Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
13 Апрель 2022, 12:45

Мөхәббәткә кәртәләр юҡ!

Таллин ҡыҙы Елена Ходос үҙен ер аяғы, ер башында ятҡан Башҡортостанға килен булып төшөрмөн тип уйлап ҡарағаны булдымы икән?! Әммә барыһы ла яҙмыш ҡулында. Тулыраҡ сайтта.

 

Ул Балтик диңгеҙенә һыу инергә барғанда һалдат менән таныша. Ҡужанаҡ егете Альберт Йәнсурин була ул.  Хәрби формалағы егет йәш ҡыҙҙың башын әйләндерә, был танышыу мөхәббәткә әүерелә. Был 1990 йылда була. Бер аҙҙан хеҙмәтен тултырған Альберт тыуған ауылына ҡайта. Әммә мөхәббәтен онота алмай. Ҡабаттан барып, йәш ҡыҙҙы кәләш итеп алып ҡайта.

- Нисек 17 йәшлек кенә сағымда ҡурҡмай килдем икән?! Әл дә тормош иптәшем һәйбәт булды. Ә йүнһеҙ кеше булып сыҡһа, ҡыуып сығарһа, ҡайҙа барырға белмәй йөрөһәм..., – тип Лена йәш сағындағы дыуамаллығына хәҙер хайран ҡала. – Бейемемдең миңә ҡарата мөнәсәбәте яҡшы булды. Мин килгәндә ҡайным да бар ине.

Рус ҡыҙы нисек башҡорттар араһында ерегеп китә алды тигән һорауыма, Лена: “Альберт мине әсәйем русса һөйләшә белә тип алып ҡайтты. Унан йәшәй-йәшәй башҡортсаға өйрәнеп киттем”, тип яуапланы. Ысынлап та, уның беҙҙеңсә еңел аралашыуына ҡарап, бер ҙә урыҫ ҡыҙы тимәҫһең. Башҡортса гәзит-журналдар уҡыуы уға телде тиҙ арала өйрәнергә мөмкинлек бирә.

Дүрт йыл ата-әсә йортонда йәшәгәс, йәштәр колхоз йортона күсә. Унан иҫке өй урынына бер йәйҙә яңыһын – ике ҡатлыһын бөтөрөп инәләр. “Туғандар, күрше-тирә өмәләрҙә ныҡ ярҙам күрһәтте”, – тиҙәр Йәнсуриндар.

Йәш килен бөтә Ейәнсура тотҡан ҡул эше – шәл бәйләүҙе лә тиҙ үҙләштерә.

– Элегерәк шәлдәр бәйләп һата торғайным. Иләү-бәйләүгә бейемемдән өйрәндем. Иләргә өйрәнгәндә ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булып бөттө. Альберттың ҡәрсәһе иләнгән дебетте тота, уныһы өҙөлә лә китә, өҙөлө лә китә. Үтә нәҙек итеп иләгәнмен, ә бейем өндәшмәгән. Шунан ҡәрсәһе әҙерәк йыуаныраҡ ит, тип өйрәтеп китте, – тип көлөп иҫкә ала Елена.

Йәнсуриндарҙың ике ул үҫтергән. Ҙурҙары Денис – Ҡужанаҡ мәҙәниәт усағында художество етәксеһе, ә Даниэль 5-се класта уҡый. Ғаилә спорт менән дуҫ: хужабикә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән волейбол командаһында уйнай.  Үҙҙәренең биләмәһендә лә, ҡайһы саҡ күрше биләмәләр командалары менән дә дуҫтарса ярыштар үткәрәләр.
Альберт та үҙен физик формала тота. Даниэль дә спорттоң һәр төрөн үҙ итә. Әле волейбол менән ныҡлап шөғөлләнә башлаған. Ҡыш Альберт Миңлеғәле улы өйҙәре алдын ҡарҙан таҙартып, каток эшләй. Урамдың ғына түгел, бөтә Ҡужанаҡ балалары килеп уйнай икән, бигерәк тә каникулда халыҡ  күп йыйыла тиҙәр.

Альберт мәктәп котельныйында эшләй, ҡулы оҫта булғас, йәй осоронда шабашкаға ла йөрөй. Елена “Миләш” магазинында һатыусы булып эшләй. Мал-тыуар ҙа байтаҡ аҫырайҙар. Хужабикә эшкә киткәнсе дүрт һыйырҙың һөтөн эш итергә өлгөрә. Май итеп әҙерләп ҡуйһа, өйөнән генә һатып алып китәләр икән.

Елена Ивановна тыуған яғынан алыҫта ятҡан Башҡортостанға килеп төпләнеүенә бер ҙә үкенмәй. Тап шул йылдарҙа Эстонияға сик ябыла, рус милләтенән булғандарға ла ҡараш үҙгәрә... Йәнсуриндарҙың ҡасандыр Лена йәшәгән, үҙҙәре танышҡан ерҙәрҙе барып күреү хыялы бар. Әммә әлегә ул тик хыял булып ҡала.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: