Ҡырмыҫҡалы районында 11 февралдә иртән Олокүл — Ҡабаҡ — Һыуыҡ шишмә автомобиль юлының 28-се саҡрымында мәктәп автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Шишмә районынан 22 йәшлек ҡатын идара иткән «ВАЗ-2114» менән рулдә 47 йәшлек ир ултырған «ПАЗ» мәктәп автобусы бәрелешкән. Машиналар йәмшәйгән. Билдәле булыуынса, салонда пассажирҙар булмаған. Был факт буйынса тикшереү башланған.