

Хәл белешергә килгән бик күп һанлы туғандары, таныштары үҙҙәренең йәлләүе, яҙмышты әрләүе менән уның был тойғоһон тағы ла тәрәнәйтә генә. Бары тик ҡатыны ғына өндәшмәҫ һәм сабыр булып ҡала. Ул ирен йәлләмәй, ә хәленә инә, хәстәрләй, унын күңелен күтәрергә тырыша. Кистәрен усаҡ яғып, иренә аҙағы бәхетле тамамланған ваҡиғалар тураһында һөйләй. Үҙе лә ире алдында матур булырға, ирендә йәшәргә һәм яратырға көс тыуҙырырға тырыша. Тик яңғыҙы ҡалған ваҡыттарҙа ғына ул башҡалар ишетмәһен өсөн башын тәҙрәгә тығып, йәшертен генә күҙ йәштәрен түгә. Ә унын күҙ йәштәре тамған урында иҫ киткес матур ағас үҫеп сыға.
Бына бер ваҡыт улар йәшәгән ҡалаға үҙенең белеме һәм аҡылы менән танылған бер табип килә. Унан әлеге ауырыу ирҙе ҡарауҙы үтенәләр. Табип ауырыуҙы ҡарай һәм: "Һин һауығаһың һәм аяҡҡа баҫаһың, тик йәлләү шишмәһенән һыу әсеүеңде туҡтат һәм өй алдында үҫкән ағастың емешен аша", – ти. Ауырыуҙың ҡатыны бөтөн туғандарын, таныштарын өйҙән ҡыуып сығара. Ул иренә тәҙрә төбөндә үҫкән ағастың емешен килтереп бирә. Емеште ашағас, ауырыу ир тәненең яҙылып киткәнен тоя һәм аяғына баҫа.
Китер алдынан табип ҡатынға баяғы ағастан тағы бер емеш килтереүен үтенә. Ул был емештең орлоҡтарын соҡоп ала һәм уны бөтөн донъяға таратасағын әйтә. Кешеләр был емеште ашап, ысынды – ялғандан, ихласлыҡты – ике йөҙлөлөктән, йәлләүҙе хәлгә инеүҙән айырырға өйрәнергә тейеш, ти ул.