

*Апрелдә йылғаларҙа боҙ шәп аҡһа, уңыш яҡшы булыр. Был көндә һалҡын тормаһа, ҡоштар парлашһа, йәй йылы килер. *Ҡайын һыуы күп булһа, тимәк, йәй ямғырлы килә.
*Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро клер, болотло булһа – ашлыҡ уңыр.
*Апрель артыҡ йылы булһа – май һалҡын, елле-ямғырлы булыр.
*Апрель баштарында торна тауышы ишетелһә, ай бөткәнсе көндәр матур торор.
*12 апрелдә күк күкрәүе ишетелһә -йылы йәйгә.
*15 апрелдә йылғалар ярҙарынан сыҡһа, үлән шәп булыр.
*21 апрель ҡояшлы булһа – матур йәй, болотло икән – ямғырлы йәй.
*Торна иртә килһә, яҙ оҙаҡ тормаҫ, тиҙ йылытыр.
*Яҙ көнө йылғала һыу артмаһа, ашлыҡ уңмаҫ.
*Ҡоштар яҙын иртә килһә, йәйен ҡоролоҡ көт.