Тормош һабағы
4 Июня 2021, 14:45

Хикмәтле хикәйәләр

3иннур Ураҡсиндың фәһемле лә, тәрән мәғәнәле лә бәләкәй хикәйәләрен тәҡдим итәбеҙ.

3иннур Ураҡсиндың фәһемле лә, тәрән мәғәнәле лә бәләкәй хикәйәләрен тәҡдим итәбеҙ.

Ата һәм бала

Атаһы улын яурынына ултыртҡан. Улы атҡа менгәндән яман ҡыуана, сәпәкәләй, мине күрәләрме икән тигәндәй, яҡ-яғына ҡарана, ҡалтыранып осоп китерҙәй була. Атай елкәһе хәҙер уның өсөн – донъяның иң бейек нөктәһе.
Эйе, аталар балаларҙы күктәргә күтәрә. Буйы менән дә, уйы менән дә күтәрә. Ғүмер буйына күтәрә... Ә бала?

Атай ҡаҡҡан ҡаҙыҡтар

Өйҙө яңыртып һалғанда, йорт тирәһендәге иҫке ситәнде алып ташларға тура килде. Әллә ҡасанғы серек ситәнде һүтеп торғансы, тотош ҡына һөйрәп алайыҡ та ташлайыҡ тип тотонһаҡ, бер ҡаҙығын да тартып сығарыр әмәл юҡ. Йыуан имән ҡаҙыҡтар шул тиклем ныҡ ултыртылған, уларҙы шаҡарып һындырып та, һурып алып та булмай.
Беҙҙең былай аҙапланыуыбыҙҙы ситтән генә күҙәтеп торған әсәйем:
– Атайығыҙ ҡаҡҡайны уларҙы. Үҙебеҙ башҡаланып, нигеҙ ҡорған йылды үргәйнек... Бик тә һура алмаһағыҙ, тал өҫтәп кенә үрегеҙ ҙә ҡуйығыҙ, – тигән булды ҡыйыуһыҙ ғына.
– Эй, әсәй, һөйләп ҡуяһың хәбәрҙе. Берәүҙең ихатаһында ла ситән юҡ бит инде хәҙер. Рәшәткә ҡағабыҙ, – тине ҡустым.
Атай ҡаҡҡан ҡаҙыҡтарҙың төбөн сапҡанды ҡарап торманы әсәйем, ҡайҙалыр китеп барҙы...

Күҙ нуры

– Әсәй, ҡасан ятаһың инде? – тибеҙ ҡустым менән, һалҡын юрған аҫтынан башты сығарып.
– Хәҙер, ошо йомғаҡты ғына бөтөрәйем дә...
Ә йомғағы йоҙроҡ хәтлем, һуҡыр шәм яҡтыһында һаман бәйләй ҙә бәйләй әсәйем. Ярты йоҡомдо бөтөрөп уянам, йомғағы сәтләүек тиклем генә ҡалған.
– Әсәй, ят инде.
– Хәҙер, балам, хәҙер, әҙ генә ҡалды инде.
Үҙе моңһоу итеп йырларға тотона, мин йәнә йоҡлап китәм.
...Балҡып торған электр яҡтыһында яҙышып ултырам. Күрше бүлмәлә әсәйем йоҡларға ятҡан.
– Ят инде, балам, ят. Аҡ ҡағыҙға күп текләйһең.
– Хәҙер, әсәй, ошоно ғына яҙып бөтөрәйем дә...
Үҙем яҙам да һыҙам, яҙам да һыҙам, уйҙарым әсәйем һүткән йомғаҡтар кеүек, уларҙы теҙергә лә теҙергә.
– Оҙаҡ ултыраһың, балам. Ут яҡтыһында күҙеңдең нуры ҡайтыр.
– Бына һуңғы биткә тотондом инде, әсәй.
Йоҡо инмәне әсәйемдең күҙҙәренә, ике энәһен, йомғағын тотоп, шым ғына эргәмә килеп ултырҙы...
3иннур УРАҠСИН.
Читайте нас