Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
5 Июль 2025, 00:00

МИН НИСЕК КЕЙӘҮГӘ СЫҠТЫМ

Булған хәл.

Бик күп ҡыҙҙар кейәүгә сыҡмай йөрөй. Сәбәптәре лә етерлек тапалған: йә уҡыуҙарын бөтөр кәрәк, йә атай-әсәйҙәре ҡаршы, йә хыялындағы егет осрамаған, йә иртә, йә һуң икән. Эх, ҡыҙҙар, ҡыҙҙар... Бына һеҙҙең ҡолаҡҡа ғына бер серҙе сисәйем әле. Тикшерелгән. Эшләй.

Тәүге ураҙам ине. Хиджәбтәмен, намаҙҙа булыуыма ла бер нисә ай, әлхәмдүлиЛләһ. Имандың иңдәремә ҡанат ҡуйып, осоп тигәндәй йөрөгән саҡтарым. Динем тураһындағы һәр яңы белгәнем бөтә булмышымды үҫтереп ебәрә. Шул гүзәл тойғолар тағы ла күберәк китаптар уҡырға, алған ғилемдәрҙе тиҙерәк тормошҡа ашырырға саҡыра. Ауылымда, тирә-яғымда дин тотоусылар булмағанда, иманымды төшөрмәҫкә шул ғына ярҙам итте. Һеҙ ҙә күберәк дини китаптар уҡығыҙ, лекциялар тыңлағыҙ, дәрестәргә йөрөгөҙ!

Күпмелер ваҡыт каникулда булғандан һуң, кире Өфөгә килдем. Ятаҡта ураҙа тоторға иптәштәр булғас, бигерәк тә күңелле, көндәрҙең оҙон икәнлеге лә беленмәй: бергә-бергә сәхәргә торабыҙ, намаҙҙар уҡыйбыҙ, алмаш-тилмәш йә беребеҙҙә, йә икенсебеҙҙә ауыҙ асабыҙ, тәрәүихте ҡалдырмайбыҙ. Шулай шау-гөр йәшәп ятҡанда, беҙҙе бер фатирға ифтарға саҡырҙылар. Саҡырыусы апайҙы шәхсән белмәйбеҙ, шулай ҙа — киттек. Рәфиә икән апайҙың исеме. Тағы ла бик күп мөслимәләр килгән ине, танышабыҙ. Барыбыҙҙы ла динебеҙҙең күренмәҫ ҡәрҙәшлек нурҙары бәйләгән, тартыныу тигәндең әҫәре лә юҡ — гүйә, алыҫ-алыҫта йәшәгән туғандар осрашҡан. Ҡояш байыу менән ауыҙ асып, аҡшамды уҡып алғас, табын артына йыйылыштыҡ. Шунда бер апай, хәҙер исеме лә иҫтә түгел, үҙенең нисек итеп кейәүгә сығыуын һөйләне. Һүҙмә-һүҙ яҙып тормайым, күптәре онотолған да, шулай ҙа иң мөһимен генә айырып әйтәм: доға ҡыл да, Аллаһҡа тәүәккәллә.

Шул төндөң йәстүһенән алып, һәр көндәге бөтә намаҙҙарымдан һуң Раббымдан юлдарыма көслө иманлы, динебеҙҙе яҡшы белгән, йомшаҡ күңелле, ғилем алыуҙы яратҡан мосолман егетен сығарыуын һорап доға ҡыла башланым. Бөтә нәмә лә тик Аллаһтан бит. Мөхәббәт тә шулай уҡ. Тормош иптәшем менән бер-беребеҙҙе яратып ҡына, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, бер-беребеҙҙе аңлап ҡына йәшәһәк ине, тип теләнем. Теге апай буласаҡ йәренең, иманлы булыуынан башҡа, күҙҙәренең төҫөнә тиклем тәфсирләп, буйы шулай-шулай булһын ине, тип тә һораған. Теләктәре тормошҡа ашҡан, әлхәмдүлиЛләһ. Һеҙ ҙә уның кеүек итә алаһығыҙ. Тик миңә күҙҙәренең төҫө, буйының оҙонлоғо һымаҡ нәмәләр улай мөһим түгел ине. Күңелем менән танырмын да, былай ҙа оҡшатырмын, тип уйланым.

"Миңә доға ҡылығыҙ, һеҙгә яуап бирермен", — ти Раббыбыҙ Изге Ҡөрьәндә. Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәтенең сиге юҡ, Уның: "Бул!" — тип әйтеүе генә етә һәм шул нәмә була ла. Ул – Ишетеүсе, Күреүсе! Ул – Мәрхәмәтле һәм Рәхимле! ӘлхәмдүлиЛләһ, күңелем ятҡан, доғаларымда һораған кешемде шул курста практика үткән сағымда осраттым. Бер-беребеҙҙе дүрт тапҡыр күрҙек, шуларҙың икеһендә генә һөйләштек, улары ла эш буйынса һәм, әлбиттә, башҡа мосолмандар алдында. Практикамды тамамлағас, электрон хат алдым. Кейәүгә сығырға тәҡдим ине унда. Көтөлмәгән һәм шундай ҡәҙерле. Риза булайыммы, юҡмы, минең кешемме ул, тигән бер генә икеләнеү ҙә булманы. Күңелемдә тыныслыҡ ҡына. Аллаһҡа тапшырҙым һәм ризалыҡ бирҙем. Атайым менән әсәйемә, бөтә туғандарыма ла оҡшаны ул. Шулай итеп, бер ай тигәндә никах та уҡыттыҡ. ӘлхәмдүлиЛләһ, бәхетлемен. Әле Мәрйәм һәм Фатима исемле ҡыҙҙарыбыҙ — күҙ нурҙарыбыҙ бар. Уҡыуға килгәндә иһә, дипломды ла, көндөҙгө бүлектә уҡып, имен-аман алдым. Иптәшем ныҡ ярҙам итте. Шуға атай-әсәйҙәр, өйләнешеп, балаларҙың уҡыуҙары ҡала, тип ҡурҡмаһындар ине.

Ҡәҙерле ҡыҙҙар! Кейәүгә сығығыҙ. Үҙегеҙ өсөн дә, динегеҙ һәм киләсәгегеҙ өсөн дә, һеҙгә яҙған егет өсөн дә, бар Өммәтебеҙ өсөн дә шулай хәйерлерәк. Ҡайһы берәүҙәрҙең машинаһы, өйө йә фатиры булған, үҙе бер нисә вузды бөткән егеткә генә кейәүгә барғыһы килә, нәҫеле лә абруйлы булһын, ти. Ә ниңә, хаҡтары бар. Шулай ҙа, донъя малы донъя малы инде ул. Биреүсе лә, Алыусы ла – Аллаһ бит. Бөгөн бар, иртәгә юҡ ул мал, тигәндәй. Йә, киреһенсә, әле булмаһа ла, киләсәктә ҡулға төшә торған нәмә. Шуға иң ҡиммәтлеһе иман һәм тәҡүәлек икәнлеген онотмағыҙ. Беҙҙән — сәбәп, ә һөҙөмтә — Аллаһтан, шулай бит? Раббыбыҙ Унан һорағанды ярата. Доғалар ҡылығыҙ, ышанығыҙ, көтөгөҙ. Дөрөҫ ниәт һәм изге эштәр менән Уға яҡынайырға тырышығыҙ. Алдығыҙға мотлаҡ һеҙ лайыҡлы булған килер. Бәхетле булығыҙ!

2017 йыл

Мөслимә яҙмалары.

Читайте нас