"Тура бәйләнеш"
9 Февраль 2022, 04:10

9 февраль -Халыҡ-ара волейбол көнө

9 февраль  - волейбол уйынының Тыуған көнө икән. Уны Америкала 1895 йылда Уильям Морган исемле физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы уйлап сығарған. Был уйында баскетболдан, гандболдан һәм бейсболдан ҡайһы бер элементтар булған.

9 февраль -Халыҡ-ара волейбол көнө9 февраль -Халыҡ-ара волейбол көнө
9 февраль -Халыҡ-ара волейбол көнө

9 февраль  - волейбол уйынының Тыуған көнө икән. Уны Америкала 1895 йылда Уильям Морган исемле физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы уйлап сығарған. Был уйында баскетболдан, гандболдан һәм бейсболдан ҡайһы бер элементтар булған.

Уйын тәүҙә минтонет тип аталған, 1896 йылда Альфред Хастер исемле профессор уны  волейбол тип атарға тәҡдим индергән. Волейбол инглиз теленән тәржемә иткәндә “осоп барыусы туп” тигәнде аңлата.

Рәсәйҙә иң беренсе рәсми уйынды 1923 йылда  уҡыу йорттары студенттары араһында үткәргәндәр.

Волейбол уйыны тураһында ҡыҙыҡлы факттар:

  • Ер йөҙөндә 1 миллиард тирәһе кеше волейбол уйнай;
  • Бер волейбол матчы ваҡытында уйынсы 250 тапҡыр һикереп, 750 метр тирәһе йүгерә;
  • Волейбол туп менән уйналған уйындар араһында иң хәүефһеҙҙәр рәтенә инә;
  • Матей Казийски исемле 2,03 м оҙонлоҡтағы волейболсы уйын ваҡытында бейеклеккә һикереү буйынса рекорд ҡуйған, ул 3,93 м бейеклектәге тупҡа ҡағыла алған;
  • Волейбол матчы бик оҙаҡҡа һуҙылып китергә мөмкин. Мәҫәлән, Америкала 75,5 сәғәт буйы барған уйын теркәлгән.

Беҙҙең районда волейбол яратыусылар бихисап. Йыл һайын ауыл биләмәләре, ойошмалар, мәктәптәр араһында ярыштар үткәрелеп тора. Бынан тыш та аҙнаһына ике-өс тапҡыр спортзалдарҙа йыйылып, ҡышҡы оҙон кистәрҙә волейбол уйнау күптәр өсөн яратҡан шөғөл булып тора.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас