Бөтә яңылыҡтар
"Тура бәйләнеш"
8 Апрель 2022, 09:31

Һөнәри байрамдарын эш өҫтөндә ҡаршылайҙар

Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары хәрби комиссариатының Иҫәнғолдағы хеҙмәкәрҙәре Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы Ҡыуатова, Розалия Хәлит ҡыҙы Сәғитова һәм Гөлдәр Әхмәт ҡыҙы Гәрәева ла үҙҙәренең һөнәри байрамын ҡыҙыу эш өҫтөндә ҡаршылай – Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, 2022 йылдың 1 апреленән яҙғы саҡырылыш башланды.

Һөнәри байрамдарын эш өҫтөндә ҡаршылайҙар
Һөнәри байрамдарын эш өҫтөндә ҡаршылайҙар

Рәсәйҙә хәрби комиссариаттар 1918 йылдың 8 апрелендә ойошторола. Хеҙмәткәрҙәр күп йылдар илебеҙҙе ҡоралландырыу, мобилизациялауға әҙерлек сараларын тәьмин итеү, граждандарҙы ғәмәлдәге Ҡораллы көстәргә һәм контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу, йәштәр менән армияға тиклемге хәрби әҙерлек һәм патриотик эштәре алып барыу, хәрби уҡыу йорттарына уҡырға йүнәлтеү кеүек ҡатмарлы һәм күп яҡлы маҡсаттарҙы уңышлы атҡара.

Тулыраҡ - гәзиттә.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: