

Тормошобоҙҙо коммуналь хужалыҡ хеҙмәттән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Уларҙың өҙөклөкһөҙ эшләүе – уңайлыҡ, таҙалыҡ, тәртип нигеҙе генә түгел, район үҙәге халҡының көнкүреше именлеге лә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәт тармағы 1988 йылдан алып, марттың өсөнсө йәкшәмбеһендә һөнәри байрамын билдәләй. Быйыл был дата 20 мартҡа тура килә.
Ошо уңай менән МР хакимиәтенең ҙур залында коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен байрам менән тәбрикләү тантанаһы булып үтте. Бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә МР хакимиәтенең рәхмәт хаттары, почет грамоталары тапшырылды. Тулыраҡ гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.