Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
9 Март 2021, 00:00

Әхирәттәр

Был хәл "һуңғы тапҡыр"тип тағы бер нисә тапҡыр ҡабатланды, Нәсимә үҙенең әхирәтенең иренә эҫенеп барыуын аңлаһа ла,туҡтарға көс тапманы. Фәнисәнең һораулы ҡарашына ла бер яуап бирә алманы, ике әхирәт был турала һүҙ ҡуҙғатманылар.

Ике әхирәт, Нәсимә менән Фәнисә, бер туғандар кеүек татыу, дуҫ булдылар бала саҡтан. Киске уйында күрше ауылдың ике дуҫ егете менән танышып, икәүһе бер ауылға кейәүгә сығалар, ике йәш ғаилә күршеләш кенә йорт һалып керәләр. Ике ғаилә бер булып ҡатышып, тырышып тырмашып донъя көтәләр.Уларҙың дуҫлығына,татыулығына һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарай ауылдаштар.Көнләшерһең дә шул, улар бөтә байрамдарҙа ла, өмәләрҙә лә, ҡайғы шатлыҡтарҙа ла һәр ваҡыт бергә,бер береһенә терәк. Хатта ике йорттоң уртаһында, ихатаны бүлеп торған ҡойма ла юҡ. Кемгә эләгә әле шундай әхирәт, дуҫ.
Бына бөгөн тағы Фәнисә күршеһенә, Нәсимә әхирәтенә йүгерҙе. Иренә лә түгел, иң беренсе был яңылыҡты Нәсимәгә һөйләгеһе,шатлығын уның менән бүлешкеһе килде.
– Әхирәт, әллә минең яңғыҙ үҙем сәй эске килмәй ултырғанды һиҙеп индеңме, әйҙә үт, яңы ғына алма бәлеше бешерҙем, сәй эсәбеҙ, – тип Нәсимә күршеһен сәйгә саҡырҙы. – Йә инде һөйлә янылығыңды, күреп торам бит шатлығың эсеңә һыймай, һөйләргә түҙмәй ултырғаныңды,– тип йылмайҙы Фәнисәгә.
– Әй ошо Нәсимәнән бер нимә йәшереп булмай, бар шул әхирәт һөйләр, һинең менән бүлешергә теләгән яңылығым, бар. Мин тағы ауырға ҡалдым, Зиннәт ней тиер икән тип әҙерәк уйланам, әле бит тегеләрем дә бәләкәстәр әле, ҡыҙыма биш, улыма өс кенә йәш,тапмайһың тип тормаһа ярар ҙа...
– Ней юҡты һөйләйһең, ҡыуана инде Зиннәтең Алла бирһә тағы атай булам тип, ҡотлайым әхирәт, бәхетле һин, – тип Нәсимә әҙерәк көнләшеү сағылһа ла һүҙҙәрендә, ысын күңелдән ҡыуанды әхирәте өсөн.
– Ә һин Нәсимә,һин ҡасан иреңде бәхетле итәһең, ҡасан һин әсәй булаһың?
Әхирәте инде нисә тапҡыр ошо һөйләшеүҙе күтәрә.һәр ваҡыт, әлегә ҡабаланмай торорға һөйләштек, үҙебеҙ өсөн йәшәйбеҙ, өлгөрөрбөҙ ишеү тип яуаплап килгән Нәсимә был юлы әсенеп, күҙ йәштәрен һөртә һөртә: – Эй Фәнисә, минең әллә әсәй булғым, бәпес һөйгөм килмәй тейһеңме, мин дә һинең кеүек ауырлы йөрөгөм, кукрәгемә ҡыҫып бала имеҙгем, баламдың йылмайыуын күргем, илағанда йыуатҡым килә, мин дә "Әсәй"һүҙен ишеткем, уның тәпәй баҫҡанын, беренсе аҙым яһағанын күрергә теләйем, тик булмай, яҙмаған күрәһең миңә әсәй булырға,"балам"тиеп һөйөнөп көйөнөргә, булмай беҙҙең бала, Хәйҙәр белмәй ғәйеп унда икәнен, һаман көтә, өмөт итә әле, булыр кәләш беҙҙең дә бәпәй тип мине йыуата, мин уға әйтергә ҡурҡам, – тип дөрөҫөн һөйләне, ошоға тиклем хатта яҡын әхирәте лә белмәй йөрөгән серен һүтте. Фәнисә телһеҙ ҡалды, әхирәтен йыуатыр һүҙ тапманы, уның менән бергә илап көйҙө... Яһалған сәйҙәре һыуынды, алма бәлеше тейеүһеҙ ҡалды, әхирәттәр был юлы куңелһеҙ генә таралаштылар.Үҙ шатлығына төрөнөп әхирәтенең эстән янып көйөүен күрмәүенә Фәнисә үҙ үҙен әрләне, уға ярҙам итә алмауын уйлап бөтөрөндө. Уйлай, баш вата торғас тапты шикелле Фәнисә әмәлен. Ул үҙ уйҙарынан бер аҙ ҡурҡып киткәндәй булһа ла кире уйламаны,ҡан туғандай, һинең бар булған ҡайғы шатлығыңды бергә уртаҡлашҡан әхирәтең ярҙамға мохтаж булғанда нисек ярҙам итмәҫкә, тик Нәсимә генә ҡаршы булмаһын, ҡалғанын икәүләп әмәлләрбеҙ тип уйланы ул. Зиннәт менән Хәйҙәрҙең эшкә киткән ваҡыттарын ҡарауыллап тороп, Фәнисә тағы күршеһенә йүгерҙе. Һәр ваҡыттағыса асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды әхирәт,әйҙүкләп өҫтәл артына саҡырҙы. Сәй артында юҡ бар хәбәрҙәр һөйләшеп, үҙенең уйлаған уйын әйтергә ҡыйманы әхирәт. Ҡайтыр саҡта ғына,-ней, әхирәт, мине һинең әсәй була алмауың һаман борсой, һаман уйлайым, әллә... минең Зиннәтемдән табаһыңмы бер бала, һин риза булһаң уйларбыҙ икәүләп, әлбиттә, был хаҡта мин Зиннәткә туранан тура әйтә алмайым, ә шулай ҙа ниндәй ир аша атлап үтһен әгәр бисә теләһә, һиңә тырышыр кәрәк була инде, хәҙер мына иң уңайлы ваҡыт,мин ауырлы, миңә врачтар ҡушманы ир менән ятырға тип ярҙам итермен, бер бәпес табып алырһың, беҙ әхирәттәр, ә беҙҙең балалар бер туғандар булып ҡатышырҙар, был беҙҙең икәү генә белгән сер булыр тип һүҙ башланы. Нәсимәнең,-кит тәүбә, әхирәт,үҙ аҡылыңдамы һин, был ни тигән һүҙең, мин һинең иреңдән ...,тип башлаған һүҙен тыңлап бөтмәй,-ҡырҡа кире һуҡма, уйла әле, мин ҡайтайым, өйҙә балалар яңғыҙ, тип ҡайтырға ашыҡты.
Әллә аҙна, ун көн булып китте, әхирәттәр күрешмәнеләр, юҡ йомошто бар итеп, һылтау табып бер береһенә йүгермәнеләр, бер өҫтәл артында гәп һатып сәй эсмәнеләр. Фәнисә әхирәтенең бер ҡарарға килеүен көттө, әллә үпкәләттем инде тип тә уйлап бөттө, ниндәй ҡарар ҡабул итһә лә үҙе өсөн, үҙе килһен дә әйтһен,уйларға ҡамасаулап күҙенә күренеп йөрөмәй торайым тип уйланы.
Нәсимә әхирәтенең һүҙҙәренә башта ысынлап үпкәләп йөрөнө, тапты уйнаш бисә, Хәйҙәрҙең өҫтөнән йөрөргә, ят ирҙән бала табырға мин кем, кемгә тиңләй ул мине, етмәһә Зиннәттән тей бит әле, үҙ ирен миңә тәҡдим итә, әллә һантыйлана башлаған был әхирәт, әллә ауырлы булыуы сәбәп инде тип уйлаһа ла, тора бара һыуынды, Фәнисәнең әйткән һүҙҙәрен ҡабат ҡабат иҫенә төшөрөп, уйҙарын бер рәткә һала алмай аптыранды.ризалашһам, кеше белһә, Хәйҙәр һиҙеп ҡалһа ояты ней тора, риза булмаһам әсәй булыу теләгем тормошҡа ашмаҫ бер ҡасанда ....
Әсә булыу теләге көслөрәк булып сыҡты Нәсимәнең. Туранан тура мин риза тип әйтмәһә лә әхирәтенә, юҡ бар йомошон табып күршеләргә йыш керә, Хәйҙәр юҡта Зиннәтте ул был эшкә саҡырып, үткән һүткәндә йылмайып, эш араһында һаҡһыҙ ғына ҡулдары менән ҡағылып үтер булды. Фәнисә әхирәте өсөн ҡыуанһа ла, эстән генә ут йотоп, ҡыҙғанып ыҙаланы, Нәсимәгә белдермәҫкә тырышты. Зиннәт киреһенсә ауырлы ҡатынын көйәләндермәҫкә тырышып, Нәсимә менән яңғыҙ ҡалыуҙан ҡасты,һылтауын табып Хәйҙәр юҡта күршеләргә бармаҫ булды.
Район үҙәгендә дауаханала ятҡан Фәнисәгә күстәнәстәрен ҡалдырып,хәл белешеп, Зиннәт менән Нәсимә ҡайтыр юлға сыҡтылар. Көҙгө көн ҡыҫҡа, эңер төшкән ваҡыт булһа ла тышта әле йылы. Район үҙәгенән ауылға тиклем 50-60 саҡырым тирәһе, юлдар насар бигерәк, әллә ней артыҡ тиҙ йөрөп булмай. Ярты юлды тиерлек үткәс, Нәсимә,-Зиннәт әҙгә генә туҡта әле, башым әйләнә, саф һауа һулап алайыҡ, тип инәлде. Зиннәт һиҙә ине күңеле менән шулай булырын, юҡ тип әйтә алманы, юлдан әҙерәк ситкәрәк сығып туҡтаны, Нәсимә менән бергә машинан төштө. Әйтерһең алдан һөйләшеп ҡуйғандар, улар икәүләп ҡайынлыҡҡа атланылар. Урман тын, аяҡ аҫтындағы ҡойолған ҡоро япраҡ ҡыштырҙауынан тыш бер тауыш юҡ. Ир кеше өҫтөндәге йоҡа куртканы сисеп ергә түшәне, һалҡын түгелме, өшөмәйһеңме тип күптәнге һөйәркәһе кеүек ипләп кенә яурынынан ҡосаҡлап Нәсимәне үҙенә ҡарай тартты. Был минуттар тураһында инде күпме хыялланһа ла Нәсимә ҡапыл тертләп,ҡалтыранып ҡуйҙы. Ауырлы булғас кәләше, табиптар рөхсәт итмәй, тип күптән инде йоҡлағаны ла юҡ, үҙе теләп ҡуйынға ингән һылыу ҡатындан баш тартып булмаҫ, беренсе һәм һуңғы тапҡыр, тип Зиннәт үҙенә аҡланыу тапты, Нәсимәнең ирендәренән һурып үбеп, ҡулы менән йоҡа күлдәктең асыҡ иҙеүенә үрелде, Нәсимә бер минут икеләнмәй яуап итеп уға тартылды, көтөп алған хыялына бирелде...
Инде күпме ваҡыт үткәндер, улар бер-береһенә бер һүҙ өндәшмәй, оҙаҡ яттылар саф һауала. Зиннәт, үҙендә юҡ тип әйтер көс тапмаған өсөн үҙ үҙен һүкһә эстән генә, Нәсимә хоҙайҙан ялбарып бәпес һораны.Был аҙғынлыҡтың шаһиты булып күктә бер бер артлы бер нисә йондоҙ атылды...
Был хәл "һуңғы тапҡыр"тип тағы бер нисә тапҡыр ҡабатланды, Нәсимә үҙенең әхирәтенең иренә эҫенеп барыуын аңлаһа ла,туҡтарға көс тапманы. Фәнисәнең һораулы ҡарашына ла бер яуап бирә алманы, ике әхирәт был турала һүҙ ҡуҙғатманылар.
Хәйҙәр ҡатыны ауырлы икәнен белгәс, иң беренсе булып ҡыуанысын Зиннәт менән уртаҡлашты, мин дә атай булам Алла бирһә тип һөйөндө, ҡулынан килһә шатлығынан кәләшен ҡулынан төшөрмәй күтәреп кенә йөрөтөр ине...
Бөтәһе лә белә буласаҡ бала Зиннәттән икәнен. Фәнисә, Аллаға шөкөр, әхирәтем әсәй була, ирем белмәй был хәйләне мин уйлап тапҡанды тип уйлаһа, Зиннәт кәләшем генә белмәһен Нәсимәнең буласаҡ балаһында минең ҡаным аҡҡанын тип көйҙө.
Фәнисә менән Зиннәттең өсөнсө улына туғыҙ ай тигәндә, Нәсимә малай тапты. Хәйҙәр шатлығынан ҡуйынына бер яртыһын ҡыҫтырып тағы дуҫына ашыҡты, атай булыу бәхетен "йыуырға". Зиннәт күршеһен бер-ике һүҙ менән генә ҡотлап, уның өсөн "ҡыуанып" ултырһа, Фәнисәгә был яңылыҡ әллә ней ҡыуаныс килтермәне, уртын тешләп эстән янды, йөрәге өҙөлөп төшөрҙәй булып ирен ҡыҙғанды, шулай еңел генә миңә хыянат итә алған ир менән нисек артабан донъя көтөргә, нисек ышанырға була уға тип көйҙө. Инде нисә тапҡыр үкенде Нәсимәгә Зиннәтенән бала табырға тәҡдим иткән өсөн, ул Нәсимә әсәй булһын тип бала саҡтан бергә уйнап үҫкән,бер туғандай яҡын әхирәте менән бергә үҙенең берҙән берен, мөхәббәтен, өс балаһының атаһын юғалтыуҙан ҡурҡты.Берсә үҙен, берсә Зиннәт менән Нәсимәне әрләп әҙ бөтөрөнмәне. Йоҡоһоҙ төндәре алда әле Фәнисәнең....
Әхирәттәр хәҙер көндәштәргә әйләнделәр. Улар араһында элекке дуҫлыҡ ҡалманы, Зиннәт менән Нәсимәнең "дуҫ"лығы бала тыуғас та туҡтаманы.
Нәсимәнең тағы, икенсегә бәпәй көтә икәнен белгән Фәнисә үҙ-үҙенә урын тапманы, ире менән аралары бөтөнләй һыуынды. Әхирәте менән һөйләшеү файҙаһыҙ, Хәйҙәргә дөрөҫөн әйтеп бирәм кем балаһын улым тип яратҡанын тип ҡурҡытып та ҡараны, Нәсимә лә һүҙһеҙ ҡала торғандарҙан түгел шул: – Һөйлә, һин Хәйҙәргә һөйлә, ә мин Зиннәткә һөйләйем, Фәнисә үҙе һине миңә тәҡдим итте тип әйтәм, – тип янаны.
Нәсимә менән Хәйҙәр дауаханан ҡыҙыҡай алып ҡайтҡанда, ике өйҙөң уртаһында бер ихатаны икегә бүлеп торған бейек ҡойма барлыҡҡа килгән ине. Тик ихатаны уртаға бүлеп торған ҡойма Нәсимә менән Зиннәттең һөйөүенә кәртә була алырмы?
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, Хәйҙәр ҙә белде Нәсимәнең хыянатын, ҡыҙым улым тип йән атҡан балалар үҙенеке түгеллеген. Яйлап йәшел йылан менән дуҫлашып алды, эсеп иҫергән һайын Нәсимәгә ҡул күтәрергә булып китте, ара-тирә балаларға ла ынтылды. Уның өсөн хәҙер йән атҡан балалары ла, һөйөклө ҡатыны, ышаныслы дуҫы ла юҡ ине, бөтәһен бер көн дә юғалтты.
Фәнисә ғаиләһен һаҡлап ҡалырға тип ниндәй генә юлдарға барманы, хатта сихыр тигән нимәлә ҡалманы. Әллә сихыр килеште, әллә Хәйҙәрҙең йоҙроҡ төйөүе, Нәсимә башҡаса бала тапманы. Фәнисә менән Зиннәт тағы бер тапҡыр атай-әсәй булдылар.
Йылдар үтә торҙо, Нәсимәнең ике балаһы атайлы килеш атайһыҙ үҫтеләр, аҙаҡ эскелектән Хәйҙәр донъя ҡуйҙы. Фәнисәгә үҙенең сихыры үҙенә кире төштөмө, әллә башҡа берәй сәбәптәнме ҙур улы башын элмәккә тыҡһа, уртансыһы ҡапыл ауырыуҙан яҡты донъя менән хушлашты, Зиннәт оҙайлы ауырыуға әйләнде. Ике Әхирәт, ике уттай күрше йәш ҡатындар икешәр бала менән тормош йөгөн яңғыҙ тартырға мәжбүр хәҙер. Береһе тол ҡатын, икенсеһе ирле килеш ирһеҙ, ауырыу ирҙе ир тип йәшәй бирҙе.
Ниндәй күтәрә алмаҫлыҡ ауыр ҡайғы-хәсрәттәр ҙә әхирәттәрҙе кире дуҫлаштыра алманы....
Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете нимәлә? Әсәй булыуҙа... Тик шундай юл менән, үҙеңә бәхет, яҡындарыңа ҡайғы килтереү дөрөҫмө? Юҡтыр....
Был тарихтың тағы бер кире йоғонтоһо булып үтте, ике ғашиҡ, Нәсимәнең ҡыҙы менән Фәнисәнең улы, бер туғандар, уларға бергә булырға мөмкин түгел икәнлеген белеп ташлаштылар...
Ниндәйҙер аҙым яһар алдынан, хатта бәхет өсөн көрәшкәндә лә башҡаларҙың бәхетен аяҡ аҫтына һалып тапамай кеше булып ҡала белһәк ине...
(Булған хәл)
Читайте нас: