Сәскәләргә ғашиҡ Әлфирә Сабирова баҡсаһында төрлөһөн үҫтерһә лә, ҡалаға барғанда уларҙың бағаналарҙағы һауыттарҙа һалынып үҫкән төрлө төҫтәгеһен күреп иҫе китә. Орлоҡтар һатылған магазиндарҙы йөрөп, ундайҙарының орлоғон таба алмай. Был гөлдәргә булған һөйөүе тынғылыҡ бирмәй, ул интернетта эҙләнә башлай. Ана шунда Миәкә районында йәшәгән Айгөл Ғафарованың фотоһына тап була. Ҡатын менән бәйләнешкә инеп, орлоҡто ҡайҙан алыуы менән ҡыҙыҡһына. Адресты ҡулға төшөрөп, заказ эшләй. Һәм, ниһайәт, хыялы тормошҡа аша – ул ампелле петуниялар сәсә!
– Бала ҡараған кеүек ҡараным мин уларҙы. Иртән торам да, яндарына йүгерәм. Һәр шытымды көтөп алдым. Ғәҙәттә, тәүге ҡоймаҡ төйөнлө, тиҙәр. Ә минең беренсе тәжрибәм шул тиклем уңышлы килеп сыҡты! – тип иҫләй хәҙер инде тиҫтә йылдан ашыу петуниялар үҫтереү менән шөғөлләнгән тәжрибәле сәскәсе. Был ваҡыт эсендә Әлфирә апайҙың үҙ ихатаһы ғына түгел, Ишемғол мәктәбе яны ла гөлбаҡсаға әйләнә – хаҡлы ялға киткәнсе баҡса өсөн яуаплы була.
Хәҙер инде ҡайҙан орлоҡ алырға тигән һорау борсомай. Улар кибеттәрҙә лә, маркетплейстарҙа ла күп. Шулай ҙа Әлфиә апай орлоҡтарҙы һыналған һатыусыларҙан ғына яҙҙырып ала. Ә өҫтөнлөктө “Тайдал”, “Опера”, “Пинк Морн”, “Изи вейв”, “Софистика”, “Джаконда” сорттарына бирә.
– Петунияны дөрөҫ сәсергә кәрәк. Мин орлоҡтарҙы тупраҡ өҫтөнә генә һалып, йылы һыу һибәм. Ҡайһы саҡта гранула ебемәй оҙаҡ ята. Ундай саҡта орлоҡҡа шприц менән һыу тамыҙғанда төрткөләп, ваҡлайым, – ул сәскәләргә тупраҡтың да ниндәй булыуы мөһимлегенә туҡтала. – Былтыр тәүге осраған тупраҡты алғайным, шытым хөрт булды. Шуға быйыл һыналған “Агробалт–С” грунтын алдым. Кассетала үрсетмәләрҙең тамыры үҫешә алмай. Шуға ла улар үҫә биргәс, башта – 200, аҙаҡ 500 мл-лы стакандарға күсерәм. 1 л һыуға 4 тамсы циркон тамыҙам да, күсереп ултыртҡанда шуны һибәм. Сөнки тамыры ҡеүәтле булған сәскә ергә ултыртҡанда ҡатып ҡалмай, тиҙ ерегә, көслө була, – тип күптәрҙе үрсетмә менән тәьмин иткән сәскәсе петуния үҫтереү серҙәрен гәзит уҡыусылар менән дә ихлас уртаҡлашты.
Петуния сәскәләре менән һөйөндөрһөн өсөн, уларға һыу һибеп кенә тороу етмәй. Ваҡытында ашларға ла кәрәк. Хәҙер ашламаларҙың һәр төрлөһө бар, хатта сәскә төбөнә һалһаң, оҙаҡҡа етә торғаны ла. Уларҙың хаҡы ла ярашлы. Әлфирә апай ҡиммәтлегә ҡыҙыҡмай, өҫтөнлөктө ябай, әммә һыналғандарына бирә.
– Тышҡа ергә йәки һауытҡа күсергәс, аҙна һайын мочевина менән туҡландырам: 10 литр һыуға 1 аш ҡалағы 46 %-лы карбамид һалам. Ҡеүәтләнеп, сәскә ата башлаһа, туҡтатам һәм калий фосфатына күсәм. Ул петунияларға гөрләп сәскә атырға ярҙам итә. Әммә саманы оноторға ярамай: 10 л һыуға 1 аш ҡалағы калий фосфаты һалабыҙ. Туҡланыуҙы ике аҙнаға бер үткәрәбеҙ.
Әлфирә апай тәүге сәскәләр ни тиклем һөйөндөрһә лә, уларҙы йәлләмәҫкә, өҙөргә кәңәш итә. Шулай уҡ атып бөткәндәрен дә сүпләп тороу кәрәк. Юғиһә петуния орлоҡҡа тумала башлай, “ҡартая”. Ғөмүмән, һабаҡ остарын семтеп өҙгәндә, гөл ҡуйы булып үҫә.
Сәскә үрсетмәләре үҫтереү күп ваҡыт, байтаҡ сығым талап итһә лә, Әлфирә апайҙың тормош иптәше уны хуплап, ҡулдан килгәненсә ярҙам итеп кенә тора. Тәүге йылда ҡатынының был шөғөлөн әллә ни етди ҡабул итмәһә лә, стеллаждар, яҡтыртҡыстар эшләп бирә. Ә аҙаҡ, ҡайһы саҡ күңел төшөп, инде үҫтермәйем тигәндә лә: “Как это үҫтермәйһең?! Давай-давай, алдыр орлоҡтарыңды, сәс!”, – тип дәртләндереп ебәрә икән.
Әлегә петуниялар ултыртылған. Әммә улар менән генә сикләнмәй сәскәсе. Сиратта – лобелия, алиссум, циния, бәрхәт гөлдәре.
– Петуниялар оҙағыраҡ үҫә. Әммә уны һатыу өсөн түгел, үҙеңә сәсһәң, хәҙер сәсеү ҙә һуң түгел. Етмәһә көндәр ҙә оҙайҙы. Мин сәскә үҫтермәгәндәрҙе аңламайым. Сәскәләр бит ул – тормош йәме. Ә тирә-яҡты йәмгә күмеү, матурлыҡ бүләк итеү беҙҙең – гүзәл заттың ҡулында. Әйҙәгеҙ, тормошобоҙҙо бергәләп матурлайыҡ! – ти Әлфирә Сабирова.