Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
2 Апрель 2022, 17:45

Айырма ҙур түгел

Бер хаким ҡурҡыныс төш күрә, йәнәһе лә, уның бер-бер артлы тештәре ҡойолоп төшә. Ул, хафаланып, тиҙ арала төш юраусыны саҡыртып ала. Тегеһе уны ҡайғырып тыңлай һәм былай ти:

Айырма ҙур түгел
Айырма ҙур түгел

Бер хаким ҡурҡыныс төш күрә, йәнәһе лә, уның бер-бер артлы тештәре ҡойолоп төшә. Ул, хафаланып, тиҙ арала төш юраусыны саҡыртып ала. Тегеһе уны ҡайғырып тыңлай һәм былай ти:

-Әмирем, мин һеҙгә ҡайғылы хәбәр еткерергә тейешмен: һеҙ бер-бер артлы бөтә туғандарығыҙҙы ла юғалтасаҡһығыҙ.

Был һүҙҙәр хакимда асыу уята. Меҫкен төш юраусыны ҡараңғы зинданға ташларға һәм икенсе төш юраусыны саҡырырға бойора. Быныһы инде ошолай юрай:

- Мин һеҙгә һөйөнөслө хәбәр еткерә алыуыма сикһеҙ бәхетлемен: һеҙ бөтә туғандарығыҙҙан да оҙағыраҡ йәшәйәсәкһегеҙ.

Хаким сикһеҙ шат була һәм төш юраусыны йомарт бүләкләй. Батша һарайындағылар аптырашта ҡала һәм:

-Һин дә хакимға тәүге юраусы әйткәндәрһе еткерҙең бит. Ниңә ул яза алды, әһин - бүләкләндең? -  тип һорау яуҙыра башлай.

Яуап ябай була:

-Эйе, беҙ икебеҙ ҙә төштө дөрөҫ юраныҡ. Әммә эш ни әйтеүҙә түгел бит, ә нисек әйтеүҙә.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: