Тормош һабағы
16 Декабрь 2021, 13:45

Иң ябай буҙа шулай әҙерләнә

Күптәр буҙа эшләүҙе ҡатмарлы һымаҡ ҡабул итә һәм ошо файҙалы эсемлекте әҙерләү эшенә тотонорға ҡыйыулыҡ итмәй.

Иң ябай буҙа шулай әҙерләнәИң ябай буҙа шулай әҙерләнә
Иң ябай буҙа шулай әҙерләнә

Ә беҙ һеҙгә буҙа әҙерләүҙең яп-ябай рецебын тәҡдим итәбеҙ. 3 литр һалҡын һыуға 0,7 литр банка менән "Геркулес" ярмаһы һалып, 5-10 минутҡа ултыртып ҡуйырға. Артабан кәстрүлде талғын утҡа ҡуйып, бер ҡалаҡ аҡ май һалып, болғатып тораһың. Бер сәғәттән һуң килеп сыҡҡан кеҫәл һымаҡ массаны иләк аша үткәрергә һәм һыуытырға. Буҙа сифатлы булһын тиһәң, уны һыуытыу мотлаҡ. Һыуыған массаға 1-2 сынаяҡ ҡымыҙ (магазинда һатылғаны ла ярай) менән 1 сынаяҡ шәкәр ҡомо өҫтәргә. Бынан һуң буҙа ҡойолған һауытты йылыға төрөп ултыртып, бер көн генә көтөргә ҡала. Түҙемле булһаң, башҡорт халыҡ эсемлеге телеңде йоторлоҡ тәмле килеп сығасаҡ. Тик буҙағыҙҙан бер-ике сынаяҡ ойотҡо ҡалдырырға онотмағыҙ. Икенсе юлы буҙа әҙерләгәндә иһә ҡымыҙ түгел, ә ошо ойотҡоно ғына ҡулланырға була.

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

“Киске Өфө”нән.

Читайте нас