Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
5 Ғинуар 2022, 18:45

Көнкүреш техникаһы һеҙҙән нисек үс ала?

Электр сәйнүгенә тотоноуың була, боҙола ла ҡуя! Ә ни өсөн? Кемегеҙ ҡасан да булһа электр приборҙарын ҡулланған ваҡытта үҙенә ошо һорауҙы биргәне бар?

Көнкүреш техникаһы һеҙҙән нисек үс ала?
Көнкүреш техникаһы һеҙҙән нисек үс ала?

Ә бөтә эш шунда: күңелһеҙ хәл килеп тыумаһын өсөн, техниканың хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен белергә кәрәк. Ниндәй ҙә булһа прибор һатып алғанда, уны ҡулланыу ҡағиҙәһен иғтибар менән уҡып сыҡ. Унда мотлаҡ рәүештә техниканың хәүефһеҙлек ҡағиҙәһе яҙылған була. Әгәр ҙә ул юҡ йә сит телдә яҙылған икән, рус теленә тәржемә ителгән ҡағиҙәне биреүҙәрен талап ит.

Көнкүреш техникаһы үҙе менән һаҡһыҙ ҡыланғандары өсөн күпселек осраҡта нисек итеп үс ала? Ток менән һуға! Кер йыуыу машинаңдан зыян күрмәү өсөн өс әйберҙе эшләмәү сараһын күр: машина тоҡандырғандан һуң порошок һалыу һауытын йәки ишеген асма, агрегат эшләп торған ваҡытта программаны үҙгәртмә, машинаға ауыр һәм еүеш әйберҙәр һалма!

Әгәр туҙанлы урынға ҡуйһаң йәки артҡы ҡапҡасын асырға маташһаң, телевизор ҙа хәүеф сығанағына әүерелеүе ихтимал. Ә саң һурҙырғыс дымды һәм үтә ҡыҙҙырғанды яратмай! Микротулҡынлы мейес, электр плитәһе, үтек һәм башҡа ваҡ-төйәк әйберҙәр артыҡ көсөргәнеште күтәрә алмай, шуға ла уларға йышыраҡ ял бир!

Электр сәйнүктәре, плитәләре иғтибарһыҙлығыбыҙ өсөн йыш ҡына беҙҙе бешереп тә ала. Кәңәш ябай: улар менән эш иткәндә, иғтибарыңды ситкә йүнәлтмә!

Тағы ла бер мөһим кәңәш. Микротулҡынлы мейес, электр комбайны һәм башҡа көнкүреш техникаһы ултыртып ҡуйылған урындың ышаныслы һәм ныҡлы булыуы тураһында хәстәрлек күр.

Читайте нас: