"Тура бәйләнеш"
21 Март 2022, 09:50

21 март - Халыҡ-ара урман көнө

Урмандарҙы еребеҙҙең йәшел ҡалҡанын һаҡлайыҡ! Киләсәк быуынға тапшырыр мираҫ ҡалдырайыҡ!

21 март - Халыҡ-ара урман көнө21 март - Халыҡ-ара урман көнө
21 март - Халыҡ-ара урман көнө

Халыҡ-ара урман көнөн 1971 йылдан башлап билдәләйҙәр. Байрам 21 мартҡа тура килә. Уның инициаторы Европа ауыл хужалығы конфедерацияһы була, ә был көндөң рәсми статусын Берләшкән милләттәр ойошмаһының Генераль Ассам-блеяһы раҫлай. Дата осраҡлы һайланмай. Көньяҡ ярымшар өсөн ул көн менән төн тигеҙлегенең көҙгөһө, ә Төньяҡ ярымшар өсөн яҙғыһы менән тап килә.

Байрамды үткәреү маҡсаты – урмандарҙың һәм башҡа йәшеллектең мөһимлеген, уларҙы рациональ һәм аҡыл менән файҙаланыу кәрәклеген Ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең иҫенә төшөрөү. Донъяның күпселек илдәре ағастар ултыртыу, һәр төрлө агитация һәм мәғлүмәт-аңлатыу кампанияларын ошо көнгә тура килтереп үткәрә. Был бик етди әһәмиәткә эйә. Сөнки урмандарҙы яҡлау – Ер экологияһының төп постулаттарының береһе һәм планетала тормошто һаҡлап ҡалыу нигеҙе.

Интернет селтәрендәге мәғләүмәттәргә ҡарағанда, хәҙерге ваҡытта планетала урман 38 миллион квадрат километр майҙанды тәшкил итә. Уның яртыһы – тропик урмандар. Белгестәр иҫәпләүенсә, һуңғы 10 мең йыл эсендә кешелек 26 млн. квадрат километр урманды юҡҡа сығарған. Ә бит урман ресурстарын ҡулланыу арта ғына бара! Йыл һайын 13 млн. гектар урман ҡырҡыла – был Англияның майҙанына тиң булған территория. Урмандың әһәмиәте бик ҙур: ул 80 проценты ҡоро ерҙә йәшәүсе тереклектең йәшәү урыны булып һанала. Бынан тыш ул атмосфераны кислород менән байытыуға ла ҙур өлөш индерә, урман ҡырҡылһа, йылғаларҙағы һыу ҙа ҡорой башлай, климат та үҙгәрә, ел көсәйеүе һөҙөмтәһендә тупраҡтың уңдырышлылығының кәмеүенә лә килтерә. Ошо экологик проблемалар һуңғы йылдарҙа, ысынлап та, күҙгә күренә башланы түгелме? Төрлө тәбиғи процестар ҙа урманға йоғонто яһай, әлбиттә, әммә кеше хәлде тағы ла киҫкенләштерә.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас