Бөтә яңылыҡтар
"Тура бәйләнеш"
19 Апрель 2022, 09:45

Бөгөн - Умырзая көнө

Яҙҙың тәүге сәскәһе - Умырзаяның да тыуған көнө бар.

Бөгөн - Умырзая көнө
Бөгөн - Умырзая көнө

Ер йөҙөндә яҙҙың тәүге сәскәһенең 20-гә яҡын төрө иҫәпләнә һәм барыһы ла “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән.

Яҙҙың тәүге сәскәһе - Умырзаяның да тыуған көнө бар. Беҙҙең төбәктә күк, зәңгәр, аҡ, һары умырзаялар осрай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылына бер тапҡыр ҡына баш ҡалҡытҡан был матурлыҡты өҙөүҙән, гөлләмә итеп йыйыуҙан тартынмағандар ҙа осрай. Ошоно күҙ уңында тотоп, сәскәне һаҡлау маҡсатында йыл һайын акциялар уҙғарыла, Умырзая көнө билдәләнә.

Әйткәндәй, уның тарихы 1984 йылға, Бөйөк Британияға барып тоташа. Был илдә яҙғы сәскәгә бәйле ышаныу ҙа йәшәп килә. Әгәр ҙә уны йорт тирәһенә ултыртһаң, уҫал заттарҙан һаҡлай, имеш. Ә башҡорттарҙа, был яҙғы сәскәне өҙһәң, ғүмерең ҡыҫҡа була, тигән ҡурҡытыу бар. Күрәһең, ололар уны кешеләрҙән өҙҙөрмәҫ өсөн уйлап сығарғандыр. Яҙ сәскәһенең ғүмере былай ҙа ҡыҫҡа, матурлыҡты күреп, һоҡланып ҡалайыҡ!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: