



Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Аҡсурина Хәлиҙә Ғәйфулла ҡыҙы сығышы менән Бикбауҙан. Йүнәлтмә менән Башҡорт Үргене ауылына эшкә килеп, 32 йыл бер урында намыҫлы хеҙмәт иткән. Башланғыс кластар уҡытыусыһы директорҙың уҡыу һәм уҡытыу буйынса урынбаҫары ла була. Яҙмышын да ошонда осрата. Тормош иптәше Мостафа ағай менән өс балаға ғүмер биргәндәр.
– Улым әрменән ҡайтҡас, күптә үтмәй, кәләш алырға йыйыныуы тураһында әйтте. Буласаҡ киленем ҡайҙалыр туйҙа бейемдең йәш килене биленә сигелгән алъяпҡыс таҡҡанын күргән булған. Улымдан: “Миңә лә бейем туйҙа сигелгән алъяпҡыс тағырмы икән?” – тип һораған. Туй көнөн билдәләгәс, алъяпҡысты ҡайҙан алырға тип баш вата башланым. Әллә үҙем сигеп ҡарайыммы икән, булдырырмынмы икән, тип уйлана торғас, тәүәкәлләргә булдым. Ул саҡта иң ауыры сигеү өсөн махсус ептәр – мулине һәм ерлеккә туҡыма табыуы ине. Иҫәнғолда әҙерәк ептәр һатып алдым, ә туҡыманы Һарыҡташтан алып ҡайттыҡ, – тип иҫләй Хәлиҙә апай. Сигеләсәк сәскәләр һүрәтен интернеттан ҡарап, оҡшағанын һайлап сигә башлай һәм туйға тиклем өлгөртөп тә ҡуя.
Тулыраҡ - гәзит биттәрендә.