Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
18 Февраль 2022, 19:45

Бер төймә

Бер кеше йәшәгән. Уның йәшәйеше ниндәйҙер буталсыҡ ваҡиғалар, насар күренештәр менән тулы булған.

Бер төймә
Бер төймә

Берҙән-бер көндө ул бындай йәшәү рәүешенән туйғанын аңлаған, аҡылға килергә, изге эштәр эшләргә, йәнен ҡотҡарырға кәрәк, тигән ҡарарға килгән. Шунан изге эштәр генә ҡыла башлаған. Әммә тормошоноң яҡшы яҡҡа үҙгәреүен тоймаған.

Бер ваҡыт урамдан китеп барһа, бер әбейҙен пальтоһынан төймәһе өҙөлөп төшкәнен шәйләп ҡалған. Быны күргәс, ергә эйелергәме-юҡмы, тип, байтаҡ баҫып торған был кеше. "Төймә лә булғанмы нәмә! Өйөндә бындай ғына төймәләре туп-тулылыр әле... Изгелек эшләйем, тип, шул юҡ нәмәне эйелеп алырға тейешменме икән мин?.." тип икеләнгән. Ә шулай ҙа төймәне эйелеп алған һәм баяғы әбейҙе ҡыуып етеп, уға төймәһен тотторған. Шунын менән был ваҡиға онотолған.

Был кеше теге донъяға күскән. Күрә, унын алдына үлсәү ҡуйғандар һәм уның фани донъялағы яуызлыҡтарын һәм изгелектәрен үлсәйҙәр. Үлсәүҙең һул яғында ул ҡылған яуызлыҡтар ята, ә уң яғы буш. "Тимәк, яуызлыҡтарым күберәк булып сыға инде. Их, бында ла мин уңманым!" – тип үкенгән кеше. Шул саҡ фәрештәләр үлсәүҙең уң яғына... бер төймә килтереп һала. Үлсәүҙең күрһәткесе ҡырҡа үҙгәрә. "Ошо бәләкәй генә төймә менән бәйле изгелек минең бар яуызлыҡтарымдан өҫтәрәк булып сыҡтымы ни былай булғас? Мин бит бик күп изге эштәр эшләнем, ни өсөн улар бында күренмәй?" – тип аптырап торһа, фәрештәләрҙең һүҙҙәрен ишетеп ҡала: "Үҙеңдең изге эштәрең менән ғорурланып, һин уларҙы юҡҡа сығарҙың. Ә бына ошо төймә менән бәйле һин онотҡан изгелек һине тамуҡтан ҡотҡарҙы! Изгелек бит изге эштәрҙә түгел, ә изегелектең үҙендә – йөрәктә һаҡлана..."

Читайте нас: