Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
1 Ғинуар 2023, 10:50

Ҡара Һыу Ҡуяны йылынан нимә көтөргә?

Йомшаҡ һәм нәзәкәтле хайуанҡайҙа күпмелер күләмдә батырлыҡ та йәшеренгән, шуға күрә уны үтә ҡурҡаҡ тип уйлау дөрөҫ түгел. Ҡытай календаре буйынса 2023 йыл символы тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡ бирә, әммә етди ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеге менән. Ә иң мөһиме, Ҡуян –ғаилә кешеһе. Шуға күрә 2023 йылда йорттағыларға, ғаилә ағзаларына иғтибар бүлеү кәрәк, ЗАГС-ҡа барыуҙы, бәпес алып ҡайтыуҙы ла планлаштырыу мөһим. Ҡытай календаре буйынса һәр билдәгә 2023 йыл ниндәй буласаҡ? Ҡуян ни тиклем генә яҡшы хайуан булып ҡылыҡһырланмаһын, ул бөтә билдәләр өсөн дә һәйбәт була тип аңларға ярамай. Хатта был һөйкөмлө хайуандың да бер ҡасан да килешә алмаясаҡ дошмандары бар. Миҫал өсөн, Ҡуяндар Ҡомаҡ, Маймыл, Эт, кәзә менән яҡшы дуҫтар. Ә бына Йылан һәм Әтәс менән улар мәңге дуҫ булмаясаҡ. 2023 йыл Ҡытай календаре буйынса һәр билдә өсөн  

Ҡуян

1939, 1951, 1963, 1975, 1987, 1999, 2011 йылдарҙа тыуғандар.

Туғандары өсөн Ҡуян шәп сюрприздар әҙерләгән – йыл карьера баҫҡысы буйлап үрләү һәм шәхси тормош планында уңышлы буласаҡ.

Был йылда тыуғандарҙы романтик мажаралар һәм ҡаршы енес вәкилдәре тарафынан көслө иғтибар көтә. Ғаиләлеләргә яҡындары, шулай уҡ әлеге эше лә тик ҡыуаныстар ғына алып килә. Коллегаларға, бурыстарҙы билдәләп, ышаныс белдерергә кәрәк, шулай иткәндә эшләүе лә еңелерәк буласаҡ.

Аждаһа

1940, 1952, 1964, 1976, 1988, 2000, 2012 йылда тыуғандар

Астрологтар йылдың Аждаһа өсөн еңелдән булмаясағы тураһында иҫкәртә. Ҡуян уны ныҡлыҡҡа, сыҙамлылыҡҡа һынап ҡараясаҡ, әммә ҡайғырыр өсөн сәбәп юҡ. Аждаһа ауырлыҡтарҙы еңеп сығасаҡ һәм балҡыясаҡ.

 

Йылан

1941, 1953, 1965, 1977, 1989, 2001, 2013 йылдарҙа тыуғандар

 

Булғанын юғалтмаҫ өсөн Йыландарға күп көс һалырға тура киләсәк. Уға йыш ҡына пассив күҙәтеүсе ролендә ҡалырға һәм башын проблемаларға тыҡмаҫҡа тура килә. Хәйер, был билдә вәкилдәре өсөн был роль ғәҙәти. Әгәр улар үҙҙәрен уратып алғандар, һөйөклөләре һәм ғаиләләренең башҡа ағзалары менән килешеп йәшәргә өйрәнһәләр, барыһы ла яйға һалыныр. Шулай итеп улар үҙҙәренең авторитетын күтәрәсәк һәм барыһының да хуплауын тоясаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был уларға әллә ни файҙа килтермәйәсәк.

Ат

 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014 йылдарҙа тыуғандар

Аттарға әллә ни көс һалырға кәрәкмәй, әммә улар бар мөһабәтлектәрен күрһәтәсәк. Тик торғанда проблемаға тарымаҫ өсөн, ваҡиғаларҙы ашыҡтырырға ярамай. Иң яҡшыһы – ағым ыңғайына йөрөү, шунда Ҡара Һыу Ҡуяны йылы бик яҡшы тамамланасаҡ.

 

Кәзә

 1943, 1955, 1967, 1979, 1991, 2003, 2015 йылдарҙа тыуғандар

Кәзәләргә 2023 йылда юлдарында осраясаҡ ҡурсалаусылар ҡулына нығыраҡ таянырға. Дөйөм алғанда барыһы ла план буйынса барасаҡ, тыныс һәм уңайлы осор килә. Тормоштоң бар өлкәһендә лә уңыштар юлдаш буласаҡ, бигерәк тә карьера буйынса. Кәзәләргә, дәрәжәләрен тағы ла нығытып ҡуйһындар өсөн, үҙҙәрен күберәк танытыр кәрәк.

 

Маймыл

1944, 1956, 1968, 1980, 1992, 2004, 2016 йылдарҙа тыуғандар

Маймылдарға йондоҙнамә, финанс яҡтан тотороҡло һәм карьера яҡынан яҡшы үҫешкән,  уңышлы осор вәғәҙәләй. Тормоштоң бар өлкәләрендә лә яҡшы һөҙөмтәләр көтә, ә был билдә вәкилдәре үҙ-үҙҙәрендә ышаныс тоясаҡ һәм энергиялары ташып торасаҡ. Тик   Ҡара Һыу Ҡуяны йылында саманы онотоп ебәрергә кәрәкмәй. 

 

Әтәс

1945, 1957, 1969, 1981, 1993, 2005, 2017 йылдарҙа тыуғандар

Хис-тойғоларға бай Әтәстәргә һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлап, талаш һәм бәхәстәргә ҡыҫылмаҫҡа тырышырға кәрәк. Ҡара Һыу Ҡуяны йылында үткән йылдың бик үк еңел булмаған проблемалары һәм бурыстары уңышлы хәл ителәсәк. Һәм 2023 йылдың аҙағында был билдә кәрәкле урында түҙемлеге һәм ныҡымышлығы өсөн бүләкләнәсәк һәм яҡшы ял итәсәк.

 

Эт

1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018 йылдарҙа тыуғандар

Был йорт хайуаны Ҡуян менән дуҫ. Был билдә вәкилдәренә ғаилә усағын ҡабыҙырға, яңғыҙҙарына туй яһарға һәм балалар тыуҙырырға ынытылырға кәрәк. Ҡара Һыу Ҡуяны йылы тыныс үтер. Барыһы ла алдан планлаштырғанса буласаҡ. Уҙған йылдарҙа һалған тырышлыҡтар өсөн бүләк үҙен оҙаҡ көттөрөмәйәсәк.

 

Ҡабан

1947, 1959, 1971, 1983, 1995, 2007, 2019 йылдарҙа тыуғандар

Әгәр Ҡабан  Юлбарыҫ менән һыйышмай йәшәгән икән, хәҙер тынысланырға ла була. Ауыр һәм ныҡымышлы хеҙмәттә үткән йылдан һуң ул ял итергә хаҡлы. Ҡара Һыу Ҡуяны йылында элекке хыялдар тормошҡа ашасаҡ, карьера һәм шәхси үҫеш күҙәтелер.

 

Ҡомаҡ

1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008 йылдарҙа тыуғандар

Маҡсаттарына ирешеү өсөн ваҡ кимереүселәргә күп һәм тырышып эшләргә тура киләсәк. Ҡара Һыу Ҡуяны бик ваҡиғаларға бай йыл вәғәҙәләй, шул уҡ ваҡытта бик үк еңелдән булмаясаҡ. Ҡомаҡтар бар ауырлыҡтарҙан да намыҫлы үтер, сөнки шәхси һәм һөнәри үҫешкә тейешле ваҡыт бүләсәк. Уларға тик үҙҙәренә генә иҫәп тоторға һәм бер кемгә лә пландары тураһында һөйләмәҫкә кәрәк.

 

Үгеҙ

1949, 1961, 1973, 1985, 1997, 2009 йылдарҙа тыуғандар

Оҙаҡ әҙерләнгәндән һуң үҙ эшеңде асыу, яңы ҡыҙыҡлы проектҡа старт биреү өсөн бик уңышлы осор. Икеләнеүҙәрҙе ситкә ҡуйығыҙ!  Әгәр ҙә тик бер нимәгә генә иғтибар биреп, бурыстарҙы үтәүҙә тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ – матди яҡтан хәлегеҙ яҡшырасаҡ. Көстәрен кәрәкмәгән нимәләргә исраф иткәндәрҙе уңышһыҙлыҡтар көтә.

 

Юлбарыҫ

1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010 йылдарҙа тыуғандар

Ҡуян үҙенән алда хужалыҡ иткән хайуанды яңы мөмкинлектәр һәм асыштар менән ҡыуандырасаҡ. Уның һөҙөмтәһе артабанғы өс йылда күренәсәк.  Иң мөһиме – уңышты ҡулдан ысҡындырмау һәм әүҙемлек!  Юлбарыҫтарға ҡыйыу һәм тәүәккәл эш итеү мөһим, сөнки Ҡуян йылында нимә менәндер ябай ғына мауығыу ҙа бөтә ғүмер эшенә әйләнергә һәм шәп килем килтеүе мөмкин.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: