Улар был илдәге бар булғанды емереп, үҙҙәренсә төҙөй, үҙгәртә, ерҙә сәскәләр һәм емеш ағастары үҫтерә башлаған. Ләкин был илдең аҫабалары бындай матурлыҡтан, төҙөклөктән ҡасып, тауҙарға күсенеп киткән. Ситтәр уларҙың был ҡылығын иҫәрлеккә һанап, аптыраған, ләкин уларҙы үҙ иркенә ҡуйып, каланы артабан төҙөкләндереүҙе дауам иткән. Әммә бәхет оҙаҡҡа бармаған: ҡапыл ғына йылғаларҙа һыу юҡҡа сыҡҡан, тупраҡ ярыла, тау түбәләре ишелә башлаған. Ярлы булһа ла, үҙенсә йәшәп ятҡан төбәктә үле бушлыҡ, емереклек барлыҡҡа килгән. Бындай бәхетһеҙлеккә төрлөсә ҡаршы торорға маташҡан ситтәр, тамам аптырап, тауҙарға юл тотҡан һәм унда аҡһаҡалды эҙләп тапҡан. "Әйт әле, аҡһаҡал, ни өсөн беҙҙең изге ниәттәребеҙ был ергә зарар килтерҙе? - тигән ситтәр аҡһаҡалға. – Беҙ бит үҙ илебеҙҙә бай һәм етеш йәшәйбеҙ, һеҙҙә лә шундай тормош урынлаштырмаҡсы булғайныҡ, ләкин беҙҙең изгелек яуызлыҡҡа әйләнде түгелме?"
Аҡһаҡал шулай тип яуаплаған: "Үҙең белмәгәнде үҙгәртергә тырышырға ярамай. Беҙ был ерҙең һыуға бай булмағанын белә инек, шуға ла һыуҙы күҙ ҡараһындай һаҡланыҡ; тау түбәләренең ишелергә торғанын да белдек, шуға ла үҙебеҙҙең тыныс ҡына, артыҡ тауышланмай йәшәүебеҙ менән уның ныҡлығын тәьмин иттек; ошо тауҙарҙың ерҙе ҡоролоҡҡа килтереүсе елдәргә ҡалҡан булып тороуын да белә инек, шуға ла тәбиғәттең һәр үҙгәрешенә һиҙгер булып, үҙебеҙҙең йәшәү рәүешебеҙҙе уға яраҡлаштырырға тырыштыҡ. Беҙ был ерҙе меңәр йылдар буйы шулай һаҡлап килдек, уны бала кеүек кеүек ҡәҙерләп кенә бер быуындан икенсеһенә тапшырҙыҡ. Уның серҙәре лә бер быуындан икенсеһенә телдән телгә күсте. Беҙ был ҡырыҫ ерҙә үҙебеҙҙең бәхет һәм байлыҡ өсөн түгел, ә уны ҡотҡарыу, һаҡлау өсөн йәшәнек. Байлыҡ көҫәгән, башҡаларҙың мәнфәғәтенә һуҡыр, һаңғырау, аяуһыҙ булған ситтәр генә яулап алынғандың серен дә, ҡәҙерен дә белмәй. Үҙендеке булмаған ерҙәрҙе баҫып алыу, хатта изге ниәттән булғанда ла, баҫып алыусының үҙенә лә изгелек килтермәҫ, ул ерҙәге быға тиклемге тормошто ла бөлдөрөр. Бына һеҙҙең изге ниәттәрегеҙ ҙә беҙҙең өсөн яуызлыҡҡа әйләнде. Тимәк, һәр изге ниәт тә изгелек түгел..."
Эйе, ҡылынған изгелек берәү өсөн – изге, икенсе өсөн яуызлыҡ булыуы ла бар. Шуға ла кемгәлер изгелек эшләр алдынан ул кешенең һинең изгелегеңә мохтажмы, түгелме икәнен белеш. Көсләп тағылған изгелектең көсләү булыуы ла бар...