Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
19 Февраль 2022, 11:14

Файҙалы кәңәштәр

Хужабикәләр, был кәңәштәргә ҡолаҡ һалып ҡына ҡалмағыҙ, уларҙы хәтер һандығына һалып ҡуйығыҙ!

*Иҙәнегеҙ линолеум икән, ҡайнар һыу менән йыуырға ашыҡмағыҙ. Төҫө тоноҡланасаҡ ҡына.

*Аш-һыу бүлмәһендәге һауыт-һабаны ялтыратаһығыҙ килсә, сей картуф ҡулланып ҡарағыҙ әле.

*Иттартҡыстан иң аҙаҡтан сей картуф сығараһығыҙ икән, уны йыуыу күпкә еңел буласаҡ.

*Һыуытҡыстағы еҫте бөтөрөргә ярҙамға лимон киләсәк. Һыу менән лимон һутын бергә-бер ҡушып, йыуып алһағыҙ, ят еҫ тиҙ бөтөр.

*Ҡулдағы һарымһак, балыҡ еҫе бөтмәйме? Ҡулығыҙҙы иң беренсе тоҙ менән, унан лимон һуты менән һөртөп алығыҙ.

*Табалағы ҡыҙған балык еҫен дә тоҙ ышҡып бөтөрә алаһығыҙ.

*Яңы аяҡ кейеме һатып алдығыҙ, ә ул ҡыҫамы? Одеколонлы мамыҡ менән аяҡ кейеменең эсен һөртөгөҙ һәм өйҙә кейеп йөрөп ҡарағыҙ. Күн йомшарып китер.

*Аш бүлмәһендәге таҫтамалды машинала йыуыр алдынан, аш һеркәһе һалынған йылы һыуҙа тотоп алырға кәрәк.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: