

Донъяларыбыҙ имен булып, йорттарыбыҙға ҡот-бәрәкәт инһен, күңелдәребеҙ иман нурына ҡойонһон! Амин! Йома көнөнөң бер мәле бар, шул ваҡытта теләгән теләктәр ҡабул була. Теләктәрҙе лә дөрөҫ теләйек!
Теләгең ҡабул булһын өсөн "Аллаһүммә инни әсъәлүкә үә әтәәүәжжәһү иләйкә бинәбиййикә Мүхәммәдин нәбирахмәти фи хәжәти һәиһи литукәдаа лиифәшәффәғһү фиййә". Мәғәнәһе: «Эй, Аллам! Мин һинән үтенәм һәм һиңә Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша мөрәжәғәт итәм: ул – шәфҡәт һәм мәрхәмәт пәйғәмбәре һәм Һин минең теләгемде тормошҡа ашырһаң ине. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша һинән һорағаным минең файҙаға тамамланһын ине».