0 °С
Болотло
Был хәл тураһында ейәндәре “Подслушано УФА” төркөмөндә яҙған.
Был төркөмдә күп кеше үҙ ғаиләһендә булған хәлдәр менән уртаҡлаша, мин дә беҙҙең ғаиләлә булған хәлдәр тураһында яҙғым килде. Ҡәрсәйем һәм ҡартайым 50 йыл бергә йәшәгәндән һуң айырылды. Был беҙҙең өсөн хайран ҡалырлыҡ хәл булды. Был осраҡта ҡартай ғәйепле ине. Ҡәрсәйем ғүмер буйын уның эскәненә түҙеп йәшәне, әле лә эсергә аптырамай. “Ҡарт көнөм дә булһа ла тыныслыҡта йәшәгем килә”, – тине лә ҡәрсәйем, беҙгә күсеп сыҡты.
Бер айҙан һуң загсҡа барып, айырылышыуға ғариза яҙҙы.
Ә ҡартайың нишәй, тиерһегеҙ. Ул ни, әбейе сығып киткәнгә әллә ни бошманы ла, көн дә эсеп ята”, – тип яҙған ул.