-Ғимран Фәтих улы, әйҙәгеҙ, бала сағығыҙға әйләнеп ҡайтайыҡ әле.
-Мин Күгәрсен ауылында ҙур ғаиләлә тыуып-үҫтем. Әтейем Фәтих Әхмәтғәли улы – водитель, әнейем Мәрхәбә Сәғиҙулла ҡыҙы колхозда эшләне. Биш баланың иң төпсөгө булып, апайҙарым һәм ағайҙарымдың иғтибарын тойоп үҫтем. Иң яҡшы тәрбиә – ата-әсә тәрбиәһе инде. Беҙҙең менән әтейҙең әнейе Сәрбиямал әбей ҙә йәшәне. Әней Ҡарғалыныҡы ине. Унда йәшәгән Сәмиға әбей менән Сәғиҙулла бабайға бара инек. Бабай утын-бесәнде ҡул менән әҙерләй ине, беҙ уға ярҙам иттек. Ғөмүмән, беҙҙең быуын эшләп сынығып үҫкән быуын.
Мин колхозда 4-се кластан бесән һөйрәтеүҙә йөрөнөм. Йүнле-башлы өйрәтелмәгән, тешләшкән, тибешкән Бурлы бейә менән эшләргә тура килде. Уға ҡамыт кейҙерергә буй етмәй, башын күтәрә лә ҡуя бит инде. Хәҙер тегегә шәкәр һуҙам, бейә шуны ашайым тип башын эйгәндә мин йәһәтләп ҡамыт кейҙереп тә ҡуям. Шулай үҙемә ылығып китте, башҡа бер кеше менән дә йөрөмәне. Туғыҙҙы бөткән йәйҙә ат косилкаһына ултырттылар. Беренсе бригаданың иң ҡырын түше аҫта – ”Беларусь”, урта ере – ДТ тракторы, ә өҫ яғы ат менән сабыла ине. Тау аҫтында ҡарап торалар: был саба алырмы?... 10-сы класты бөткәс, бригадирҙан һорап, ун көн трактор косилкаһында эшләнем. Шул ун көн өсөн 60 һум аҡса алдым. Был миңә Өфөгә барыу өсөн етерлек сумма булды.
Әлбиттә, бала саҡта уйнарға ла ваҡыт таптыҡ. Ҡыштарын мәктәптән ҡайтып мал ҡарайбыҙ ҙа конькиҙарҙы, үҙебеҙ эшләгән таяҡтарҙы алып, Һүрәм, Ямашлы буйына хоккей уйнарға төшә инек.
-Мәктәп йылдарын иҫкә алаһығыҙмы?
-Мин уҡырға төшкән йылда Күгәрсен мәктәбен ун йыллыҡҡа әйләндерҙеләр, беҙҙең класс урта белем алған тәүге сығарылыш булды. Яҡшы уҡыным, бигерәк тә математика, химия, физика, биология фәндәрен, рус һәм татар телдәрен яраттым. Тәүге уҡытыусым Әминә Садыҡованы, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Тәлғәт Дәминевты, татар теле серҙәренә өйрәткән Дамира Дәминеваны, тарих төпкөлөндә сәйәхәттә йөрөткән Миңнәхмәт Садыҡовты, географ Марс Мәсәғүтовты, саңғы буйынса бер нисә спорт мастерлығына кандидат әҙерләгән Эдуард Әбүбәкеровты бик йылы хәтирәләр менән иҫкә алам.
-10-сы класты тамамлағанда һөнәр һайлау буйынса һорау тыуҙымы, әллә ҡайҙа уҡырға барырға алдан хәл ителгәйнеме?
-Һуғыштан һуң тыуған балалар күпләп юғары уҡыу йорттарында уҡыны. Күгәрсендән студенттарҙы ике трактор санаһына ултыртып Төйлөгөнгә поезға алып бара торғайнылар. Был миңә лә юғары белем алыуға стимул булды. Урмансылыҡ-механика йүнәлешендә белем алғым килгәйне лә, райондан йүнәлтмә булманы. Свердловскиҙа урынлашҡан Урал урман техник институтының урман-хужалыҡ факультетының урман таксацияһы, урман тәрбиәләү төркөмөнә уҡырға барҙым.
Атайым һуғышҡа тиклем урман хужалығы техникумы бөтөргән ине. Мәктәптә уҡығанда ла лесниктарға ағас үҫентеләре ултыртыуҙа, уларҙың араһын утауҙа ҙур ярҙам күрһәтә инек, ә 8-9-сы кластарҙа мәктәптең урман хужалығында лесничий булыуҙы миңә ышанып тапшырғайнылар. Моғайын, ошолар ҙа һөнәр һайлауҙа этәргес булғандыр.
Уҡыу оҡшай ине. Институтта йәмғиәт эше лә алып барҙым: көнкүреш комиссияһы рәйесе булдым. Дипломды “5”-кә яҡланым. Әйткәндәй, институтты тамамлауға 40 йыллыҡ осрашыуға барып ҡайттым, унда үҙемдең беренсе деканым Виктор Соловьевты күрҙем. Мне күреп таныны ла: “Ты же Гимран! – ти. – Һинең диплом эшең миндә. Мин уны бына ошолай яҙырға кәрәк тип студенттарға күрһәтәм”. 50 йыллыҡҡа ла саҡырҙылар, барырға яҙһын.
-Тимәк, хеҙмәт юлығыҙ урманда башланған?
-Эйе, апрель аҙағында Ҡаратуғай урмансылығына лесничий ярҙамсыһы булып урынлашҡайным, 10 майҙа лесхозға килһәм, лесничий тип приказ яҙғандар. Военкоматҡа барһам, ул ваҡытта вазифаңды алыштырған һайын, отчет бирергә кәрәк ине, көләләр, һин бындай темп менән барһаң министр ҙа булып китерһең, тиҙәр. (Авторҙан: Ысынлап та, байтаҡ йылдар урман хужалығында эшләгәс Ғимран Фәтих улына Урман хужалығы министры вазифаһын тәҡдим итәләр, тик ул ризалашмай.) Шулай 1975-1982 йылдарҙа ошонда эшләгәс, 1983 йылдың башында Ейәнсура урман хужалығының баш урмансыһы вазифаһына күсерҙеләр. Шул уҡ йылда Урмансылар көнөнә лесхоз директор итеп тәғәйенләнеләр. Сувенир цехы план буйынса ярты йылға артта ҡалған ине, өсәр сменалап эшләргә тура килде. Ҡул аҫтында 400-ҙән ашыу хеҙмәткәр булды. 1986 йылда, коммунист булараҡ, Ейәнсура райкомына орготделға инструктор итеп күсерҙеләр.
Унан Куйбышев исемендәге колхоздың партком секретаре, Юғары партия мәктәбендә уҡып ҡайтҡас, райкомының икенсе, һуңынан беренсе секретаре лә булырға тура килде. Райком ябылғас, һөт ризыҡтары етештереү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнергә булып, кесе предприятие теркәнем. Тик тормош үҙенсә алып китте, Иҫәнғолда асылған “Восток” банкында, унан тап аҡсаһыҙлыҡ осоронда “Агробанк”та директоры булдым. Сбербанк управляющийы, район башлығы урынбаҫары, финанс идаралығы етәксеһе йөгөн дә тарттым. Ә 2004 йылдың апреленән алып Пенсия фондын етәкләйем.
Ҡайҙа ғына эшләһәм дә белемемде лә камиллаштырып торҙом, эшемә яуаплы ҡараным, хеҙмәткәрҙәрҙең эштәрен, йәшәйештәрен еңеләйтергә тырыштым, кешеләр өсөн эшләнем. Нисектер, кешеләр менән аңлашып, килешеп эшләнем, тыңланылар.
-Ғүмер юлында кемдәрҙең кәңәштәренә таяндығыҙ?
-Иң тәүҙә үҙемдең интуицияма ышандым. Үҙемде үҫтереү өҫтөндә эшләнем, күп уҡыным. Тормошта хужалыҡ етәкселәре, колхоз-совхоз парторгтарына. Урмансылыҡта мәктәп директорҙары менән кәңәшләшеп эшләнем. Ирек Мәсәғүтов менән бала саҡтан дуҫбыҙ. Уның менән кәңәшләшәм. Ғөмүмән, дуҫтарым күп, һәр береһен яҙһаҡ, гәзит битенә һыймаҫ ул.
-Тормошоғоҙҙа ҡайҙа һуғылырға, ҡайҙа барырға белмәй ҡалған ваҡыттар булдымы?
-80-се йылда ни эшләптер үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй, аптыранып ҡалдым. Отпуск алып киттем Яҡутияға. Мирный ҡалаһының урман хужалығына директор кәрәк ине. Мин барғансы кеше алғандар ине, Өфөгә ҡайттым. Ауыл хужалығы институтының урман хужалығы факультеты деканы ҡайҙа эшләүем менән ҡыҙыҡһынды ла, кесе ғилми хеҙмәткәр булып килергә тәҡдим итте. Дөйөм ятаҡ, 110 һум хеҙмәт хаҡы. Уйланым да, юҡ инде, үҙебеҙҙә эшләйем, тип ҡайтып киттем. Бына шулай аптыранып йөрөп алдым.
-Ғаиләгеҙ менән танышып китәйек.
-Ғаиләм – терәгем, таянысым. Ҡатыным Наталья Петровна Ырымбур ҡыҙы. Күгәрсен ауылының балалар баҡсаһында эш башланы. Уны тәүге мөдире булды. Татарса һөйләште. Ауыл ҡатындарының бар эштәрен өйрәнде, шәл дә, ойоҡбаш-бейәләй ҙә бәйләй. Ике улға ғүмер бирҙек: Тимур улыбыҙ Эльвира килен менән ейән-ейәнсәр бүләк итте, Маратыбыҙ әле өйләнмәгән.
-Яратҡан шөғөлөгөҙ?
-Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү нәҫелдән килә, бабайым да, атайым да ҡорт тотто. Минең дә умартасы булыу теләге ҙур ине. Әтей: “Ҡортсо булыр өсөн уҡырға кәрәкмәй, үҙең дә өйрәнәһең уны“, – тине. Ысынлап та, ҡортсолоҡ минең яратҡан шөғөлөмә әйләнде. Умарталарым Күгәрсендә, әтей-әней нигеҙендә ултыра.
-Төрлө өлкәләрҙә эшләгәнһегеҙ, ҡайһы осор һеҙҙең күңелгә яҡын, йылы хистәр менән иҫкә алаһығыҙ?
-2001-2004 йылдарҙа хакимиәттә бер булып, дәртләнеп эшләгән осор ныҡ яҡын миңә. Юлай Аҡбашев, Аҙнабай Бәҙәмшин, Риф Иҫәнсуриндар менән һаман да араны өҙмәй, ҡатышып йәшәйбеҙ. Шулай ҙа Пенсия Фондында эшләгән йылдарым бигерәк тә уңышлы булды.
Әңгәмә өсөн рәхмәт.