Кишерҙе ике тапҡыр сәсергә кәңәш итә белгестәр. Беренсе тапҡыр апрель аҙағы, май башында сәсһәгеҙ, икенсегә – 10-15 июндәрҙә.
Йәйен ашау өсөн тамыраҙыҡты – яҙын, ә һаҡлауға ҡуйыу өсөн июндә сәсәләр.
Иртә сәскән кишерҙе ҡышын һаҡлап булмай, серейәсәк. Шуға ла ике тапҡыр сәсһәгеҙ, оторһоғоҙ.
Әйтергә кәрәк, ҡасан сәсеү генә түгел, ниндәй сорт сәсеүең дә бик мөһим роль уйнай.