Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
11 Ғинуар 2022, 21:45

ҠЫШҠЫ СЕЛЛӘ МӘЛЕ ИНЕ… .

Юлдан саҡ ҡына ситтәрәк шәүләләр күренә, ауылдан ситтә эттәр нимә эшләй ул? Юҡ, эттәр түгел былар... Йыртҡыстар бит! Яп-яҡында ғына… Бына-бына атҡа ташланып ботарлай башламаҫтар тимә! Арттарынан сабып килә улар, бер нисә метр ғына айыра араларын. – Б-ү-үр-ре-ләр бит былар! – Наил ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Егеттең йөрәге шундай тулай, күк­­рәгенән бына-бына атылып сығыр төҫлө, ба­шының ҡан тамырҙары һулҡылдап тибә башланы.

Бигерәк һалҡын килде быйылғы ҡыш. Декабрь башынан уҡ ул ергә оҙаҡҡа, йәлләү белмәҫ аяуһыҙ хужа булып килгәнлеген белдерҙе.
Ҡышҡы селлә мәле. Бер аҙна инде ҡырҡ гра­дус­лыҡ һыуыҡтар тора, урамға сыҡһаң, һу­лыш­ты һал­ҡын ҡурып ала. Кешеләр өйҙә ул­ты­рыр­ға тырыша, мәк­тәптәрҙә ҡышҡы каникул тағы ла бер аҙнаға оҙайтылды.
Фаягөл ҡышҡы сессияһына барып им­ти­хан­да­рын уңышлы тапшырып ҡайтты. Үҙе өйҙә бул­ма­ған­да йорт эштәре өйөлөп көтөп торған. Уңған, тик­тор­маҫ ҡатын өйөн йыйыштырып, керҙәрен йыуып элде, эштәрен бөтөрөп мунса инде, сабынып-йыуынып сыҡҡайны ғына, әллә нишләп эсе ауырта башланы. Йүткереүе лә кө­сәй­ҙе. Йоҡа ке­йенеп йөрөгән ине, әллә һалҡын ал­дыр­ған инде?! Ауыртыуы көсәйеп, түҙерлеге ҡалмағас, көс-хәл менән ҡуҙғалып ыңғыраша-ыңғыраша күр­шеһе Рәй­фәгә йүнәлде, бәхетенә ҡаршы, уныһы фельд­шер булып эшләй, һәр саҡ ярҙамға килә.
Диванға ятҡырып ҡараны ла Рәйфә, ҡәтғи тауыш менән:
– Мунса яҡҡайның, шикелле, сабындыңмы?
– Эйе, сабынғайным шул...
– Ауырлы саҡта ярамай бит, балаҡайыңа ярҙам ғына иттең инде. Ете айҙан да тыуа сабыйҙар, хәҙер үк балнисҡа китегеҙ! – тине.
– Ике ай бар бит, иртәрәк түгелме әле?
– Мин егерме йыл инде фельдшер, яңылышҡаным юҡ әле. Борсолма, барыһы ла һәйбәт булыр, матурым! – яғымлы һүҙҙәрен йәлләмәй Рәйфә, кешеләргә наҙлап-иркәләп өндәшә, татлы теле менән дә дауалай белә ине ул.
Ире Мансур аяғын һындырып ята, әлегә баҫа ла алмай, уға әйтеүҙән файҙа юҡ. Көс-хәлгә йыйынып йәш ҡатын әсәләренә китте. Быймалары аҫтында ҡар шығырҙай, ҡатынға ҡушылып ҡар ҙа, әйтерһең, һыҙланып илай, күҙ йәштәрен түгә ине.
– Эй, балаҡайым, интегеп кенә йөрөйһөң бит, – уны йәлләп нескә күңелле әсәһе илап ебәрҙе.
Ҡустыһы Фаяз йоҡларға ятырға йөрөй ине, апа­һын күреү менән атын егергә йүгерҙе. Егет быйыл ғына шофер булып эшләй башлағайны. Машина­һы урамда торһа ла, бынау сатлама һыуыҡта уны тиҙ генә ҡабыҙа алмаҫ ине, маташып та торманы.
Участка дауаханаһы ун саҡрым аралыҡта, юлдар ҙа бик яҡшы түгел. Атаһынан ҡалған һунар мылтығын ҡәҙерләп һаҡлай ине, уны алды. Фаяз, йәш булыуына ҡарамаҫтан, һунарға йөрөй, яҡшы ғына ата, ҡустыһын да һунар серҙәренә өйрәтә, төшөндөрә башлағайны.
Апаһын юрған-толопҡа урап, ике туған энеһе Наилде эйәртеп юлға сыҡты Фаяз, әсәләре уларҙы хәйерле юл теләп ҡапҡа төбөндә оҙатып ҡалды.
Ат башта күңелле генә юртты, ауырлы ҡатын шым ғына күктәге йондоҙҙарҙы күҙәтеп ятты. Бөгөн бигерәк сағыу балҡый йондоҙҙар, уларға һоҡланмайынса ҡарап булмай.
Тауҙағы ағастар селтәрле шәл бөркәнгән, тиерһең. Улар шундайын ҡупшы кейемдә, бәҫләнгән ботаҡтары менән әкиәттәге сихри ағастарҙы хәтерләтәләр. Ара-тирә шомло тауыш ишетелә – шыртлап ботаҡтар һына: артыҡ һыуыҡтарға улар ҙа түҙмәй.
– У-у-у-! – йән өшөткөс ауаз ишетелде, кемдер ҡот осҡос тауыш сығарып олой ине.
– Нимә был: кешеме, әллә енме?
– Быйыл бүреләр күп, тиҙәр, – Фаяз тыныс булырға тырышһа ла, тауышы үҙгәреүенән тулҡынланыуы һиҙелә ине. Егет үҙен ҡулға алырға, ихтыяр көсөн тупларға тырышты. “Тыныслан, үҙенде ҡулға ал. Яҙға армияға китәһең бит. Бәпәй менән апайыңдың ғүмере һинән тора, ҡурҡаҡ ҡыҙҙар кеүек баҙап ҡалма!” – тип үҙен үҙе дәртләндерҙе егет.
– Н-а-а, Турыҡай, тиҙерәк апарып еткер беҙҙе! – тип ҡыуҙы малҡайын. Бар көсөнә ҡыуҙы, әкренерәк барһалар, ас бүреләр ташланыр, йыртҡыстар уларҙы ҡомһоҙланып һоғонор. Ирек исемле ир юғалғайны, ярты йылдан тауҙа туҙып ятҡан кеше һөйәктәренә тап булдылар. Ас бүреләр әрәм иткән бәндә шул бахыр булманымы икән?!
– Һеҙ булмаһағыҙ, ни генә эшләр инем, малайҙар... – Фаягөлдөң ыңғырашып бышылдағанын ҡустылары ишетмәне...
Юлдан саҡ ҡына ситтәрәк шәүләләр күренә, ауылдан ситтә эттәр нимә эшләй ул? Юҡ, эттәр түгел былар... Йыртҡыстар бит! Яп-яҡында ғына… Бына-бына атҡа ташланып ботарлай башламаҫтар тимә! Арттарынан сабып килә улар, бер нисә метр ғына айыра араларын.
– Б-ү-үр-ре-ләр бит былар! – Наил ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Егеттең йөрәге шундай тулай, күк­­рәгенән бына-бына атылып сығыр төҫлө, ба­шының ҡан тамырҙары һулҡылдап тибә башланы.
Әллә өндә, әллә төштә булды барыһы ла. Ысынбарлыҡ инеме ул, әллә әкиәтме?! Оҙаҡ булдымы, әллә күҙ асып йомған аралағы бер мәл, бер мәл генә... Барыһы ла бер нисә секунд эсендә булды, шикелле. Шып-шым, йыуаш ҡына егеткә ҡыйыулыҡ ҡайҙан килгәндер, йылдар үткәс тә ошо ваҡиғаны иҫләһә, үҙе лә аптырар ине Наил. Мылтығын ҡулына алып тоҫҡап нисек атҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Хәл иткес мәлдәрҙә кеше арыҫландай тоя үҙен, үҙендә иҫ киткес көс-ғәйрәт, ҡаяларҙы аҡтарырлыҡ ҡеүәт һиҙә тигәндәре ошолор. Атыу тауышы бар донъяны яңғыратҡандай булды. Һәр хәлдә егеттәргә шулай тойолдо.
Йыртҡыстың сыйылдауы ишетелде, ул юлдан ситкә тайпылды, бер бүре ныҡ ҡына яраланғайны. Бүтәндәре тирә-яҡҡа таралды.
Фаяз бар көсөнә атын ҡыуҙы, саҡ ҡына аҡрыныраҡ ҡыланһа, барыһы ла һуң булырын аңланы ул. “Һин батыр егет, барыһы ла һинән тора! Турыҡайым, алға, алға ос! Мине һынатма!” – тоғро малҡайын һәм үҙ-үҙен дәртләндерҙе егет. Һыуыҡ икәнен дә онотто, эҫе булып китте хатта. Тағы ла бер ынтылыш һәм йыртҡыстар сигенгән, артта тороп ҡалған кеүек тойолдо...
Бүреләр артта ҡалды. Хәүефле юлдың ҡалған яртыһын тыныс, мажараһыҙ үтте йәштәр.
Тулғағы көсәйгән һайын Фаягөл нығыраҡ ыңғырашты, үҙ хәленән оялған ҡатын юрған ситен тешләп тауышланмаҫҡа тырышып ятты. Бар көсөнә тештәрен юрғанға батырҙы ул, нисек булһа ла ҡыс­ҡыр­маҫҡа тырышҡан булды. Барыбер ҡысҡырҙы...
– Аллаҡайым, имен-аман барып етергә насип ит, балаҡайым юлда ғына тыумаһын, – тип өҙ­гөләнеп ялбарҙы ул. Күҙ йәштәре биттәре буйлап ағып төшөп юрғанына тама торҙо, туңа торҙо...
Ниһайәт, ауылдың тәүге өйҙәре күренде. Дауахананың беренсе ҡатында ут яна, уларға ишекте оҙаҡ шаҡырға тура килмәне. Апайҙарын күтәреп индереү менән аҡ халатлылар кәрәкле кабинетҡа алып киттеләр.
Оло йәштәге шәфҡәт туташы егеттәргә сәй тәҡдим итте:
– Әле генә ҡайнатҡайным, коридорҙа булһа ла эсегеҙ. Өшөп бөткәнһегеҙ бит, әҙерәк булһа ла йы­лынырһығыҙ. – Ҡаштары, керпектәренә тиклем ап-аҡ булған егеттәрҙе йәлләп киткәндер инде апай. Ҡарағат ҡайнатмаһы менән иҫ киткес тәмле сәй эсте малайҙар, саҡ ҡына йылынғандай булдылар.
– Беҙҙе бүреләр баҫтырҙы, – тыныс тауыш менән әйтергә тырышты Фаяз. Үҙенең һаман тубыҡтары ҡалтырап тора, ҡулбаштары ара-тирә һикергеләп ала. Шулай ҙа хәлен башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырышҡан була ул.
– Уй, аллаҡайым, нисек ҡурҡмай килдегеҙ, балаҡайҙар?! Миндә йоҡлап ҡайтығыҙ, күрше генә йәшәйем. – Ғәлиә апай ихлас саҡырҙы, улар шунда уҡ риза булдылар.
Йәш кенә акушерка йүгереп инде:
– Егеттәр, һөйөнсө, һеңлегеҙ тыуҙы! Кило ла һигеҙ йөҙ грамм, ҡурсаҡ кеүек кенә! – Ҡыҙыҡай шундай шатланып әйтте хәбәрен, барыһының да кәйефе күтәрелеп китте.
Ун һигеҙ һәм ун алты йәшлек кенә егеттәр үҙҙәренең ниндәй хәүефле һәм мажаралы юлдар үтеп килгәнен хәҙер генә аңланы, шикелле. Күңелдәрен шатлыҡ хистәре биләп алды. Апайҙың йортона барып аттарын туғарып һарайға яптылар, йылы өйҙә йомшаҡ түшәктәрҙә татлы йоҡоға сумдылар, иртәгәге көнгә көс йыйҙылар. Иртәгәһен тыныс күңел менән ҡайтып китте улар, юлды ла бик тиҙ үткән кеүек булдылар, ни тиһәң дә шатланғанда ваҡыт бик тиҙ аҡҡан, борсолғанда, ҡайғы кисергәндә туҡтап ҡалған кеүек тойола. Борсолоп, төндө йоҡоһоҙ үткәргән әсәләрен һөйөнсөләп ҡыуандырҙы егеттәр.
Әсәһен һәм туғандарын ҡабаландырып яҡты донъяларға ваҡытынан алда тыуырға ашыҡҡан тынғыһыҙ йән эйәһе, сибек кенә ҡыҙ остоғо татлы йоҡола ине...
Йылдар артынан йылдар үтер, ул үҫеп буй етер. Егерме йәше тулған көндө үҙенең мажаралы тыуыу тарихын әсәһенән ишетер, ағаларының батырлығына һоҡланыр…
Бер аҙнанан көндәр йылынды, һалҡыны менән ялҡытып бөткән аяуһыҙ селлә йыуашланды, тамам бирешеп, артҡа сигенде. Көнө буйы ябалаҡлап ҡар яуҙы. Каникулдар бөтөп Наил уҡырға барҙы. Күптән түгел генә хәүеф менән үткән юлдан иптәштәре менән атланы егет. Ҡар мул ғына яуып, яраланған йыртҡыс ҡалдырған ҡанлы эҙҙәр күмелгәйне инде.
Ғүмерендә бик тә мөһим алышты кисергән батыр кеүек хис итте ул үҙен. Хәҙер бер нәмәнән дә ҡурҡмай. Егет исемен ғорур йөрөтөргә тейеш, туғандарының, дуҫтарының ышаныслы терәге бит ул хәҙер. Наил шулай уйланы...
Бүреләр күренмәй башланы, һәр хәлдә, кеше менән йыртҡыс юлдары башҡа киҫешмәне.

Римма Әхмәтйәнова.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: