"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
8 Декабрь 2021, 21:45

Ай (хикәйә)

Төнгө дежурҙан ҡайтып барған Салауат телеүҙәккә ҡәҙәр бара торған автобусҡа инеү менән артҡы рәттә ултырған асыҡ зәңгәр күлдәктәге сөм-ҡара сәсле сибәркәйгә иғтибар итте. Иғтибар итеү генә лә түгел, ҡаштары ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйылып киткән мөләйем ҡыҙҙан күҙҙәрен бер талай ала алмай торҙо.

Ай (хикәйә)
Ай (хикәйә)

Тик ҡыҙ уның үткер ҡарашынан уңайһыҙланып, бешкән муйылды хәтерләткән күҙҙәрен аҫҡа йәшергәс кенә егет бер аҙ айнығандай булды. Инде университетты тамамлап клиник ординатурала уҡып йөрөгән, баҙнатһыҙ малай сағын бер-нисә йыл элек үк артта ҡалдырған егет ҡыҙ яғына үтте һәм уның янындағы буш урынға ултырырға булды. Башҡалар менән аралашып китеүгә әрһеҙерәк булған хирург халҡы вәкиле булараҡ, Салауат та һәүетемсә ҡыйыу ғына егет.

– Рөхсәт итегеҙ, һылыу, – тине тап-таҙа башҡорт телендә. Был ҡыҙҙың үҙ телендә һөйләшә башларында шиге лә юҡ ине.

– Я вас не понимаю, – тине йөҙөнә еңелсә алһыулыҡ йүгергән һылыуҡай урыҫ телендә, әммә үтә лә ныҡ акцент менән.

– Шундай матур башҡорт ҡыҙына үҙ телен белмәү килешеп етмәй, – тип ныҡыш егет үҙенекен итте.

– Мин һеҙҙе ысынлап та аңламайым, – тине ҡыҙ тағы ла вата-емерә урыҫсалап. – һеҙ миңә башҡорт телендә өндәштегеҙме?

– Башҡа ниндәй телдә булһын? Мин, һылыу, һеҙҙең һымаҡ урыҫсаға әллә ни шәп түгелмен, – тип Салауат ҡыҙға бер аҙ «төрттөрөп» алмаҡ булды. Урыҫ һүҙҙәрен ныҡ боҙоп һөйләшкән был ҡыҙҙың ниндәйҙер төпкөл бер башҡорт ауылынан урыҫтар араһына тәүгә килеп, күптән түгел генә «цивилизация» телен үҙләштерә башлағанына шиге ҡалмаған егет артабан ҡыҙыйҙы ирештереүен дауам итергә ниәтләп һаман да башҡортса һүҙ ҡушып маташты.

– Ә һеҙ урыҫ телен белмәйһегеҙме әллә? – тине ҡыҙ ғәжәпләнгәндәй.

– Бер аҙ ғына һупалаштырам, – тигән булды егет был юлы урыҫ теленә күсеп. – Тик бына үҙҙәре саф башҡорт була тороп та туған телендә һөйләшергә оялып йөрөгән яҡташтарыма аптырайым. Таныш булайыҡ, исемем – Салауат. Ә һеҙҙең исемегеҙ нисек?

– Ай, – тине ҡыҙ йылмайып.

– Бына шундай сибәр башҡорт ҡыҙының исеме лә шулай уҡ матур булырына һис шикләнмәгәйнем. Хатта бындай исемде тәүгә ишетеүем, – ҡыҙ менән башҡортса һөйләшеп алып китә алмауына инде өмөтөн өҙгән, кәйефе лә бер аҙ ҡырыла биргән егет тулыһынса урыҫсаға күсергә мәжбүр булды.

– Ә һеҙ мине башҡорт ҡыҙы икән тип уйланығыҙ, шулаймы? – тип йылмайҙы ҡыҙ тағы.

– А как же! – тине егет бер аҙ ҡыҙара төшөп, ни өсөндөр ҡыҙға бер аҙ үпкәләй ҙә башлағандай.

– Хаталанаһығыҙ, – тине ҡыҙ, инде телеүҙәккә килеп еткән автобустан төшөү яғына ыңғайлап.

– Ғәфү итегеҙ, – тине егет һәм ҡыҙ артынан эйәрҙе. – Татар ҡыҙы икәнегеҙҙе белмәнем, – егет артабан шаяртырға итте.

– Япониянан мин...

Шаңҡығандай бер аҙ һүҙһеҙ барғас, «Ғәфү итегеҙ, зинһар», тип ҡуйҙы Салауат. Матур туфлиҙары менән тыҡ-тыҡ баҫып тротуарҙан атлаған ҡыҙҙан ҡалышмай, университет яғына ыңғайланы.

– Ысын япон ҡыҙын тәү тапҡыр күреүем... Һеҙ башҡорт ҡыҙына бигерәк ныҡ оҡшағанһығыҙ...

– Өфөгә килгәс, курсташтарымдың береһе миңә шулай тип әйткәйне...

Һөйләшкән саҡта һәр һүҙен шундай матур йылмайыу менән оҙатҡан был ҡыҙҙан ниндәйҙер сихри нур балҡығандай тойолдо. Нимәһе менәндер ул яҙҙың йәмле көнөн матурлап, ҡояшҡа ҡарап рәхәтләнгән, күптән түгел генә бөрөлөрҙән сыҡҡан саф япраҡлы йәш үҫентене хәтерләтте. Ҡалаҡҡа ғына һалып йоторлоҡ был һылыуҡай үҙе үк яҙғы ҡояштай тирә-яҡҡа йәм сәсеп барған һымаҡ тойолдо. Шундай ҡыҙҙың янынан, әлбиттә, тиҙ генә айырылып киткеһе килмәне егеттең. Тағы, тағы һүҙ ҡушып, ҡыҙ менән артабан да һөйләшеү теләге тыуҙы.

– Беҙҙә уҡып йөрөйһөгөҙмө әллә?..

Ҡыҙ үткән йыл Мәскәү университетының тарих факультетын тамамлап, хәҙер аспирантурала уҡып йөрөүе хаҡында әйтте. Ә Өфө ҡалаһына алты айға стажировкаға килгән икән. Кандидатлыҡ диссертацияһына материал тупларға.

– Ай, – тип ҡабатланы Салауат ҡыҙҙың исемен. – Ҡалай матур исем! Беҙҙең башҡорт телендә лә бар ундай һүҙ...

– Башҡорт теленән урыҫсаға әйләндерһәң – «луна» тигәнде аңлатыуын беләм, – тип йылмайҙы тағы Ай. – Университетта минең менән бергә башҡорт ҡыҙы уҡыны. Ул әйткәйне. Ә һеҙҙең исемегеҙ милли геройығыҙ исеменән алынған икәнен дә беләм... Минең бында килеүем дә тигенгә түгел. Яҙасаҡ диссертациям Рәсәйҙең Урал тауы төбәгендә йәшәгән халыҡтары тураһында. Мин шәхсән Башҡортостанды һайланым. Шуға күрә лә башҡорт халҡының тарихын, динен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, мәҙәниәтен ентекләп өйрәнергә тырышам.

– Ә мин – хирург. Клиник ординатурала уҡып йөрөйөм.

– Уй, ҡалай яҡшы! Табиптарҙы мин бик хөрмәт итәм. Башҡортостандағы күҙ микрохирургияһының даны бөтөн донъяға таралғанын да беләм.

– Эйе, – тине егет ғорурлығын йәшерә алмай.

Бер ҡарауҙа һылыулығы менән әсир иткән ҡыҙҙан гипноз хәленә килгәндәй булды, ҡарашын унан айыра алманы. Айҙың һәр саҡ мөләйем йылмайыуы айырыуса оҡшаны уға.

– Мин килеп еттем инде, – тине Ай университеттың төп корпусы тапҡырында туҡтап. – Оҙатҡанығыҙ өсөн рәхмәт!

– Телефон номерыңды бирмәҫһеңме икән, һылыу? – тине Салауат, үҙе лә һиҙмәҫтән «һин»гә күсеп. Ҡыҙҙың күҙҙәренә моңһоу итеп ҡараны.

Ҡыҙ, һис бер ҡаршылашып тормаҫтан, егеттең телефонын алып, унда үҙенең номерын яҙҙы һәм «звонок»ка баҫты. Унан сумкаһында шылтыраған смартфонын алып, үҙе лә «Салават» тип яҙып ҡуйҙы.

– Кискә шылтыратһам, ҡаршы түгелһеңме?

– Шылтыратығыҙ, – ҡыҙ егеткә тағы матур йылмайыу бүләк итте.

– Ә «Ай» японсанан нисек тәржемә ителә ул?..

– Уныһы – сер, – тип ынйы һымаҡ тигеҙ ваҡ тештәрен күрһәтеп йылмайҙы Ай. Бик тә килешле итеп нәфис ҡулын болғап, йүгерә-атлай университет корпусына инеп китте.

Салауат үҙе йәшәгән дөйөм ятаҡҡа ҡайтыу менән ноутбугын аса һалып, интернет селтәренә инде. Иң тәүҙә япон ҡыҙҙары исемлегенән «Ай» һүҙе ни аңлатҡанлығын ҡараны. «Мөхәббәт» тип уҡыны уның тәржемәһен. Ҡайһылай матур исем! Дауаханала керпек тә ҡаҡмай үткәргән дежур төнөндә ярайһы ғына ныҡ арығанын әле генә һиҙҙе ул. Ашыҡ-бошоҡ ҡапҡыланы ла, һаман да күҙ алдында матур йылмайып торған шул ҡыҙ тураһында уйлана-уйлана йоҡоға китте.

* * *

Йоҡоһонда бик матур бер төш күрҙе. Имеш, күк йөҙө шундай аяҙ, һис бер болот әҫәре юҡ. Ай менән икеһе етәкләшеп ҡырҙа, гөл-сәскәле киң сәхрәлә йөрөйҙәр. «Ай, ә һин оса беләһеңме?» – тип һорай Салауат. «Әллә, бер ҡасан да осоп ҡарағаным юҡсы», – ти ҡыҙ. «Әйҙә, осоп ҡарайыҡ», – ти егет һәм улар йүгереп барған ыңғайға еңел генә һауаға күтәрелә башлайҙар. Улар оса! Һаман да ҡулға-ҡул тотоношҡан көйө тап-таҙа зәңгәр күктә юғарыға күтәрелгәндән күтәреләләр. Ай шул уҡ зәңгәр күлдәктә, ап-аҡ тигеҙ тештәрен күрһәтеп матур итеп йылмая. Шундай рәхәт, тән һис бер ауырлыҡ та тоймай! Ай уға ниҙер әйткән һымаҡ, тик Салауат ҡыҙҙың тауышын ишетмәй, тик ул уға башҡортса өндәшкән һымаҡ тойола. Ай менән бергә осоуы бигерәк күңелле!..

Телефонына ниндәйҙер смс хәбәр килеп, Салауатты уятты. Шундайын да яҡшы төштө ҡарап бөтөргә бирмәне. Йәл... Душ аҫтында йыуынды ла, сәй ҡайнатып эсте. Сәғәт көндөҙгө ике лә булып киткән. Моғайын, Ай ҙа төшкө тәнәфескә туҡтағандыр. Салауат өҫтәлдә ятҡан телефонына үрелде.

– Алло, – йөрәккә ятып торған таныш тауыш ишетелде.

– Сәләм, – тине егет тә ирәбе генә. – Сәғәт нисәләрҙә эштән бушайһың?

– Бөгөнгә эш бөттө инде, – тине Ай.

– Шулаймы! – тип шатланды егет. – Әйҙә, кискә башҡорт филармонияһына барайыҡ. «Каруанһарай» төркөмө бөгөн унда концерт ҡуя.

– Килештек, – тине ҡыҙ.

– Ярар, билет алғас та шылтыратырмын. Пока!

Ҡыҙ «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында йәшәй икән. Салауат уны ишек алдында ҡаршы алды. Осҡан күбәләктәй еңел генә атлап, айҙай балҡып, теүәл үҙе тәғәйенләгән ваҡытҡа һуңламай ғына килеп сыҡты ҡыҙ. Бая иртәнсәк кейгән кейемендә булыуға ҡарамаҫтан, Ай был юлы тағы ла матурыраҡ булып тойолдо. Улар барғанда филармонияның концерт залы төрлө йәштәрҙәге тамашасылар менән тулы ине. Билеттарҙың да иң һуңғыһына тигәндәй өлгөрөп ҡалғайны Салауат. Йыйылған кешеләр барыһы ла Айҙы башҡорт ҡыҙы итеп ҡабул итте, ахырыһы. Салауаттың коллегаһы Айбулат ҡатыны менән килгәйне.

– Таныш булығыҙ – Мөхәббәт, – тип шаян йылмайҙы Салауат ҡыҙҙы дуҫтары менән таныштырып.

Уның был һүҙҙәренә, янындағы һылыу ҡыҙҙың эскерһеҙ йылмайыуын күреп, бер аҙ ғәжәпләнһәләр ҙә, Айбулат менән ҡатыны быға иғтибар итмәгәнгә һалышты.

– Мәрйәм, – тине Айбулаттың хәләл ефете танышырға ҡулын биреп.

– Ай, – тип йылмайҙы Ай.

– Ҡалай матур, мөләйем ҡыҙ менән танышып алғанһың, – тине коллегаһы ла Салауат менән хәл-әхүәл һорашҡас.

– Эйе, – тине Салауат, – исеме лә Ай бит уның.

Башына рауза төҫөндәге яулығын бик матур итеп бәйләгән, шулай уҡ үҙенә килешеп кенә торған оҙон еңле күлдәк кейгән Мәрйәм Айға башҡортсалап ниҙер әйтә башланы.

– Япон ҡыҙы ул, Мәрйәм һыйлым, – тине Салауат, – башҡортса бер ни ҙә аңламай...

«Бәй, шулай икән дә...» тине лә Мәрйәм урыҫсаға төшөп китте. Әллә ҡасандан белгән танышы һымаҡ, хатта әхирәтендәй итеп күреп алсаҡ башҡорт ҡатыны Айҙы ҡултыҡлап алды ла стенала эленеп торған портреттарға күрһәткеләп, ниҙер һөйләй-һөйләй, ситкәрәк алып китте.

– Башҡорт исемле япондар ҙа була икән, – тип ҡуйҙы Айбулат ҡыҙҙар яғына ҡарап.

– Һинең исемендәге «ай»ҙы аңлатмай ул, – тине Салауат, – «ай» һүҙе японсанан «мөхәббәт» тип тәржемә ителә.

– Әй, шулай тигән, – тип хәйләкәр йылмайҙы дуҫы. – Әллә мин бая үҙең «Мөхәббәт», тигәс, һинең сираттағы «керһеҙ мөхәббәтең»дер тип аңлағайным...

Айҙың «Каруанһарай» егеттәре йырлаған һәр йырҙы бирелеп тыңлағанын байҡап ултырҙы Салауат. Уның берсә йылмайған, берсә һағышланған йөҙөн күреп, «Беҙҙең көйҙәрҙе оҡшата, ахырыһы», тип һөйөндө.

– Йә, нисек, концерт оҡшанымы? – тип һораны егет сыҡҡас та.

– Бик ныҡ оҡшаны! – тине Ай һаман тыңлаған йырҙарҙың тәьҫиренән арына алмай. – Үтә лә моңло йырҙар, һүҙҙәре таныш булмаһа ла, мин уларҙы хатта аңлайым да һымаҡ...

– Миңә лә оҡшай был төркөм, – тине Салауат. – Уларҙың йырҙарын тыңлаған һайын күңелдә ысын башҡортлоҡ хистәре нығыраҡ уяна.

– Миңә, Салауат, һеҙҙең көйҙәрегеҙ нимәһе менәндер үҙебеҙҙең япон моңдарын да хәтерләтә. Шул йырҙар араһында берәүһе хаҡында һорауым да бар. Беҙҙең япондар тураһында ниҙер йырланылар, буғай? Йыр араһындағы музыкаль оҙатыуына тиклем хәс тә беҙҙеке... – йылмайыуына ҡарамаҫтан, бер аҙ һағышлы тойолған күҙҙәре менән Ай егеткә баҡты.

– Ниндәй йыр икән ул? – тип үҙ-үҙенә һорау бирҙе лә, тәүҙәрәк Салауат бер аҙға тынып ҡалды. Унан кинәт ниҙер иҫенә төшкәндәй, көлөп ебәрҙе. Тирә-яғын байҡаштырып алды ла, улар китеп барған Ленин скверында кеше-маҙар булмауын күреп, ҡыҙға ҡарап, әркен генә йырлай башланы.

Япондар туп аталар,

Порт Артурҙы ваталар...

– Эйе, эйе, тап шул йыр, – тип егеттең уны аңлауына һөйөндө ҡыҙ.

– Рус-япон һуғышында ҡатнашҡан беҙҙең милләттәштәребеҙ сығарған боронғо йыр ул...

– 1905 йылдағымы?

– Эйе, тап үҙе.

– Ә нимә хаҡында ул йыр? Тәржемә итеп һөйләп бир әле, – тине ҡыҙ егеттең күҙҙәренә ҡарап.

– Тәржемә итә башлаһаң – ҡурҡыныс ул, һинең һис шикһеҙ кәйефең бөтәсәк, – тине Салауат. Ни өсөндөр, йырҙың мәғәнәһен ҡыҙға аңлатҡыһы килмәне.

– Әйт инде, зинһар өсөн, – тип үтенде ҡыҙ.

Нисек итеп шундай заттың һүҙҙәрен үтәмәйһең инде. Салауат йырҙың тәүге ике юлын тәржемә итте лә туҡтап ҡалды.

– Порт Артур өсөн һуғыш хаҡында уҡығаным бар, – тине Ай. – Ә артабан?..

– ...Береһе аяҡһыҙ, береһе ҡулһыҙ,

Тилмерешеп яталар...

– Уй, ҡалай ҡурҡыныс, – тине ҡыҙ.

– Эйе, йырҙың ул өлөшө күңелгә шом һала. Әммә был тарихи хәҡиҡәт...

Йөҙө етдиләнгән Ай бер аҙға ғына уйға ҡалғандай булды.

– Нимә етешмәй икән кешеләргә, ни өсөн улар бер ваҡытта ла татыу ғына йәшәй алмайҙар?..

– Шулай шул, – тип килеште Салауат кинәт кенә фәлсәфәгә төшөп киткән ҡыҙҙың һүҙҙәрен күтәреп.

– Беҙҙең Аллалар ҙа үҙ-ара килешә алмайҙармы икән әллә? – тип ярым шаяртып йылмайҙы тағы Ай.

– Аллаһ барыбыҙ өсөн дә берәү генә, – тине егет етди төҫ алып. – Япондарҙың аллаһы башҡа түгел.

– Ә һин Аллаға ышанаһыңмы?

– Аллаға беҙ барыбыҙ ҙа ышанырға бурыслы, – тине Салауат. – Сөнки Уға ышанмағандарҙы теге донъяла ҡаты яза көтә... Эйе, Аллаһ бер. Ә батшалар башҡа. Бына шулар арҡаһында, үкенескә, халыҡтар бер-береһе менән дошманлаша ла инде.

– Минең диссертациямда тотош бер бүлек һеҙҙең динегеҙгә арнала. Белеүемсә, башҡорттар Ислам динен тота?

– Тап шулай. Дини китаптар миндә күп ул. Һиңә лә бирермен. Башҡорт халҡының тарихы хаҡында ла китаптарым бар. Ә бына һинең илеңде яҡшы белеп етмәйем. Япон ҡыҙы менән танышырмын тип бер ҡасан да башыма килгәне юҡ ине. Японса бер генә һүҙ беләм...

– Ниндәй һүҙ ул?

– Ай. Башҡорт теленә әйләндергәндә – Мөхәббәт.

– Мухабат... Ҡалай оҙон һүҙ, – тип йылмайҙы Ай, – беҙҙәге өс һүҙҙәй бар, әммә шундай матур яңғырай! Ой, Са-ля-уат, оҙаҡ йөрөп ташлағанбыҙ. Миңә ҡунаҡханаға ҡайтырға ваҡыт!

– Ысынлап та, – тине егет ҡулындағы сәғәтенә ҡарап.

Ҡунаҡхана ишеге алдына килеп еткәс, ҡыҙ егеткә йылмайып ҡулын бирҙе:

– Хуш бул, Са-ля-уат, – ҡыҙға был исемде әйтеү ауырыраҡ ине буғай.

– Хуш, Мө-хәб-бәт, – тине егет шаяртып. – Мин һине шулай тип атаһам, ҡаршы булмаҫһыңмы?

Ҡыҙ тағы йылмайҙы, «юҡ», тигәнде аңлатып, башын ғына сайҡаны. Ошо минутта уның матур йөҙө, ысынлап та, тулған айҙы хәтерләтте. Шулай ҡулға-ҡул тотошҡан килеш, башҡаса бер ни ҙә һөйләшмәй генә бер-береһенә ҡарашып бер аҙ торҙо улар.

– Хуш, – тип ҡабатланы Ай күпмелер ваҡыттан егеттән ҡулдарын айырып алып.

– Хуш, – тине Салауат. – Иртәгә йәкшәмбе көн, моғайын, ял итәһеңдер. Әйҙә, тағы осрашайыҡ.

Ярай, тигәнде белгертеп, баш ҡаҡты ҡыҙ...

Бүлмәһенә ҡайтып ятҡас та Ай оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ятты. Күмерҙәй ҡара күҙле, ҡалын ҡашлы, ҡыйыу сырайлы, яуырынтаҡ башҡорт егете уның күҙ алдынан китмәне. «Са-ля-уат», тип ҡабатланы ул тағы үҙ алдына...

* * *

Кем ул, Матросов? – тип һораны Ай парк буйлап бер аҙ йөрөгәс. – Был парктың исеме шулай тип атала шикелле, әгәр ҙә хаталанмаһам?

– Эйе, – тине Салауат, – тап ана шулай атала. Матросов та беҙҙең милли геройыбыҙ. Уның даны ла Салауат Юлаев һымаҡ бөтә Рәсәйгә таралған. Атаһы буйынса фамилияһы – Мөхәмәтйәнов.

Түшенә автоматын аҫҡан, аяғөҫтө һүрәтләнгән һәйкәлгә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ҡыҙ.

– Һөйлә әле уның хаҡында. Хаталанмаһам, Икенсе Бөтөн Донъя һуғышы батырылыр ул, моғайын, – тип фаразланы ҡыҙ бронза һалдаттың ҡоралына, кейеменә ҡарап.

– Ул Бөйөк Ватан һуғышы геройы, – тип башлап алып китте Салауат. – Тиҫтәләгән миллион кеше ғүмерен алып киткән был һуғыш беҙҙең халыҡтар өсөн нәҡ ана шулай атала. Матросов – Мөхәмәтйәнов шул яуҙа фашист амбразураһын күкрәге менән ҡаплаған батыр.

– Ни менәндер беҙҙең япондарҙағы «харакири»ны хәтерләткәндәй...

– Юҡ, – тине Салауат. – Бер ниндәй ҙә харакири түгел. Был – бөтөнләй башҡа нәмә. Харакири, аңлауымса, ниндәйҙер идея өсөн фәҡәт үҙ-үҙенде юҡ итеү генә була. Ә был батыр үҙенең йөҙҙәрсә яуҙаш иптәштәренең ғүмерен һаҡлап ҡалыу ниәте менән үҙен-үҙе ҡорбан итә. Башҡаса миллионлаған совет һалдаттары һымаҡ, немец фашизмын еңеүгә үҙенең тос өлөшөн индергән башҡорт егете ул.

– Уй, ҡалай батыр! – тип һоҡланды ҡыҙ. – Тик ул саҡта беҙҙең япон хөкүмәтенең фашистик Германия яғында булыуы бик үкенесле...

– Тормош бик ҡатмарлы шул. Заманалар ҙа үҙгәреп тора. Батшалар ҙа, уларҙың сәйәсәттәре лә бер иш түгел. Тик халыҡтар ғына һәр саҡ шулай һинең менән минең һымаҡ ябай көйөнсә ҡала бирә...

Егеттең үҙ иленең тарихын һөйләүе, шул уҡ ваҡытта фәлсәфәгә лә төшөп китеүе Айға бик оҡшай ине. Һорау артынан һорау биргеһе килде.

– Милли батырығыҙ Салауат тураһында тарих китабынан уҡығаным бар, – тине Ай. – Күптән түгел батырҙың һәйкәле янында ла булдым. Шулай ҙа уның хаҡында ысын башҡорт кешеһенән ишеткем килә. Матросов һәм Салауат. Икеһе ике дәүер кешеләре булыуҙарына ҡарамаҫтан, ошо ике батыр араһында ниндәйҙер оҡшашлыҡ та бар һымаҡ тойола...

– Эйе, – тине Салауат бер аҙ уйлап алғас. – Беренсенән, тамырҙарында башҡорт ҡаны йөрөткән был ике ҡаһарманға ирек һөйөүсәнлек хас. Үҙенең һәм халҡының азатлығы өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшсе булыу сифаты, намыҫлылыҡ, иле алдында яуаплылыҡ тойғолары юғары кимәлдә булыу берләштерә был ике батырҙы.

Ҡыҙҙың йотлоғоп тыңлағанын тойған егет хисләнеп, артабан һөйләүен дауам итте.

– Ошо ике шәхес хаҡында тағы дәүер, заман күҙлегенән сығып һүҙ йөрөтөү кәрәк. Тәүгеһе, тик башҡорт ере, башҡорт халҡы һәм дине өсөн көрәшһә, икенсеһе иһә, инде дуҫ булып алған урыҫ халҡы менән берлектә бөтә кешелек донъяһының дошманына – Гитлер фашистарына ҡаршы һуғыша.

– Ниндәй аҡыллы итеп әйтелгән һүҙҙәр! – тип шатланды Ай. – Нисек уйлайһың, ни өсөн бөтә донъя тарихы тик һуғыштарҙан ғына тигәндәй тора икән? Әйтерһең, был ерҙәрҙә быуаттар буйы тик һуғыштар ғына булған.

– Үкенескә, – тип артабан фәлсәфәһен дауам итте Салауат, – әҙәм балаһы яҡшы нәмәләрҙе тиҙ онотоусан. Ә бына һуғыш-маҙар онотола һалмай. Халыҡ күңелендә оҙағыраҡ һаҡланыусан. Бәлки, шуғалыр ҙа, беҙҙең тарих тик һуғыштар теҙмәһенән генә торған һымаҡ...

Парктан алыҫ булмаған Туҡай урамы яғынан аҙан тауышы ишетелде.

– Аҙан ҡысҡыралар, – тине Ай. – Аңлауымса, бөтөн донъя мосолмандарын ғибәҙәткә саҡырыу йолаһы буғай?..

– Тап шулай, – тине Салауат. – Ә һин был хаҡта ҡайҙан беләһең?

– Был турала ла уҡығаным бар. Ә үткән йыл Ғәрәбстан илдәренә турист путевкаһы менән барғанда үҙ ҡолаҡтарым менән ишеттем. Унда аҙым һайын тиерлек мосолмандарҙың ғибәҙәтханалары...

– Мәсеттәр.

– Эйе, эйе, шулай тип аталалар шул, – тине ҡыҙ.

– Ғәфү ит, – тине Салауат ҡыҙҙан бер аҙ уңайһыҙланғандай, – мин тиҙ генә намаҙ уҡып алайым, ә һин бына ошо эскәмйәлә ултырып тор...

Ай, парк эскәмйәһендә ултырған килеш, егеттең ағас төбөнә барып, көньяҡҡа ҡарап бер-нисә мәртәбә эйелеп, йә теҙләнеп, унан тағы аяғөҫтө тороп ғибәҙәт ҡылыуын күҙәтте. Биш минут тирәһендә намаҙын уҡып бөтөп, егет ҡыҙ янына ҡабат килде.

– Көтөп ялыҡманыңмы? – тине Салауат йылмайып.

– Юҡ, киреһенсә, һиңә ҡарап ултырыуы бик тә ирмәк тойолдо. Һөйлә әле миңә Ислам дине хаҡында.

– Был тиҙ генә һөйләй торған нәмә түгел, Ай. Бер ваҡыт шундай мөмкинлек тә булыр әле.

– Ә намаҙ уҡымаһаң, нимә була?

– Был хаҡта ла һуңыраҡ һөйләрмен...

Парк буйлап тағы оҙаҡ ҡына йөрөнөләр. Ғәйәт алыҫ араларҙа ятҡан ике ил вәкилдәренең бер-береһенә һорауҙары ифрат та күп ине. Ҡыҙ хатта күпкә ҡыҙыҡһыныусаныраҡ та булып сыҡты.

– Һиңә нисә йәш? – тип кинәт кенә һорап ҡуйҙы Ай.

– Быйыл егерме алты тула.

– Ә тыуған көнөн ҡасан?

– Алтынсы август.

– Алтынсы август? – тип ҡабатлап һораны ҡыҙ ҡапыл ниҙәндер ҡурҡҡандай. Хатта ҡобараһы осоп киткән һымаҡ булды.

– Эйе, эйе, августың алтыһы көнө ошо яҡты донъяға тыуырға миңә Хоҙай Тәғәлә насип иткән. Нишләп быға ғәжәпләнергә?

– Минең өсөн иң ҡайғылы дата. 1945 йылдың тап ана шул көнөндә минең өләсәйем Хиросима ҡалаһында донъяға килгән... – ҡыҙҙың күҙҙәренән ике бөртөк йәше сығып, биттәре буйлап тәгәрәне.

– Хиросима?... Ҡырҡ бишенсе йыл... Ғәфү ит, Ай, – егет ниндәйҙер бик ауыр һүҙ менән ҡыҙҙы рәнйеткәндәй хис итте үҙен. – Был бит американдар һеҙгә ядро бомбаһы ташлаған көн!..

– Эйе, – тине Ай битендәге йәш бөртөктәрен ҡулының һырты менән һыпырып.

– Ғәфү ит, – тип ҡабатланы Салауат.

– Өләсәйемдең ата-әсәләре ҡала ситендә йәшәгән. Атаһы таң менән тороп, инде тыуҙырыр ваҡыты еткән ауырлы ҡатынына: «Мин эштән ҡайтҡанды көтөргә тырыш, яҡты донъяға киләсәк улымды һаҡла. Тулғағың тотоп, түҙҙермәй башлаһа, кендек инәһе Нэо әбейҙең ҡайҙа йәшәгәнен беләһең...» тип әйткән дә, ҡалаға эшкә киткән. Алыҫ булыу сәбәпле, эш башланырҙан ике сәғәт алдан уҡ өйҙән сығып китә торған булған ул.

Айҙың күҙҙәренән бер туҡтауһыҙ йәш сорлап, биттәре буйлап аҡты. Бер аҙ тыныслана биреп, ҡыҙ артабан дауам итте.

– Тик уларға башҡаса күрешергә яҙмаған. Ул сығып, автобусҡа ултырып киткәс, күп тә тормай, тулғағы башланған ауырлы ҡатын яртылаш ергә соҡоп эшләнгән күрше таш йортта йәшәгән Нэо әбейгә йүгереп килә. Кендек әбейе ҡулдарын йыуып, бала ҡабул итергә әҙерләнгән мәлдә, теүәл 8 сәғәт 15 минутта, ҡала яғындағы күк йөҙөндә ҡот осҡос ҙур ут шары, унан гигант бәшмәккә оҡшаш ҡап-ҡара болот пәйҙә була. Бер-нисә секундтан шул яҡтан ғәйәт көслө тауыш менән ел сығып, бар өйҙәрҙе емереп, ағастарҙы төбө-тамыры менән өҙөп, урамдағы кешеләрҙе һепереп тигәндәй осороп алып китә. Ҡала ситендә һәм башҡа өйҙәргә ҡарағанда бик тәпәш булғанға күрәлер ҙә, Нэо әбейҙең йорто ниндәйҙер мөғжизә менән емерелмәй ҡала, тик тәҙрәләре генә селпәрәмә килә. Тап шул мәлдә минең өләсәйем донъяға килә. Малай тыуыуын көтөп йөрөгән атаһы, әлбиттә, был хаҡта бер ни ҙә белмәй ҡала. Ҡыҙы тыуырҙан бер нисә минут алда, ҡала уртаһындағы башҡа 150 меңгә яҡын кеше кеүек үк, көлгә өйләнгән булғандыр...

Ныҡ ҡына акцент менән һөйләшеүенә ҡарамаҫтан, ҡыҙҙың урыҫ теле запасы бай ғына ине. Уның хикәйәтен тыңлаған Салауат та күҙ йәштәрен тыя алманы. Ҡыҙға һиҙҙермәҫкә тырышып, әленән-әле башын ситкә бороп, тәгәрәп төшөргә торған тамсыларҙы ҡулының һырты менән алып ташлағыланы.

– Хөкүмәттең ҡотҡарыусы отрядтары, медиктар килеп тапҡанға ҡәҙәр Нэо әбейҙең өйөндә, уның һуңғы аҙыҡ запасын көскә еткереп, йәшәп торалар. Өләсәйем тыуғас та уның әсәһенең хәле көндән-көн насарая барып, ике аҙна тирәһенән үлеп тә китә. Ул саҡта Ер йөҙөндә бер кем дә белмәгән нур ауырыуы менән сирләгәнлеге һуңынан ғына асыҡлана. Ядро бомбаһы шартлауҙан барлыҡҡа килгән ундай сир тиҙ бүленә торған йәш күҙәнәктәр өсөн айырыуса хәүефле икән. Оло кешеләрҙең организмында ундай процесс бик әкрен барғанғалыр, Нэо әбей был ауырыуға бирешә һалмаған, күрәһең. Үлер алдынан ҡатын яҡшы күнелле был әбейгә рәхмәттәр уҡып, ҡыҙын Азуми («хәүефһеҙ йорт») исеме менән атарға үтенә. Азуми өләсәйемде шул кендек инәһе ҡарап үҫтерә. Нэо әбейҙең бар туғандары, балалары ҡала уртаһына яҡын йәшәгән булғанлыҡтан, бомбанан һәләк булғас, уның бер яҡыны ла ҡалмаған була.

Ҡыҙҙың ифрат та аяныс ғаилә тарихын иғтибар менән тыңлаған Салауат, табиб булараҡ, «лучевая болезнь» тип аталған, әҙәм балаһы тарафынан уйлап табылған бындай яман сирҙең һәр симптомын, уны барлыҡҡа килтереүсе механизмдарын хатта молекуляр кимәлдә тиерлек күҙ алдына килтерә барҙы. Ҡарашын күҙ йәштәре аша ҡайҙалыр алыҫҡа төбәгән килеш, Ай ҡайғылы хикәйәтен дауам итте.

– Үкенескә, әсәһенә генә түгел, сабый ғына булып ҡалған өләсәйемә лә бомбаның зыяны тейеп өлгөрә... Ана шул ҡәһәрле нур ауырыуы менән сирле өләсәйем дә ни бары егерме өс йәш кенә йәшәй. «Хәүефһеҙ йорт», тигәнде аңлаткан исеме лә өләсәйемдең ғүмеренә һис бер йоғонто яһай алмай. Тормошҡа сығып, әсәйемде тыуҙырғандан һуң бер ай ғына торғас, ул да гүр эйәһе була. Һуғыш тамамланғанға сирек быуат үтеп китеүенә ҡарамаҫтан, ҡәһәрле бомба кешеләргә һаман ҡайғы килтереүен дауам итә... Ә әсәйемә Юки тигән исем ҡушалар. Юки – «бәхет» тигәнде аңлата. Әммә уға, шулай, үгәй әсә ҡулында үҫергә тура килә. Япондарҙа исем кеше яҙмышына тәьҫир итә имеш, тигән ырым йәшәп килә. Әммә был беҙҙең ғаиләгә лә ҡағылышлы булыуын һис тоймайым...

Артабан тағы ла күңелһеҙ хәбәр ишетеүҙән шикләнепме, Салауат ҡыҙҙың саманан тыш ҡайғылы һүҙҙәрен бүлдереп, бер аҙ күңелен күтәреп алырға булды.

– Хәҙер һинең шундай яҡшы университетты тамамлап, аспирантурала уҡып йөрөүеңә әсәйеңдәр ифрат та бәхетлелер, моғайын. Бынамын тигән ҡыҙың булыуына шатланмау, уның менән ғорурланмау мөмкинме!..

Егеттең был һүҙҙәренән Айҙың кәйефе күтәрелмәү генә түгел, киреһенсә, бөтөнләйгә бөттө һәм ҡыҙ һулҡылдап иларға кереште.

– Ни булды, Ай? Яңылыш рәнйеткән булһам, ғәфү ит мине...

– Юҡ, Са-ля-уат, һинең һүҙҙәреңә ҡыйырһыманым мин...

– Тыныслан, Ай, – ҡыҙҙың битендәге йәште наҙлап ҡына башбармаҡтары менән һыпырып алды егет.

Бер аҙ тынысланғандай булғас, Ай:

– Әсәйем дә юҡ инде минең, – тип ҡуйҙы. – Фашизмды тар-мар иткәнгә ҡырҡ биш йыл тулыу айҡанлы бөтә донъя халҡы байрам иткән мәлдә, өләсәйемдәр кеүек үк йәп-йәш көйөнсә генә ул да яҡты донъя менән хушлаша. Табибтар нур ауырыуының кеше гендарына, енси күҙәнәктәренә лә зарары булыуын иҫбатлай... Әсәйем үлгәндә миңә ни бары алты ай ғына булған. Атайым башҡаса өйләнмәне, мине яңғыҙы ҡарап, ҡәҙерләп үҫтерҙе, уҡытты. Әйткәндәй, ул да һеҙҙең һымаҡ – хирург...

Улар оҙаҡ ҡына бер һүҙһеҙ парк эскәмйәһендә ултырҙылар. Салауат ҡыҙға башҡа бер ни әйтергә лә ҡыйманы.

– Нишләп быуындарығыҙҙа тик ҡыҙҙар ғына тыуа икән, тигән һорау ҙа борсойҙор һеҙҙе? – ҡыҙ был юлы бер аҙ йылмайғандай итте.

– ...

– Радиоактив нурҙар беҙҙең быуындарға тәү тәьҫир иткәндән алып, нисектер, беҙҙең нәҫелебеҙ вәкилдәренең енси күҙәнәктәре ирҙәр генын дауам иттереүсе Ү-хромосома менән бәйләнешкә инеүҙән туҡтаған. Шунлыҡтан, быуындан-быуынға тик ҡыҙҙар ғына донъяға киләбеҙ ҙә киләбеҙ, – Ай тағы күҙ йәштәре аша көлөп ебәргән булды. – Дөрөҫөрәге, киләбеҙ ҙә китәбеҙ...

Ҡабаттан илай башлаған ҡыҙҙы Салауат тынысландырырға маташманы. Әйҙә, бер аҙ илап, «бушанып» алһын, бәлки, еңелерәк тә булып ҡалыр үҙенә...

Айҙың йөрәк яраһын ҡуҙғытҡанына ныҡ үкенеп, башҡаса һуғыш хаҡында иҫләмәҫкә ҡарар итте Салауат. Осрашҡан саҡтарында әллә ни әһәмиәте булмаған нәмәләр хаҡында һүҙ алып барырға тырышһа ла, ҡыҙ фәлсәфи фекерләүҙәргә төшөп китеп, уларҙан ниндәйҙер мөһим һығымта яһай белеүе менән таң ҡалдыра ине. Күп кенә осраҡтарҙа үҙебеҙ ошо илдә оҙаҡ йылдар буйы йәшәп тә, иғтибар итмәгән ҡиммәттәрҙе Ай бик тиҙ генә күрә һала. Әле бөгөн Салауат ҡыҙҙы үҙе йәшәгән дөйөм ятаҡҡа сәйгә алып ҡайтты. Ыҡсым ғына бүлмәнең стенаһында элеүле торған картаны күреп, ҡыҙ уға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо.

– Ҡара әле, Са-ля-уат, – нишләптер һаман ошо исемде ауыр итеп әйтә ине, – Рәсәй ниндәй ҙур! – Ҡыҙ бармағы менән карталағы Рәсәй сиктәрен йөрөтөп сыҡты.

– Эйе, – тине сәй әҙерләп йөрөгән Салауат күңелле итеп. – От Москвы до самых до окраин, с южных гор – до северных морей...

Был йырҙы ҡайҙандыр элегерәк өйрәнеп алған Ай хатта уны дауам итеп, урыҫ һүҙҙәрен бер ҙа ғына боҙа биреп, йырлап та ебәрҙе:

Челёвек проходит как хозяин

Необъятной Родины своей...

– Әллә ҡасанғы Советтар Союзы осоронда сығарылған был йырҙы ҡайһы арала отоп алғанһың һин, Ай? – тине Салауат ғәжәпләнеп.

Алдан килешкәндәй, икәүләшеп ҡулға-ҡул тотоношоп, иҙән уртаһында әйләнеп, шул йырҙың ҡушымтаһын бергә йырлап тамамлап ҡуйҙылар:

Широка страна моя родная,

Много в ней лесов, полей и рек.

Я другой такой страны не знаю,

Где так вольно дышит человек...

– Ҡайҙан беләһең һин был йырҙы? – тип ҡабатланы Салауат. – Хәҙер инде уны хатта беҙҙең илдә лә тик өлкән быуын кешеләре генә йырлай!

– Мәктәптә уҡыған саҡта бер уҡытыусы өйрәткәйне. – Ай артабан Евразия картаһына ҡарауын дауам итте. – Минең урыҫ теле менән ҡыҙыҡһынғанымды белгәс, Мәскәү университетына барырға ла ул кәңәш бирҙе.

Шундай алсаҡ ҡыҙҙың балалар һымаҡ шатланғанын, бер туҡтауһыҙ тәтелдәгәнен кинәнеп тыңланы инде стакандарға сәй ҡоя башлаған Салауат.

– Ә бына – Башҡортостан! – Ай Рәсәй картаһының ҡап уртаһында йөрәк формаһын хәтерләткән йәшел төҫтәге илде түңәрәкләп күрһәтте. – Япраҡҡа оҡшап ҡына тора...

Салауат тағы бер шиғырҙы иҫенә төшөрөп, ҡулдарын артистарса йәйеп ебәрә биреп, һөйләп ебәрҙе:

Ер шарының картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына,

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына...

Башҡортса бер ни аңламауына ҡарамаҫтан, үҙен иғтибар менән тыңлаған мөләйем японкаға ошо шиғырҙы урыҫсаға тәржемә итеп бирҙе.

– Илегеҙ тураһында ҡалай күп шиғырҙар, йырҙар беләһегеҙ, – тип ғәжәпләнде Ай. – Һәр бер осраҡҡа...

– Һәр кемгә үҙ иле, үҙ халҡы ҡәҙерле инде ул, – тип ҡуйҙы егет. – Әйҙә, сәй эсеп алайыҡ, – үҙе лә һиҙмәҫтән тағы ла бер көйҙө көйләп алды.

Грузинский сәй сәйнүктә

Өҫтәлдә башҡорт балы...

– Әйҙә, бына башҡорт балына етеш, – бал һалынған һауытты ҡыҙға яҡыныраҡ шылдырҙы.

– Һин ғәжәпләнмә, Салауат, әммә мин башҡорт балы хаҡында ла ишеткәнем бар. Хатта Рәсәйгә килмәҫ борон уҡ. Бөтә донъяға даны таралған бал бит ул!..

Шулай сөкөрләшеп, күңелле генә итеп сәй эсеп алдылар. Ҡунаҡ ҡыҙының һәр һорауына ихлас яуап бирергә тырышты егет. Ай тағы карта янына килде.

– Ҡарағыҙ әле, Салауат, – тине тағы Башҡортостанға күрһәтеп, – һеҙҙең илегеҙ Япон утрауҙарына ҡарағанда бик күпкә лә бәләкәй түгел икән. Иң күбендә – ике-өс мәртәбәгә ҡайтышыраҡтыр. Ә кисә мин интернеттан ҡарап, кеше һанын сағыштырып ултырҙым.

– Япондар менән башҡорттарҙымы?

– Эйе, эйе, – тине ҡыҙ. – Беҙҙең япон халҡы утыҙ мәртәбәгә күберәк икән... Һеҙҙең ерегеҙ шундай иркен!

– Башҡорт ере борон-борондан шулай иркен, бай булған шул, – тип ҡуйҙы Салауат. – Бәлки, башҡа халыҡтарҙың был ерҙәргә ҡыҙығыуына шул да сәбәп булып торалыр. Әгәр интернеттан Башҡортостанда йәшәгән башҡорт милләтенең сағыштырмаса һанына иғтибар иткән булһағыҙ, унда башҡорттар өстән бер өлөш тә тәшкил итмәй...

– Нишләп шулай икән?

– Тарихҡа күҙ һалһаҡ, борон-борондан башҡорт халҡы үҙенең бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшә килгән. Һәр төрлө ихтилалдарға күтәрелгән. Ә шул восстаниеларҙы аяуһыҙ баҫтырғандан һуң халыҡты меңәрләп ҡырғылаған осорҙар ҙа булған. Үҙең белгән Салауат батыр бына шул осорҙағы геройҙарҙың береһе инде.

– Ә хәҙерге көндә башҡорттарҙы ҡырған кеше юҡ бит! Нишләп улар ҡабаттан үрсеп китмәй?

– Эйе, хәҙер беҙгә бер кем дә теймәй. Киреһенсә, башҡорттар артһын, үрсеһен өсөн бөтә шарттар булдырылған. Тик хәҙер башҡорттар үҙҙәрен үҙҙәре «ҡыра»...

– Нисек инде – үҙҙәре?.. – зирәк ҡыҙ был юлы егеттең тел төбөн аңламаны.

Беренсенән, күпселек башҡорт ғаиләһе бер-ике баланан да артыҡты тәрбиәләмәй. Икенсенән, ата-әсәһе саф башҡорт булыуына ҡарамаҫтан, балаларына туған телен өйрәтеүҙе кәрәк түгел, тип һанағандар бихисап. Үҙ телендә һөйләшә белгән балаларын да урыҫ мәктәптәренә биреп, телен онотторалар. Һөҙөмтәлә, башҡортлоҡ тик паспортта ғына тороп ҡала. Ә киләһе быуын балалары үҙҙәренең ата-бабалары ҡасандыр башҡорт булғанлығын ғына иҫкә алалар. Ғаиләне лә башҡа милләт кешеһе менән төҙөүгә аптырап тормайҙар, уларының балалары, әлбиттә, башҡортлоҡто инҡар итеүсән...

– Уй, ҡалай ҡурҡыныс...

– Эйе. Ярай әле, ауыл ерҙәрендә әлегә тел һаҡланып килә. Тел бар ерҙә милләт тә тере.

– Һеҙ үҙегеҙ ауылданмы?

– Эйе, төпкөл башҡорт ауылынан мин. Милләттәштәребеҙ аҙайыуға тағы бер сәбәп бар.

–... ?

– Күптәр ситкә китеп оя ҡора. Халҡыбыҙ вәкилдәренең эшһөйәр егет һәм ҡыҙҙары менән Себер тулған. Уларҙың бала-сағаларының күпселеге үҙҙәрен башҡорт итеп тоймай. Телдәре хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Бына шулай, Ай һылыу.

– Айһылыу?.. Ҡалай матур яңғырай! Нимәне аңлата ул «һылыу» тигән һүҙ.

– Красавица, – тип тәржемә итеп бирҙе егет.

Оялышынан бер аҙ йөҙө алһыуланған ҡыҙ һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа борорға тырышты:

– Ә һеҙҙең ғаиләлә нисә бала?

– Беҙ – биш малай.

– Биш малай?.. Ҡалай яҡшы! Ә бына минең әсәй яғы нәҫеленән һәр быуында тик берәр генә ҡыҙ... Хәйер, был хаҡта һөйләгәйнем инде. Ҡасандыр бала табырға тура килһә, минең дә улым булмаясаҡ...

– Аллаһ насип иткән булһа, барыһы ла булыр, – тип йыуатты егет тағы кәйефһеҙләнә башлаған ҡыҙҙы.

– Америка бомбаһынан «нурланған» күҙәнәктәр быуындан-быуынға күсеп, шундай сирҙе һаҡлап киләләр шул... Генетиктар фаразлауынса, был ауырыу тағы бер нисә быуында һаҡланыуы мөмкин.

– Әгәр теләгең булһа, мин һине үҙебеҙҙең университеттың генетика һәм радиология кафедраларына алып барып тикшертә алам...

– Әллә инде, берәй файҙа булырмы икән... Беҙҙең Токио университетындағы бер ғалим миңә былай тип әйткәйне: «Фәнгә аҙ таныш булған, радиоактив нурҙар арҡаһында барлыҡҡа килгән һанһыҙ сирҙәрҙең был төрөн фәҡәт ҡатын-ҡыҙҙар ғына йөрөтә. Әммә бер ҡасан был ауырыуҙың бөтәүе лә ихтимал. Нәҫелегеҙҙә ҡасандыр малай тыуыуы ошо хаҡта күрһәткес булыр. Тик нисә быуындан һуң булыры билдәһеҙ. Был процесҡа бер нисек тә тәьҫир итеп булмай...» Ә бит шул ҡәһәрле атом бомбаһынан сирлелер тик мин генә түгел, ә меңәрләгән! Өҫтәүенә, тағы дүрт йыл элек булған Фукусима фажиғәһе – Айҙың күҙҙәре тағы йәшләнде. – Нишләп беҙҙең халыҡҡа шундай ауыр һынауҙар килә икән?..

– Бындай һынауҙарҙан бер халыҡҡа ла гарантия бирелмәгән. Украина илендәге Чернобыль ғәрәсәтендә лә күпме кеше һәләк булып, йәиһә ғәрипләнеп ҡалды. Ошо көнгәсә шул тирәлә йәшәгән, йәиһә эшләгән күптәр һәр төрлө сирҙәрҙән үлгеләй, – тине Салауат ҡыҙға башҡаса ни әйтергә белмәй.

Һүҙҙәрҙең бындай күңелһеҙ йүнәлеш алыуын, әлбиттә, һис тә теләмәгәйне ул. Ҡыҙҙың күңелен нисек асырға? Китап кәштәһәндә ятҡан ҡурайҙарға күҙе төштө. Нишләп бая уҡ шул башына инмәгән, ауыҙыңа май булғыры. Айҙай һылыуҙы картаға ҡаратып ултыртып ҡуйған, егет ишараты... Эстән генә үҙен-үҙе шелтәләп, кәштәлә ятҡан төрлө оҙонлоҡтағы матур-матур ҡурайҙарға үрелде. Быны күргән ҡыҙҙың йөҙө әле генә болот араһынан сыҡҡан ҡояштай, тағы яҡтырып китте.

– Кур-ай, – тине ҡыҙ ҙа башҡорт орнаменты менән биҙәкләнеп яһалған ҡурайҙың береһен ҡулына алып.

– Быныһын да беләһең, – тип йылмайҙы Салауат.

– Беләм, – тине Ай, – ишеткәнем дә бар. Бөтә башҡа музыка ҡоралдарынан айырмалы, ҡурайҙың фәҡәт башҡорт милләтенә генә хас икәнлегенә тиклем миңә мәғлүм. Үткәнендә концертта ла уйнанылар бит.

Салауат ҡурайҙарҙың береһен алып, тишектәрен сылатып алды ла, ауыҙына ҡуйҙы. Дәртләнеп уйналған «Буранбай» көйөн тыңлаған ҡыҙҙы һағыш баҫҡанын уның ҡабаттан йәшләнгән күҙҙәренән уҡырға була ине. Бер аҙҙан Салауат, ҡурай уйнауынан туҡтап, моңло итеп йырлап ебәрҙе.

Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ

Буранбайҙың яҙған хаттары.

Буранбайҙың яҙған хатын уҡып,

Зар илайҙыр ауыл ҡарттары...

– Бик ҡайғылы йыр буғай, – тине Ай йыр тынғас, ҡулъяулығы менән күҙ йәштәрен киптереп алып, – нимә тураһында ул?

– Батша хөкүмәте тарафынан нахаҡҡа хөкөм ителеп, Себер каторгаһына һөрөлгән Буранбай исемле башҡорт егете хаҡында был боронғо йыр, – тип аңлатты Салауат. Хатта урыҫ теленә йырҙың бер куплетын тәржемә итеп тә бирҙе.

...Аксакалы плакали читая

Лист за листом письма Буранбая.

Из суровой каторжной неволи,

Из далекого Сибирского края...

– Моң-зар, һағыш менән тулған, үҙәктәргә үтерлек йыр. Бындай йырҙы ишеткәнем юҡ ине...

Ниҙер иҫләп, Ай кинәт күңелләнеп китте.

– Әй, теге япондар тураһындағы көйҙө уйна әле.

Егет ялындырып тормаҫтан, дәртле генә итеп «Порт Артур»ҙы һыҙҙырып ебәрҙе. Ҡыҙ көй ыңғайына иҙән уртаһына төшөп әйләнгеләп алды.

* * *

Буш ваҡыттарында шулай осраша торҙолар. Ай менән күңелле ине Салауатҡа. Хатта ҡыҙҙың урыҫса һөйләшкәндә ныҡ ҡына беленгән акцентын да оҡшата ул. Үҙ-ара гәпләшә торғас, ниндәйҙер берәй ҡыҙыҡ темаға юлыға улар. Һәр төрлө өлкәлә яҡшы ғына белемле булған был япон ҡыҙы ла Салауаттан үҙе өсөн ифрат та әһәмиәтле булған мәғлүмәт ала. Әле бөгөн осрашҡас та ҡыҙ күптәнән уйлап йөрөгән үтенесен әйтте.

– Мосолман мәсетенә бер ҡасан да инеп ҡарағаным булманы. Шул үҙегеҙҙең ғибәҙәтханағыҙға алып барып күрһәтмәҫһеңме? – тине Ай. – Әллә япон ҡыҙы булғас, миңә унда инергә рөхсәт итмәҫтәрме икән?

– Нишләп рөхсәт итмәһендәр, ти? Мәсет тик башҡорттар өсөн генә түгел бит... Башҡа учреждениеларҙан айырмалы, мәсет ишеге һәр саҡ һәм һәр кеше өсөн асыҡ. Әлбиттә, алып барып күрһәтәсәкмен. Теләһәң – хәҙер үк!

– Әйҙә, улай булғас, – тине Ай шатланып.

Мәсет ишеге алдында уларҙы һаҡаллы оло ғына бер ағай ҡаршы алды. Мәсет буйынса дежурҙағы кеше икән.

Әссәләмү ғәләйкүм! – тип сәләм бирҙе Салауат.

– Үә ғәләйкүм әссәләм! – тип яуапланы ағай һәм йәштәрҙе эскә инергә әйҙәне. – Никах мәсьәләһе менән йөрөйһөгөҙҙөр, моғайын?

– Юҡ, ағай, былай ғына инеп күреп сығайыҡ тигәйнек...

– Былай ғына тип ни, әйҙә, инеп намаҙ ҙа уҡып сығырға мөмкин. Тик, ҡыҙым, һин анау эленеп торған яулыҡты башыңа ябынып ал.

Башҡортса һөйләшкәндәрен аңламай, әллә индермәҫкә итәме икән, тип эстән уйлап торған торған ҡыҙға ағайҙың һүҙҙәрен Салауат тәржемә итеп бирҙе һәм:

– ...Беҙҙе өйләнешергә килгән йәштәр икән, тип уйлаған был ағай, – тип көлдө.

Оялышынан, әллә тулҡынланыуҙан биттәренә алһыулыҡ йүгергән Ай яулыҡ алып ябынғас, тағы ла нығыраҡ мөләйем башҡорт ҡыҙына оҡшай төштө... Аллаһ йортонан шундай ныҡ тәьҫирләнеп сыҡҡан япон ҡыҙының һорауҙары, әлбиттә, күп ине. Ҡыҙ башындағы яулығын сисеп элгәс, Салауат:

– Яулыҡ килешә икән үҙеңә, – тине.

– Ә ни өсөн мосолман ҡатын-ҡыҙҙары сәстәрен ҡаплап йөрөргә тейеш? – тип һораны Ай тротуар буйлап бер аҙ бара биргәс.

– Был һорауыңа яуапты төптәнерәк эҙләп табып бирергә тура килер, – тине егет. Нисегерәк башларға икән, тип бер аҙ уйланып алғас, дауам итте. – Ислам дине ир менән ҡатындың никахһыҙ бәйләнешен ҡәтғи тыя...

Егеттең һүҙҙе көтөлмәгән юҫыҡҡа алып китеүенә ғәжәпләнгән ҡыҙ иғтибарын уға тағы ла нығыраҡ йүнәлтте. «Нишләп ул тирәгә төшөп китте был егет?» тип уйлай биреп тә ҡуйҙы, әммә әҙәпле ҡыҙ булараҡ, уны бүлдермәне.

– Никахһыҙ бәйләнеште, йәғни зина ҡылыуҙы ғына түгел, ә уға этәреүсе шарттарҙы ла булдырмауҙы талап итә беҙҙең дин...

«Зина ҡылыу-ҡылмауҙа яулыҡтың ни ҡағылышы бар икән?» тип уйланы ҡыҙ тағы. Ә Салауат әкрен генә һөйләүен дауам итте.

– Ир-егеттәрҙән айырмалы, ҡатын-ҡыҙҙарҙа ҡапма-ҡаршы енес вәкилдәрен, йәғни, ир-атты йәлеп итә, уларҙың «күҙҙәрен ҡыҙҙыра» торған гүзәл сифаттар бихисап. Аллаһы Тәғәлә уларҙы шулай итеп яралтҡан. Шәриғәт талабы буйынса, ҡатын-ҡыҙға йөҙө, түштәре, буй-һындары, бот-янбаштар һымаҡ шундай матурлыҡтары менән бер рәттән, хатта уларҙың сәс толомон да үҙенең хәләл ефетенән башҡаларға күрһәтеү тыйыла. Диндең был талабы – әҙәм балаһын шундай оло гонаһтарҙың береһенән ҡурсалап алып ҡалыуҙың бер юлы. Ҡатын-ҡыҙҙың тәне ир-егеттәр өсөн һәр саҡ сер булырға тейеш...

– Ҡалай ҡыҙыҡ, – тине Ай уйланып. – Ә мин сепрәккә төрөнөп йөрөгән мосолман ҡатындарына ҡарап, уларҙы һәр саҡ ҡыҙғана инем. Ҡаты бәғерле ирҙәре уларҙы шулай кейенергә мәжбүр итәләрҙер, тип уйлай инем...

– Юҡ, әлбиттә, киреһенсә, был – Ислам динендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың Аллаһы тарафынан бирелгән хоҡуғы! Хатта бына ошо хоҡуҡтарын яҡлап көрәшергә әҙер улар...

Ай ошо һөйләшеүҙән үҙе өсөн ниндәйҙер оло яңылыҡ асҡандай булды. Башҡорт егете менән булған ошо ҡыҫҡа ғына әңгәмә япон ҡыҙы өсөн ысынлап та бик ҙур асыш ине. Салауат бүләк иткән урыҫ телендәге «Шәриғәт закондары», «Пәйғәмбәрҙәр тарихы», «Ислам дине йолалары» китаптарын буш ваҡыттарында уҡыштыра ла башланы.

...Осрашыуға был юлы башына яулыҡ бәйләп килгән ҡыҙҙы күргәс, «Күптән түгел ваннанан сыҡҡан ахырыһы», тип уйланы Салауат. Ғәҙәттәгесә, парк буйлап бер килке һөйләшеп йөрөгәс:

– Ә һин, Ай, үҙең ниндәй дин тотаһың? Әллә бөтөнләйгә, элекке беҙҙекеләр әйтмешләй, коммунисмы? – тип шаяртып көлдө Салауат бер көн.

Һуңғы осорҙа дин хаҡында һүҙ йөрөтә башлау менән нисектер етди төҫ ала торған булып китте Ай.

– Ошоғаса бер дин менән дә яҡшылап ҡыҙыҡһынғаным булманы. Белеүемсә, беҙҙең халыҡ күбеһенсә синтоизм, буддизмды тота. Христиандар ни бары ике процент. Тағы күп кенә кешеләр синкретизм яҡлы. Улары – һәр бер диндән бер нисә йола алып, шуны тотоусылар.

Бала саҡтан дингә иғтибар бирмәгәс, мин был хаҡта әллә ни белмәйем. Шуғамылыр, Ислам дине тураһында хатта беҙҙә тотолған диндәргә ҡарағанда күберәк тә белә башлаған һымаҡ тоям үҙемде...

– Китаптар оҡшанымы?

– Эйе. Ә миңә иң оҡшағаны нимә тип уйлайһың?.

– Һеҙҙең динегеҙҙә миңә иң оҡшағаны – бөтә ғаләмдәрҙе барлыҡҡа килтереүсе һәм уларҙы тотоп тороусыға – тик бер Аллаһҡа ғына табыныу.

– Бик күптәр ғүмере буйына аңлай алмаған нәмәнең тап елегенә генә төшөнгәнһең бит, Ай! Был, ысынлап та, беҙҙең диндең нигеҙе!..

Ошо көндән алып ҡыҙ һәр ерҙә башына яулыҡ ябынған килеш кенә күренә башланы. Ни өсөн шулай икәнен берәү ҙә белмәй ине... Тик Салауат ҡына бының сәбәбен һиҙемләне.

– Ни өсөн яулыҡ ябынып йөрөргә булдың әле һин? – тип һораны бер көн егет шулай ҙа.

– Сәс толомдарымды тик үҙемдең буласаҡ хәләл ефетемә генә күрһәтәсәкмен, – тип уйынлы-ысынлы яуап бирҙе ҡыҙ. – Миңә Ислам диненең күп кенә яҡтары оҡшай башланы. Шул иҫәптән, ҡатын-ҡыҙҙың башҡалар өсөн сер булыуы.

Буласаҡ хәләл ефете... Бындай һылыу ҡыҙҙың хәләл ефете булырға бик күптәр теләр ине лә. Һап-һау буйҙаҡ йәш егеттең уйҙары ошо юҫыҡҡа йүнәлеүе бик тә тәбиғи ине.

* * *

Бер көн Салауатты дуҫы Айбулат ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ҡорбан ашына.

– ...Мөхәббәтеңде лә алып кил, – тип шаяртты дуҫы. – Холостяк ашынан да ялҡып киткәнһеңдер инде...

– Эйе, Айбулат, беҙҙең йәштә буйҙаҡ йөрөү килешкән эш түгел, – тип уфтанды Салауат.

– Ә Мөхәббәтең менән һинең арала әле мөхәббәт күпере һалынманымы?

– Был хаҡта уйлағаным да юҡсы... Японка бит ул!

– Японка булһа ни...

– Сит милләт ҡыҙҙары менән никахҡа инеү хаҡында уйлап ҡарағаным да булманы бит әле. Икенсенән, беҙ һинең менән үлтерелмәгән айыуҙың тиреһен тунарға йыйынған кешеләр һымаҡ һөйләшә башланыҡ. Ай, әлбиттә, бик һылыу, аҡыллы ҡыҙ. Тик уға минең буйым етмәҫ һымаҡ тойола. Уның үҙенең тормош пландары ла барҙыр.

– Бына шуның өсөн дә, дуҫ, Мәрйәм менән икебеҙ һеҙҙе бөгөнгө мәжлескә саҡырырға булдыҡ. Мәрйәм һөнәре буйынса психолог та булараҡ, һинең Айыңды «тоғро юлға» йүнәлтергә сәбәп була алыр, тип уйлайым. Үҙең беләһең бит уның ниндәй ныҡышмал икәнлеген.

Айбулат менән Мәрйәм дүрт йыл элек кенә таныштылар. Төнгө дежурҙа булған йәш хирург ашығыс ярҙам машинаһы менән килтерелгән университет талибәһенә һуҡыр эсәккә операция яһағайны. Операциянан шәбәйеп килгән зәңгәр күҙле пациенткаһына үлеп ғашиҡ булмаһынмы! Мәрйәм дә ҡыйыу хирург егетте оҡшатты, буғай. Дауахананан сығырҙан алда Айбулаттың һорауы буйынса кеҫә телефонының номерын да һис ялындырып тормайынса бирҙе. Мәрйәмдең был ҡылығы, әлбиттә, артабан да егет менән элемтә тоторға ризалығын белдерә ине. Һәр саҡ хиджап кейеп йөрөгән ҡыҙ тәүҙәрәк сәйер һымаҡ тойолһа ла, быға иғтибар итмәҫкә тырышты Айбулат. Психология факультетының аҙаҡҡы курсында уҡыған был ҡыҙҙы иң күбендә ике-өс мәртәбә саҡырғандыр осрашыуға. Әммә һәр осрашыуға Мәрйәм дуҫ ҡыҙын эйәртеп килә торған булды. Ҡыҙ тәүҙән үк «Егет менән ҡыҙҙың аулаҡта осрашыуы – харам» тип әйткәйне. «Открой личико, Гюльчатай», тип алдараҡ бер-икене шаяртып та маташҡан «батыр егет» хатта уның ҡулына ҡағылырға ла баҙнат итмәне, әммә оҙаҡҡа һуҙмаҫтан, ҡыҙға өйләнешергә тәҡдим яһаны. Мәрйәм тәҡдимде кире ҡаҡманы. Мосолмандарса никах уҡытып, ыҡсым ғына туй яһап, йәшәп алды ла киттеләр.

«Ни өсөн һәр саҡ сепрәккә уранып йөрөүҙе хуп күрәһең?» тип хәләл ефетенән һорарға баҙнат итте өйләнешкәндең иртәгәнә Айбулат. «Башҡаларға күрһәтергә ярамаған тән өлөштәремде тик һиңә, буласаҡ хәләл ефетемә генә асыу бәхетенә ирешеүем менән бәхетлемен», тигән яуапты ишеткән Айбулатҡа Мәрйәме донъяла иң ҡәҙерле кешеһенә әйләнде. Бер йылға яҡын йәшәгәс, улдары тыуҙы. Ильяс тип исем ҡуштылар уға.

Ә аш-һыу әҙерләүгә килгәндә, Мәрйәменең донъяла тиңе юҡ. Бәләкәйҙән ауылда үҫкән был башҡорт ҡыҙы бишбармаҡты шундай тәмле итеп бешерә, уны ашағанда биш бармағың менән ҡушып теленде йотоп ебәрмәҫмен тимә! Хатта ҡорот, эремсек яһау серҙәрен дә яҡшы белә ул. Ауылға ҡәйнәләренә ҡайтҡанда йәйге ихаталағы ҡаҙан тирәһенән китешмәй. Айбулаттың әсәһе Рәйфә апай эшһөйәр килененә ҡарап, ҡыуанып бөтә алмай. Дин өлкәһендә белемен һәр саҡ үҫтереү өҫтөндә эшләгән Мәрйәм хәҙер инде үҙе уҡытып йөрөгән университетта студенттарына ла шул хәҡиҡәтте еткерергә тырыша. Хәләл ефетен дә һәр саҡ иманға өндәй ул. Айбулат әлегә намаҙға баҫмаған, әммә бисмиллаһһыҙ операцияға тотонмай...

Бына шундай үҙенсәлекле дуҫтары бар Салауаттың. Бөгөн ҡорбан ашына Айҙы ла үҙе менән бергә алып барасаҡ ул, иншаллаһ. Саҡырған хәләл мәжлестән баш тартыу ярамай...

Ҡорбан ашына башҡа кешеләр саҡырылмағайны. Хатта Айбулаттың яҡын ғына ауылда йәшәгән ата-әсәһенә лә өндәшмәгәндәр. Мәрйәм өҫтәлгә ни генә әҙерләмәгән! Тәмле бишбармаҡ менән башта ҡыҫтап-ҡыҫтап һыйланы ул ҡунаҡтарын. Унан ҡоротлап-борослап, һурпа бирҙе. Һәр төрлө тәм-том менән сәй эсеп алғас, Айбулат Салауаттың доға уҡыуын һораны. Моңло вәзенгә һалып, Салауат бер-нисә ҡыҫҡа сүрә уҡыны. Унан, Айбулаттарҙың ошо салған ҡорбандарының әжер-сауаптарын биреүен һорап, Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылдылар. Барлыҡ уҡылған доғаларҙы Салауат Айға тәржемә итеп, аңлатып барырға тырышты.

Бындай мәжлестә Ай, әлбиттә, ғүмерендә тәүге тапҡыр ине. Доға ҡылынып бөткәс, Мәрйәм менән Ай аш бүлмәһенә сығып киттеләр.

– Башҡорттарҙың шундай ҡунаҡсыл халыҡ икәнен китаптан уҡығаным ғына бар ине, бөгөн үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, – тип ысын күңелдән ҡыуанып ихлас һөйләне Ай. – Ә ҡунаҡтарға ҡыҫтап ашатыу тигән нәмәне бер ҡасан да осратҡаным булманы. Уныһы ла йолаларығыҙҙың бер төрөлөр инде?..

– Эйе, – тине Мәрйәм, – шундай йола бар башҡорттарҙа. Ҡунаҡ әҙәп һаҡлап, әллә ни ашамай, ас ҡайтып китһә, саҡырыусыға оят була бит. Борон хатта, кем-кемде яҡшыраҡ хөрмәт итә, һыйлай, тигән сәм дә булған. Ниндәй милләт кешеһе булыуға ҡарамаҫтан, ситтән килгәндәрҙе лә һый-хөрмәт менән ҡаршы алғандар. Ә хәмер-маҙар эсереү бөтөнләйгә булмаған.

– Ниндәй гүзәл һеҙҙең йолаларығыҙ, – тине Ай.

– Иғтибар итһәң, беҙҙең ҡалаларҙа ниндәй генә милләт кешеһен күрмәҫһең. Ә иң мөһиме – улар барыһы ла үҙҙәрен бында үҙ өйөндәге һымаҡ хис итә. Боронғо ата-бабаларыбыҙ үтә ҡунаҡсыллығы арҡаһында ҡомһоҙ кешеләрҙән зыян да күргеләгән. Күпләп килеп, алдаштырып, бәғзе ваҡытта хатта көс менән ҡурҡытып, ерҙәрен, урмандарын тартып алғылаған осраҡтар ҙа күп булған...

– Са-ла-уат Юлаев осоро?

– Эйе, – тине Мәрйәм. – Ул батыр хаҡында ишеткәнең бармы әллә?

– Әлбиттә. Уҡығаным да бар. Тағы Салауат миңә уның тураһында күп һөйләне. Мәрйәм, минең яҙып ятҡан диссертациямдың бер бүлеге – һеҙҙең динегеҙ хаҡында. Миңә белгәндәреңде һөйлә әле...

– Дин хаҡында бер ҡасан да барыһын да тулыһынса белеп бөтөү һәм һөйләп биреү мөмкин түгел, әммә хәлемдән килгәнсе тырышырмын. Һорауҙарың булған һайын миңә шылтырат. Хәйер, Салауаттың да дин өлкәһендә белеме яҡшы ғына.

– Уның менән осрашҡан һайын үҙемде уңайһыҙ тойған һымаҡмын. Тәүге осорҙа улай булмай торғайны... Әллә ни булды... Хатта унан ояла башлаған һымаҡмынсы...

– Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙың ир-егеттәрҙән оялыуы – ифрат та һәйбәт сифаттарҙан һанала. Был хаҡта Бәйғәмбәребеҙҙең хәҙисе лә бар... Бына нимә, Ай, – тине Мәрйәм бер бик мөһим нәмә әйтергә йыйынғандай, – бөгөн һеҙҙе үҙебеҙгә саҡырыуҙың төп маҡсаттарының береһе – һиңә лә, Салауатҡа ла үтә лә мөһим бер кәңәш биреү. Айбулат менән беҙ уйлаштыҡ-уйлаштыҡ та, бына шундай ҡарарға килдек.

– Ниндәй мөһим кәңәш ул? – тип һораны ниҙер һиҙенә башлаған япон ҡыҙы.

– Салауат менән һеҙҙең сәстәрегеҙҙе бәйләүгә ирешһәк, беҙ үҙебеҙҙең дуҫлыҡ бурысын үтәгән итеп тойор инек.

– Быныһы ла башҡорттарҙың йолаһымы? – ярым шаяртып һораны Ай.

– Шулай тип ҡабул ит, – тип йылмайҙы Мәрйәм. – Йәштәрҙе бер-беренә димләү, ысынлап та, беҙҙең борондан килгән иң матур йолаларҙың береһе. Тик быны уларҙы көсләп ҡушыу менән бутарға һис ярамай. Әйткәндәй, бына шундай никахтар хәҙерге «мөхәббәт буйынса» ҡоролғандарынан бер ҙә насарыраҡ түгел, киреһенсә, борон беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың никахтары ныҡлы булған. Айырылышыу тигән нәмәләр бөтөнләйгә булмаған тиерлек...

Ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-ара ни һөйләшкәнен, әлбиттә, ирҙәр белмәне һәм белергә лә тейеш түгел ине. Ә был ваҡытта Айбулат ҡыҙып-ҡыҙып үҙенең дуҫын тәнҡит утына тота ине. Ошоғаса буйҙаҡ йөрөгәне өсөн.

– Японка булһа ни?.. – тине ул һаман. – Ана ҡалай беҙҙең динебеҙгә лә, башҡортлоҡҡа ла ылығып, хөрмәт итеп тора. Бер-бер артлы башҡорт балалары тыуҙыра башлаһа, японка икәнен үҙе лә онотор, һин дә оноторһоң...

* * *

Никахҡа ҡыҙҙың ғына түгел, уның берәй ир туғанының да ризалығы булыуы мотлаҡлығын күҙ уңында тотоп, Япониянан Айҙың атаһын да саҡыртып алдылар. Иошико әфәнде, телефон аша саҡырылғас, ихлас күңелдән риза булды. Үҙе лә табип булараҡ, ҡыҙының «Рәсәйҙә хирургҡа тормошҡа сығырға ниәтләйем», тиеүенә айырыуса шатланды ул.

Никахты Салауаттың тыуған ауылы мәсетенә барып уҡытырға булдылар. Ауылға буласаҡ ҡатыны, ҡайныһы менән килеп төшкән Салауаттың ата-әсәһе ни алып, ни ҡуйырға белмәй тигәндәй йөрөнө. Үҙҙәре лә урыҫса таҡа-тоҡа һөйләшкән ауыл кешеләре булараҡ, урыҫ телен бөтөнләй белмәгән буласаҡ ҡоҙалары менән, әлбиттә, Айҙың тәржемәләүе ярҙамында ғына һөйләштеләр. Ифрат та алсаҡ булған был ике ғаилә бер-береһенә йылмайыу аша ла яҡшы мөнәсәбәттәрен белдереүгә өлгәште. Телдәре төрлө булыу уларға һис тә ҡамасауламаған һымаҡ та булды хатта. Йәштәрҙең никахына шаһит һәм шаһиҙә булып, әлбиттә, «бола башлыҡтары» Айбулат менән Мәрйәм килде. Салауат ап-аҡ костюмда, шундай уҡ төҫтәге теүәтәйҙә ине. Ә Ай нәҡ Мәрйәм һымаҡ мосолман ҡатын-ҡыҙҙары кейемен хуп күрҙе. Күҙҙе сағылдырып емелдәп торған аҡ туҡыманан тегелгән шул кейемде лә әхирәте һайлап алып бирешкәйне.

Мәсеттә байтаҡ ҡына туғандары йыйылды. Никах уҡыусы мулла йәштәрҙең, ҡыҙҙың атаһының ризалығын һорап алғас, Салауатҡа, кейәү егете булараҡ, ҡыҙға мәһәр биреү кәрәклеген дә әйтте. Егет пакетҡа төрөлгән бер пачка «меңәрлек»тәрҙе өҫтәлгә сығарып һалды. Унан мулла Сабирхан ағай егет менән ҡыҙҙың ошо мәлдән алып бер-береһенә хәләл икәнлеген иғлан итте һәм иман, ғаилә бәхете, һаулыҡ һорап, оҙаҡ итеп Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылды. Ир һәм ҡатындың һәр ғаиләлә булырға тейешле бурыстары хаҡында ла иҫкәртте...

Мәсеттән һуң Айбулаттың йәштәр ултырған машинаһы Салауаттың ата-әсәһенең өйө ҡаршыһына килеп туҡтаны. Машинанан төшөүенә, килендең аяҡ аҫтына ап-аҡ мендәр һалып, Салауаттың әсәһе ҡаршы алды. Бындайын да гүзәл йоланы үҙ ғүмерендә тәү тапҡыр күргән Ай таң ҡалды. Салауат уны етәкләп, өйҙөң эсенә ҡәҙәр түшәлгән матур йомшаҡ келәм буйлатып алып килде. Улар өйгә инеп киткәнсе, Салауаттың балалыҡ дуҫтары – ауылдың ҡурайсылары Ишмөхәмәт менән Фәнил башҡорт милли кейемендә ифрат та матур итеп «Урал» көйөн уйнап торҙо.

Ауыл оҫталарының йыр, бейеү кеүек матур уйындары менән туй бик күңелле үтте. Туй мәжлесе аҙағына етер мәлдә, был яҡтарҙа була торған «килен һөйөү» йолаһын да атҡарырға булдылар. Йәйҙең иң матур мәле. Көн салт аяҙ ине. Салауаттарҙың ихатаһының ҡап уртаһына йышылған таҡталар түшәлгән майҙансыҡҡа ултырғыс алып сығып, йәш киленде ултырттылар. Бындай йола хаҡында Салауат һөйләп тә өлгөрмәгән булғанға, килен башта, әлбиттә, бер ни ҙә аңламаны. Фәнил менән Ишмөхәмәт һағышлы итеп «Сеңләү» көйөн уйнап ебәрҙе. Унан башҡорт милли кейемендәге, ауыл мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләгән Таңсулпан еңгә килен янына килде. Айҙың уң яуырынбашына ҡулын һалып, ҡурайға ҡушылып, моңло итеп йырлай башланы.

Әйҙә килен, киленсәк,

Булма улай оялсаҡ.

Әсәңдә һин ҡолонсаҡ,

Ҡәйнәңдә һин уйынсаҡ...

Йыр тамамланыуға, ҡатын-ҡыҙҙар бер-бер артлы килеп, йәш киленгә изге теләктәр теләп, уға һәр төрлө бәләкәй генә бүләктәр бирҙе. Иңбашына ҡат-ҡат ябылған яулыҡтарға, муйынына эленгән мәрйендәргә, арзанлы ғына булһа ла, ысын күңелдән бирелгән һәр бүләккә, арҡаһынан йомшаҡ ҡына итеп тупылдатып һөйөүҙәргә балаларса шатланды Ай. Ошондай гүзәл башҡорт туйы хаҡында үҙенең диссертацияһында айырыуса күп итеп, матур итеп яҙасаҡ ул...

Иошико ҡоҙа йылы хушлашып, Өфө аэропортына юлланды. Стажировкаһы тамамланырға инде дүрт-биш аҙналай ғына ҡалған япон ҡыҙы Ай, шулай итеп, башҡорт килене булып китте. Йәш ҡатынды атаһы һалған яңы йортҡа алып ҡайтты Салауат. Башҡортса бер һүҙ ҙә аңламаған Ай, иренең ата-әсәһенең, туғандарының, ауылдаштарының үҙенә ҡарата булған шундай яҡшы мөнәсәбәтенә шатланып бөтә алманы. Ошо эскерһеҙ, ябай, ҡунаҡсыл халыҡтың телен ҡасан да булһа бер заман барыбер өйрәнеп алырға ҡарар итте.

* * *

Стажировкаһы тамамланып, Мәскәүгә диссертацияһын яҡларға киткән кәләшенә Салауат Өфөлә эш юлланы. Япон теле белгесе кәрәк урындарҙы табыу ҙа анһат булманы. Тик бер мәл Салауаттың бай ғына бер пациенты тел үҙәге – шәхси мәктәп асырға йыйыныуы хаҡында осраҡлы ғына әйткәйне.

– Инглиз, немец теле белгестәре буйынса проблема әллә ни юҡ, тик бына япон теле белгесе таба алмайым, – тине операциянан һуң йүнәлеп килгән Шамил Фәтих улы.

Салауат үҙенең хәләл ефете, буласаҡ тарих фәндәре кандидаты Ай хаҡында әйткәс, пациенттың йөҙҙәре яҡтырып китте.

– Бына бит, Хоҙай, бирәм тиһә ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына. Былай булғас, Салауат ҡустым, мин һиңә өмөт итәм. Бөгөн үк шылтырат кәләшеңә...

Бала сағынан дини рухта тәрбиәләнмәгән Ай, башҡорт егете менән танышҡанға ҡәҙәре, ысынлап та, бер ҡасан да дин хаҡында уйланмай ине. Баштараҡ диссертация өсөн генә Ислам динен өйрәнә башлаған ҡыҙҙың йөрәге, ысынлап та, ошо хаҡ дингә ылыға башлағанын үҙе лә һиҙмәне. Кистәрен, үҙенең быуынына төшкән нәҫел ауырыуынан ҡотолдороуын үтенеп, илай-илай ысын күңелдән Аллаһҡа ялбара ине ул. Был хаҡта, әлбиттә, һис бер кемгә өндәшмәне, хатта Салауатҡа ла.

Мәскәү университетында оҙон еңле күлдәк кейгән, башына яулыҡ ябынған япон ҡыҙын күреп тәүҙә ғәжәпләнһәләр ҙә, тиҙ генә өйрәнеп тә киттеләр. Сөнки университетта башҡа Азия, Африка илдәренән килгән күп кенә ҡыҙҙар ҙа шундай кейемдә булғанғамы, быны ғәҙәти хәл итеп ҡабул иттеләр. Хәләл ефетенең Өфөлә эш табыуы хаҡында хәбәрен ишеткәс, Айҙың шатлығының иге-сиге булманы. Диссертация яҡлағандан һуң Башҡортостандың баш ҡалаһы мәктәптәренең береһендә япон теле уҡытырға китеү теләген белдергәс, кафедралағы профессор-уҡытыусылар ифрат та ғәжәпләнде.

– Беҙ һине, уҡыу отличнигын, ошо кафедрала уҡытыусы итеп ҡалдырырға ниәтләй инек, – тине профессор Чуйкин. – Мәктәпкә ни, ябай уҡытыусы табырҙар ине әле...

– Минең хәләл ефетем Өфөлә бит, – тине Ай бер аҙ уңайһыҙланып. – Ирем ҡайҙа, мин шунда булырға тейеш. Ул – хирург.

– Үҙе килһен Мәскәүгә. Хирургка бында ла эш табылыр.

– Рәхмәт, – тине Ай әҙәпле генә. – Миңә уларҙың иле, халҡы бик оҡшаны. Мин артабан шунда йәшәргә ҡарар иттем...

* * *

Шамил Фәтих улы асҡан мәктәптә япон теле яңы йылдан һуң ғына уҡытыла башланы. Сөнки Айҙың диссертация яҡлап бөтөрөп, Мәскәүҙән килеп етеүен көттөләр. Баштараҡ Ай Иошико ҡыҙына нисегерәк итеп өндәшергә ҡыйынһынған коллегалары, һуңынан уны тик исеме менән генә атай торған булып киттеләр. Шамил Фәтих улының кәңәше буйынса, балаларға ул үҙен «Ай апай» тип әйтергә ҡушты. Эсендә ниндәй генә ҡайғы-хәсрәте булған хәлдә лә һәр саҡ кешеләргә йылмайыу бүләк итеү һәләте булған был уҡытыусыны балалар ҙа, коллегалары ла бик оҡшатты. Японсанан бөтөнләйгә икенсе һүҙҙе аңлатыуына ҡарамаҫтан, «Ай» исеме есеменә тап килгән һымаҡ ине уның.

– Салауат, – тине бер кис бер аҙ бойоҡ тойолған Ай хәләл ефетенә, – мин ауырлы буғай...

– Шулаймы?.. – әле генә эштән ҡайтҡан ире бер аҙ ҡаушап төшкәндәй булды, унан ашап ултырған еренән тороп, ҡаршыһында ултырған ҡатынан барып ҡосаҡлап алды. Ысынмы, йәнем?

– Эйе, бөгөн клиникаға барып тест үткәрттерҙем.

– Был бит бик шатлыҡлы ваҡиға! Ни өсөн үҙең шундай бойоҡ?

– Өләсәйҙәрем, әсәйем тағы иҫкә төштө. Улар менән булған хәл минең менән дә ҡабатланыр һымаҡ...

– Улай булмаҫ, иншаллаһ. Алланан һорайыҡ, доға ҡылайыҡ...

– Мин инде күпме ваҡыттар тик Уға ғына ялбарам. Малай тыуыуын һорайым.

– Малай?..

– Эйе, малай. Элегерәк һиңә әйткәйнем дә шикелле, Токионың радиология һәм генетика кафедраһы ғалимдары беҙҙең нәҫелдә малай донъяға килеү шул быуындан-быуынға күсеп килгән сиребеҙҙең бөтәүе хаҡында күрһәткес булырын фаразлағайны. Өс айҙан һуң УЗИ-ға килергә ҡуштылар...

Ике йәш йөрәктең ҡурҡыу һәм өмөт араһында көндәре үтә торҙо. Буласаҡ УЗИ диагностикаһы көнөн календарға билдәләп тә ҡуйғайнылар.

– Һис шикһеҙ, бәйғәмбәребеҙ Мәхәммәт ғәләйһиссәләм исемен бирербеҙ, – тине бер көн буласаҡ атай хәләл ефетенең еңелсә генә беленеп килгән ҡорһағына ҡулын һалып. – Ер йөҙөндәге иң гүзәл исем...

– Аллаһы Тәғәлә әллә ҡасан уҡ барлыҡ кешелек өсөн яҙып ҡуйған тәҡдиргә исем бер нисек тә тәьҫир итә алмай ҙабаһа!..

– Хаҡ һүҙ, – тип ҡосаҡлап алды ир ҡатынын. – Әммә һәр исем матур булырға тейеш. Ысын күңел менән, көнө-төнө мин ошо хаҡта Аллаһы Тәғәләгә ялбарасаҡмын.

Хәҙер инде үҙен Ислам динендә итеп тойған мөслимә Ай ҙа шундай теләк менән янды, Раббыға доғалар ҡылды. Беренсенән, үҙенең нәҫелендәге быуындан-быуынға күсеп килгән яман сирҙән ҡотолдороуын һораһа, икенсенән, Хоҙай Тәғәләнән бөтә халыҡтарҙы иманлы итеүен үтенде. Кешеләргә Хиросима, Нагасаки, Чернобыль һәм Фукусималағы һымаҡ бәлә-ҡазаларҙы башҡаса бер ҡасан да күрһәтмәүен һораны. Ҡорһағында әле генә яралып килгән бәләкәс йәндең малай булыуын бик-бик теләне. Тәнендә малай яралыу – уның нәҫел сиренең бөтәүен аңлатасаҡ бит!..

...Күҙ йәштәрен тыя алмай, битен ҡаплап, диагностика клиникаһынан шәп-шәп атлап сығып килгән хәләл ефетенә ҡаршы йүгерҙе Салауат.

– Йә, нисек?.. – тип һораны ул үтә ныҡ тулҡынланып. – Йә, йәнем, әйтә һал!

– Мө-хәм-мәт!.. – тип өҙә-өҙә көскә әйтеп бөтөрҙө шатлығынан күҙҙәренән йылғалай йәштәре аҡҡан Ай.

– Мөхәммәт! – тип ҡабатланы Салауат. Үҙен ошо Ер йөҙөндә иң бәхетле кеше итеп тойған буласаҡ атай, берәй ерен имгәтеп ҡуймайым, тип ҡурҡҡандай, ҡатынын һаҡ ҡына ҡосаҡлап алды.

Хәлил Һөйөндөков.

Читайте нас: