Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
15 Февраль 2022, 18:47

Ҡатнаш ғаилә тамыры йәрәхәтле гөлмө? (суд залынан)

Арабыҙҙа ҡатнаш ғаиләләр күп. Уларҙың бик бәхетле, күптәргә  өлгө булып йәшәгәндәре бихисап. Әммә араларында төрлө ҡаршылыҡтарға осрағандар ҙа юҡ түгел. Тел, ғөрөф-ғәҙәт – бер хәл, ә бына дини мәсьәләләр, етмәһә ир менән ҡатындың туғандары ла ҡушылһа... хәл ҡатмарлаша. Күрше республикала бер ғаилә фажиғәғә юлыҡҡан.

Ҡатнаш ғаилә тамыры йәрәхәтле гөлмө? (суд залынан)
Ҡатнаш ғаилә тамыры йәрәхәтле гөлмө? (суд залынан)

Ҡазанда йәшәгән 44 йәшлек ирҙе яҡшы хеҙмәткәр, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, өлгөлө ғаилә башлығы, ике бала атаһы, ике ейән ҡартатаһы булараҡ белгәндәр уның кешегә һөжүм итеп, суд алдына баҫыуын ишетеп, шаңҡып ҡала. Сит кеше күңеле ҡара урман, тип белмәй әйтмәйҙәр шул. Юғиһә, берҙән-бер ҡыҙының ирен үлтереп, нимә иҫбат итмәксе булған?!

Суд ваҡытында бына нимәләр асыҡланған. Николай буласаҡ кейәүе Әмирҙе баштан уҡ өнәп еткермәй.

Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары ла килендәре Светлананы яратып бөтөрмәй. Шулай ҙа улар йәштәр араһына ҡыҫылмау яғын ҡарай. Тәүге ейәнсәрҙәре тыуғас, килендәренең ата-әсәһе уны сиркәүгә алып барып суҡындырыуын да аҙаҡтан ғына ишетә улар.

Әмир ҡыҙының муйынына алтын тәре тағып йөрөүенә түҙә. Әммә улы донъяға килгәс, хәлдәр киҫкенләшә. Әмир улын үҙ дине йолаһы буйынса, сөннәтләтергә ниәтләй. Был хаҡта ҡатыны менән күп тапҡыр әйткеләшеп тә ала.

Ҡыҙының тыуған көнөнә килгәндә үк ҡыҙмаса булған Николай табын артында тағы бер аҙ “өҫтәгәс”, ҡҠыҙы менән кейәүенең ейәнен сөннәтләү тураһында әйтешеүенә ҡыҫылып китә. Әммә, ир менән ҡатын ни, әле әйтеште, әле ярашты, тигәндәй. Әмир ҡайныһына: “Ҡыҙымдың башын әйләндерҙегеҙ, улымдан урыҫ яһарға бирмәм!” – ти. Николай бирләнә башлай. Әмир: “Беҙҙең ғаилә эше, ҡыҫылмағыҙ, үҙебеҙ хәл итербеҙ!” тип ҡайныһын тынысландырырға, теманы ябырға тырыша. Тик бушҡа ғына була. Николайҙың ҡысҡырып, кейәүенә үлем менән янауын хатта күршеләр ҙә асыҡ ишетә. Өс сәғәткә һуҙылған ыҙғыш фажиғәле тамамлана – ҡайны кейәүенә туғыҙ тапҡыр бысаҡ ҡаҙай... Был фажиғәлә Әмирҙең иҫән ҡалыуы - мөғжизәгә тиң.

Саҡыртыуға килгән полиция тыныс ҡына ҡайтып киткән Николайҙы фатирынан алып китә.

Саҡ иҫән ҡалған Әмирҙең “үҙем яраландым” тиеүе, суд барышында Николайҙың кейәүе алдында ҡабат-ҡабат ғәфү үтенеүе, ғәйебен таныуы, яҡшы характеристика булыуы нигеҙендә, Ҡазандың Вәхитов районы суды Николай С.-ны 1 йылда 6 айға иркенән мәхрүм итә.

Ҡатнаш ғаилә - тамыры йәрәхәтләнгән гөл, тиҙәр. Шуға ла йәштәр яратышып өйләнешә икән, уларҙың ата-әсәләре аңлап ҡабул итергә лә, улар араһында былай ҙа булған кәртәләргә өҫтәп, йәнә лә ҡаршылыҡ булдырмаҫҡа тейештер.

Сығанаҡ: tatartoday

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: