

Был халыҡ-ара иҫтәлекле датаның маҡсаты – кешене башҡаларға яҡшылыҡ эшләргә этәреү. Тулы атамаһы – уйламаҫтан (ҡапыл ғына) изгелек күрһәтеү көнө.
Ул 1998 йылда Токиола үткән Бөтә донъя хәйриә хәрәкәте конференцияһынан һуң булдырылған. Күп ил хуплаған. Изгелек эшләү өсөн әллә ни күп кәрәкмәй. Уны ҡапыл ғына эшләргә лә мөмкин. Мәҫәлән, урамда кемдеңдер ярҙамға мохтаж икәнен күреп, ярҙам итһәгеҙ, йөклө йә балалы ҡатынды сираттан үткәреп ебәрһәгеҙ, оло ғына күршегеҙгә ҡар көрәшһәгеҙ– шул да изгелек. Һәм, әлбиттә, хаҡ һорарға кәрәкмәй. Изге ғәмәлегеҙ үҙеҙеҙ өсөн тик сауап ҡына булыр.