"Тура бәйләнеш"
25 Марта 2022, 04:45

25 март - Рәсәйҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Мәҙәниәт өлкәһенең тынғыһыҙ эшсәндәре булараҡ, Һеҙ кешеләргә сәнғәт донъяһы менән аралашыуҙа шатлыҡлы минуттар бүләк итәһегеҙ, халҡыбыҙҙың күркәм, матур йолаларын һаҡлап, уларҙы артабан ижади үҫтерәһегеҙ, тормошобоҙға яҡшы кәйеф һәм байрам төҫө өҫтәйһегеҙ. Халыҡты тормош мәшәҡәттәренән арындырып, уларҙың күңеленә рухи орлоҡ һәм өмөт һалыу йәһәтенән Һеҙҙең тырышлыҡ оло баһаға лайыҡ.

25 март - Рәсәйҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө25 март - Рәсәйҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө
25 март - Рәсәйҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө


Мәҙәниәт шәхестең рухын байыта, йәмғиәттең милли ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙә. Районыбыҙҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йәш быуынға эстетик тәрбиә биреүгә, шәхес тәрбиәләүгә, рухи ҡиммәттәрҙе арттырыуға ҙур өлөш индерә. Беҙҙең райондың ижади коллективтарының төбәк, республика, Бөтә Рәсәй фестиваль, конкурс,күргәҙмәләрендә ҡатнашып тора. Йылдан-йыл ижади өлгөләрҙең киңәйә һәм ҡыҙыҡлыраҡ була барыуы ҡыуаныслы.


Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә ижадтары, һөнәрҙәренә тоғро булғандары, арымай-талмай эшләүҙәре, кешеләргә шатлыҡ бүләк итә белгәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Һеҙгә яңынан-яңы уңыштар, һөнәри үҫеш, ижади үрҙәр, бәхет,ныҡлы сәләмәтлек, имен тормош теләйбеҙ!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас