралған мулла була. Ул йәш сағында Сәмәрҡәндтә, Бохарала уҡый, әллә күпме дини белемгә, дини көскә эйә була. Билдәле ихтилалға тиклем ауылында муллалыҡ итеп, ике ҡатынлы, тиҫтәгә яҡын балалы булып, оло хужалыҡ тотоп йәшәй. Ауылдаштарын һәм үҙенә мөрәжәғәт иткән һәр кемде хаҡ мосолман тәр­типтәре менән йәшәргә өндәй, өйрәтә, тәрбиәләй. Урын­дағы бәхәстәрҙе, ыҙғыштарҙы, аңлашылмаған һорауҙарҙы мосолман ҡанундары ярҙамында сисә. Талапсан, дөрөҫ­лөктө яҡлаусы, тынғыһыҙ, егәрле кеше була ул. Ырыу­ҙаштары үҙен сикһеҙ хөрмәт итә, унда һәр һорауға яуап таба алырҙарына ышанып, яҡлаусылары кеүек ҡабул итеп тигәндәй кон итә. Әммә революция болғанышынан һуң Солтанморатты ла ҡулға алалар. Урындағы бер больше­виктың да уны йортонан инеп алырға батырсылығы етмәй. Ойәҙҙән килгән йәлләттәр башҡара был эште. Әҙәм ҡарағыһыҙ итеп туҡмалған, һынған ҡулы һәленеп төшкән, уң күҙе әллә сыҡҡан, әллә шештән ябылған хәлдә лә мулла башын тура тотоп, арбаға үҙ аяҡтарында сығып ултыра. Эргәһенә сыр-сыу илатып ҡатындары менән бала- сағаһын тейәйҙәр. Ихата алдына бөгә ауыл йыйылған. Бер-береһенең яурынына йәшеренеп буҙлашҡан ҡатын- ҡыҙға, телһеҙ булышып аушайышып торған ир-егеттәргә байҡап ҡарай ҙа: «Ҡурҡмағыҙ, мин үҙ юлымды беләм. Бына һеҙҙең юл ауыр булыр... Килер көндәр, иман менән бергә илгә тыныслыҡ та ҡайтыр», – ти. Ауыл халҡы, һаҡсыларҙың ажғырыуын ишетмәҫтән, һеперелешеп ылау артынан ауыл осонаса бара һәм әсәләренән ҡалған етем балалар шикелле тилмерешеп тороп ҡала. Шул китеүҙән ауылға Солтанмораттың бер заты ла ҡайтмай.
Ғәбиҙәнең ире башкөллө дин кешеһе булып сыҡты. Ауыр эштән талсығып, йонсоп ҡайтыуына ҡарамаҫтан, йыуынып-пакланып ала ла, намаҙға ултыра. Унан көйләп- көйләп дини әсбаптар уҡый, унан ҡалһа ҡатынына әллә ни төрлө ҡыҙыҡлы мажаралар, хикмәттәр һөйләй. Ғәбиҙә иһә иренең ауыҙына ҡарай ҙа донъяһын онота. Уға ире игеп ҡабул иткән был тыйнаҡ кешелә бөтә нәмә лә оҡшай, һәр нәмәгә ипле итеп тогоноуы ла, тауышын күтәрмәй генә һөйләшеүе лә, томора күҙҙәрен ай урағы шикелле игеп ҡыҫып йылмайыуы ла, ярты төндәр ауышҡансы әкәмәттәр һөйләп әүрәтеп ултырыуы ла. Ә бына динен аң­лап уҡ етмәй, әммә уныһын да иренең булмышы, фиғеле итеп ҡабул итә.
Хажмөхәмәт башта ҡатынына үҙе белгәндәрен һөйләү менән генә сикләнһә, тора-бара сүрәләрҙе аңлата, намаҙ- фәләндәрҙе бергә башҡарырға саҡыра башланы. Ҡасабала күптәрҙең йә бер-береһенән, йә властарҙан йәшеренеп дин тотоуын белһә лә, Ғәбиҙә быға тиклем тыйылған, кәрәк­мәгән нәмә итеп ҡаралғанға ҡапыл ғына күнә алманы. Яйлап килде уға был аң. Йылдар ағымында балаға уҙыуына зарығып та көтөп ала алмаған саҡтарында, сараһыҙ­лыҡтан Аллаһына һыйынды, ялбарҙы. Юҡ, бала бирмәне уға Хоҙай, әммә эске донъяһында йәшәп килгән көстө үҫ­терҙе, ҡаршыһында торғандың уй-ниәтен, теләген төшөнә алырҙай халәткә еткән тойом, һиҙгерлек бирҙе.
Ҡарты үлер алдынан оло сер сисеп китте, «һин ябай ғына кеше түгел, Ғәбиҙә, быны күптән үҙең дә төшөнә­һеңдер. Миңә, мәҫәлән, бәләкәйҙән был ергә үҙемдең кешелекте ҡара көстән һаҡлаусының мөғәллиме булыу бурысын үтәргә килгәнемде төшөндөрҙөләр. Атайым иҫән саҡта дингә ул өйрәтте, өйрәтте тип, мин башҡаса йәшәүҙе белмәнем дә. Атайым Солтанморат исемле данлы мулла булган кеше, бында килтерелеп, ҡатындары, бала-сағала­ры аслыҡтан, ауыр эштән ҡырылып бөткәс, мине төп­сөгөн йәндәй һаҡлаған. Ә ысынында мин йәшәргә тейеш булғанмын да инде... Ул үлгәндә миңә ун ике йәш ине. Яңғыҙ ҡалған өйөмә бер кисте теге ике ҡарт килеп инде. Улар миңә бынан бер-ике утар аша йәшәүсе берәүгә алып барырға килгәндәрен әйтте. Мин уларға эйәрҙем. Ыжғыр буранда саҡ барып еттек. Беҙ барған кеше ҡайҙандыр Кавказ тауҙарынан ҡыуылып килтерелгән дин әһеле икән. Уға ҡарттар минең кемлегемде әйтеп, һаҡларға, уҡытырға ҡушып ҡалдырып китте. Шулай итеп мин Сахым-әкәлә ун бер йыл йәшәнем, эшләнем һәм дин тәғлимәттәренә төшөн­дөм. Сахым-әкә белгән һәм һөйләгәндәр бер китапта ла, бер яҙмаларҙа ла юҡ. Улар бер ҡайҙа ла яҙылмай, ә бары һайланма кешеләргә генә телдән тапшырыла. Мин уларҙы һиңә лә һөйләнем.
Сахым-әкә лә әруахтар иленә киткәс, теге ҡарттар тағы ла пәйҙә булды һәм һине барып алырға кәрәклеген әйтте. Улар юлда миңә һинең кешелекте ҡара көстән һаҡлаусы икәнлегеңде һәм... минең ҡатыным буласағыңды аңлатты.
Мине ҡуйғас, тыуған яҡтарыңа ҡайтып төплән дә, көт... һин Аллаһы Тәғәлә тарафынан шул тәғәйенләнгең өсөн ергә килтерелгәнһең, хәлемдән килгәнсә, белгәнемсә һиңә дин нуры һалдым... Көсөң иһә күктән бирелгән... Ҡатыным булып, мине хөрмәтләп, ҡәҙерләй йәшәгәнең өсөн рәхмәтлемен, үпкәләрең булһа – кисерә күр...»
Бына инде тиҫтәнән ашыу йылдар Ғәбиҙә ошо көн­дәрҙе көтә. Һәм ул көндәр килде, күрәһең...
Эштән «ах та ух» йүгереп, хәле бөтөп килеп инде Ләйлә. Инде лә, итектәрен ишек төбөндә һелтәп сисеп, ашығып бүлмәһенә йүгереп үтте лә, ашыҡ-бошоҡ кейемен алмаштырған арала ҡысҡырып хәбәрен һалды:
– Ней, инәй! Марат Мансурович мине киноға саҡыр­ҙы. Три дыға!
– Уныһы нимә тағы? Дыһыҙ ғына кина ҡарап бул­маймы ни?
– Уныһы круто, инәй! Эштән сыҡһаҡ, яныма килде лә, әйҙә киноға барайыҡ, ти. Башҡаларҙың күҙе шар булды!
– Һинеке шар булманы инде, – Ғәбиҙә донъяһын онотҡан ҡыҙын мәрәкәләмәксе.
– Мин – ваше! Чуть ҡолап китмәнем! Хәҙер иң матур күлдәгемде кейәм дә!
– Кейәм тип, ашамайһыңмы ни? Аш бешкән.
– Юҡ, Марат Мансурович әле мине алып килде лә, хәҙер заправкаға барып әйләнгәнсе инеп сыҡ, кафела тамаҡ ялғарбыҙ тине. Шәп бит, ә! Такой крутой.
Ғәбиҙә артыҡ һүҙ әйтмәне, бары Ләйлә менән ҡуша ҡыуанды. Нимәлер тигән булһа ла, тегенеһе уны тыңлар­ҙан түгел бит инде. Ҡолаҡ остарына ҡәҙәр батҡан мөхәб­бәт һаҙына.
Бына тыштан сигнал да бирҙеләр. Ғәбиҙә бара һалып тәҙрә ҡорғаны ситенән генә күҙ атты ла, ҡапҡа алдында йылтырап ултырған ҡара көмбәҙ машинаны күрҙе. Маши­наның тәҙрәләре тоноҡ, үтә күренмәй. Тик Ғәбиҙә өсөн түгел. Күңеле тынысһыҙланып, нимәлер һиҙенеүҙән йөрәге тулап киткән әбей эске көсө менән руль артындағы киң елкәле мыҡты ирҙе башын бороп тәҙрәгә ҡарарға мәжбүр итте һәм... ҡупшы, сибәр йөҙҙәге йылмайып баҡҡан ҡара күҙҙәрҙе түгел, ә ҡараңғылыҡта өңөрәйгән ике буш тишек­те һәм, инде төпкәрәк үткәндә, ҡот осҡос шомдо, ҡурҡы­нысты күрҙе.
Ул арала Ләйлә, әбейе ауыҙын асырға өлгөргәнсе, үҙе әйтмешләй «воздушный поцелуй» ташлап сығып та осто.
Ҡыҙҙың йәлп-йөлп итеп машинаға ултырып киткәнен тәҙрә селтәрҙәре аша ҡараштары менән генә оҙатып ҡалды изгелек һаҡсыһы...
Төн уртаһы. Бейек ҡатлы йорттоң ҡыйығына ҡунып, аҫта йөрөүселәр араһынан ҡорбан күҙләй ҡарағош. Ул һунарға сыҡҡан. Э аҫта йөрөүселәр күп. Кешеләр генә түгел унда. Уның күҙлегенән барыһы ла күренә: әҙәмдәр ҙә, улар араһында йүгерешкән шайтандар ҙа, аралап осҡан фәрештәләр ҙә... Ана, ҡупшы кейенгән ике ҡатын килә, ауыҙға-ауыҙ терәп нимәлер һөйләшәләр ҙә, матур эшләпә­ләр ултыртҡан баштарын артҡа ташлап тороп рәхәтләнеп көләләр. Ә үҙҙәрен ике яҡтан ике мөгөҙлө шайтан ҡул­тыҡлаған. Теге бахырҙар быны белеү ҡайҙа? Бына ҡатын­дар ихахайлай-ихахайлай килеп шайтандары менән бергә төнгө клубҡа инеп юғалды...
Ана, тағы икәү. Береһен-береһе уҙышып атлайҙар. Эскесе ир менән ҡатын баш төҙәтергә берәй яй эҙләп сыҡ­ҡан. Бөгөлөп төшкәндәр, хәлһеҙҙәр. Сөнки елкәләрендә әзмәүерҙәй йөнтәҫ шайтандар ике яҡҡа аяҡтарын һәленде­реп үк ултырып алып, быларҙы ҡойроҡтарын сыбыртҡы итеп ҡыуалай йөрөтәләр. Ел ыңғайына ҡалтыранып йүгер- мәләгән ире уҙып китһә, ҡатындағы шайтан тояҡтары менән бисараның бөйөрөнә тибеп, ҡойроғо менән арҡаһына һыҙы­ра тартып ҡыуып йүгертә. Күршеһен уҙып китә лә, артына ҡайырылып шарҡылдап көлә. Уны уҙам тип тегенеһе ирҙе яра. Унан ир ҡатынды уҙып китә. Шайтандарға ҡыҙыҡ, мәрәкә, улар әҙәм төҫөн юйып үҙҙәренең ҡолона әүерелгән был шәүләләрҙе нисек теләй шулай итеп уйната...
Ҡаршы яҡтан юл аша бер үҫмер сыҡты. Баш осонда фәрештәһе айбарланып тынысһыҙ оса. Бушҡа түгел икән. Арттараҡ ҡалып шайтан эйәргән. Фәрештә әле алға, әле артҡа кәйелеп нисек тә уны яҡын ебәрмәҫкә тырыша, тик шайтан да ҡалышмай. Бына эҙәрләүсе ҡала биргәндәй итге лә, фәрештәнең тынысланғандай булып үҫмерҙең яурынына ҡунғанын ғына көтөп, йүгереп килеп уны осора һуғып төшөрҙө һәм тапап иҙергә самаланы. Был арала егет наркотиктар һатыусы йорттоң подъезд төбөндә тапана ине. Инергә лә, кире боролоп китергә лә белмәй ул. Йәш­тәренә ҡойоноп алдында теҙләнгән әсәһе лә күҙ алдынан китмәй, шул уҡ ваҡытта тик бер генә «тәгәрмәс» йотоп онотолғоһо килеү теләге лә тәҡәтһеҙ. Тик фәрештә лә бирешергә теләмәй: бар көсөнә канаттары менән һуғып, шайтанды тәкмәсләтеп йөрөтә башланы. Башын да күтәрә алмаған мәхлүк бөршәйеп ҡасырға мәжбүр булды. Ауыр­лыҡ менән булһа ла үҙендә көс таба алған үҫмер ҡырҡа боролоп, килгән яғына йүгерҙе. Яралы фәрештәһе баш осонда ҡанаттарын йәйеп осто...
Әҙәмдәр – бахырҙар. Был – ҡарағоштоң фекере. Улар бит үҙҙәренең ниндәй халәттә тыуып, ниндәй донъяла йәшәп, ҡайҙа китерҙәрен дә белмәйҙәр. Ҡыҫҡа ғына ғүмер­ҙәрендә әллә нимәләр эшләрҙәй булып, ерҙә нимәләрҙелер үҙгәртә алырҙай ҡыланып йөрөгән булалар. Ә ысынында улар бында һынамаҡҡа гына ебәрелгән. Кем тарафынан икәнлекте, уның исемен әйтә лә, ул хаҡта уйлай ҙа алмай ҡарағош. Сөнки Ул ҡарағош буйһонған көстөң ҡан дошманы.
Һәр йән ергә инге фәрештә һағында ебәрелә. Фәрештә үҙе яуаплы йәнде ҡурсалан, аяп йөрөтә. Тик ерҙә кешеләр күҙенә күренмәйсә йәшәүсе шайтандар донъяһы ла бар. Улар һәр килгән йәнгә һунар игә, фәрештәләр менән алы- ша-айҡаша, уларҙы тартып алырға, үҙҙәренә ҡол итергә ынтыла. Әҙәмдәр бала саҡта фәрештәләре лә көслө була. Бала фәрештәһенә бер ннсә шайтан бергә һөжүм итен үлтереп, бала яҡлаусыһыҙ ҡалып, берәй бәләгә тарып ҡына ҡуймаһа, әлбиттә. Әҙәм үҫә бара фәрештәһенә лә уны ҡурсалап йөрөү ауырлаша бара. Сөнки шайтан ҡот­ҡолары үтә лә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, татлы, еңел... Шайтанда]) менән фәрештәләрҙең әҙәм йәне өсөн алыш­ҡанын инде алты быуат күҙәтә ҡарағош. Шайтандарҙың фәрештәне иҙеп тапан киткәнен дә, йәиһә фәрештәләрҙең шайтан ҡоллоғонда йонсоған әҙәмде яу менән йолоп алға­нын да күргәне бар. Үҙе ундайға ҡыҫылмай. Ундай ваҡлыҡ­тарҙа эше юҡ. Уға фәрештәһе ни, шайтаны ни. Уларҙың барыһынан да күпкә көслө, хатга сағыштырырлыҡ та түгел көслө ул. Ә әҙәмдәр уның өсөн ем генә. Тик... ҡарағош патын дауам иттереүсе лә әҙәм патынан бит әле. Ҡарағоштар бер енестә генә – ир патынан. Уларҙың тоҡо­мон дауам иттереү өсөн ҡатын-ҡыҙ кәрәк. Писә быуаттар инде Ҡара көс: тарафынан ергә бер нисәү итеп кенә яра­тылған был кеше йәне, кеше энергияһы менән туҡланыу­сылар, әҙәм ҡыҙҙарын ҡулланып юғалып бөтмәй йәшәп киләләр, һәр ҡарағош алты быуат ғүмерендә үҙенә тәғә­йенләнешле ҡыҙҙы табырға һәм уны файҙаланып балаһын тыуҙырырға тейеш. Бала тыуыуға әсә булғаны иҫән ҡалмай, әлбиттә. Ҡарағош яралғыһы туғыҙ ай буйына әсәһенең үҙе менән туҡлана һәм ахырға ҡарай уны бөтөнләй киптереп, һурып бөтөрә.
Әле ҡыйыҡта ултырып ҡорбан эҙләгән ҡарағош инде алтынсы быуатын тағатып бөтөп бара. Тик һаманға тиклем патын дауам иттереүсене таба алмай ине. Бынан ике айға тиклем. Хәҙер белә ул, хәҙер тапҡан. Тик бына ҡыҙҙың һаҡсыһы ғына... Ҡайҙан килеп сыҡҡан, ниндәй көскә эйә һаҡсы һуң ул? Ҡарағошҡа бындайҙың осрағаны булманы. Әле ҡайһы быуаттарҙа, ниндәй илдәрҙә, ниндәй сүрәт­тәрҙә йәшәғәнендә ғенә лә уны күпме священниктар, мул­лалар, шамандар әллә ни гөр ҡөҙрәттәр менән ҡыуманы, ниндәй генә серле биктәр, һаҡтар ҡуйып ҡараманы, ул береһенән дә өркмәне, ҡорбанын нисек тә эләктереп алып китте. Ә был ҡарсыҡтың ҡарашында ысын көс, ҡара ҡанын ҡайнатып ебәрерлек тәьҫирле көс күрҙе ул. Хатта албырғауҙан саҡ-саҡ үҙ асылына ҡайтманы. Саҡҡа үҙен ҡулға алып, ҡуҙғалып китә алды теге көн.
...Билдәһеҙ оло ҡалаларҙың береһендә тон йөҙөндә бер кешенең серле рәүештә юғалыуы оло кәбәндән бер һалам­дың юғалыуы ғына булды. Уның атын осһоҙ-ҡырыйһыҙ хәбәрһеҙ ғәйеп булыусылар исемлегенә теркәп ҡуйҙылар.
Марат Мансуровичтың уйламаҫтан, берәүҙән дә йәшер­мәйенсә, башкөллө ғашиҡ булған үҫмер төҫөндә, йәп-йәш медсестра артынан төшкәнлеген бар поликлиника ҡатын- ҡыҙы тикшерҙе. Берәүҙәр «ваҡытлыса тотонор ҙа ташлар, ҡасан Мансурычтың етди булғаны бар» тип тел сарланы, икенселәр «ниһайәт был хан-егеткә лә ҡыҙ тыуған икән» тип көлдө, өсөнсөләр һүҙһеҙ көнләште, дүртенселәр күҙәт­те генә.
Бөгөн ул тағы ла ҡыҙҙы кисте бергә үткәрергә саҡырҙы һәм такси тотоп килеүен үтенде, йәнәһе үҙенең машинаһы боҙолоп тора. Ә ысынында ул йорт янына уға хәҙер юл бикле, хатта Ләйләгә лә элеккеләй ҡағыла, биле­нән эләктереп һөйөп, ҡулын тотоп тора алмай. Ниндәйҙер күҙгә күренмәҫ шар эсендә ҡалған кеүек хәҙер ҡыҙ. Шулай уҡ көлә, йылмая, иркә көсөк кеүек Мараттың күҙенә ғенә мөлдөрәп ҡаран тора, әммә шул уҡ ваҡытта ныҡлы һаҡ аҫтында. Белә бының серен Марат-ҡарағош, былар теге үткер күҙле ҡарсыҡтың эше. Тик кем һуң ул?
Егет ҡыҙҙы ҡаланың иң ҡиммәтле ресторанына алып инде. Иҙәндән түбәләге шәмдәлдәргә тиклем ялтырап, нур сәсеп тора.
– Ой! Мин бындай урында тәүге тапҡыр! Прибор­ҙарҙы ла тота белмәйем бит... – Ләйлә ишек төбөнән үтмәҫкә ҡыртлатты.
– Әйҙә-әйҙә, үҙем өйрәтермен, мин үткән бер ғүмерҙә инглиз лорды булғайным – беләм, – егет көлә-көлә ҡыҙҙы гәпкә әйҙүкләне. Шаяртып һөйләһә лә, һөйләгәне шаярыу түгел ине уның. Ысынлап та, нисәнселер быуатта бер кеше ғүмерен ул шул сүрәттә йәшәгәйне бит.
Йәштәр шаяра-көлә ауыҙҙа иреп торғандай һый менән һыйландылар, нескә билле, йомро башлы бокалдарға ҡойолоп, зымбырлап һауа сығарып ултырған сифатлы аҡ шаран эстеләр. Егет уратьн тураты н үҙенә кәрәкле мәғлү­мәтте тартты:
– Кемдә йәшәйһең ул, аҡыллым. Туғанынмы?
– Кемде әйтәһең, әй, Ғәбиҙә инәйҙеме ни? Юҡ, туғаным түгел дә, зато туғандан да һәйбәт.
– Ҡайҙан барып ҡаптың уға?
– Урамдан. Ысын. Урамда фатир эҙләп йөрөй инем, ҡапыл ғына әллә ҡайҙан килеп сыҡты ла, «йәшәргә урын эҙләйһеңме, әйҙә миңә» тип апҡайтты ла китте.
– Ҡарап тороуға уҫал ҡарсыҡҡа оҡшаған бит, шуға һорайым әле, нимә менән шөғөлләнә һуң?
Намаҙ уҡый ҙа тиҫбе тарта инде әбей кеше ней, Ләйлә сылтыратып көлөп алды. – Ә былай... беләһеңме, миңә уның янында шундай рәхәт, тыныс, хатта үҙемде нисектер ҡурсыулы итеп тойған кеүекмен әле, көлһәң көл, бына, ыссын.
– Һе-е... Ҡыҙ-ҙьгк... ҡыҙы-ыҡ.... Ә башҡа ерҙә нимә, үҙеңде ҡурҡыныс аҫтында кеүек һиҙәһеңме ни?
– Һөйләһәм һин мине был бөтөнләй алйот икән тейһең инде, ивет.
– Нишләп, аҡыллым, һин нимә һөйләһәң дә мин һуш­һыҙ тыңларға риза. Ошондай ир булып, һине тынысһыҙ­ландырған мәсьәләләрҙе лә хәл итә алмаһам инде.
Ләйлә, бер аҙ уңайһыҙланып икеләнгәндәй итте лә, хәбәрен теҙҙе:
– Беләһеңме, был хәл, дөрөҫөрәге был тойғо, миндә күптән инде, хатта бала саҡтан, тиһәм дә артыҡ булмаҫ... Төшөмә йыш ҡына ниндәйҙер бер шәүлә инә...
– Шәүлә?! Ниндәй инде ул шәүлә?
– Көләһең бит! Көлгәсең, һөйләмәйем!
– Юҡ-юҡ, аҡыллым, көлөү ҡайҙа.
– Ну вот... теге шәүлә килеп минең әҫтәмә эйелә лә йөҙөмә ҡарай, мин уның төҫөн асыҡ ҡына күрәм...
– Нисек инде... төҫө?
– Ҡурҡыныс! Ҡот осҡос ҡурҡыныс... Бите күкһел- ҡара яры менән генә ҡапланған, күҙҙәре гәптә... һалҡын... Танауы, мороно нимәнеке тип әйтәйем... эйе-эйе, ярғанаттыҡы кеүек...
– Нишләй инде ул бапаҡ һиңә?
– Ул мине ҡулдарына ала ла осороп алып китә, бик бейек тауҙар аша үтеп ниндәйҙер мәмерйәгә алып килә.
– Шул ғынамы? Төш кенә бит был, аҡыллым.
– Төш кенә лә ул, тик миндә шул төштәге ҡурҡыу тойғоһо бер ваҡытта ла юғалмай кеүек. Ул ҡурҡыу күңе­лемдең иң төбөндә бер шом булып йәшәй. Бигерәк тә һуңғы ваҡытта...
– Һуңғы ваҡытта һин ғүмер юлыңдың тәүге етди һикәлтәһенә баҫтың – хеҙмәт юлын башланың, был бер булын һине ҡуҙғытып торһа, тап һуңғы ваҡытта яҙмы­шыңды ла осратҡанһыңдыр әле, был ике, йәш ҡыҙға борсолоу, ҡурҡыу өсөн аҙмы ни?
Егеттең был һүҙҙәренән ҡабынып-янып киткән ҡыҙ аңламамышҡа һалышты:
– Ниндәй яҙмыш тағы?
– Бына ошондай яҙмыш, – егет серле йылмайып пинжәгенең эске кеҫәһенә тығылды ла, кескәй генә ҡумта килтереп сығарып, ҡыҙ алдына асып һалды.
– Һа! – Ләйлә ҡапыл тынын эскә һурып ошо ғына өндө сығара алды.
– Аңлайым, был бик ҡапыл булды... Тик миңә хис­тәремде төшөнөү осон күп кәрәкмәне, һине тәү күргәс тә яҡынлығыңды тойҙом, хатта беҙҙең бергә булырҙы күрҙем дә кеүек... Ҡабул ит инде, зинһар...
Ҡыҙ, ҡаршыһында, ошоға тиклем хыял етмәҫтәй бул­ған аҫыл ир-егеттең мөхәббәт тулы күҙҙәр менән ялбарыу­лы тилмереп ултырыуынан да, һушты юйыр һүҙҙәренән дә юғалып ҡалып, иҫен йыя алмай ултырҙы.
– Һ-һин м-минә... т-тәҡдимме ни?..
– Эйе, ысын йөрәктән. Тәҡдимемде ҡабул итеп, мине бәхетле яһауыңды үтенәм.
Ләйлә һыңар усы менән хисләнеүҙән һығылып сығып алһыу бите буйлап аҡҡан йәштәрен һөргә-һөртә, икенсе ҡулын егеткә һуҙҙы...
Ғәбиҙәне был хәбәр ҡабаланырға, инде йәшерен һаҡсы ғына булып түгел, ә асыҡтан-асыҡ алышҡа инергә лә әҙер ҡурсалаусы булыуын күрһәтергә мәжбүр итте. Ул теге көндән алып егеттең кем икәнлеген, юҡ, кем икәнлеген әле лә аңлап етмәй ул, әммә ҡөҙрәтле ҡара көс булыуын һәм был көстөң нимә теләгәнлеген төшөнә. Уға Ләйләнең таҙа, саф ҡыҙ баланың – йәне, тәне, бысранмаған күңеле кәрәк. Ул табышынан бер хаҡҡа ла баш тартмаясаҡ.
Быға тиклем ул ҡыҙын һөйғәненән ҡайырырға бер ниндәй ҙә дәлил таба алманы. Ә бит тапҡан хәлдә лә, хатта ни хикмәт менән ҡыҙ егеттән баш тартҡан хәлдә лә, тегеһе ҡорбанын ыскындырырға теләмәйәсәк. Ниндәй юлдар менән булһа ла ҡулға төшөрәсәк бит ул уны.
Ғәбиҙә бик ентекләп тәһәрәтләнеп намаҙын башҡарҙы ла, күкрәге тәңгәленә эстән кәрәкле доғалығын ҡуйып, бар көсөн, аңын, ҡөҙрәтен туплап алып, урамға сыҡты. Бөғөн бик мөһим көн. Бөғөн ул ғүмере буйына әҙерлән- ғән, көткән осрашыуға – донъялыҡтың аҡ һәм ҡара көс­тәре араһындағы көрәштә үҙенә тәғәйен дошманы менән күҙмә-күҙ күрешеүгә бара.
Тейешле тәртиптәрҙе үтеп, сират көтөп ултырып, төш етеүгә саҡ инде әбей табип янына. Уны күреүгә күкһел махсус костюм кейеп, шундай уҡ төҫтәге ҡалпаҡ, маска аҫтына йәшеренгән дантистың күҙ ҡарашында ғына бер сағылыш сарпылып үткәнен иҫәпкә алмағанда, бер муску­лы ла ҡыбырламаны. Бер секундҡа ғына Ғәбиҙә хатга: «Әллә яңылыштыммы?» тип уйлап ҡуйҙы. «Ю-уҡ. Юҡ! Яңылышырға тейеш түгел ул. Түгел!»
Доктор пациентҡа үтеп ултырырға күрһәтеп ҡулы менән иҙәне лә медсестраһына боролоп:
– Галечка, барығыҙ кофе эсеп алығыҙ, – тип, тегеһе- нең аптыраулы ҡарашына ҡаршы ирәбе игеп йылмайҙы. Бар-бар, мин ебәрғәндә йүгереп ултыр.
Ҡорһағы арыуыҡ булып бүлтәйеп, арып ултырған йәш ҡатынға күп кәрәкмәне, «Рәхмәт-рәхмәт, Марат Мансуро­вич, һеҙ - фәрештә», – тип сығып та тайҙы. «Фәрештә» һүҙенән эстә ҡалғандар зәһәр йылмайыу менән алмашты, һәм был «йылмайыу» барыһын да урынына ҡуйҙы. Ике яҡтан да икеләнеүҙәр, фаразлауҙар, төрлөсә юрап фекер- ләүҙәр юҡҡа сыҡты. Бары яланғас хас дошманлыҡ ҡына ҡалды.
– Йә, – тине доктор, – нимә кәрәк?
– Ә һиңә? – һорауға һорау менән яуап бирҙе әбей.
– Миңә нимә кәрәклеген беләһең.
– Беләм. Шуға килдем. Мин уның һаҡсыһы.
– Аңланым. Тик көсөң етмәйәсәк. Мин һеҙҙең донъя­ла бик күптән йәшәйем, ҡөҙрәтем ҙур.
– Көсөмдөң самаһын әйтә алмайым, әммә мин – Аллаһ ҡоло.
– Минең янымда уның исемен атайһы булма, докторҙың тауышы йылан ыҫылдауына оҡшап китте.
– Исеменән дә ҡурҡаһың, нисек итен ҡаршы тормаҡ­сыһың һуң?
– Ҡорбанымдың теләге менән көслөрәкмен һинән, ҡарсыҡ. Ҡыҙ үҙе минең ҡатыным булырға теләй, аңла­ныңмы?!
– Был ғына дәлил түгел, – Ғәбиҙә ишек тотҡаһына үрелгән ерҙән ҡайырылып дошманының асыуҙан ҡыҙыл боҙ төҫөнә ингән күҙҙәренә тура баҡты. – Бел: һуңғы һулышыма тиклем көрәшәсәкмен!
Доктор яуабын ябыҡ ишеккә ташланы:
– Тимәк, һунғы һулышыңа күп ҡалманы, ҡарсыҡ.
Ләйлә бәхетенең етенсе ҡатында йөрөп никахҡа әҙер­ләнә. Ата-әсәһенә лә хәбәр итте инде. Тегеләре ҡапыл­ғара аптырашып ҡалһалар ҙа, ҡыҙҙарының теләгенә ҡар­шы килмәнеләр. Үткән ял әллә күпме күстәнәстәр тейәп ауылға барып танышып та килделәр. Әсәһе лә, атаһы ла, туғандары ла кейәү егетенең мөләйемлегенә, аҡыллылы­ғына, һеңлеләре бигерәк тә сибәрлегенә арбалып ултырып ҡалды. Әсәһе аулаҡ тура килтереп: «Әлдә генә лә яҡшы кешегә тура килгәнһең, балам, йәш айырмағыҙ арыуыраҡ булғанға аптырай төшкәйнем, тегеләй булһа ней, үҙең кеүек яңы студенттан сыҡҡаны булыр ине инде, тин ҡуям. Ярай, фатиры ла, яҡшы эше лә бар тигәсең... һәйбәт булған, бәхетең булһын инде», – тип серләшеп тә өлгөр­ҙө. Пикахлашыуҙы киләһе аҙнаға билдәләнеләр.
Һәр көн киләсәккә яҡты өмөт менән тыуҙы хәҙер ҡыҙ өсөн. Ул бер туҡтауһыҙ һөйләште, шаярҙы, ҡысҡырып көлдө. Тик бына Ғәбиҙә инәйе генә шатлығын бүлешмәй кеүек. Әллә нимәгә йомолдо, үҙенә бикләнеп етдигә, хатта ҡаты ҡарашлыға әйләнде. һуңғы көндәрҙә намаҙлығынан тормай. Хатта ҡыҙ төндә уянғанда ла әбейен шул эше өҫтөндә күрә хәҙер. Был төҫөндә ул ҡыҙға ысынлап Марат әйтмешләй «уҫал ҡарсыҡ»ҡа әүерелә башлағандай тойола.
Иртәгә никах тигән көндө Марат буласаҡ кәләшен кисте үҙендә үткәрергә саҡырҙы. Ләйлә шуға айырыуса тулҡынланып әҙерләнә. Улар иртәгә ир менән ҡатын була­саҡ. Шунлыҡтан, бөгөнгө кис нимә генә булған хәлдә лә ҡурҡыныс та, оят та түгел кеүек.
Ҡыҙ һаман намаҙлыҡ өҫтөндә бәүелгән инәйенең алдына ҡағыҙ яҙып һалды ла, йәнәһе лә, эшен тамамлағас күрер, йыйынып такси саҡырҙы. Мараттың, күпме өҙөлөп әйҙәләмәһен, ошо өйгә килгәне, Ғәбиҙә инәйе менән танышҡаны юҡ. Йә бер, йә икенсе сәбәбе сығып килә алмай ҙа ҡуя. Ярар, ғәйеп юҡ, иртәгә мотлаҡ танышырҙар, тип уйлап һөйөнә ҡыҙ.
Ғәбиҙә бөгөн етенсе көн ашамай-эсмәй, намаҙлыҡтан тормайса, Аллаһы Тәғәләгә етенсе иэге юлды аса. Бөгөнгө хәлгә, ҡыҙ егет янына барғанга, ҡарағош ҡыҙҙы үҙ тәр­типтәре менән никахлап, ҡатыны итеп өлгөргәнсә, әҙәми зат аналығына ҡара йән орлоғо төшөп ятҡанға тиклем, ул ошо һуңғы юлды асып өлгөрөргә тейеш. Өлгөрмәһә туғыҙ айҙан ергә быныһынан күпкә көслөрәк һәм ҡурҡы- нысыраҡ зәхмәт яраласаҡ, уның ҡан дошманы кешеләр буласаҡ...
Ҡарағай кеүек мөһабәт, иҫ киткес сибәр, иғтибарлы ир, йәш ҡыҙҙың тамам һушын алып, донъяһын онотторҙо: таныш булмаған тәмле аш, башты әйләндергес әскелт шарап менән һыйланы, бейергә саҡырып өйрөлттө, иркәләне, һөйҙө, ҡолағына татлы һүҙҙәр шыбырланы. Ҡыҙҙың күҙ алдында тирә-яҡ ҡына түгел, йыһан әйләнгәндәй булды. Ул алдында бары һөйгәненең арбағыс ҡараштарын ғына күрҙе лә шулар ҡоршауында елгә бәүелеп торған яңғыҙ ҡыяҡ булып ҡалды. Арбалды, иҫе менән аҡылы айырыл­ды, онотолдо Ләйлә. Ошо хәлдә ул ҡаршыһындағы егет­тең тартыша-тартыша ҡарағошҡа әүерелеүен дә, үҙен ҡул­дарына ҡармап бейек-бейек тауҙар аша осоуын да, унан бер мәмерйәгә индереп баҫтырғас, үҙ телендә ниндәйҙер дәһшәтле һүҙҙәр ҡыскырыуын да, унан үҙен сисендереп ҡуйып гранат һутындай ҡара ҡан менән ҡойондороуын да аңламаны. Бары тик ниндәйҙер мәлдә башын, ҡолаҡтарын, бөгә аңын томалаусы баҫым ҡапыл ысҡынып, тирәһендә быяла стеналар шауҙырлап ҡойолған шикелле тауышҡа уянып китте. Шул мәлдә уның вҫтөнә эйелеп торған ҡот осҡос өрәк асырғанып ҡысҡырып ебәрҙе. Был күренештән ҡыҙ унан да яманыраҡ ҡысҡырырға итеп ауыҙын асты ла... тауышы сыҡманы. Төшмө был?! Юҡ, түгел! Улайһа нишләп төтөндәге өрәк бында?! Марат ҡайҙа?! Мара-ат!!!
Ҡыҙ эргәһенән кем тарафынандыр ғәйрәт менән алып атылғандай булып осоп барып төшкән теге зәхмәт ҡапыл һикерен тороп тағы килә башланы. Теле аңҡауына йәбе­шеп, күҙҙәре сынаяҡ аҫтындай булып аҡайған Ләйлә һушын юйып барғанда, ярым ҡараңғы бүлмәгә түбәнән ниндәйҙер нур юлаҡтары төшөүен ғенә аңғарғандай булды ла, йөҙ­түбән ауҙы. Ә ул юлдарҙан ергә төшөрөлгән фәрештәләр дәһшәтле алышҡа ташланды. Яу көн өсөн түгел, йән өсөн барҙы. Ауыҙынан һеләгәйе ағып, бар фиғеле үлтергес көс булған ҡарағоштоң тырнаҡтарынан өҙә теленгән фәрештә­ләр уның аяғы аҫтына аҡ юрған булып түшәлә, Ғәбиҙәнең ҡайҙалыр йыраҡта, аҫтамы, өҫтәме, көйләп-көйләп уҡыған тауышы көсәйә, ул асҡан юлдарҙан фәрештәләр ағыла, алышҡа ташлана торҙо. Көрәштең аяуы булманы. Ҡара­ғош дошмандарын өҙгәләне, тешләп, йыртып, ҡайырып бәрҙе, уңлы-һуллы һелтәнеп һуғып төшөрҙө. Фәрештәләр иһә яңынан-яңы көс менән ябырыла, үҙ-үҙҙәрен ҡорбан итеп ғифриттың хәлен ала, һуңғы сәғәттәрен яҡынлашты­ра бирҙеләр. Был уның һуңғы төнө, ошо төндә затын ҡал­дырып өлгөрһә – өлгөрә, өлгөрмәһә – бөтә уның киләсәге.
Офоҡ ситендә алһыу ғына еп булын ҡыҙарын таң һы­ҙыла башлауға ҡарағоштоң хәле бөттө, мускулдары ҡаба­рып ташҡан беләктәрен саҡ-саҡ һелтәне, яры ҡанаттары, йөнтәҫ аяҡтары буйлап ҡара ҡан аҡты. Бына ул һуңғы көсө менән ынтылып бите тәңгәлендә ҡанат ҡағынған фәрештәне йомарлап тотто ла, аҙау тештәре ыржайған ауы­ҙына ла алып барып еткерә алмайынса, ҡорбаны менән бергә иҙәнгә ауҙы. Фәрештәләр ҡар бураны булып һаман өйөрөлдө. Шул ҡолауҙан торманы ғифрит. Офоҡ ебенән тартылып сығып ҡала өҫтөнә атылған ҡояш нурҙары уны лазер уты шикелле яндырҙы, өттө һәм инде күпмелер ваҡыттан был урында буръяҡ таплы эҙе ғенә ятып ҡалды.
Фәрештәләр иһә мәмерйә иҙәнен ябып ҡырылышҡан яуҙаш­тары менән хушлашып бер аҙ оетолар ҙа килгән юлдары менән юҡ та булдылар...
Ләйлә иҫенә килгәндә фатирындасы үҙ урынында ята, янында Ғәбиҙә инәйе ултыра ине. Ҡыҙҙың ҡыбырлағанын аңғарғас та әбей ынтылып уның маңлайын һынырҙы.
– Нимә булды?.. – Ҡыҙ үҙ хәлен төшөнә алмай аптырап яҡ-яҡҡа күҙ йүгертте.
– Ауырып киттең бит, ҡыҙым, – Ғәбиҙә уны юрған аша тыпылдатып һөйҙө. – Инде йүнәлерһең инде, бөтәһе лә үтте, бөттө инде...
– Ҡалай бер нәмә лә иҫләмәйем... Күпме ятам һуң? Ой, эшем?!
– Эшеңә хәбәр иттем, балам, ҡапыл ауырып китте, тинем. Гриптыр, йөрөмәһен, ятһын, тине хужаң, һәйбәт кеше икән.
– Нисәһе бөгөн?
– Осөнсө көн ятаһың, ҡыҙым. Ҡурҡынысы үтеп китте, хәҙер һиңә көс йыйырға ғына кәрәк. Мулла саҡырҙым әле, мәсеткә йәш мулла килгән, ти. Ғәрәп илдәрендә уҡыған, бик көслө...
– Ҡуйсәле, инәй, хәҙерге ваҡытта ауырығанға мулла саҡыралармы инде, табипҡа барып справка алырмын да еткән.
– Барырһың, врашына ла, нимәһенә лә, тигәндәй, һинең ауырыуыңда көс килһен өсөн мотлаҡ ир кеше уҡырға тейеш.
– Ой, инәй...
– Балаҡайым, минең өсөн... мин тыныс булһын өсөн тыңла инде.
– Уф! Ну, ярай, һинең өсөн генә.
Төшкә ҡарай ҡыҙҙың бүлмәһенә өҫтөнә бик бөхтә итеп аҡ күлдәк, ҡара салбар кейгән, ҡаҡсараҡ йөҙөн ҡупшы ҡыҫҡа һаҡал-мыйыҡ биҙәгән егет килеп инде лә:
– Әссәләмәғәлә-әйкүм, – тип һуҙа биреп сәләмләне.
– Вәсә... мәғә... һаумыһығыҙ.
Егет янындағы өҫтәлгә китаптарын таратып һалып, кәрәкле биттәрен асҡас:
– Мин хәҙер ҡысҡырып уҡырмын, һеҙ хәлегеҙҙән килһә, тыңлағыҙ, килмәһә, йоҡлаһағыҙ ҙа була, – тип, һарғайып бөткән яҙмаларына эйелде.
Йәш хәҙрәт көйләп-көйләп нимәләрҙер уҡыны ла уҡы­ны. Ләйлә башта уңайһыҙ булмаһын өсөн генә тыңлаған кеше булып ятһа ла, тора-бара үҙен шул көй әсенә йомол­ғандай, һурылғандай тоя башланы. Йотлоғоп, егеттең туҡ­тауһыҙ ҡыбырлаған ирендәренән һәр сыҡҡан өндө, һүҙҙе һеңдереп алғандай булып ятты.
... Бер нисә көндән ҡыҙ эшкә сыҡты. Хәсән Усманович уны ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Барыһы ла һағынған, барыһы ла уның осон борсолған, шатланышып аулаҡ бүл­мәлә сәй эсеп алдылар. Ләйлә ауырып ятҡандағы көндәр хаҡында һөйләнеләр, әллә нимәләрҙе иҫләнеләр, тик береһе лә бынан бер нисә көн элек кенә улар араһында Марат Мансурович исемле табип булыуы хаҡында ләм-мим өндәш­мәне. Өндәшмәне, сөнки улар был хәлде белмәй, онотҡан, ә бәлки ул бөтөнләй булмағандыр ҙа...
...Ләйләнең күңеленән әллә ниңә теге мәлдәге мулла­ның нурлы ҡарашы, бәрхәт тауышы сыҡманы. Инәйенән исемен дә һораманы бит әле, хәҙер һорашыуы уңайһыҙ ҙа кеүек инде. «Ҡалай һылыу кеше мулла булын алған бит әле», – тип ҡат-ҡат кемгәлер үпкәләгән шикелле уйлап та алды. Унан, үҙен тамам тынысландыра биреп: «Все, әйҙә, егәр! Муллаға ҡыҫҡа итәкле медсестра түгел, ә абыс­тай кәрәк. Онот!» – тип ҡуйҙы.
Ҡайтырға сығып атлай ғына башлағайны, кемдер йүге­реп ҡыуып етте. Ҡараһа – теге мулла икән. Ләйләнең ҡапылдан кәйефе күтәрелде, ирендәре үҙҙәренән-үҙҙәре йырылып йылмайҙылар, күҙҙәре ҡыҫылып көлдө.
– Мине тағы лечить итергә уйлайһығыҙмы әллә?
– Юҡ-юҡ, һылыу, һаумыһығыҙ... Рөхсәт итһәгеҙ, оҙатайым тигәйнем... – егет уңайһыҙланыуҙан оҙон аяҡта­рында әле бер, әле икенсе яҡҡа аушанланы.
– Муллаға ҡыҙҙар оҙатып йөрөргә яраймы ни? Әйҙә улайһа, ен-пәрейҙәрҙән һаҡлар булһағыҙ ни... – ҡыҙ ҡулындағы пакеттарын егеткә тапшырҙы ла, ашыҡмай ғына йәнәш атлап киттеләр.
– Риза булһағыҙ мин һеҙҙе кемдән дә һаҡлармын, Ләйлә һылыу... Эй, һеҙ минең исемемде лә белмәйһегеҙ­ҙер әле... Мин – Хажмөхәмәт.
Баш осондағы ике фәрештә талпынып-талпынып уҙышып осто, кәйелеп-кәйелеп уйнаны, елпенде...
Миләүшә Ҡаһарманова.
Читайте нас: