Тормош һабағы
4 Июня 2022, 03:50

Июнь айына һынамыштар

Июндәге ямғырҙар алтын тауға тиң. Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Июнь айына һынамыштарИюнь айына һынамыштар
Июнь айына һынамыштар

Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙа булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ. Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ. Әгәр турғай үҙ ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була. Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ. Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ. Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла, ти халыҡ аҡылы.

Автор:Залия Байгускарова